«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
балалар ҡоро
+  - 

ИҠТИСАДТА ЛА...
кешелеклек сифаты булыу мөһим

Бөгөнгө заманда кешенең йәшәйешендә иҡтисади белемдең кәрәклеген иҫбатлап тороу артыҡ, шуға ла иҡтисад йүнәлешендә белем биреүсе уҡыу йорттарының уҡыусылар араһында абруйы ҙур. Баш ҡалала урынлашҡан Республика иҡтисад лицей-интернаты ла шундайҙар иҫәбенән. Лицейҙың 11-се класс уҡыусылары - Алина Ғәйнуллина, Илида Талипова, Айнур Ғәтиәтуллинды түңәрәк ҡорға саҡырып, уҡыу йорто тураһында һөйләшкәндә, уларҙың иҡтисад буйынса белемдәрен дә һынап ҡараныҡ.

Был турала уйланмаһаҡ та, һәр кеше иҡтисади эшмәкәрлектә ҡатнаша, иҡтисади мөхиттә йәшәй, аҡса, хаҡтар, хеҙмәт хаҡы, сығым, килем тигән терминдарҙы даими ҡуллана. Һәр кемебеҙгә "иҡтисад" тигән һүҙ таныш булһа ла, һәр кем уны үҙенсә аңлай. Һеҙҙең өсөн иҡтисад нимә ул?

Алина: Ысынлап та, һәр кеше көн һайын әллә күпме иҡтисади проблемаларға тап була, сөнки ул йәшәр өсөн туҡланырға, кейенергә, белем алырға, ял итергә һ.б. тейеш. Нимә менән булышырға, теге йәки был тауарҙы һатып алырғамы, юҡмы, уның өсөн аҡса етәме, тигән һорауҙар гел осрап тора, тимәк, иҡтисад йәшәйештең айырылғыһыҙ бер өлөшө.
Илида: Лицейға уҡырға килгәндә, мин иҡтисад - ул аҡса, аҡса эшләү менән бәйле фән тип уйлай инем. Хәҙер уның мәғәнәһе күпкә киңерәк икәнен беләм, тәүҙә ул йорт хужалығын алып барыу ҡанундары булараҡ ҡабул ителһә, аҙаҡтан ул тотош йәмғиәтте әйләндереп тороусы тәгәрмәскә әүерелә. Сөнки бөгөн барған бөтөн процестар, хатта һәр бер кешенең хеҙмәте, был нисек кенә ҡәтғи яңғырамаһын, аҡса менән баһалана.
Айнур: Иҡтисад, минеңсә, иң тәүҙә сығымдарҙы нисек дөрөҫ итеп файҙаланыуға бәйле. Дөйөм ил күләмендә алғанда ла был шулай. Ә был ҡағиҙәнең нимә икәнен беҙ лицей-интернатҡа уҡырға килгәндең икенсе көнөндә үк белдек. Атай-әсәй биреп ебәргән аҡса иҫәпле, магазинға инәһең дә, нимәне һатып алыу дөрөҫөрәк булыр икән, тип, башта уйлап алаһың. Шуға аҡса тоторға өйрәнеү өсөн мотлаҡ ғаиләнән ситтә, мәҫәлән, интернатта йәшәү бик файҙалы. Кешенең теләктәре сикһеҙ бит ул, ҡайһы берҙә үҙеңә бөтөнләй кәрәкмәгән нәмәләргә эйә булырға хыялланаһың.

Лицей-интернаттың уҡыусылары "Киләсәк бөгөндән башлана", тигән девиз аҫтында белем ала. Һеҙ быны нисек тормошҡа ашыраһыгыҙ?
Алина: Мәктәп уҡыусыһы өсөн киләсәк, ысынлап та, бөгөндән башлана. Киләсәктә ниндәй кеше булырыңа нигеҙ тап ошо мәлдә һалына, тип уйлайым. Үҙ өҫтөңдә эшләү, ныҡлы белем алыу - төп бурысыбыҙ. Быны бөгөн эшләмәһәк, иртәгә ваҡытыбыҙ булмаясаҡ.
Илида: Ошо хәҡиҡәтте бар уҡыусылар ҙа аңлаһын ине. Яҡшы белем алыу, һәр яҡлап үҫешкән шәхес булып өлгөрөү өсөн иң яҡшы йылдарҙы бушҡа үткәреп, аҙаҡтан үкенгән кешеләр ҙә була бит. Шуға мин фәнни-ғәмәли конференцияларҙы, олимпиадаларҙы ла ҡалдырмаҫҡа, төрлө түңәрәктәргә йөрөргә лә тырышам, шулай үҙемдең лидерлыҡ һәләттәремде астым. Уҡытыусыларыбыҙ беҙҙең бер көнөбөҙ ҙә буш үтмәһен, тип тырышып, бар шарттарҙы тыуҙырып торғанда, насар уҡыу, насар уҡыусы булыу мөмкин дә түгел. 11-се класты тамамлағас, тағы ла ҙурыраҡ мөмкинлектәр асыласаҡ, әлегә БДИ-ның ҡыҙыу осоро.
Айнур: Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу өсөн психик яҡтан ныҡ булыу кәрәк икән. Етмәһә, йыл һайын уҡыусыларға төрлө сюрприздар әҙерләп торалар, йә металл эҙләүсе прибор, йә күҙәтеү камералары - былар барыһы ла өҫтәмә көсөргәнешлек тыуҙыра. БДИ-ны мин тормош имтихандары, тип атайым. Уларҙы нисек тапшыраһың, артабанғы яҙмышың шулай китәсәк - вузға бараһыңмы, әллә әрмегәме. Был минең осрағымда шулай.

Әйткәндәй, лицейҙа ҡыҙҙар менән малайҙарҙың айырым уҡыуына ҡарашығыҙ нисек?

Айнур: Был иғтибарҙы белем алыуға ғына йүнәлтергә булышлыҡ итә, шуға бик ыңғай ҡарайым. Класта ҡыҙҙар булһа, беренсенән, үҙең уҡымайһың, ә уларҙан күсерергә ғәҙәтләнеп китәһең. Лицейға уҡырға килгәс, тәүҙә насар билдәләргә уҡыным, бер көн артта ҡалһаң, ун көн йүгереүе рәхәт булмаһа ла, уҡыуымды яйға һала алдым. Һәр яҡлап өлгөлө булған "а" класын тамамланым. Икенсенән, холоҡтар, ҡылыҡтар башҡа, тик егеттәр араһында үҙеңде бөтөнләй икенсе тояһың. Унан һуң, класта ҡыҙҙар булһа, матур күренергә, уларға оҡшарға тырышаһың, етмәһә, араларында оҡшатып ҡына йөрөгән ҡыҙың да булһа, көлкөлө берәй хәлгә ҡалып ҡуймайым, тип тырышаһың.
Илида: Мин дә айырым уҡыу яҡшыраҡ, тип уйлайым. Лицейҙың егеттәре физика, математика, информатика фәндәрен яҡшы белә, төрлө роботтар эшләйҙәр, программалар яҙалар, халыҡ-ара, Рәсәй, ҡала кимәлендәге олимпиадаларҙа урындар яулайҙар. Был уларҙың үҙ-ара сәмләнеп, ярышып ҡына түгел, бер-береһенә ярҙам итеп уҡыуынан да киләлер. Иҡтисад буйынса төрлө форумдар беҙҙә нисек ҡыҙыҡлы үткәнен белһәгеҙ! Быйыл, мәҫәлән, һәр ҡатнашыусы үҙенең тыуған районының иҡтисади проблемаларын барлап, уларҙы хәл итеү юлдарын күрһәтте.

Райондарҙа үҙ эшен асырға теләгән эшҡыуарҙарға ҡыҙыҡ булыр - бәлки, гәзит аша ошо йәһәттән дә уйҙарығыҙ менән бүлешерһегеҙ?
Айнур: Мин кешеләрҙең эш эҙләп ауылдан ҡалаға килеүҙәренә аптырайым. Ауылда, киреһенсә, үҙ-үҙеңә эшләү өсөн шарттар күберәк, ана, күпме баҫыуҙар буша ята. Шулай уҡ ауыл халҡы бизнес тигәндә аҙыҡ-түлек магазины асыуҙы ғына күҙ уңында тота. Шуға беҙҙә тап шул йүнәлештә эшләүселәр күп. Бәләкәй генә ауылда ла бер-береһенә конкурент булған бер нисә магазин бар. Быйылғы форумда мин дөйәғош үрсетеү фермаһы тураһында ғилми эш башҡарғайным. Уны ҙурыраҡ ҡалаға яҡын төҙөү уңышлы. Бизнес-планымда күпме сумма кәрәк, банктан кредит алһаң, проценты күпме була, ҡайҙан бина табырға, ҡайҙан дөйәғош һатып алырға - барыһы ла иҫәпләнгән. Республикала әле ошондай ҡыҙыҡлы эш менән шөғөлләгән кеше бар, ул Рәсәйҙә иң яҡшы 5 ауыл хужалығы исемлегенә ингән.
Илида: Эшһөйәр булғандар донъяһын яҡшы итеп көтә. Мәҫәлән, ауылда минең күршеләремдең 27 баш һауын һыйыры бар. Тик был тиклем малды ҡарау өсөн күп тырышлыҡ кәрәк. Шуға ла күптәр еңелерәк юлдар эҙләй. Минеңсә, ауыл ерендә шиномонтаж, сәс ҡырҡыу салондары кеүек бәләкәй генә хужалыҡтар килемле буласаҡ. Минеңсә, кешенең нисек йәшәүе уның үҙенән тора, дәүләт тәьмин итмәй, тип ултырыу дөрөҫ түгел. Йолаларҙы оноторға ярамай, әммә милли йүнәлештәрҙе заманса кимәлгә күтәрергә өйрәнергә лә тейешбеҙ.

Лицейҙа йыл һайын "Финанс белемлелек" аҙналығы үтә. Бөгөн халыҡтың финанс яҡтан белеме ниндәй кимәлдә һәм уларҙы иң тәүҙә ниндәй һорауҙар борсой, тип уйлайһығыҙ?

Айнур: Мине халыҡтың күпләп кредит тарихтарына батыуы хәүефкә һала. Мин кредитты бөтөнләй алмаҫ инем, сөнки уны күберәк итеп ҡайтарырға тейеш булаһың. Бер аҙ көтөргә, кәрәкле сумманы йыйырға мөмкин, өләсәйҙәр әйтмешләй, сабыр булһаң, барыһы ла була. Был ваҡыт эсендә хаҡтарҙың осһоҙланыуы ла бар. Фатир кеүек эре әйбергә кредит алһалар ярай инде, ваҡ әйберҙәр - кер йыуыу машинаһы, машинаға аҡсаны йыйыу ҡулайлыраҡ. Маҡсат булһа, йәшәүе лә күңелле. Көнкүреш техникаһы һатҡан магазиндар иҫке техника ҡабул итеп тә халыҡты алдаштыра. Әлбиттә, ауыл эргәһендә сүплектә туҙып ятҡансы, ул һыуытҡысты ҡалаға алып барып, яңыһына алыштырыу, экология йәһәтенән ҡарағанда, дөрөҫөрәк инде.

Башҡортостандың, Өфөнөң бөгөнгө социаль-иҡтисади хәленә ниндәй баһа бирер инегеҙ?

Алина: Хәлебеҙ яҡшы, тип иҫәпләйем, сөнки республика килеменең күп өлөшө Мәскәүгә, төрлө төбәктәргә китә. Әле Ҡырымға күпме ярҙам күрһәтәбеҙ. Башҡаларҙы ҡарарлыҡ булғас, иҡтисади хәлебеҙ көйлөлөр, моғайын.
Айнур: Республиканың иҡтисади хәленә килгәндә, әле тотороҡло ла, шулай ҙа алға китеш тә булырға тейеш. Ниндәйҙер етештереүсе заводтар булдырырға кәрәк, тиер инем, Кроношпан күпме һорау тыуҙырҙы. Уны Өфө эргәһенә түгел, былай ҙа экологияһы маҡтанырлыҡ булмаған төбәктә төҙөргә ине. Йәмғиәттең үҙ фекерен белдереүе, гражданлыҡ бурыстарын үтәүе яҡшы күренеш. Мин Черниковкала йәшәйем, иртәнсәк тышҡа сығыу менән һауаның газлы икәнен тоям. Тимәк, бынан нисектер ҡотолорға кәрәк. БРИКС үткәндән һуң, Өфөнөң популярлығы артасаҡ, был үҙ сиратында беҙгә студенттарҙы күпләп йәлеп итер, тип уйлайым. Уҡып бөткәс, шулай уҡ Өфөлә ҡалырға уйлайым, ватансылыҡ тойғолары ла роль уйнай, атай-әсәй яҡын. Иҡтисадсы бит мин, иҫәпләп ҡарайым да, Санкт-Петербург матур, әммә ҡыйбат ҡала, ә Мәскәүҙә һулар һауа ла таҙа түгел.
Илида: Тәбиғәт беҙгә мәрхәмәтле, беҙ ҙә уға ихтирамлы ҡарашта булырға тейешбеҙ. Бөгөн заводтар түгел, төрлө ҡунаҡханалар төҙөлә икән, тимәк, республика үҙенең киләсәген туризм кеүек йүнәлештә күрәлер. Кешелеклелек тәүге урынға ҡуйылһа ғына киләсәгебеҙ яҡты буласаҡ. Ер аҫты байлыҡтары мәңгелек түгел, үҫеш өсөн башҡа юлдар эҙләргә кәрәк.
Айнур: Донъя кимәлендә туризмдан килем нефттекенә тигеҙ, тип ишеткәйнем. Бәлки, беҙҙә күңел асыу парктары күберәк төҙөргәлер?
Илида: Туризм менән генә йәшәүҙе күҙ алдына килтереүе әллә нисек бит әле. Эйе, беҙ ҡунаҡсыл халыҡ, шулай ҙа гел ҡунаҡтар менән генә йәшәп булмай бит. Ҡунаҡтың мөҙҙәте өс көн, өс көндән һуң ул муйнаҡҡа әүерелә, тиҙәр бит әле. Төркиә тураһында хәҙер ниндәй генә лаҡаптар юҡ, уны етди, нимәлер эшләргә һәләтле дәүләт итеп ҡабул итеүе ауыр. Беҙҙә ундағы кеүек булмаһын инде. Тыныс ҡына, үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күреп, йәшәп ятабыҙ. Матур тәбиғәтебеҙҙе башҡалар ҙа күреп һоҡланырға тейештер, бәлки, ләкин быларҙың барыһы ла сама менән булһын.

Шулай итеп...
Әлбиттә, иҡтисад лицейын тамамлаған һәр кем эшҡыуар, иҡтисадсы булып китмәһә лә, иҡтисади яҡтан әүҙем булған һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе аҡыллы хәл итә алған йәштәребеҙ был сифаттары менән хеҙмәт баҙарында үҙенең лайыҡлы урынан табасаҡ. Йәштәребеҙҙең төплө яуаптары тап ошоно раҫлай ҙа инде. Үҙҙәре әйтмешләй, донъяла матди ҡиммәттәрҙән дә өҫтөн нәмәләрҙе - тыныс тормош, һулар һауа һәм кешелеклек сифаттарын ғына юғалта күрмәйек.

Ләйсән ДАЯНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.06.14 | Ҡаралған: 2098

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru