«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
фекер ҡоро
+  - 

АУЫЛДАРҘЫ ҺАҠЛАУҘЫҢ...
төрлө юлдары барланды

Сибайҙа "Территорияларҙың тотороҡло үҫеше: теория һәм практика" тип аталған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сараның ойоштороусылары булып Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы, Сибай ҡалаһы хакимиәте, БР Төбәк тикшеренеү институты, Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы, БДУ-ның Сибай институты, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты сығыш яһаны. Конференцияла ҡатнашыусыларҙың географияһы ла киң ине, Ҡаҙағстандан, АҠШ-тан, Рәсәй төбәктәренән, Башҡортостандың ҡала-райондарынан вәкилдәр килде. Өс йүнәлеш буйынса секциялар һәм ауыл ерҙәрендәге эшҡыуарлыҡ мәсьәләләренә арналған түңәрәк ҡор эшләне.

Конференциялағы сығыштарҙың көньяҡ-көнсығыш райондарының, Сибай ҡалаһының үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп әҙерләнеүенә ҡарамаҫтан, уларҙа яңғыраған проблемалар Башҡортостандың башҡа ҡала-райондары өсөн дә, Рәсәй төбәктәренә лә берҙәй үк хас. Экология мәсьәләһе, уның менән бәйле халыҡтың сәләмәтлеге ҡаҡшауы пленар ултырышта бер нисә докладта сағылыш тапты, шулай уҡ ошо йүнәлеш буйынса айырым секция эшләне. Ысынлап та, сәнәғәттең йылдам үҫеүе был проблеманы тәрәнәйтә генә. Ә кеше факторы менән аңлатылған битарафлыҡ, ваҡытында тейешле саралар күрелмәүе арҡаһында төрлө сирҙәрҙең шашыуы күҙәтелә, төрлө быуын кешеләренең, шул иҫәптән балаларҙың үлеме теркәлә. Биология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры Эльвира Имелбаева үҙ сығышында экологик факторҙарҙың Сибай ҡалаһындағы балалар сәләмәтлегенә кире йоғонто яһауы тураһындағы мәсьәләгә айырым туҡталып китте. Яңы иҡтисади шарттарҙа ауылдарҙың да тәрән көрсөккә терәлеүен абайлауы ҡыйын түгел. Башҡортостан ҡала һәм ауыл халҡы нисбәте буйынса әлегә тотороҡло төбәктәрҙән һаналып килә. Ләкин был мәсьәләне үҙағышына ҡуйыу, ауыл халҡын һаҡлау, демографияны яйға һалмау насар эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Мәскәүҙән килгән иҡтисад фәндәре докторы Виталий Пациорковский Свердловск өлкәһендә булған күңелһеҙ хәлде бәйән итте. 90-сы йылдар башында был төбәктә ауыл халҡының 11 процент ҡына тороп ҡалыуы сәбәпле, өлкә етәкселеге бер нисә тиҫтә ҡала тибындағы ҡасабаны ауылдарға "таратырға" мәжбүр була.
Көньяҡ-көнсығыш райондарында эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә арналған түңәрәк ҡор бигерәк тә йәнле фекер алышыуҙар тыуҙырҙы. Унда ауыл мәсьәләләре менән шөғөлләнгән фән, дәүләт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, үҙ эштәрен ойоштороп, яҡшы ғына уңыштарға өлгәшкән эшҡыуарҙар ҡатнашты. Уны асып, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Рәфҡәт улы Күсәбәев, оптималләштереү ҡотолғоһоҙ булған шарттарҙа ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү нисек итеп алып барылырға тейеш, тигән һорау ҡуйҙы. Ауыл халҡы хоҡуҡтарын яҡлаусы институт булараҡ, Территориаль йәмәғәт үҙидаралығы (ТОС) ойоштороу яҡшы һөҙөмтәләр бирер ине, тип, республикала ошо өлкәлә булған миҫалдар менән таныштырып китте.
Ысынлап та, ауыл бөтә, мәктәп ябыла, тип зарланып ултырыу дөрөҫ түгел, ә халыҡты ауылда ҡалдыра, уны һаҡлай алырҙай альтернативалар эҙләү мөһим. Халыҡты эш менән дә тәьмин итергә кәрәк. Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан килгән фермер Марат Камалов бәләкәй генә хужалыҡтан картуф үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң алдынғы хужалыҡтары иҫәбенә инеү тәжрибәһе менән таныштырҙы. Картуф һәм иген культураларын үҫтереүҙә агрономияның бар ҡаҙаныштарын әүҙем ҡулланған "Камалов М.Р." крәҫтиән-фермер хужалығы фермерлыҡ эшенең бер эталоны булып тора. Ә Фәнис Кәримов Баймаҡ районында йылҡысылыҡ һәм агро-этно-туризмды үҫтереү менән уңышлы шөғөлләнә. Әйтергә кәрәк, ике фермер ҙа эштәрен кредит ярҙамына мөрәжәғәт итмәйенсә, үҙ көстәре менән генә алып баралар. "Кредитҡа инһәң, ул һине, киреһенсә, бөлдөрөүе бар", тип иҫәпләй улар.
"Урал аръяғы эшлекле донъяһы" бизнес-үҙәге директоры Айнур Ишмөхәмәтов сарала ҡатнашыусыларҙы дәүләттең эшҡыуарҙарға күрһәткән ярҙамы формалары менән генә таныштырып ҡалманы, ә бөгөнгө башҡорт менталитетына хас кире сифаттарға ла туҡталып китте. "Батша Рәсәйе ваҡытынан башҡорттарҙы бөтөрөргә теләү һәм бөтә ҡаршы сығыусыларҙы ла ҡаты язалау башҡорттарҙа ниндәйҙер ҡурҡыу тойғоһо барлыҡҡа килтергән. Бөгөнгө көндә ошо ҡурҡыу психологияһы сәбәпле, башҡорттар күп өлкәләрҙә, шул иҫәптән эшҡыуарлыҡта ла әүҙемлек күрһәтмәй. Шул уҡ ваҡытта бының өсөн бар мөмкинлектәр булдырылған", тигән фекерҙәр яңғыратты ул.
Сираттағы сығыш яһаусы, Сибай ҡалаһынан Илшат Ҡужагилдин: "Беҙ ошондай саралар барышында аҡыллы фекерҙәр әйтәбеҙ ҙә ул, ләкин улар тәғәйенләнгән кешеләргә, йәғни ауыл халҡына барып етәме икән?" - тигән һорау ҡуйҙы. Ул ауылдарға барып, ундағы халыҡҡа эшҡыуарлыҡ өсөн мөмкинлектәр, уның хоҡуҡи яҡтарын, дәүләт биргән ярҙамды аңлатып йөрөүсе " десант" ойоштороу тәҡдиме менән сыҡты. Тәҡдимдең авторы ниәте буйынса, был десантҡа ғалимдар, юристар, эшҡыуарлыҡ менән бәйле чиновниктар, эшҡыуарҙар инергә тейеш. Илшат Ҡужагилдин әйтеүенсә, әгәр ошондай эш алып барылмаһа, аҡыллы фекерҙәр тормошҡа ашмайынса, конференция залы диуарҙары менән генә сикләнеп ҡаласаҡ.
Тағы ла бер мөһим яңылыҡ ишетеп ҡыуанды сараға йыйылыусылар. Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы ир-уҙамандары ауылда барған үҙгәрештәр, кәртәләр менән килешмәйенсә, проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында "Ир-егеттәр ҡоро" ойоштороп ебәргән. Айбулат Ғүмәров, Айтуған Хөсәйенов, Амур Әминев, Мораҙым Хәлилов үҙ эштәренән тыш, йәмәғәт эше менән дә шөғөлләнә, ауылдаштарының бер өлөшөнөң эскелек һаҙлығына батыуы, икенселәренең уларҙы ошо һаҙлыҡҡа батырыуы битараф ҡалдыра алмай уларҙы. Бөгөн улар көмөшкәселәргә ҡаршы аңлатыу эше алып бара. Шулай уҡ ауылда төрлө саралар үткәреп, абруйлы ауылдаштары менән осрашыуҙар ойоштороп, ауыл тирәләй сүп-сар өйөмдәрен таҙартыу буйынса өмәләр эшләп, үҙҙәренсә бәләкәй генә булһа ла ғәҙел, өлгө була алырҙай йәмғиәт төҙөйҙәр. Әлеге мәлдә ТОС ойоштороуҙы ла яйға һалғандар.
Ғөмүмән, түңәрәк ҡорҙа ауыл тормошона, уның киләсәгенә битараф булмаған кешеләр ҡатнашты. Шуға күрә лә ҡайһы бер сығыш яһаусыларҙың: "Лидерҙар ҡалаларға китеп бөткән, ауылда пассив кешеләр йәшәй", "Дарвин теорияһындағы кеүек, алкаштар үлеп бөтәсәк, сәләмәт кешеләр генә тороп ҡаласаҡ", "Кешеләргә ярҙам итһәң, улар шашып китәсәк", - тигән кеүегерәк фекерҙәре түңәрәк ҡорҙа ҡатнашыусылар тарафынан ҡаты тәнҡитләнде. "Мин юғары уҡыу йортон тамамланым. Унан һуң да ауылда ҡалдым, эшем бар, егермеләп кеше минең ҡул аҫтында эшләй. Нисек итеп һин, ауылда йүнле кеше ҡалманы, тип әйтә алаһың?", "Халҡы хаҡында уйлаған кеше кемделер алкаш тип, уға мөһөр таҡмаясаҡ. Һәр кемдең төҙәлеүгә хоҡуғы бар", "Кеше үҙен алкаш тип танымайынса, ул ундай булмаясаҡ", "Кешегә һәр саҡ уның һәйбәт яҡтарын күрһәтеп, шуға өгөтләһәң, үҙгәреп китәсәк", тигән яуап булды тәүгеләргә.

Шулай итеп...
Бындай конференцияларҙың әһәмиәте ҙур. Уларҙа социаль-иҡтисади, гуманитар, техник йүнәлештәге фәндәр ғалимдары йыйылып, глобаль масштабтағы уртаҡ проблемаларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләй. Ошо сараны үткәреүгә күп көс һалған Ирек Бикмәтов, Фитрат Йомағужиндар маҡтауға лайыҡ. Шулай уҡ Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ойоштороусылар исемлегенә инеүе, түңәрәк ҡор ойоштороуы конференцияға эшлеклелек өҫтәүен дә билдәләмәй булмай. Был конференцияның ҡаҙаныштарын теоретик киңлектән ғәмәли киңлеккә сығарыуға булышлыҡ итте лә инде.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.05.14 | Ҡаралған: 1556

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru