«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ил-йорт хәбәрҙәре
+  - 

ӨЛГӨЛӨ БАШҠОРТ АУЫЛЫ...
хыялда ғына түгел

Идеаль дәүләт ҡоролошо, бөтә яҡлап өлгө булырҙай кешеләр тормошон төҙөү тураһында хыялланыусылар һәр быуатта ла булған. Бөйөк грек философы Платон, итальян яҙыусыһы Томмазо Кампанелла, инглиз яҙыусылары Сэмюэль Батлер һәм Герберт Уэллс, рус яҙыусыһы Николай Чернышевский һ.б. үҙҙәренең хеҙмәттәрендә һәр яҡлап яҡшы йәмғиәт йәшәйешен тасуирлай. Башҡорт яҙыусылары тарафынан "утопия" жанрында ижад ителгән әҫәрҙәр юҡ, әммә ошо көндәрҙә Әбйәлил районы Рәхмәт ауылына мәктәптәренең 150 йыллығын билдәләргә һәм яңы төҙөлгән мәсетте асыу тантанаһына барыусылар башҡорт утопияһында тасуирланырға тейеш тормоштоң ниндәй икәнлеген үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтты. 2013 йылдағы "Айыҡ ауыл" конкурсы еңеүсеһе Рәхмәт ауылынан алып ҡайтҡан тәьҫораттарҙы һеҙҙең менән дә бүлешәйек әле, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар!

Башҡорт йорто

Рәхмәт ауылына халыҡ йәкшәмбе көнө үк алыҫ араларҙы яҡынайтып, төрлө тарафтарҙан ағыла башланы. Уҙғарыласаҡ тантаналарға шаһит булырға теләүселәрҙе ауыл осонда уҡ ҡунаҡсыл, киң күңелле хужабикә, Рәхмәт ауыл клубы мөдире Идия Ғәлимова ҡаршы алды. Идия Миҙхәт ҡыҙы һәр кемде өйөнә саҡырып, башҡорт милли аш-һыуҙарынан һығылып торған өҫтәл әҙерләп, мунса яғып, алыҫ юлдан арып килеүселәргә ял итеү мөмкинлеге бирҙе. Икенсе көнөнә иһә, ауылда уҙғарыласаҡ тантаналы сараларҙа ҡатнашыусы Төркиә, Әзербайжан, Алтай тарафтарынан һәм республикабыҙҙың башҡа төбәктәренән килгән мәртәбәле ҡунаҡтар һәм ошо ауыл ҡыҙы, РФ Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова ауыл урамдары буйлап йөрөп, иркенләп халыҡ менән аралашты. Рәхмәт өс яҡлап тауҙар уратып алған киң ҡалҡыулыҡта теҙелешеп ултырған күркәм, тыштан семәрләп эшләнгән ҙур йортло, киң урамлы ысын башҡорт ауылы булып сыҡты. Ҡала шарттарына күнегеп бөткән ҡунаҡтарҙың күҙенә тәү сиратта ауылдың киң урамдарында ла, өйҙәр алдында ла бер ниндәй ҡый күренмәүе сағылды. Ҡый ташлау өсөн махсус һауыттар булмаһа ла, урам буйында сүп-сар, хатта тәмәке төпсөктәре лә юҡ. Ауыл Советы депутаты Исрафил Йәнсәйетов һөйләүенсә, Рәхмәт тураһында тәүге мәғлүмәт 1756 йылда теркәлә, ул саҡта ауыл Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Күбәләк улысына ҡарай. Бында 12 йортта 104 кеше йәшәй, урын "Рәхмәт йорто" тип йөрөтөлә. Бөгөнгө көндә Рәхмәт алты урамлы ҙур ауыл булып үҫеп еткән. Халыҡ хаҡлы рәүештә ата-бабаларының тарихи үткәне менән ғорурланып, күркәм урамдарына ошо ерҙән сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр исемдәрен биргән. Үҙәк урам "Сибай кантон" исемен йөрөтә. Ауылдаштар Шәйәхмәт Утарбай улы Сибаевтың 1858-1864 йылдарҙа 6-сы башҡорт кантоны башлығы вазифаһын башҡарғанда Рәхмәтте төбәк итеүе тураһында ғорурланып иҫкә ала. "Сибай" халыҡ йырын ижад иттереүсе кантон халыҡтың хәлен яҡшыртыу, уны үҫтереү өсөн күп көс һала. Ауылдың башҡа урамдары "Старшина Ғүмәров", "Зәки Хәсәнов", "Тыныслыҡ", "Йәштәр", "Дуҫлыҡ", "Мәктәп" урамы тип исемләнгән. Экскурсия барышында "Һыуһар" ҡойоһон күреп, уның шифалы һыуын тәмләп ҡарау мөмкинлеге лә булды. Ун ике ерҙән урғылып сыҡҡан һыу бер урынға килеп тоташҡан ерҙе ауыл халҡы мал-тыуар аяғынан ҡурсалап, матур итеп кәртәләп ҡуйған. Баҡтиһәң, был һыу ҙа ябай түгел, әкиәттәрҙә телгә алынған тере шишмәләй сихри көскә эйә: ул боғаҡ шешеү, ангина кеүек ауырыуҙарҙан дауа икән. Рәхмәт ауылының төҙөк өйҙәре, шифалы һыуҙарын ҡарап йөрөгән арала, ҡунаҡсыл ағинәйҙәр Менәүәрә һәм Хазина Әхмәҙиевалар, Рәшиҙә Хәйбуллина, Ҡафида Ғәлимова килендәре менән бергәләп өй алдына өҫтәлдәр ҡуйып, унда буҙа, башҡорт аштары теҙә һалып ҡуйған. 86 йәшен тултырыусы иң оло ағинәй Нурлығаян Мансурова йорто эргәһенә үҙенең ҡул эштәре, бәйләмдәре, һуҡҡан төҫлө балаҫтарынан күҙҙең яуын алырлыҡ күргәҙмә эшләгән. Һәр береһе эргәһендә туҡтап, ризыҡтарынан ауыҙ итеп китеүҙән башҡа сара ҡалманы ҡунаҡтарға...
Булыр илдең балаһы бер-береһенә батыр тиер, ти халыҡ. Рәхмәт ауылы халҡы һәр эштә бер-береһенә асыҡ сырайлы, яҡшы мөғәмәләлә, маҡтаулы һүҙле. Ауылдаштар сәмле, дәртле генә түгел, "Айыҡ ауыл" конкурсы еңеүселәре лә. Ун йыл дауамында әҙерләнеп, 2013 йылда конкурста ҡатнашырға баҙнат итеүсе рәхмәттәр бөгөн спиртлы эсемлектәрҙе ауыҙына ла алмай, урындағы магазиндарға һатыуға ла сығартмай. Ауыл ерендә эшһеҙлек, эскелек, аҙғынлыҡты еңерлек, илде айыҡтырыр сара таба алмай йонсоғанда, Рәхмәт ауылын матур өлгө итеп килтерергә генә ҡала. Бында хатта ауыл ир-аттарын Себер тарафтарына ебәрмәү сараһын да тапҡандар: биш төҙөлөш бригадаһына берләшеп, яҡын-тирәләге ҡалаларға йөрөп эшләй рәхмәттәр. Һәр йорт хужаһы ихатаһында кәм тигәндә бер "Жигули", бер сит ил автомобиле, бер трактор йәки йөк машинаһы тора. Ауылдаштар тик шәхси мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртып ҡалмай. Бына яңыраҡ ҡына бөтә ауыл менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған обелиск тирәләй ағас ултыртып, матур бер аллея булдырғандар, яңы балалар баҡсаһы асылған, ике ҡатлы урта белем биреү мәктәбе бинаһы шат балалар тауышынан шау-гөр килеп тора, ауыл клубы иҫке йортта урынлашыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт мәҙәни саралар өсөн асыҡ. Бөтә яҡлап уңған рәхмәттәрҙең ауылы менән яҡындан танышып сыҡҡас, ҡунаҡтар түңәрәк юбилейын билдәләгән мәктәпкә юлланды.

Белем йорто

Рәхмәт ауылында тәүге тапҡыр белем биреү усағы асылыуға - 150 йыл. Был турала Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы үҙ сығышында тулы мәғлүмәт еткерҙе: "1864 йылда кантон башлығы Шәйәхмәт Сибаев эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Верхнеурал өйәҙендә өс рус-башҡорт мәктәбе асыла. Уларҙың береһе - Рәхмәт ауылында, икенсеһе - Баймаҡ районының Темәс, өсөнсөһө Учалы районының Илтабан ауылдарында була. Рәхмәт ауылындағы мәктәпкә тәүге уҡытыусы итеп Верхнеурал ҡалаһынан дворянин Ростислав Герасимов тәғәйенләнә. Ул башҡорт балаларына рус теле һәм грамматикаһы буйынса белем бирә. Артабан хатта арифметика, геометрия, география кеүек фәндәр ҙә уҡытыла башлай. Мәктәптә ислам дине ҡанундарын указлы мулла өйрәтә. Урыҫлаштырыу өсөн асылған мәктәпкә йыл да утыҙлап бала уҡырға алына".
Ошо осорҙан алып илдәге үҙгәрештәр, тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, Рәхмәт ауылында белем усағы эше һүнмәгән. Колхозлаштырыу, кулактарҙы бөтөрөү сәйәсәте барған йылдарҙа ауылдағы ҡалай менән ябылған, урыҫ ҡапҡалы берҙән-бер йорттоң хужаһы Ғаззалов Вәисте һөргөнгә ебәреп, уның дүрт бүлмәле өйөн мәктәп итәләр. Был мәктәптә уҡытыу эше 1974 йылға тиклем алып барыла. Рәхмәт ауылы халҡы хәтерендә 1974 йылдың ноябрь айында яңы типтағы башланғыс мәктәпкә уҡырға күсеү шатлығы бөгөнгәсә һаҡлана. Ул осорҙа дүрт класта бөтәһе ҡырҡ ике бала белем ала. Бөгөн Рәхмәт ауылы балалары ике ҡатлы, бөтә уңайлыҡтар булған мәктәптә уҡый. Белем усағы асылыуға 150 йыл тулыу айҡанлы йыйылған халыҡ араһында был ауылды икенсе тапҡыр килеп күреү бәхете кисергән Исмәт Бинәр ҡан-ҡәрҙәштәренә әйтер һүҙҙәрен былай тип еткерҙе: "Мин Төркиәнең Истамбул университетында белем алыусы студенттарға башҡорт телен уҡытам. "Башҡорт теле грамматикаһы" тигән уҡытыу әсбабы яҙҙым. Әлеге көндә китабым Төркиәнең 500-гә яҡын белем биреү учреждениеларына таратылды, Американың Принстон университетына ебәрелде, Ҡытайҙан да үтенес килде, тиҙҙән улар ҙа башҡорт теле менән ошо әсбап аша таныша аласаҡ. Башҡорт телен өйрәнеүемә бер ҡасан да үкенмәнем, уның юғалып ҡалырына ышанмайым. Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙ башҡорт телен яратып, өйрәнеп, уны үҫтереү буйынса эшләһәгеҙ, тел бер ҡасан да юғалмаҫ".

Иман йорто

Мәктәп бинаһында ойошторолған матур саранан һуң, бар халыҡ яңы төҙөлгән мәсетте асыу тантанаһына юлланды. Иман йортон, фекерҙәштәрен килеп күреү теләгендә күрше ауылдарҙан, район үҙәгенән, Учалы районының Зәйнулла ишан мәсетенән, алыҫ баш ҡаланан төрлө дин әһелдәре йыйылғайны. Салауат ауылынан килгән Рафиҡ хәҙрәт Шәйәхмәтов әйтеүенсә, ул быға тиклем Рәхмәт ауылында йәшәгән ҡәрҙәштәрҙең тулыһынса эскелектән арыныуы тураһында хәбәрҙар булмаған. "Мин, берҙән, бындағы айыҡ донъя менән осрашыуыма сикһеҙ шатмын, - тип тәьҫораттары менән бүлеште ул. - Икенсенән, төрлө яҡтарҙан йыйылған халыҡтың күплеген иҫәпкә алғанда, кешеләр күңелендә барыбер ҙә ниндәйҙер бер дәрт, киләсәккә ышаныс, иман нуры бар. Халыҡ иманға ҡайта..."
"Аҡмәсет" тип исемләнгән мәсетте асыу тантанаһында Рәсәйҙең Европа өлөшө мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин хәҙрәт вәғәз һөйләне: "Былтыр Башҡортостанда 52 мәсет асылды. Иман ҡайтһын тиһәк тә, иман һүнгәне юҡ, Аллаға шөкөр... Харам - ул эскелек йә сусҡа ите, урлашыу ғына түгел. Бер нәмәне әрәм итһәң, исраф була. Исраф та харам. Бына тигән икмәкте юлға ташланың, йә кейерлек кейемде сүплеккә бәрҙең - был да харам. Шуның кеүек, ни тиклем тырышып, күпме мал тотоп һалған мәсетте бикләп ҡуйыу ҙа харам була. Был мәсет һәр ваҡыт асыҡ булырға тейеш",- тине мөфтөй хәҙәрәт. Хоҙай йорто, тип, бәндәләр мәсеткә инеп йөрөүҙән тартынһа, тәләфләнгән хеҙмәт харамға әйләнәсәген дә аңғартты ул.
Рәхмәт ауылы халҡын Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Румиль Аҙнабаев, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов, мәсет төҙөтөүгә матди ярҙам күрһәтеүсе Фирҙәүес Хисаметдинова, мәсеттең архитекторы Асҡар бей, Исмәт Бинәр ҙә тәбрикләне. Күп осраҡта, тейешле кейемем юҡ, доғалар белмәйем, тип, мәсет тупһаһын ашатлап инергә ҡыймаған йәштәрҙе төрлөсә тыйыуҙар менән сикләмәҫкә, киреһенсә, мәсеткә ылыҡтырырға кәрәклеген һәр кем һыҙыҡ өҫтөнә алды. Иң изге теләктәр, яҡшы ниәттәр менән асылған "Аҡмәсет" Рәхмәт ауылының һәр кешеһе, килгән-киткәндәр өсөн ышыҡ булыр, күңелдәренә иман нуры сәсеп торор, тигән өмөт уянды.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Рәхмәт ауылын ҡарап йөрөгән арала Әзербайжандың милли Фәндәр академияһы ғалимы Имаш Гаджиев былай тигәйне: "Бынан 150 йыл элек ошондай төпкөл ауылда рус-башҡорт мәктәбе асылыуы бик аптырарлыҡ хәл. Был ваҡиға башҡорт милләтенең бөтөн асылын сағылдыра, халыҡ бер ваҡытта ла үҙ милләтенә ҡарата битараф булмаған, киләсәктәрен ҡайғыртып йәшәгән. Бөгөн дә мин бында киләсәк быуынды, алдағы көндәрен хәстәрләп, уртаҡ мәнфәғәт өсөн янып йәшәүсе кешеләрҙе күрҙем". Ысынлап та, тотош халыҡтар битарафлыҡ һаҙлығына батып барған әлеге заманда Рәхмәт ауылы халҡының энтузиазмын, уларҙың тормош дилбегәһен үҙ ҡулдарына алып йәшәүен күреү күптәрҙе һиҫкәндерҙе шул. Баҡтиһәң, идеаль башҡорт ауылы утопия түгел, барыһы ла үҙ ҡулыбыҙҙа икән, милләттәштәр.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.05.14 | Ҡаралған: 1812

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru