«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
диалог
+  - 

БЕҘҘЕҢ УҠЫУ ЙОРТО БЕРӘҮ ГЕНӘ,
йәғни Сибай институты студенттар күҙлегенән

Шахмат буйынса донъя чемпионы Гарри Каспаровтан кемдер: "Партия ваҡытында нисә йөрөштө күҙаллай алаһығыҙ?" - тип һорағас, ул: "Шахматта күпме йөрөштө алдан планлаштыра белеүең мөһим түгел, ә ошо мәлдә ситуацияны ни тиклем яҡшыраҡ анализлауың мөһим", - тип яуап биргән. Был яуабы менән ул, моғайын, "шахматты аңлайым", тип маһайыусы күп кенә "белгестәрҙең" танауына ла сирткәндер... Бөгөнгө һөйләшеү тап ана шулай, сәбәләнмәй, "бөгөнгө хәлдән сығып" фекер йөрөтөргә өйрәнгән, халҡыбыҙҙың бөгөнгө хәлен аңларға тырышҡан йәштәребеҙ ҡатнашлығында үтәсәк. БДУ-ның Сибай институты студенттары - иҡтисад факультетының 3 курс студенты Нәркәс Исҡужина, филология факультеты башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенең 4-се курс студенттары, игеҙәктәр - Филүзә менән Дилүзә Ефимовалар, юридик факультеттың тарих бүлеген тамамлау алдында тороусы Ғәзинур Яратов, технология факультетының 3-сө курсында уҡыусы, "Еңмештәр" КВН командаһы ҡатнашыусыһы Руслан Йәркәев менән тәрбиәлелек, рухлылыҡ төшөнсәләре, институт тормошо тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

Тиҙҙән Берҙәм дәүләт имтихандары, унан ары - юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү башланасаҡ. Бер-нисә йылға артҡа ҡараш ташлап, һеҙҙең абитуриент сағығыҙға әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Сибайҙа уҡыу теләге һеҙҙә күптән барлыҡҡа килгәйнеме, әллә бүтән ҡалала уҡырға самалай инегеҙме?

Филүзә: Мәктәптә (Йылайыр районы Йылайыр ауылы мәктәбендә) уҡыған сағымда юрист булырға хыялландым. "Ҡайҙа уҡырға?" тигән һорауға килгәндә, Өфөлә булмаһа - Стәрлелә, ахыр сиктә, Бөрө ҡалаһында, йә Магнитогорскиҙа уҡырмын, тип уйлай инем. Ҡайҙалыр уҡырға инеп ҡарар өсөн тәүҙә документтар тапшырырға кәрәк бит инде. Тап шул документтарҙы тапшырған ваҡытта юридик факультет ишеген шаҡырға ҡыйыулығым етмәне лә ҡуйҙы: БДИ балдарым етерлек түгелдер, тип ҡурҡтым. Уның ҡарауы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә инеп ҡарарға тәүәккәллегем дә, дәртем дә, ышанысым да сиктән ашҡайны. БДИ һөҙөмтәләренең күсермәһен әлеге ҡалаларҙағы уҡыу йорттарына тапшырғас, документтарымдың төп нөсхәһен Сибай институтының журналистика буйынса өҫтәмә белем биреүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә ебәрҙем. Күп тә үтмәй, "Һеҙ уҡырға индегеҙ", тигән һөйөнөслө хаттар килә лә башланы. Документыбыҙҙың төп нөсхәһен алайыҡ та, Өфөгә илтәйек, тип, Сибайға килгәйнек, бында: "Әлегә беҙгә инеү-инмәүегеҙ билдәле түгел, шуға көтөгөҙ инде", - тинеләр, документтарҙы алмай торорға тәҡдим иттеләр. Ниһайәт, Сибай институтына ла инеүебеҙ мәғлүм булды.
Игеҙәгем Дилүзә менән бергә уҡырға күптән ҡарар иткәйнек инде. Ул ҡайҙа - мин шунда. Ул да, мин дә ошо бүлектә уҡырға булдыҡ. Уҡый башлағайныҡ, институт ныҡ күңелгә ятты ла ҡуйҙы. Әйткәндәй, журналистика өлкәһендә әлегә уңыштарыбыҙ менән маҡтана алмаһаҡ та, үҙебеҙҙә алға китеш һиҙәбеҙ. Күптән түгел мин ҡаурый ҡәләмемде институттың "Юлдаш" гәзите редакцияһында һынап ҡараным. Ике аҙна практикала булған осорҙа гәзит эше үҙенә ылыҡтырҙы, ошо өлкәлә эшләү теләгемде арттырҙы.
Дилүзә: Мин дә Сибайҙа уҡырмын, тип уйламай инем. Баштан уҡ күңелем ниңәлер Өфөгә тартылды. Баш ҡалалағы берәй уҡыу йортонда дизайнер һөнәрен үҙләштерһәм ине, тип хыялландым. Сибайҙа ла технология факультеты барлығын һуң ғына белеп ҡалдым. Хыялымды әлегә ситкәрәк ҡуйып торорға тура килде, киләсәктә уны тормошҡа ашырырмын да, бәлки. Шулай ҙа, журналистика өлкәһендә эшләмәҫмен, тип тә әйтеп булмай. Әлегә бары шуны әйтә алам: "Сибайский рабочий" гәзитендә үткән практикам ваҡытында яҙышып, материал туплап, башҡортсанан-руссаға тәржемәләр эшләгәндән һуң, "Мин дә яҙыша алам икән", тигән ышаныс барлыҡҡа килде. "Филология факультетында уҡыуың һиңә тағы ниндәй файҙа бирҙе?" тип һораһалар, башҡортса иркенерәк аралаша башланым, тип әйтер инем. Башҡорт мөхите, әҙәби китаптар уҡыу - былар барыһы ла, иртәме, һуңмы, үҙ емештәрен бирә икәнлегенә инандым. Ҡыҫҡаһы, тәүҙә бында уҡырға теләгем әллә ни ҙур булмаһа ла, хәҙер тап ошо уҡыу йортонда белем алыуым өсөн ҡыуанып бөтә алмайым. Әйткәндәй, беҙ ҡатнаш ғаиләлә тыуғанбыҙ, әсәйебеҙ - башҡорт, атайыбыҙ рус милләтенән. Атайҙы, башҡортса беҙҙән дә һәйбәтерәк белә, тип әйтергә йөрьәт итәм. Беҙҙең башҡорт бүлегендә уҡыясағыбыҙҙы ул бик йылы, ыңғай ҡабул итте.
Нәркәс: Сибай институтында иҡтисад факультетында уҡыясағымды күптән хәл иткәйнем. Дөрөҫөрәге, ағай-апайҙарым иҡтисадсылар булғас, артығын уйлап тороуҙың кәрәге лә булманы. Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләрен алып, бер ҙә икеләнеп тормай, документтарымды тыуған ҡаламдағы институтҡа тапшырҙым. Ошондай ҡарарға килеүемә хәҙер ҙә үкенмәйем, хатта шатмын. Артабан магистратурала уҡырға һәм үҙ һөнәрем буйынса эшләргә теләгем ҙур.
Руслан: Мин өлкән синыфтарҙа уҡығанда хәрби кеше булырға хыялландым. Ни өсөн тиһегеҙме? Егетмен тигән егет әрмелә хеҙмәт итергә тейеш инде ул. Шуға ла минең мәктәптән һуң хәрби училищела, унан ары - хәрбиҙәрҙе әҙерләгән берәй академияла уҡығым килде. Өҫтәүенә, үҙебеҙҙең туғандар араһында тәүге офицер буласаҡмын, тигән уй ҙа тынғы бирмәне. Бына, мәктәпте (Әбйәлил районы Таштимер урта мәктәбен) лә тамамланыҡ, ҡулға өлгөргәнлек аттестатын да алдыҡ. Алда - хыял, "барыһы ла үҙ ҡулымда, ҡайҙа теләйем, шунда осам", тип, ҡанатланып йөрөгән саҡ. Ата-әсәйем менән кәңәшләшкәс, Пермь ҡалаһындағы Эске эштәр министрлығының хәрби институтына юлландыҡ. Атай машина менән алып килде. Документты тапшырғайныҡ, беҙҙе, абитуриенттарҙы, тоттолар ҙа, бер көнгә казармаға ябып та ҡуйҙылар. Бына һиңә - мә, әрмегә эләктең, малай, мин уйлайым. Атай ҡунаҡханала ҡунды. Иртәгәһенә, яраға тоҙ һалып, ауылдан әсәй шылтырата: "Улым, биш йыл буйы ситтә зарығырһыңмы? Аҙаҡ үкенерһең, әллә ҡайтаһың да ҡуяһыңмы?" - ти. Аңлап торам: бында ҡалһам, оҙаҡҡа ҡалырға тура киләсәк. "Офицер булам, тигән хыялымды ҡайҙа ҡуйырмын?" тип, ҡаты уйҙарға бирелеп ултырыуым әлегеләй хәтерҙә. Ул мәлдә минең киләсәк тормошом тик үҙемдең ҡулда икәнен аңлау, бер яҡтан, дәртләндерә, икенсе яҡтан, һағайта ла ине. Хәҙер һөйләүе генә анһат. Документтарымды кире һорап алып, ҡайтып киттем. Әйткәндәй, Мәскәү дәүләт университетынан да саҡырып, шылтыратҡайнылар. Ләкин әсәй Мәскәүгә лә ебәреүҙән баш тартты. Эргәләге Магнитогорскиға үҙемдең барғым килмәне. Шулай һайлана торғас, Сибай тарафтарына юл тоттоҡ. Сибай институтының иҡтисад факультетында бер туған апайым уҡый ине. Ул минең документтарҙың төп нөсхәһен институттың технология факультетына, ә күсермәһен Башҡорт дәүләт аграр университеты филиалына тапшырҙы. Ике урынға ла конкурстан үттем. Атайым: "Һайла инде, сепараторҙар һүтәһеңме, әллә машинамы?" - тигәс, уйланым-уйланым да, бәләкәй саҡтан атайға машинаһын йүнәтешергә ярҙам итеп үҫкәнгә күрә, үҙем яратҡан өлкәлә - машиналар менән эш итеү талап ителгән машиналарҙы эксплуатациялау һәм машиналар технологиялары бүлегендә уҡырға булдым.
Ғәзинур: Баймаҡ районы Кәрешкә ауылынан мин. Урта белемде Баймаҡ лицей-интернатында алдым. Тарих факультетына уҡырға инер өсөн урау юлдар буйлап йөрөмәнем. Беҙҙә, Яратовтарҙа, тарих фәненә мөнәсәбәт үҙенсә: ике туған ағайым Рөстәм менән ҡустым Арыҫлан (әйткәндәй, әле уның менән бер бүлектә, бер курста уҡыйбыҙ) да тарих факультетын һайланы. Ә Сибай ҡалаһындағы институтҡа килгәндә, мин бында уҡырға бала саҡтан хыялландым. Сөнки уның абруйы юғары беҙҙең яҡтарҙа. Өҫтәүенә, Сибай ҡалаһы беҙҙең районға яп-яҡын бит, ҡайтып йөрөүе лә уңайлы. Тарих фәненә килгәндә, тарихтың урта быуаттар осоро менән ныҡлап ҡыҙыҡһынам. Айырыуса дала цивилизацияһы осоро күңелгә яҡын. Нимәһе менән оҡшай? Башҡорт халҡының бер вәкиле булғаным өсөн оҡшайҙыр, бәлки. Ҡан тарта, тигәндәре шулдыр.

Мин үҙем дә ошо уҡыу йортон тамамлаған кеше булараҡ, бындағы тәртипте яҡшы беләм. Уҡыу биналарына ингән ерҙә һәр саҡ бәһлеүәндәй батырҙар һаҡта тора, ситтән бер кемде лә индермәйҙәр. Шуға, институт территорияһында, уның янында тәмәке тартып тороусы студенттарҙы күрмәҫһең дә. Ятаҡтарҙа, вахтерҙарҙан тыш, талапсан һаҡсылар тәртип һаҡлай, уҡыу йортоноң һәр факультетында дежур студенттар ултыра, йәғни, эш боҙоу мөмкинлеге тамырынан юҡ ителә. Сибай институтында ҡуйылған тәртип талаптарынан тыш, был уҡыу йорто башҡа уҡыу йорттарынан тағы ҡайһы яғы менән айырылып тора?

Руслан: Уҡытыусыларҙың да, техник хеҙмәткәрҙәрҙең дә, студенттарҙың да күпселеген башҡорттар тәшкил иткәнгә күрә, тәртип тә бында "башҡортса", йәғни халыҡсан ҡуйылған. Институттың ир-егет уҡытыусыларын - ҡанбабалар, ҡатын-ҡыҙҙарҙы - ағинәйҙәр, ә етәкселекте - аҡһаҡалдар менән тиңләһәң дә, арттырыу булмаҫ.
Беҙҙә уҡытыусылар менән дә, институтҡа килгән сит кешеләр менән дә иҫәнләшеү ғәҙәткә ингән. Башҡа вуздарҙа ла булғаным бар - был күренеш ул тиклем күҙгә ташланмай. Иҫәнләшеп үтеү түгел, хатта юл да бирмәйҙәр. Хәйер, был тәрбиәһеҙлек күп кенә учреждениеларҙа ла күҙгә салына шул... Ә тәрбиәле булыу матур итеп иҫәнләшеүҙән башлана. Икенсенән, институтта студенттың өҫ кейеменең ыҫпайлығына, уңайлылығына етди иғтибар бирелә. Костюм кейеү мотлаҡ түгел, ләкин ыңғай күренеш һанала. Тағы, беҙҙең институтта ғына булһа кәрәк, һәр студент түшенә үҙенең исем-шәрифе, уҡыған факультеты яҙылған бейджик тағып йөрөтөргә бурыслы. Был да бик йоғонтоло тәрбиә алымы миңә ҡалһа. Эш боҙһаң, һинең ҡайһы факультеттан икәнлегеңде күреп торалар. Икенсе яҡтан, исем-шәрифеңде күрһәткән "алтаҡта"- бейджик студенттың үҙбаһаһын, дәрәжәһен күтәреп ебәрә. Башҡа уҡыу йорттарында бындай күренеш бармы, юҡмы - әйтә алмайым.
Нәркәс: Сибай институтын башҡа уҡыу йорттары менән сағыштырғанда, иң тәүҙә студенттарҙың халыҡ-ара, төбәк-ара кәңәшмәләрҙә лайыҡлы сығыш яһауын телгә алғы килә. Беҙҙең студенттар бер ҡасан да институт йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтергәне юҡ: ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, тәрбиәле, белемле булыуҙары менән айырылып торалар. Уҡытыусыларыбыҙҙың педагогик әҙерлеге тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәй. Яңыраҡ ҡыҙыҡһынғайным, 185 уҡытыусының 60 проценты ғилми дәрәжәгә эйә: 10 фән докторыбыҙ, 107 фән кандидатыбыҙ бар икән. Ошо һанап үтелгәндәр Сибай институтын Рәсәй вуздары кимәленә күтәрелергә мөмкинлек бирә, минеңсә.
Филүзә: Бөтә юғары уҡыу йорттарында ла тәрбиә эше беҙҙәгесә түгел икәнен ишетеп беләбеҙ. Беҙҙең институтта бер студент дәрес ҡалдырһа, уҡытыусы, хәүефләнеп, студентҡа шылтырата башлай. Сөнки Сибай институты студенттары бер сәбәпһеҙ дәрес ҡалдырмай. Уҡытыусылар ҙа шуға күнеккән. Ә һуңламау, сәбәпһеҙ эш йә уҡыу ҡалдырмау ғәҙәте уҡыуҙа ғына түгел, тормошта кәрәк сифат бит. Күп тапҡыр башҡарылған ғәмәл тәүҙә - ғәҙәткә, артабан холҡоңа әүерелә, тиҙәр. Студенттарҙың тәртибе лә шулай яйлап-яйлап нығына һәм улар эшләй башлағас та яуаплы хеҙмәткәр булып таныла. Ҡайһы бер һабаҡташтар: "Ниңә беҙҙең уҡытыусылар беҙҙең ҡайһы бер етешһеҙлектәргә ҡул һелтәп кенә ҡарамай икән, үҙҙәренә еңелерәк булыр ине", - тип һөйләнеп алғылай ул, әлбиттә.
Дилүзә: Ул яҡтан мин институтта алып барылған тәрбиә ысулдары менән тулыһынса килешәм. Студентҡа тулы ирек бирҙеңме, ул ялҡаулана башлаясаҡ. Нисек кенә булмаһын, беҙҙең халыҡта балаларҙы, йәштәрҙе тәрбиәләүҙең бер алымы - ул тыйыу. Баштан уҡ шулай өйрәткәс, беҙҙең уҡыу йорто студенттары тыйғандан тыйыла белә, шулай улар яуаплылыҡҡа, тәртипкә өйрәнә.
Ғәзинур: Тарихта боронғо Грециялағы Афины ҡалаһы тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һаҡланған. Был ҡала сәскә атҡан дәүерҙә мәҙәниәт тә, фән дә алға киткән булған. Матурлыҡ төшөнсәһе бар нәмәләрҙән дә өҫтөн ҡуйылған. Ҡала урамдарында аллаларға, олимпия чемпиондарына, драматургтарға һәйкәлдәр төҙөлгән. Беҙҙең институтта ла ошо йүнәлешкә - уҡыу биналарын, коридорҙарҙы, институт ихатаһын башҡорттоң арҙаҡлы ул-ҡыҙҙары скульптуралары, халҡыбыҙ тарихының дәһшәтле ваҡиғаларын сағылдырған һәйкәлдәр менән биҙәүгә ҙур иғтибар бирелә. Үҙ биләмәһен халыҡ шағирҙары, халыҡ сәсәндәре, халыҡ яҙыусылары, мәғрифәтселәре һәйкәлдәре менән биҙәгән уҡыу йорто Рәсәйҙә генә түгел, донъяла ла берәү генәлер ул! Бына ошондай композициялар араһында уҡыу, эшләү - үҙе үк ижадҡа ылыҡтыра, матурлыҡҡа иғтибарҙы көсәйтәлер, минеңсә.
Руслан: Һәр уҡыу йортоноң йөҙөн, тәү сиратта, уҡытыусылар коллективы ла билдәләй. Беҙҙең факультет коллективының төп өлөшөн ир уҡытыусылар тәшкил итә. Ағайҙар менән эш итеүе еңел - һине ярты һүҙҙән аңлап торалар, кәрәк икән, хәлеңә кереп, дәрестән дә ебәрәләр. Беҙҙең декан Азат Сәлимйән улы Вәлиевтың дәрестәре бигерәк тә йәнле үтә. Ул - талапсан, шул уҡ ваҡытта дәресен шул тиклем мауыҡтырғыс ҡора белгән педагог. Уның дәресендә йоҡлап та китмәйһең. Ысын уҡытыусы уның һымаҡ булырға тейештер, моғайын. Мин, ғөмүмән, уҡытыу системаһында ир-егеттәр күберәк эшләһен, тип барам. Уларҙың рух төшөнсәһе, йә булмаһа, теоретик материал тураһында ҡатлы-ҡатлы, ҡатмарлы һүҙҙәр һөйләп ултырмауы ла мөмкин - тормоштан бер-ике миҫал килтерә лә, аңлатып та бирә...

Руслан, беҙ һине "Еңмештәр" тип исемләнгән КВН төркөмөндә уйнаусы итеп тә беләбеҙ. Үҙегеҙҙең команда тураһында һөйләп үт әле. Һеҙ башҡорт рухындағы юмор менән алдыраһығыҙ һәм башҡа командаларҙан айырылып тораһығыҙ. Һеҙ көлкө сәхнәләрен үҙегеҙ уйлап сығараһығыҙмы?

Руслан: Мине КВН-ға нисек һайлап алдылар? Беренсе курста бер сарала ҡатнашҡайным. Сәхнәнән төшөүем булды, яныма бер-нисә егет килде лә: "Беҙ КВН командаһы төҙөйбөҙ, әйҙә, беҙҙең менән уйнап ҡарайһыңмы?" - тип, үҙҙәренә саҡырҙылар. Беренсе курста саф башҡорт телендә сығыш яһауы ҡыйыныраҡ була торғайны. Репетицияларҙа үҙебеҙҙең телмәргә ныҡ иғтибар итә, бер-беребеҙҙең хаталарын төҙәтә торғас, яйлап башҡортса телебеҙ-телгә йоҡмай башланы. Шул уҡ ваҡытта телмәребеҙҙе мөмкин тиклем йәнлерәк итергә лә тырыштыҡ. Был яҡтан башҡортса ғәжәп матур итеп һөйләшеүсе татар егетебеҙ Шамил Солтановты билдәләге килә. Башҡорт Асыҡ КВН лигаһының финал уйынында, капитандар бәйгеһендә, бик уңышлы сығыш яһаны. Уның: "Минең телмәремдә "башҡорт шрифты бар, ә кемдәлер был шрифт юҡ", тип, башҡортса һөйләшә белмәүселәрҙе тәнҡитләүе тамашасылар хәтерендә уйылып ҡалды.

Сибай институтындағы рух тағы ниндәй сараларҙа, күренештәрҙә сағыла?

Ғәзинур: Уҡытыусылар беҙҙә тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә, туған телебеҙгә һөйөү уятырға тырыша...
Дилүзә: Былтыр Сибай ҡалаһының үҙәк майҙанында Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын яттан һөйләүселәр флешмобы үткәйне. Был сараны Сибайҙа тап беҙҙең институт студенттары һәм уҡытыусылары ойошторҙо. Майҙанға килеүселәр, сәхнәнән шиғыр һөйләүселәр араһында рус милләтле уҡыусыларҙың да булыуы күптәрҙе, шул иҫәптән, мине лә, һоҡландырҙы.
Нәркәс: Институтта йыл һайын һабантуй байрамы ла үтә. Бында һәр факультет бер тирмә ҡора, ул тирмәләр Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен сағылдыра. Студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа был сарала әүҙем ҡатнаша. Тағы, Сибай институты студенттары араһында "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр күп, улар филология факультетында ғына түгел, башҡа факультеттарҙа ла белем ала. Мәҫәлән, юридик факультетта уҡыусы рус егете Виталий Колесников, иҡтисад факультетынан Рөстәм Садиҡов - "Урал батыр" эпосының күп өлөшөн яттан белә.
Милли ҡомартҡыларыбыҙҙан һаналған көй-моңдарыбыҙҙы, бейеүҙәребеҙҙе халыҡҡа еткереү маҡсатында ойошторолған "Арман" этно-фольклор төркөмөбөҙ, "Ете ырыу", "Сармат" бейеү ансамблдәребеҙ менән дә сикһеҙ ғорурланабыҙ. Армандар былтыр Тыва республикаһында үткән фестивалдә лә ҡатнашты.
Әйткәндәй, 19 апрель Өфө Иҡтисад һәм сервис университетында студенттар араһында иҡтисад буйынса республика олимпиадаһы үткәйне. Был олимпиадала Сибай институтының иҡтисад факультетынан да 9 студент ҡатнашты. Улар араһында мин дә бар инем. Шулай итеп, 14 команда араһынан беҙ, сибайҙар, дәрәжәле 2-се урын яулай алдыҡ. Өс студентыбыҙ төрлө номинациялар буйынса 1-се, 2-се урындарға лайыҡ булды. Рәсәй филиалдары, Өфө дәүләт авиация техник университеты кеүек абруйлы уҡыу йорттары студенттары араһында сығыш яһарға мөмкинлектәр булдырған институт етәкселегенә рәхмәтебеҙҙе еткергебеҙ килә.
Ғәзинур: Эйе, был уңыштар, әлбиттә, күмәк эш һөҙөмтәһе лә. Халҡыбыҙҙа "Күмәкләгән - яу ҡайтарған" тигән әйтем бар. Шулай ҙа, уҡыу йортобоҙҙоң бар уңыштарын, ҡаҙаныштарын тәьмин итеүсе, барыһын да бергә туплаусы бер көс, бер кеше бар икәнлеген дә оноторға ярамай.
Нәркәс: Фекерҙе күтәреп алыуың өсөн рәхмәт, Ғәзинур! Ысынлап та, күҙ алдына килтереүе лә ауыр, директорыбыҙ Зиннур Йәрмөхәмәтов булмаһа, институт бөгөнгө хәлендә йәшәр инеме икән? Юҡ, әлбиттә. Көньяҡ-көнсығыш төбәктә тәүге юғары белем усағының барлыҡҡа килеүе - тап Зиннур Ғөбәйҙулла улының фиҙаҡәрлек емеше: ул идеаль коллектив туплаған, ошо коллектив ике тиҫтә йыл эсендә "Сибай институты" брендын булдырған. Беҙҙең студенттарҙың белем сифатын, әҙерлек кимәленең юғарылығын республика хеҙмәт баҙарында юғары баһалайҙар. Шул уҡ "Киске Өфө" гәзитендә генә лә, ишетеүебеҙсә, беҙҙең институтты тамамлаған 3 хеҙмәткәр эшләй, тинеләр...

Шулай итеп...
Бер дәрестә яратҡан уҡытыусыбыҙ Әмир Мисбах улы Ҡотләхмәтов: "Уҡып бөткәс, ҡайһы берегеҙҙең уҡытыусы булып эшләргә теләмәүе лә мөмкин. Мин бының өсөн артыҡ борсолмайым да. Әгәр барығыҙ ҙа балаларығыҙҙы, ейәндәрегеҙҙе ысын башҡорт итеп тәрбиәләһә, уларға беҙ һеҙгә һалған рухты һеңдерә алһа, тимәк, беҙ үҙ бурысыбыҙҙы тулыһынса үтәгәнбеҙ, тигән һүҙ", - тигәйне. Был һүҙ кемгә нисек тәьҫир иткәндер, ә мин уны бөгөн дә тормош маяғым итеп иҫтә тотам.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.05.14 | Ҡаралған: 1737

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru