«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ағинәйҙәр ҡоро
+  - 

ХАЛҠЫБЫҘ ЙОЛАЛАРЫН...
дөрөҫ итеп атҡарайыҡ!

Баймаҡ районында тағы ла "Йолаларыбыҙ - алтын ҡомартҡыбыҙ" эстафета-конкурсы старт алды. Үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры Луиза Дәүләтшина әйтеүенсә, был сараның маҡсаты - башҡорт халҡының быуындан-быуынға, телдән-телгә изге аманат итеп тапшырыла барған әхлаҡи, хоҡуҡи кодекстарын, мәғрифәти тәғлимәтен һаҡлау һәм ата-бабаларыбыҙҙың тормошҡа, тәрбиәгә фәлсәфәүи фекерҙәрен киләсәк быуынға еткереү. Рухи ҡомартҡыбыҙ булған йолаларҙы халҡыбыҙҙың көнкүрешенә индереү, һәр ауылға хас булған йолаларҙы асыҡлау һәм тергеҙеү, бер ҡорға туплау. Эстафета-конкурс марттан декабрь айына тиклем дауам итәсәк. Программаға ярашлы, һәр ауыл биләмәһе халҡыбыҙҙың матур бер йолаһын әҙерләп, эстафета тапшырырға килгән ҡунаҡтарға күрһәтә. Был сара театрлаштырылған тамаша булып ҡына түгел, ә ысынбарлыҡта атҡарыла - сараның бер талабы ошо.

Эстафета-конкурс районыбыҙҙың иң бай тарихлы Темәс ауылынан башланды. Абруйлы кешеләрҙән торған баһалама комиссияһына Темәс ауыл биләмәһе ағинәйҙәре "Кис ултырыу" йолаһын күрһәтте. Һәр хужабикә үҙенең ҡул эштәре менән килгәйне. Шулай итеп, беҙ балаҫ һуғыу, таҫтамал, яҫтыҡ, алъяпҡыстар сигеү, зауыҡлы һәм модалы кейемдәр, шәл, селтәр, келәм бәйләү, быйма баҫыу кеүек эштәрҙең шаһиты булдыҡ. Унан һуң урындыҡҡа йәйелгән ашъяулыҡҡа милли аш-һыуҙарыбыҙ теҙелде: еләк ҡағы, ыуыҙ һөтөнән ҡойолған ҡоймаҡ, баллы сәк-сәк, бауырһаҡтар, ҡыҙыл эремсек, ҡаймаҡ, ҡорот, талҡан телде йоторлоҡ ине. Уңған ханымдар шифалы буҙа эсемлеген әҙерләү серҙәрен дә өйрәтте. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының уңғанлығын да, йыр-бейеүгә оҫталығын да күрһәткән Миңһылыу Әхмәрова, Яңылбикә Ғарифуллина, Гөлнара Ҡотлоғәлләмова, Миңзифа Йосопова, Мәрйәм Байраҡаева, Фәүзиә Әбсәләмова, Венера Бикбирҙина, Гөлшат Йосопова, Әлмира Исхаҡова, Хәлимә Рәсүлева, Зифа Санъярова, Йәмилә Әбүталипова, Гөлдәр Имелбаева, Гөлшат Лоҡманова, Лилиә Ишбаева хаҡлы рәүештә тамашасыларҙың алҡыштарына күмелде.
"Йолаларыбыҙ-алтын ҡомартҡыбыҙ" эстафета-конкурсын ҡабул итеп, Ҡолсора ауыл биләмәһе ағинәйҙәре Түбәнге Иҙрис ауылында бәпескә исем ҡушыу йолаһы атҡарҙы. Байрам иң уңған, өлгөлө ғаиләләрҙең береһе булып һаналған, яңыраҡ ҡына сабый ауазы яңғыраған Зәлиә һәм Илсур Сафиуллиндар йортонда үтте. Түбәнге Иҙрис ауылын йәмләп донъяға килгән сабыйҙың оло олатаһы Нуритдин ағай һәм оло өләсәһе Фәриҙә еңгәйҙең бергә йәшәүҙәренә 50 йыл була. Нуритдин ағайҙың улдары Тәлғәт, Йәүҙәт, Рөстәм дә колхоздың алдынғы малсылары булды, ә ҡыҙҙары, әсәһе кеүек, икмәк бешереү оҫталары. Һәр береһе ҙур, матур йорттар һалып, үҙ аллы донъя көтә, бөтәһе лә күп балалы ғаиләләр. Килендәре лә, "Ир - баш, ҡатын - муйын" мәҡәленә таянып, бер-береһе менән кәңәшләшеп, ирҙәренә ихтирам күрһәтеп, татыу ғүмер итә.
Ҡолсора ауыл биләмәһе ағинәйҙәре әйтеүенсә, уларҙың төбәгендә никахлашыу, бәпескә исем ҡушыу, туй йолалары-яусылау, бата уҡытыу, йыртыш, саҡырыусы ебәреү, ҡот алып ҡасыу, ҡыҙыл туй асыу, сыбыртҡы ите, килен һөйөү, һыу башлау, килен сәйе кеүек боронғо йолаларҙың барыһы ла эҙмә-эҙлекле башҡарыла. Бик борондан яңы тыуған сабыйҙы ҙурлап, хөрмәтләп ҡаршы алғандар, уға изге теләктәр теләп, төрлө йолалар башҡарғандар. Балаға бирелгән исем аша уның есеме билдәләнгән. Сабыйға бәхет, ырыҫ, байлыҡ, матурлыҡ, оҙон ғүмер теләнгән, уға ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, үткерлек сифаттары бирергә тырышҡандар. Сафиуллиндар ғаиләһенә йыйылған ҡунаҡтар урынлашып бөткәс, бәпескә исем ҡушыу байрамы башланды. Өләсәй кеше:
- Ергә һалдым - ер алмай,
Күккә сөйҙөм - ҡош алмай,
Эткә һалдым - эт алмай,
Бала һатам - кем ала? -
тигәс, сабыйҙың атаһы:
- Бала һатһаң, мин алам,
Нимәһе менән һатаң? -
тип һораны. Өләсәй:
- Ғүмере менән һатам,
Бәхете менән һатам,
Тәүфиғы менән һатам, -
тигәс, атаһы:
- Бала һатһаң, миңә һат,
Ғүмере менән бергә һат,
Бәхете менән бергә һат,
Тәүфиғы менән бергә һат.
Түләүенә тун бирәм,
Уға ҡушып мал бирәм, -
тине.
Артабан өләсәй баланы атаһына, атай кеше сабыйҙы әсәһенә бирҙе. Әсәһе: "Атаһы, балаға исем ҡуштырырға кәрәк, исем һорап илай бит", - тигәс, ғаилә башлығы: "Эйе шул, мин хәҙер мулланы, ҡунаҡтарҙы алып киләйем", - тине. Йортҡа мулла, оло йәштәге инәйҙәр килеп инде. Әбейҙәр бәпес янына буш ҡул менән килмәгәйне. Улар алып килгән күстәнәстәрен һамаҡлап бирҙе:
Икмәкле-тоҙло, уллы-ҡыҙлы,
Бәхетле-тәүфиҡлы,
Тәмле телле булһын.
Һүҙҙәрең өҫтөн,
Йөҙҙәрең күркәм,
Ҡулдарың эшсән булһын.
Бәхетле-тәүфиҡлы бул,
Балдай татлы телле бул.
Түрең майҙай йомшаҡ булһын.
Атаңа шәфҡәтле бул,
Әсәңә рәхмәтле бул,
Матур күңелле бул.
Үҙеңдән олоға, ағай, тиң,
Атаңдан олоға, олатай, тиң,
Әсәңдән олоға, инәй, тиң,
Инәңдән олоға, өләсәй, тиң.
Алты ағзаң теүәл булһын,
Аҡылың камил булһын,
Изге бала бул,
Мөхәммәт өммәтенән бул.
Артабан ағинәй: "Ҡашың ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас булһын, үҙең аҡ уйлы бул!"- тип, көмөш тәңкә менән сабыйҙың ҡаштарын һыҙҙы. Мулла изге аяттарын бағышлап, бәпескә ата-әсәһе һайлаған Илнара тигән исемде ҡушты. Илнара-ғәрәп һәм фарсы теленән алынған исем, халыҡтың танылған кешеһе, илен нурға, гөл-баҡсаға күмеүсе, тигәнде аңлата икән.
Өләсәй сабыйға изге теләктәрен теләп, маңлайына ҡором һөрттө, ҡулына еп бәйләне. Артабан сабыйға эт (шайтан) күлдәге кейҙерелде. Ен-шайтан был күлдәктең матурлығына, сағыулығына ҡыҙығып, балаға зыян ҡылырға онота икән. Шул саҡ тыштан балалар йүгереп килеп инде лә, өҫтәлдәге ҡоймаҡҡа ынтылды. Өләсәһе уларҙың ҡулдарына һуҡҡас, малайҙар илаған булды. Был үҙе лә бер ырым икән. Күҙгә күренмәгән ен-пәрейҙәр балаларҙың ҡысҡырғанын ишетә лә, быларға һуҡҡан кеүек, беҙҙе лә һуғыр, тип, сәңгелдәккә яҡын килмәйҙәр, имеш.
Артабан өләсәй бәпәй ебен таратты. Шулай уҡ малайҙарға - тәңкә, ҡыҙҙарға мәрйен бүләк итте. Байрамға йыйылғандар:
Өләсәй бәпәй ебен тарата,
Ғүмере ошо ептәй оҙон булһын,
Туғанлыҡ ебе ныҡ булһын,
Ата-әсәһенә изгелекле-игелекле булһын, - тип һамаҡланы.
Сабыйға исем ҡушҡандан һуң әҙерләнгән табын еп сәйе йәки еп туйы тип атала. Өҫтәл төрлө-төрлө милли ризыҡтан, тәмлекәстәрҙән һығылып тора. Өлкәндәр изге теләктәрен әйтеп, бала тәрбиәләү буйынса кәңәштәрен биреп, ата-әсәгә өгөт-нәсихәттәрен еткереп, ашыҡмай сәй эсте. Сабыйға исем ҡушыу байрамынан онотолмаҫ тәьҫораттар алған ҡыҙҙар, малайҙар, һыйланып алғас, урамға уйнарға йүгерҙе. Был саранан һәр кем күңел күтәренкелеге алды, уны оҫта итеп ойошторған Сафиуллиндар ғаиләһенә, китапханасылар Гүзәл Рахманғолова һәм Гүзәл Мөхәмәтҡужинаға ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.
Эйе, халҡыбыҙ йолалары - милләтебеҙҙең гүзәл рухи хазинаһы ул. Уларға ныҡлы иғтибар биреү һәм һәр йоланы дөрөҫ атҡарыу, аңлау мөһим. Юғиһә, һуңғы йылдарҙа, мәҫәлән, киленгә һыу юлын күрһәтеү төрлө кейемгә төрөнгән иҫеректәрҙең шайтан туйына әүерелә башланы. Ә бит элек-электән йәш киленсәк таң менән көйәнтәләп һыуға барып, уның бер тамсыһын да сайпылтмай алып ҡайтып, яңы тормошона фатиха һораған. Шундай булған ысын йола. Бәпес алып ҡайтыу, уға исем ҡушыу, сөннәткә ултыртыу йолалары ла йә юҡҡа сыға, йә иһә бөтөнләй милләтебеҙ өсөн ят, ҡайһы саҡта имәнес төҫ ала бара. Шуға күрә, районыбыҙҙа гөрләп башланған эстафета-конкурс күңелдәрҙе үҫтергән, дәртләндергән йолаға әүерелеп, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙергә һәм үҫтерергә ярҙам итер, тигән ышаныстабыҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.05.14 | Ҡаралған: 2373

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru