«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
зыялылар ҡоро
+  - 

...МИН КИТКӘНГӘ ИЛАП ҠАЙҒЫРМАҒЫҘ,
Батыр ирҙәр тыуыр тағы ла!

Башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыу уңайынан Башҡорт дәүләт университеты базаһында уҙғарылған "Шәхестең тарихи-мәҙәни ерлектәге роле" тип аталған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция тап шундай фекергә этәрҙе һәм бының өсөн етди сәбәптәр ҙә булды. Дөрөҫөн әйткәндә, тәү ҡарашҡа, программаға индерелгән сығыштарҙың күплеге һәм төрлөлөгө бер аҙ аптыратҡайны ла, шикләндергәйне лә. Әммә бер-бер артлы трибуна артына сығыусыларҙы тыңлағандан һуң, бөтөн шик-шөбһәләр ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Сәбәбе бер - әгәр Салауат Юлаев кеүек шәхестәре булмаһа, башҡорттар ғына түгел, башҡа милләттәр ҙә тарихи-мәҙәни киңлектә үҙенә лайыҡлы урын яулай алмаҫ ине. Конференцияның төп лейтмотивы булып ошо фекер үтте һәм ул шуның менән ҡиммәтле, әһәмиәтле булды ла инде.

Эйе, башҡорт халҡы арҙаҡлы шәхестәргә бай һәм улар үҙҙәренән һуң килгән быуынды тәрбиәләүҙә, уларҙа лидер сифаттарын булдырыуҙа, яңы шәхестәр үҫтереүҙә, милләттең үҙаңын күтәреүҙә ҙур роль уйнай. Социология фәндәре докторы Рим Вәлиәхмәтов билдәләүенсә, "башҡорттарҙың үҙаңын күтәреүҙә М. Аҡмулла, М. Биксурин, М. Буранғолов, А. Ҡарғалы, Ғ. Кейеков, Ғ. Соҡорой, Р. Фәхретдинов, М. Өмөтбаев һ.б. кеүек шағир-мәғрифәтселәр ҙур роль уйнай. М. Аҡмулланың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" һәм Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырҙары бөгөн дә көнүҙәк булып тора, халыҡ күңелендә набат булып яңғырап, рухты күтәрә. Бөгөн башҡорт ихтилалдарының емереклектәр һәм бихисап ҡорбандарҙан башҡа бер нәмә лә бирмәүе хаҡында хаталы ҡараш йәшәй. Эйе, ҡорбандар күп була, әммә тап ошо ихтилалдар Рәсәйҙең милли-колониаль сәйәсәте шарттарында башҡорттарҙың этнос булараҡ һаҡланып ҡалыуының бер элементы булып тора ла инде. Күп этностар ер йөҙөнән юҡ ителгәндә, ихтилалдар башҡорттарға аҫабалығын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен, динен һәм телен генә түгел, азатлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, үҙбилдәләнешкә ынтылышын һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән". Социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бөгөн дә тап тарихи хәтер башҡорт милләтенең үҙаңын һаҡлаусы төп фактор булып тора. Тарих раҫлауынса, шәхестәрҙең исемен телгә алыуҙы ни тиклем генә тыйырға тырышмаһындар, халыҡ һөйөүе, ҡан хәтере йылдар үткәс тә уларҙы ҡабат күтәрә. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта сит илдәрҙә азатлыҡ символына әүерелгән Салауат Юлаев та - шундай шәхестәрҙән. Юҡҡа ғына БДУ-ның фән буйынса проректоры Вадим Захаров уҡыу йортоноң ректоры исеменән тәбрикләү сығышында милли геройҙы Спартак, Жанна д'Арк, Че Гевара менән бер рәткә ҡуйманы һәм уның башҡорт халҡының ғына түгел, Башҡортостандың күп милләтле халҡының батыры тип атаманы. Сөнки Салауат Юлаев 20 генә йәшендә үҙен оҫта ойоштороусы, артынан төрлө милләт вәкилдәрен эйәртә һәм туплай алған лидер, батша Рәсәйенең хәрби уҡыу йорттарын тамамлаған хәрби етәкселәренең армияһын тар-мар итерлек хәрби оҫталыҡҡа эйә яугир, крәҫтиәндәрҙең күңеленә үтеп инерлек өндәмәләр менән сығыш яһаусы шағир-импровизатор итеп ке-нә түгел, тәү сиратта, халыҡ мәнфәғәтен, илен, телен, динен яҡлаусы итеп таныта.
Конференция шулай уҡ Крәҫтиәндәр һуғышының хәҙер инде сит ил тарихсыларының тикшеренеү объектына ла әүерелеүенә бер дәлил булып торҙо. Токионан килгән ҡунаҡ, Мэйдзи университеты профессоры, тарих фәндәре докторы К. Тоёкава Пугачев ихтилалын тикшереүгә яңыса ҡарашы менән уртаҡлашты һәм: "2007 йылда Эстонияның Палдиски ҡалаһында булдым, Тарту ҡалаһында архив материалдары йыйҙым. Совет тарихсылары Салауат Юлаевтың һәм уның атаһының һуңғы көндәре тураһында мәҡәләләр яҙһа ла, мин тапҡан архив документтарын ҡулланмаған. Уларҙа шул ваҡыттағы рус хөкүмәтенең каторжандарҙы илдең төрлө ҡәлғәләрендә һәм заводтарында эшсе итеп тотоуы һүрәтләнә. Ошо материалдар нигеҙендә беҙ Пугачев етәкселегендәге ихтилалға һәм Рәсәй империяһының идара системаһына яңыса ҡарай һәм уларға анализ яһай аласаҡбыҙ", - тип белдерҙе. Был йәһәттән, сит илдәргә лә автомобилдәрҙә сәйәхәткә сығыусы һәүәҫкәр сәйәхәтсе Илдар Камалетдиновтың "АиФ" (№21, 2014 й.) гәзитенә биргән әңгәмәһендәге: "Бында эшләгән барлыҡ аҡсаһын Юлаев һәм уның арҡаҙаштары Палдискиҙа төҙөлгән православие сиркәүенә хәйер итеп биргән. Ул хәҙер Изге Георгий Победоносец ҡорамы тип атала һәм унда дини йырҙар башҡарылғандан һуң башҡорт батырына һәм уның алыҫтағы тыуған иленә гимндар башҡарыла", - тигән юлдарҙың, тимәк, ысынбарлыҡ булыуы ла ихтимал һәм Салауат Юлаев темаһы артабан да өйрәнеүҙе талап итә. Дөйөм алғанда конференцияла барлығы 100-ҙән ашыу сығыш тыңланды. Улар нигеҙендә башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Салауат Юлаевтың тормош юлы һәм ижады Башҡортостандың ғына түгел, тотош Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының тарихында, мәҙәниәтендә һәм әҙәбиәтендә мөһим роль уйнауы билдәләнде. Милли геройыбыҙҙың эшмәкәрлеге миҫалында шәхестең тарихи-мәҙәни киңлектәге феномены ҡаралды. "Кешелектең бөгөнгө тығыҙ бәйләнеше шарттарында шәхестең роле күп тапҡырҙарға арта, сөнки айырым кешенең эшмәкәрлеге йәки эшһеҙлеге үҫеш юлдарын билдәләүгә, бигерәк тә милләт-ара мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы аныҡ проблемалар буйынса бер-береһенә ҡаршы тороуҙың һөҙөмтәһенә йоғонто яһай. Төп йүнәлеше булып дәүләттең милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу торған төбәк властары һәм урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегендә шәхес факторына солох, тыныслыҡ һәм граждандарҙың именлеге бәйле. Ә был илдең үҫеш юлынан барыуының, уның ҡеүәте нығыныуының төп шарты булып тора", - тиелгән юлдарҙың резолюцияла урын алыуы ла юҡҡа түгел.
Шулай уҡ резолюция пункттары ла уйланылған һәм аныҡ булыуы менән иғтибарға лайыҡ. Унда шундай тәҡдимдәр бар: республика халыҡтары араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү республика властарының төп бурысы булып тороуын иҫәпкә алып, республика етәкселегенә уларға тейешле профилдәге юғары белемле кадрҙарҙы тәғәйенләргә; Башҡортостан Республикаһының барлыҡ власть органдарының иғтибарын тел сәйәсәте өлкәһендә проблемалар артыуға һәм башҡорт теленең дәүләт теле һәм белем биреү теле булараҡ позициялары ҡыҫырыҡланыуға йүнәлтергә; БР Мәғариф министрлығына ауыл мәктәптәрен һаҡлап ҡалыу буйынса аныҡ саралар күрергә, сөнки финанс средстволарын экономиялау маҡсатында уларҙы күпләп ябыу ауыл ерендә йәшәгән балаларҙың туған телен, тарихын һәм мәҙәниәтен, шәхес булараҡ традицион милли тамырҙарын формалаштырыуҙан мәхрүм итә; БР Мәҙәниәт министрлығына, тәү сиратта, ауыл мәҙәниәт усаҡтарының һәм тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең матди-техник базаһын нығытыу буйынса даими һәм планлы эш алып барырға, уларҙың ҡеүәтен башҡорт халҡының һәм республикала йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалау маҡсатында киңерәк файҙаланырға; Өфө ҡалаһы хакимиәтенә, БР Мәҙәниәт министрлығына Салауат Юлаев проспектының бер участкаһында Салауат Юлаев исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәк асырға (ул тарихи-мәғрифәт сараларынан тыш, БР депутаттар корпусы һәм власть органдарына, уҡыусылар, йәштәр, баш ҡала ҡунаҡтарына Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәренең тормошо һәм эшмәкәрлеге менән мотлаҡ танышыуҙы бурыс итеп ҡуйырға тейеш); Башҡортостан Республикаһы етәкселегенән Хөкүмәттең саралар планына Башҡорт дәүләт университеты базаһында мотлаҡ республика бюджетынан финансланған традицион Салауат уҡыуҙарын үткәреүҙе индерергә.

Шулай итеп...
Батырҙарҙы халыҡ тыуҙыра, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Конференция эшенән күренеүенсә лә, туған теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте, тарихы аша үҙенең батырҙарын, тарихын быуын-быуынға түкмәй-сәсмәй еткергән милләттең генә быуын һайын шәхестәре, батырҙары тыуа. Шуға ла, ирекһеҙҙән, Салауаттың тауышы ҡолаҡта сыңлап киткәндәй: "Мин киткәнгә илап ҡайғырмағыҙ, батыр ирҙәр тыуыр тағы ла..."

Шәрифә САЛАУАТОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.06.14 | Ҡаралған: 2005

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru