«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
көнауаз
+  - 

БЛОГЕРҘАРҒА КӨН БӨТӘМЕ,
әллә уларға ла тыйыуҙар кәрәкме?

РФ Дәүләт Думаһы блогерҙар тураһында закон ҡабул итте. Ул терроризмға ҡаршы закондар пакетына инә һәм интернетта контролде ҡәтғиләштереүҙе күҙаллай.

Законға ярашлы, тәү сиратта, эҙләү системалары, блогтар, социаль селтәрҙәр, форумдар, мәғлүмәт таратыусы һәм уларҙан файҙаланыусыларға ирекле рәүештә үҙ фекерен белдереп комментарийҙар ҡалдырыу мөмкинлеге биреүсе башҡа ресурстар үҙенең эшмәкәрлеге башланыуын Роскомнадзорға белдерергә тейеш була. Бынан тыш, улар РФ территорияһында алты ай дауамында "Интернет селтәрен файҙаланыусыларҙан мәғлүмәт алыу, уны таратыу, тауыш яҙылған мәғлүмәтте алыу йәки эшкәртеү, яҙма текст, һынлы, тауышлы йәки башҡа электрон мәғлүмәт алыу һәм файҙаланыусылар тураһында мәғлүмәтте" һаҡларға тейеш.
Тәүлегенә өс мең кеше уҡыған блогтарҙың хужаларына ла закон Роскомнадзорҙа теркәлеү үтеүҙе йөкмәтә. Уларға ла әлеге ваҡытта киң мәғлүмәт сараларына һалынған сикләүҙәргә буйһоноу мәжбүри: блогҡа ҡуйылған мәғлүмәттең дөрөҫлөгө тикшерелергә, граждандарҙың шәхси тормошо хаҡындағы мәғлүмәт, экстремистик һәм порнографик материалдар таратылмаҫҡа, шулай уҡ һүгенеү һүҙҙәре булған материалдар урынлаштырылмаҫҡа тейеш. Улар шулай уҡ һайлау алды агитацияһы ҡағиҙәләрен үтәргә, ҡулланыусылар өсөн йәш сикләүен күрһәтергә бурыслы. Бынан тыш, блогерҙарҙың исем-шәрифе, электрон адресы ҡуйылыуы зарур. Блогерҙың шәхесен асыҡлау мөмкин булмағанда, Роскомнадзор хостинг провайдерына кәрәкле мәғлүмәттәрҙе талап итеп белдереү ҡағыҙы ебәрәсәк.
Блогерҙар өсөн ҡуйылған талапты боҙған осраҡта граждандарға - 10 меңдән 30 меңгәсә, ойошма-предприятиеларға 50 меңдән 300 меңгә тиклем штраф һалынасаҡ. Бер йыл эсендә ҡағиҙә боҙоу ҡабатлана икән, граждандарға 30 меңдән 50 меңгә тиклем, юридик шәхестәргә 300 меңдән 500 меңгәсә штраф һалыу йәки эшмәкәрлектәрен 30 көнгә туҡтатыу ҡаралған.
"Ғәҙел Рәсәй" фракцияһы был документты проект сағында уҡ тәнҡитләп сыҡҡайны. "Блогер - үҙенең дуҫтары менән аралашыусы кеше. Бындай ысул менән улар тарафынан дөрөҫ булмаған мәғлүмәт таратыуға ҡаршы көрәшеү мөмкин түгел. Бының өсөн шәхси кешеләргә ҡағылған закондар бар", - тигәйне фракция рәйесенең беренсе урынбаҫары Михаил Емельянов. Төптән уйлап ҡарағанда, шул уҡ терроризмға ҡаршы булған закондарҙағы пункттарҙы ла уны боҙоусыларға, был осраҡта шул уҡ блогерҙарға ҡарата ла ҡулланып булмаймы ни?
Шулай уҡ был яңылыҡты РФ Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе Михаил Федотов та тәнҡитләне. Уның фекеренсә, документ ғәмәлдәге "Киң мәғлүмәт саралары тураһында"ғы законға ҡаршы килә. Эксперттар ҙа законды тәнҡитләп, унда ҡаралған нормаларҙың ғәмәлдәге закондар менән көйләнеүен, ә блогерҙар тураһында айырым закон ҡабул итеү оҡшамаған кешеләрҙе аҡылға ултыртыу өсөн кәрәк булыуы ихтималлығын белдергәйне. Ирекһеҙҙән шундай һорау тыуа: дәүләт киң мәғлүмәт сараларына монополияға эйә була ала, ә бына интернет киңлегендә быны эшләү мөмкинме икән? Сөнки тәжрибәле блогерҙар күптән инде сит ил хостингтары аша эш итә. Ә улар Рәсәй закондарына буйһонмай. Эйе, Европа менән ниндәйҙер килешеү төҙөргә мөмкин, ләкин был эш тә сираттағы санкция кәртәһенә барып төртөлмәҫ, тип әйтеүе ҡыйын. Был осраҡта бары тик сит ил хостингтары аша эш иткән, әммә Рәсәй гражданы булып ҡалған блогерҙар өсөн быға тиклем булған закондарҙы ҡулланыу урынлыраҡ булмаҫ инеме икән?

Шәрифә САЛАУАТОВА.

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ, "Ағиҙел" журналының яуаплы секретары, башҡорт блогеры:
1 августан көсөнә инәсәк "Блогерҙар тураһында" законды, башҡортса әйткәндә, "алдан кәртәләп ҡуйыу" тип аңларға кәрәк. Әлбиттә, бөгөн тотош Башҡортостанда ла көнөнә 3 мең кеше инеп ҡарай торған блог йә сайт табып булмай. Закондың шарты буйынса тик шуларға ҡағыла махсус органдарҙың күҙәтеүенә эләгеү. Икенсе яҡтан ҡарағанда, был шарттың үтәлешен тикшереү ҙә үтә сетерекле мәсьәлә. Әйтәйек, мин үҙемдең сайтыма һәм блогыма үҙем дә көн һайын инеп сығырға өлгөрмәйем әле. Тимәк, мин унда кисә нисә кеше инеп сыҡҡанлығын белмәүем дә ихтимал. Был бик хәүефле лә. Мәҫәлән, һайлау ваҡытында, йә шундай мөһим сара осоронда ул блогҡа бит ул өс мең кеше инеүен бик еңел ойошторорға мөмкин. Законға ярашлы, унда бер компьютерҙан бер тапҡыр ғына инеү түгел, ә сайтты ҡарап сығыусылар ғына иҫәпкә алына. Ана шунан һуң үҙең дә белмәҫтән ошо законды боҙоусы булып сығаһың һәм эҙәрлекләүҙәргә эләгәһең дә ҡуяһың. Әле лә "В контакте" биттәрендә улайтып "тауыш йыйыуҙар" аҙым һайын - "ошоно ҡара әле" тип ссылка ғына килә лә, кеше ҡыҙыҡ өсөн булһа ла кереп ҡарай.... Был закон бик ҡатмарлы һәм әллә күпме аңлайышһыҙ пункттар менән сыбарланған. Мәҫәлән, "сайттың йә интернеттағы биттең хужаһы" тигән төшөнсә үтә лә тайғаҡ, хәҙер бит кескәй балалар ҙа уны аса ла, алып бара ла ала. Паспорты ла булмаған бала ҡайҙа һәм нисек теркәлергә, унда ни ҡуйылырын контролдә тоторға тейешме? Таратырға ярамаған материалдар ҙа аныҡ билдәләнмәгән, уның бөгөн ярауы ихтимал, ә иртәгә тыйып та ҡуйырҙар… Ә шул ваҡытта һин сайтыңа ай буйы инеп тә ҡарамағанһың икән, ти. Былтыр ҡыҫҡанға быйыл ҡысҡыртмаҫтар тимә!
Блогтарҙа һәм сайттарҙа "комментарий" тигән бик ҡыҙыҡ мөйөш бар. Унда һинең материалыңды ҡарайым тип кергән теләһә кем теләһә нәмә яҙа ала. Һинең бер ғәйепһеҙ яҙмаларыңды берәй дошманың кереп яманлап, шуға ҡушып тотош донъяны шартлатырға саҡырып та яҙып китеүе бар. Ләкин һине шуның өсөн терроризмда ғәйепләмәҫтәрме? Минеңсә, был закон ана шундай юҡ ерҙә йомортҡанан йөй табыр өсөн уйлап сығарылған. Ҡарап китһәң, бында барып ҡабыр ҡармаҡтар аҙым һайын. Мәҫәлән, мин бер кешене юҡҡа сығарам тиһәм, уның исеменән (хәҙер кеше тураһында мәғлүмәт табыу бер ни тормай) блог йә сайт астырып, унда ошо закон хәүефле тип тапҡан барлыҡ насар материалдарҙы элеп ҡуя алам. Төрмәгә ултыртыуын ултыртмаҫтар (хәйер, ул да ҡаралған), әммә бик оҙаҡ мейеһен серетерҙәр. Был йәһәттән билдәле кинофильмдан Жегловтың әйткәне иҫкә төшә: "Ә уға пистолетын теләһә ҡайҙа ташлап йөрөмәҫкә һабаҡ булыр!.." Был законға ярашлы, сәйәсмәндәрҙе генә эҙәрлекләү мөмкиндер. Ҡалғандарына (наркоманлыҡ, терроризм, фәхишәлек һ. б.) закондар күптән ҡабул ителеп бөткән инде. Әлбиттә, интернет кеүек икһеҙ-сикһеҙ системаны ауыҙлыҡлап тотоу мөмкин түгел, ә айырым осраҡтарҙа һәм кәрәкле кешеләрҙе генә эләктереп алам тиһәләр, бының өсөн хәҙер дәүләттең законлы нигеҙе буласаҡ. Башҡорт сайттарына һәм блогтарына уның хәүефе юҡтыр, тип уйлайым, әйтеүемсә, беҙҙә әлегә тиклем көнөнә 3 мең кеше инеп сығырлыҡ порталдар ҙа булғаны юҡ…

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА, журналист, "Йәшлек" гәзите блогеры: Блогер - айырым кеше, ә тотош редакция түгел. Үҙенең блогында нимә теләй, шуны яҙа. Бөгөн күптәрҙең мәғлүмәттәре дөрөҫ тә булмай әле. Күп ваҡыт кемделер, нимәнелер тәнҡитләүгә, әрләүгә һәм бысраҡ яғыуға ҡайтып ҡала. Киләсәктә, бәлки, блогерҙар "аҡылға ултырыр". Һәр хәлдә, блогер, сайтына нисә кеше инеүгә ҡарамаҫтан, киң мәғлүмәт сараһы була алмай, минеңсә. Был барлыҡ абруйлы баҫмаларҙы сенсация, буш хәбәр менән тулы "һары матбуғат"ҡа тиңләйәсәк, киң мәғлүмәт сараларының бәҫен төшөрәсәк.
Шулай ҙа блогерҙарҙан яҙмаһының дөрөҫлөгөн талап итергә кәрәк. Һәр нәмә күҙәтеү аҫтында булырға тейеш. Был күҙлектән ҡарағанда, ниндәйҙер яуаплылыҡ кәрәк. Бында, бәлки, блогерҙарҙы киң мәғлүмәт сараларына тиңләмәйенсә генә яуаплылыҡ йөкмәтергәлер? Шуға, закондың бөтә нескәлектәре лә эшләнеп еткерелмәгән, тип уйлайым.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.06.14 | Ҡаралған: 1678

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru