«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тураһын әйткәндә...
+  - 

МИН НИСЕК ИТЕП...
табипҡа яҙыла алманым

Әҙәм балаһының Аллаһы Тәғәләнән үтенеп-ялбарғаны - үҙенә, балаларына, яҡындарына һаулыҡ теләү, сөнки һуңғы ваҡыттарҙа илебеҙҙә сирлене яратмайҙар ҙа, йәлләмәйҙәр ҙә, бик ярҙам итеп барырға ла тырышып тормайҙар. Был әйткәндәрем стационар медицина учреждениеларына бигүк ҡағылмаһа ла (ә, бәлки, тиҙҙән ҡағылыр ҙа әле, сөнки яҡын арала Рәсәй стационарҙарын 130 мең койка-урынға ҡыҫҡартыу көтөлә) поликлиникаларҙа бының ниндәйҙер дәрәжәлә шулай икәнлегенә үҙ хәлемдән сығып инандым.

Йыл һайын медицина университетынан уҡытып сығарылған белгестәр ҡайҙа китеп юҡ була икән ул? Ҡайҙа барма, ҡасан барма - врачтар етешмәй беҙҙә, хатта баш ҡалабыҙ Өфө райондары поликлиникаларында ла! Мин Сипайлово биҫтәһендә йәшәйем. Ошо ҙур биләмә халҡы ни бары бер поликлиникаға ҡарап тора, тип әйтер инем, күптән түгел Королев урамы осонда (2/2) бәләкәй генә бүлексә асып, эргә-тирәлә йәшәгән халыҡты шунда "ҡыуҙылар", унда 3 терапевтан башҡа бер белгес тә юҡ, улары ла тулы ҡеүәтенә эшләй алмай: береһе - үҙе сирләп, больничныйҙа булһа, икенсеһе дежур көнөндә саҡырыу буйынса фатирҙар буйлап йөрөргә мәжбүр. Шулай итеп, йәмғеһе - бер, ә инде юлың уңып, врачың больничный йә отпускыһынан сыға икән - ике кабинетта ауырыуҙар ҡабул ителә. Ә бына участка терапевы йә булмаһа башҡа берәй белгескә эләгеүе үҙе бер оҙо-о-он тарих ул. Шуныһы әкәмәт: врачҡа яҙылыу өсөн кәмендә ике аҙнанан алып бер нисә ай (ревматологҡа, мәҫәлән) алдан шылтыратырға тейешһең, ә бит сирләп китерен кем генә алдан белһен инде! Берҙәм яҙылыу регистратураһы "уйлап" сығарыуҙың әллә ни файҙаһы юҡ, ул үҙен аҡламаны, тип әйткем килә шуның өсөн. Элек, исмаһам, иртәрәк тороп килеп, "тере" сиратҡа баҫһаң, шул көндө үк врачҡа күренергә була ине. Ә хәҙер сираттарҙа буталыш ҡына тыуҙы: унда алдан яҙыла алмаһа ла ҡапыл сирләп китеүселәр ҙә, әҙер анализдары менән ҡабаттан күренергә килеүселәр ҙә, әлеге "берҙәм" селтәр аша яҙылыусылар ҙа һәм башҡалар ҙа теҙелешеп ултыра. Кем ҡасан врачҡа инә: шау-шыу, талаш ҡубып китә, сөнки алдан яҙылған кеше билдәләнгән ваҡытына инергә тырыша, ә "тере" сират үҙенекен ҡайыра... Уларҙан башҡа температура менән килеүселәр, ғәриптәр ҙә тәүҙәрәк инергә ынтылып тора - бындай ерҙә 1-2 сәғәт сиратта ултырыу ҙа бик хәүефле, айырыуса кемдең йөрәге, нервылары ҡаҡшаған, ҡан баҫымы юғары...
Ә бына миллионлы баш ҡалабыҙҙа быуын сирҙәре менән яфаланыусыларҙы ни бары... бер генә ревматолог ҡабул итеүе, ғөмүмән, башҡа һыйырлыҡ түгел! Мин бында Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник больницаһын иҫәпкә лә алып тормайым, сөнки Өфөлә йәшәгәндәр унда бер нисек тә эләгә алмаясаҡ (әйтерһең дә, өфөлөләр айырым дәүләттә йәшәй). Мин нисек итеп бер ай буйына ревматологҡа яҙылырға маташыуым хаҡында һөйләп китергә теләйем. Тәүге тапҡыр шылтыратҡанда (унда эләгеүе лә - проблема, сәғәттәр буйы телефон төбөндә ултырырға кәрәк), оператор, был айға яҙылыу бөттө, кесаҙна иртәнге 7:30-ҙа киләһе айға яҙылыу өсөн шылтыратығыҙ, тип трубканы һалды. Кесаҙна шылтыратҡас, мине врачҡа яҙылыр өсөн сиратҡа ғына яҙып торҙолар. Берәр аҙнанан сираттың нисек шылыуы хаҡында белешергә ҡуштылар. Тағын шылтыратҡас, яҙылыу өсөн сиратта тораһығыҙ, белешеп тороғоҙ, тип ҡабатланылар. Артабан да телефон аша бындай "бесәй-сысҡан" уйынына минең теләк тә ҡалманы, ваҡыт та булманы... Бына шулай итеп, ауырыуҙы нисек тә түләүле медицина хеҙмәтенә йәлеп итеү генә түгел, мәжбүр итәләр. Ярай ҙа бит, был 300-400 һум тирәһе булһа. Юҡ шул, 13-сө больницаның ревматология бүлеге табиптарына бер күренеү белгестең квалификацияһына ҡарап, 700-900 һум (!) тора. Өҫтәүенә, ул анализдар тапшырыуға йүнәлтмә бирә, уныһы ла, әлбиттә, түләүле. Бынан тыш, аллерголог, иммунолог, гастроэнтеролог, эндокринолог кеүек айырым белгестәргә лә бушлай яҡын да барып булмай. Әйткәндәй, улары ла дефицит белгестәр.
Ошолар айҡанлы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һорау бирге килә: унда ошо проблемалар хаҡында беләләрме икән? Әлбиттә, был өлкәлә мәсьәләләр күп, ләкин табиптарға тырышып-тырышып эш хаҡын күтәрәләр икән, халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү сифаты ла күтәрелергә тейеш түгелме ни һуң?

Фәриҙә ИШБИРҘИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.06.14 | Ҡаралған: 1610

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru