«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тарихи хәҡиҡәт
+  - 

ХАЛЫҠТЫҢ ҮҘАҢЫ КҮТӘРЕЛЕҮГӘ...
революция осоро ла сәбәпсе

XX быуаттың тәүге ике тиҫтә йылында булған ваҡиғалар Рәсәй тарихында тәрән эҙ ҡалдыра. Заман саҡырыуҙарына яуап бирә алмаған бөйөк империяның эсендә килеп тыуған әүҙем ҡаршылыҡ хәрәкәте тәүҙә манифестация-забастовкаларға, һуңынан революцияға, илдең ҡоролошо үҙгәреүенә һәм граждандар һуғышына килтерә. Ошо осорҙоң тағы бер үҙенсәлеге - рус булмаған милләттәрҙең, бигерәк тә дәүләттең көнсығышында йәшәгән мосолман халыҡтарының, шул иҫәптән башҡорттарҙың, XIX быуат дауамында барған оҙайлы "йоҡоһонан уяныуы". 1905-1907 йылдарҙағы революция ошо уяныуға этәргес була. Революцияның Башҡортостанға, башҡорт халҡына йоғонтоһо, милли хәрәкәттең барлыҡҡа килеүе һәм халыҡтың үҙаңы күтәрелеүгә сәбәп булған тарихи осор менән тарих фәндәре кандидаты Нурислам Мирхәйҙәр улы ҠАЛМАНТАЕВ таныштыра.

XX быуат башындағы демографик хәл

XIX быуат аҙағында, 1897 йылда, Рәсәйҙә беренсе бөтә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы үтә. Уның мәғлүмәттәре буйынса, 1897 йылда Өфө губернаһында 2 миллион 196 мең кеше йәшәй. Шуларҙың 899 меңен - башҡорттар, 834 меңен - урыҫтар, 134 меңен татарҙар тәшкил итә. Ырымбур губернаһында 1 миллион 600 мең халыҡтың 256 меңе башҡорттар була. Урыҫтар - 1 миллион 120, татарҙар 96 мең тәшкил итә. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә 1 миллион 311 мең башҡорт йәшәй. 1917 йылдың май айында Ваҡытлы хөкүмәт тә Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыуҙы ойошторорға ҡарар итә. Кампания 1917 йылдың йәйендә үтә. Уның һөҙөмтәләре буйынса, башҡорттарҙың дөйөм һаны 1 миллион 732 мең кеше була һәм Рәсәйҙең дөйөм халҡына ҡарата 1,6 процентты тәшкил итә. Күрәһең, Зәки Вәлиди етәкләгән милли хәрәкәт "Ике миллионлы башҡорт халҡы исеменән мөрәжәғәт итәбеҙ", тип әйткәнендә, ошо мәғлүмәттәргә таянғандыр.
Һуңынан башҡорттар һанының ҡырҡа кәмеүе күҙәтелә. 1920 йылдағы халыҡ һанының иҫәбен алыу тулы булмай. Бынан тыш, даими рәүештә барған үҙгәрештәр сәбәпле, дөрөҫ кенә һандарҙы атауы ҡыйын. Академик Р. Кузеев раҫлауынса, Оло Башҡортостан сиктәрендә бер миллиондан ашыу башҡорт йәшәй. Халыҡтың күпләп кәмеүенең сәбәбе - Беренсе донъя һуғышы һәм Граждандар һуғышы. Граждандар һуғышы ваҡытында башҡорттар физик ысул менән тиҫтәләрсә меңләп юҡ ителгән. Шул уҡ йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Миңзәлә өйәҙендә 157 мең башҡорт йәшәй. 1920 йылда өйәҙ яңы барлыҡҡа килгән Татар АССР-ына индерелә, был башҡорттар һанына кире йоғонто яһай. 1926 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Татарстанда ни бары 1752 башҡорт теркәлә. Ә Башҡортостанда 1926 йылда 626 мең башҡорт була. Күренеүенсә, халыҡ һаны ныҡ кәмей. Граждандар һуғышы, аслыҡ йылдары үҙ йоғонтоһон яһамай ҡалмай.

XIX быуат аҙағы - XX быуат башында башҡорттарҙың хәле

Сәйәси хоҡуҡһыҙлыҡҡа, милли һәм дини ҡыҫырыҡлауҙарға, урыҫлаштырыуға, башҡорт ерҙәрен баҫып алыуға һәм административ баш-баштаҡлыҡҡа дусар ителгән башҡорт халҡы бик ауыр осор кисерә. Ошо ғәҙелһеҙлектәргә ҡаршы башҡорттар быға тиклем ике быуат-быуат ярым элек бик күп тапҡырҙар ихтилалдарға күтәрелә. Тап халыҡтың баш күтәреүе генә колонизаторҙар тарафынан тулыһынса ерҙәрҙе баҫып алыуҙы туҡтата, халыҡҡа аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә. Ләкин XIX быуатта үткәрелгән ике ыҙанлау башҡорт халҡының хәлен тамам бөлгөнлөккә төшөрә. Дәүләт тарафынан үткәрелгән был кампания ерле халыҡтар мәнфәғәттәрен инҡар итеп, ситтән күсеп килеүселәргә "артыҡ ерҙәрҙе" биреү менән мәшғүл була. Бигерәк тә аҫаба ерҙәре булған башҡорттар һәм ҡаҙаҡтар бик күп ерҙәрен юғалта ул осорҙа.
Башҡорттарҙың ере күп булғанда, малы күп, малы күп булғанда, көсө күп. Ер һәм мал төшөнсәһе бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән. З. Биишеваның яҙмаларында шундай бер фекер бар: "Беҙ Каруанһарайҙа техникумда уҡығанда Мәжит Буранғолов тигән егет "Мал" тигән бик матур йыр йырланы, - тип яҙа яҙыусы. - Көйө лә шәп. Әммә мин аңламаным, ни өсөн йыр малға бағышланған?" 50-се йылдарҙа, совет осоро ваҡытында уҡығанға күрә, Зәйнәб апай Биишева башҡорт тормошоноң мал менән бәйле булыуын бер аҙ күҙҙән ысҡындырғандыр, күрәһең. Башҡорт заводтарҙа күпләп эшләмәгән, сауҙагәрҙәре лә бармаҡ менән генә һанарлыҡ булған. Бар ғүмере мал ҡарап, мал көтөп үткән. Ә мал тотоу өсөн икһеҙ-сикһеҙ ерҙәр кәрәк. Урыҫ яҙыусылары Успенский, Мамин-Сибиряк, башҡорт яҙыусылары Дауыт Юлтый һәм башҡалар үҙ әҫәрҙәрендә, ерҙәренән ҡолаҡ ҡағыу сәбәпле, башҡорт халҡының ныҡ бөлгөнлөккә төшөүе тураһында яҙа. Ситтәр тарафынан көслөк менән тартып ҡына алынмай ерҙәр. Башҡорттарҙың ҡайһы берәүҙәре биләмәләрен үҙҙәре үк ҡуртымға бирә, йә осһоҙға ғына һата, бер аҙҙан иһә ситтән күсеп килгән халыҡҡа үҙҙәре үк ҡол булып эшләй башлайҙар. Был йәһәттән ҡарағанда, үткән быуат менән беҙҙең быуат башы ауаздаш түгелме һуң? Бөгөн дә бит ер мәсьәләһе бик актуаль. Әгәр ерҙе һатырға рөхсәт бирелһә, хәлемде яҡшыртам, баламды уҡытам, тип, халыҡ бүлеп бирелгән пайҙарын һата башлауы ла ихтимал. XIX быуат аҙағында, XX быуат башында ла бындай хәлдәр күп күҙәтелгән. Зыялыларыбыҙ "Ни өсөн ерҙәрегеҙҙе һатаһығыҙ? Нисек йәшәргә уйлайһығыҙ?" тип, халыҡты иҫкәртеп, нәсихәт уҡып йөрөгән. Ләкин халыҡ ерҙең ҡәҙерен белеп етмәгән. "Ер күп бит әле", тип һатыуын белгән. Минцлов тигән краеведтың "В дебри Башкирии" тигән китабы бар. Шул китабында ул бер ғибрәтле ваҡиға хаҡында яҙа: "Бер башҡорт бабайы менән һөйләшеп торабыҙ. "Беҙҙең ер күп ул, ер бөтөрлөк түгел", тип әйткән була бабай. Шунан бер ваҡыт заводсылар ул ауыл янындағы бөтә урмандарҙы ҡырҡып бөттө. Һуңынан ул урмандар башҡорт бабайының башына оҡшап, тап-таҡыр тороп ҡалды..."
XX быуат башында башҡорттарҙың милли-азатлыҡ хәрәкәте яңы баҫҡысҡа күтәрелә. Ҡыҫырыҡланған халыҡтың сәйәси көрәшендә ер, дин һәм милләткә тиң хоҡуҡтарҙы биреү мәсьәләләре беренсе планға сыға. Уяныу һәм милли үҙаңдың күтәрелеүе күҙәтелә. Ҡыйыуһыҙ ғына булһа ла, зыялылар автономия хаҡында һөйләй башлай.

Революцияның башланып китеүе
Революцияның башланып китеүе Гапон исемле рухани менән бәйле. 1904 йылдың аҙағында Петроградтың Путилов заводынан дүрт эшсене ҡыуалар. Улар Гапон етәкләгән "Санкт-Петербург фабрика-заводтары эшселәре йыйылышының" вәкилдәре була. Рухани әлеге эшселәрҙең ҡыуылыуын дөрөҫ түгел тип таба һәм тиҙ арала йыйылыш үткәрә. Унда петиция әҙерләнә, был петицияла яҙылған талаптар завод етәкселегенә еткерелә. Кәрәкле яуап ала алмағас, Гапон эшселәрҙе, петицияны үҙ ҡулдарығыҙ менән батшаға еткерергә кәрәк, тип, урамдарға сығырға саҡыра. Уның һүҙҙәре менән илһамланған Петербург эшселәре лидерҙары артынан эйәрә. Һөҙөмтәлә, манифестация унда ҡатнашыусы эшселәрҙе полиция тарафынан атыу менән тамамлана һәм был ваҡиға тарихта "Ҡанлы йәкшәмбе" исеме аҫтында билдәле. Хөкүмәт забастовкаға сығыусыларҙы атып, уларҙы ҡурҡытырға теләй. Батша ла полицияның ниәттәре хаҡында хәбәрҙәр була. Ләкин туҡтатыу өсөн бер ни ҙә эшләмәй. Халыҡ ҡурҡмай. Киреһенсә, икенсе көндә лә, унан һуңғы көндәрҙә лә яңынан-яңы забастовкалар ойоштора. Беренсе эшселәр революцияһы шулай башланып китә.
Гапон фигураһы үҙе ҡапма-ҡаршылыҡлы. Уның батша һағының агенты булыуы хаҡында ла фекерҙәр йәшәй. Был юҫыҡтан ҡарағанда, уның сығышы, эшселәрҙе туплауы алдан уҡ уңышһыҙлыҡҡа дусар ителгән сара, провокация була. Уның үҙенең дә ғүмере бик аяныслы тамамлана. Гапон, баҫым көсәйгәс, сит илгә ҡаса. Бер аҙҙан кире Рәсәйгә ҡайта. Рәсәйгә ҡайтҡас, йәшерен йыйылышҡа дачаға саҡырыла. Унда ул эшселәрҙе ошо ғауғаға аңлы рәүештә ылыҡтырыуын әйтеп һала. Был һүҙҙәрҙе йәшеренеп торған эшселәр ишетеп ҡала. Улар үҙҙәренең лидерының хыянатын ғәфү итмәй һәм уны шунда уҡ аҫып китәләр.
Ләкин был революция халыҡтың дөйөм аңын күтәреүгә ныҡ булышлыҡ итә. Эшселәр һәм крәҫтиәндәр үҙҙәренең хоҡуҡтары яҡланыуын талап итә башлай, дәүләттә бер ни ҡәҙәр демократик үҙгәрештәр ҙә һиҙелә. Шулай уҡ урыҫ булмаған башҡа халыҡтарҙың үҙаңы күтәрелеүгә ғәйәт ҙур этәргес була 1905-1907 йылдарҙағы революция.

Азамат АБУТАЛИПОВ яҙып алды.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.06.14 | Ҡаралған: 1687

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru