«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тураһын әйткәндә...
+  - 

УҠЫУСЫЛАРҘЫ ЯҠЛАП…
йәки Баҫмалар тураһында бер кәлимә һүҙ

Бына тағы ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу мәле бара. Почта хеҙмәттәренә хаҡ бик ныҡ артып китеү сәбәпле, был кампания быйыл бик көсөргәнешле үтә һымаҡ. Хәйер, башҡорт баҫмаларына яҙылыу һуңғы йылдарҙа, ғөмүмән, ауыр бара. Ошо осор етһә, "Милли баҫмаларға беҙ яҙылмаһаҡ, кем яҙылыр?" тип, гәзит-журнал, радио-телевидение аша уҡыусылар намыҫына төбәп, мөрәжәғәт-сығыштар яңғырай башлай. Эйе, бындай мөрәжәғәттәр ҙә кәрәк, ләкин гәзит уҡыусыға үтенеп йә бер аҙ тәнҡитләп өндәшер алдынан таяҡтың ике осло булыуын да иҫтә тотоу мөһим. Уның бер осонда уҡыусылар торһа, икенсеһендә - ваҡытлы матбуғатта эшләүселәр, йәғни журналистар. Уҡыусыны күпме генә манҡортлоҡта ғәйепләһәң дә, ул, әлбиттә, үҙенә ҡыҙыҡ булмаған баҫмаға яҙылмаясаҡ.

Былтыр матбуғатҡа яҙылыу осоронда мин "Киске Өфө"лә гәзиттәрҙең йөкмәткеһенә ҡағылышлы "Мәғлүмәт эҙләргәме, әллә фекерме?" тигән мәҡәлә баҫтырғайным. Берәй фекер алышыу килеп сыҡмаҫмы, тип өмөт иткәйнем, ләкин гәзиткә яҙыусылар булманы, әммә үҙем менән һөйләшкән кешеләр ҡағыҙ баҫмалар биттәрендә күберәк фекер табырға теләүен белдерҙе. Ысынлап та, бөгөнгө заманда, күпме генә тырышһалар ҙа, гәзиттәребеҙ мәғлүмәт еткереүсе роленә дәғүә итә алмай, сөнки телевидение, интернет һәр яңылыҡты кешеләргә сәғәте-минуты менән килтереп еткереп тора. Гәзиттәр аша бер-ике, ҡайһы саҡта аҙна-ун көн үткәс килеп еткән хәбәрҙәрҙең бер кәрәге лә юҡ. Халыҡ уларҙан ана шул булып ятҡан хәлдәргә ҡарата ҡыҙыҡлы фекер, дөрөҫ баһа, үткер һүҙ көтә. Бер нисә йыл элек "Киске Өфө"нөң 3-сө битендә "Аҙна шаңдауы" тигән рубрика булып, Таһир Ишкинин тигән журналист көнүҙәк ваҡиғаларға, киҫкен мәсьәләләргә ҡарата аналитик материалдар биреп бара ине. Ә бит халыҡ уларҙы яратып уҡыны, хатта теге йәки был күренешкә үҙ ҡарашын булдырырҙан алда ҡайһы берәүҙәр "Тороп тор, Таһир был турала нимә яҙыр икән?" тип, журналист фекерен көтәүелләй торғайны. Бына ошоноң ише мәҡәләләр етмәй беҙҙең гәзиттәргә. Хәбәрселәр һаман, элеккесә, тормошта барған хәл-ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт яҙыу, теге йәки был саралар тураһында эҙмә-эҙлекле репортаждар яһау менән шөғөлләнә. Үҙ һүҙе, үҙ ҡарашы, үҙ фекере булған журналисты уҡыусы шунда уҡ күҙенә "эләктерергә" тора, һәр һандан уның мәҡәләләрен эҙләй башлай, кинәнеп уҡый һәм уйлана. Мин ҡасандыр үҙебеҙҙең район гәзитенә Нияз Алсынбаев (хәҙер билдәле радиожурналист) эшкә килгәс, "Осҡон"доң һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алып уҡый торғайным. Бына шундай уйландырырлыҡ, көтөп алып уҡырлыҡ мәҡәләләр яҙған ҡәләм оҫталары аҙ беҙҙең матбуғат баҫмаларында. Күптәр редакцияла көн үткәрә лә, яҙа-йоҙа сыймаҡлаған мәҡәлә ишаратын мөхәррир өҫтәленә һелтәп, таҙа намыҫ менән ҡайтып китә. Гәзиттәр шул уҡымһыҙ яҙмалар менән сыға ла сыға. Кешенең, әлбиттә, ундай баҫманы алдырғыһы килмәй. Шунан китә инде милли матбуғаттың яҙмышын "ҡайғыртмаған" манҡорттарҙы тәнҡитләүҙәр!
Бер танышым үҙҙәренең район гәзитенә яңы мөхәррир тәғәйенләнгәс, барыһының да уның ҡайҙан килеүе тураһында ҡыҙыҡһына башлауы тураһында һөйләгәйне. "Һуң быға тиклем ун йыл самаһы хәбәрсе булып эшләне бит район гәзите редакцияһында…" тиһәк, "Аһ-аһ, ишеткән булманысы…" тип аптыраштылар, тине. Ун йыл буйы исеме гәзиттә сығып та, халыҡ өсөн билдәһеҙ булғас, уның яҙғандарынан ниндәй фәтеүә булды икән? "Мин һеҙҙең яҙғандарҙы уҡырға яратам", тигән һүҙҙәрҙе ишетмәгән гәзитсегә редакциянан тиҙерәк ҡасырға кәрәк, тип уйлайым. Сөнки нәҡ ошондай хәсрәт хәбәрселәр милли матбуғатты һәләкәт алдына ҡуя, ә яҙылыусылар түгел!
Бер саҡ беҙҙең район ауылдары буйлап бер яңы мөхәррир халыҡ менән осрашып йөрөгәйне. Ул үҙенең баҫмаһын бер башҡорт ғаиләһе лә унһыҙ йәшәй алмаҫ кимәлгә еткерергә теләүен һөйләне. Ләкин улай килеп сыҡманы. Шулай булыры билдәле ине лә инде. Иҫ киткес баҫма эшләр өсөн талантлы хәбәрселәр коллективы тупларға кәрәк ине бит. Ошоға тиклем уҡымһыҙ баҫма эшләп ултырған кешеләр яңы мөхәррир килде тип кенә үҙгәреп китә, үҙ кимәленән артыҡ һикерә алмай ҙаһа. Әлбиттә, мөхәррирҙән дә күп нәмә тора. Уның дипломатияһынан, талапсанлығынан, шәхси өлгөһөнән. Ә беҙҙә күп мөхәррирҙәр үҙҙәре яҙышмай ҙа. "Мин яҙырға тейеш тә түгел", тигәйне миңә берәүһе. Бәлки, шулайҙыр, әммә мөхәррире "күренеп" тормаған баҫма әсәйһеҙ йорт, етем бала кеүек. Уҡыусылар мөхәррире үҙе менән даими бәйләнештә булған гәзит-журналдарҙы яҡыныраҡ күрә.
"Меҫкен гусар хаҡында бер йылы һүҙ әйтегеҙ" тигәндәй, минең был мәҡәләм дә милли матбуғатты уҡырға теләмәгән милләттәштәремде бер аҙ яҡлау теләгенән сығып яҙылды. Гәзит уҡыусылар - ҡулланыусылар ғына бит. Етештереүселәре - гәзитселәр. Минеңсә, иң тәүҙә улар, ихтыяж булһын өсөн, сифатлы, матур, үтемле тауар тәҡдим итеү хаҡында уйланырға тейеш…

Рәхимә МУСИНА.
Әбйәлил районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.05.14 | Ҡаралған: 1640

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru