«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
алдайҙар!
+  - 

ДӨЙӘ ТҮГЕЛЛЕГЕҢДЕ...
иҫбатлап ҡара

"Былтыр машинамдан бәләкәй ҡул сумкаһын урланылар, - тип һөйләгәйне Рәфис исемле бер танышым. - Унда паспортым, фатир асҡыстары, бер аҙ аҡсам бар ине..." Шул көнө үк ул фатир йоҙаҡтарын яңыға алмаштырып ҡуя һәм эске эштәр бүлегенә барып, ғариза яҙа, яңы паспорт юллап ала.

Дөрөҫ, паспорт өҫтәлендә, оҙаҡ көтөргә тура киләсәк, тигәс, танышым паспортын "урланылар" тип түгел, ә "юғалттым" тип яҙа. Ике ай самаһы ваҡыт үткәс, Рәфис дүрт төрлө банктан бурыстарын кисектермәй түләүҙе талап иткән шылтыратыуҙар һәм хаттар ала башлай. Һис ҡасан булмаған был "бурыстарҙың" дөйөм суммаһы 500 меңдән ашып китә ки! Асыҡланыуынса, бурҙар уның урланған паспортын файҙаланып, төрлө банктарҙан кредиттар алған булып сыға. Кредиттар тарихы бюроһы хеҙмәткәрҙәре һөйләүенсә, уларға ай һайын тиҫтәләгән ана шундай сигналдар алырға тура килә икән.
Бындай уҫал һәм аяуһыҙ мутлашыуҙарҙың бер нисә төрлө юлы бар. Иң йыш осрай торғаны - урланған документтарҙы файҙаланып, кредит алыу. Бында бурҙар документҡа фотоһүрәтте генә алмаштырып йәбештерә лә - эш тә бөтә. Ә бына ксерокопиялар буйынса бирелеүсе кредит эштәре банк хеҙмәткәрҙәренең енәйәтселәр менән бергәләп хеҙмәттәшлек итеүе тураһында һөйләй.
Яманлыҡ ҡылыуҙың тағы ла бер заманса ысулы - сит кешенең персональ мәғлүмәттәрен файҙаланыу юлы менән онлайн-кредит алыу. "Бындай осраҡтарҙа, - тип кәңәш бирә кредиттар тарихы бюроһы хеҙмәткәрҙәре бәләгә тарыусыларға, - полицияға барып - ғариза, ә банк исеменә дәғүә яҙырға кәрәк буласаҡ. Унан һуң был кредитҡа бөтөнләй ҡатнашлығығыҙ булмауҙы раҫлаусы документтар һәм башҡа дәлилдәрҙе мөмкин тиклем күберәк туплағыҙ (мәҫәлән, кредит алынған көндә һеҙҙең эштә, юлда, ялда йә командировкала булыуығыҙҙы күрһәткән документтар, квитанциялар, билеттар, паспортығыҙҙы юғалтыу хаҡындағы ғаризағыҙ, һ.б.). Ошондай күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн белгестәр граждандарға ҡайһы бер кәңәштәр биреүҙе урынлы күрә:
- паспорт мәғлүмәттәрегеҙҙе ҡайҙа етте - шунда, кемгә етте - шуға күрһәтмәгеҙ. Үкенескә күрә, паспорт ксерокопияһын төрлө ойошмаларҙа булғанда талап итәләр, шуға күрә ҙур һәм абруйлы компаниялар менән эш итергә тырышығыҙ;
- паспорт мәғлүмәттәрегеҙҙе бигүк ышаныслынан булмаған интернет ресурстарында ҡалдырмағыҙ, электрон почта аша ебәрмәгеҙ, документығыҙҙы таныш түгел кешеләргә һәм билдәһеҙ кредит брокерҙарына ышанып тапшырмағыҙ;
- йылына бер тапҡыр булһа ла үҙегеҙҙең кредит тарихығыҙҙы тикшертеп тороғоҙ.
Әгәр үҙ иркегеҙҙән тыш "кредит алыусы" булып иҫәпләнгән хәлдә, ниҙәр эшләргә мөмкин?
1. Кредит тарихтарының үҙәк каталогына (ул Үҙәк банкта алып барыла) һорау ебәрегеҙ, шул саҡта һеҙ үҙегеҙгә япһарылған кредиттарҙың ниндәй бюрола һаҡланыуы хаҡында белерегеҙ.
2. Был бюроларҙан отчеттар һорап алығыҙ һәм ниндәй банкта күпме "бурысығыҙ" булыуын асыҡлағыҙ.
3. Һеҙҙең исемгә сит кредит бирелгән банк адресына мөмкин тиклем ентеклерәк итеп дәғүә яҙығыҙ. Бындай мөрәжәғәттәрҙе банк ғәҙәттә 30 көн эсендә ҡарай.
4. Әгәр банк алдашыу фактын асыҡлаһа, һеҙҙең исемгә бурысты юҡҡа сығарасаҡ, шул саҡта яңынан бюроға мөрәжәғәт итеп, кредит тарихығыҙҙы төҙәтеүҙе талап итә алаһығыҙ.
5. Үкенескә күрә, банктар һәр ваҡытта ла клиент мәнфәғәтен күҙәтеп бармай, шул саҡта һеҙ судҡа йә булмаһа Роспотребнадзорға мөрәжәғәт итегеҙ.
6. Бурыс ниндәй генә, хатта аҙ ғына суммала булғанда ла, сит кеше кредитын түләй күрмәгеҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.05.14 | Ҡаралған: 1496

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru