«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тарихи хәҡиҡәт
+  - 

ХАЛЫҠТЫҢ ҮҘАҢЫ КҮТӘРЕЛЕҮГӘ...
революция осоро ла сәбәпсе

Революцияның Башҡортостанға, башҡорт халҡына йоғонтоһо, милли хәрәкәттең барлыҡҡа килеүе һәм халыҡтың үҙаңы күтәрелеүгә сәбәп булған тарихи осор менән тарих фәндәре кандидаты Нурислам Мирхәйҙәр улы ҠАЛМАНТАЕВ таныштыра.

Мосолман халыҡтарының уяныуы

Оҡшаш ваҡиға шул уҡ йылда Бәләбәй өйәҙенең Йәрлекәү ауылында була. Гвоздилов исемле урядник үҙенең стражнигы менән баҙар буйлап үтеп барғанында бер мосолмандан ниндәй китаптар менән һатыу иткәнен һорай. Уның дини китап менән һатыу иткәнен асыҡлағас, үҙенсә "цензура" үткәреп, китаптарҙы тартып ала, ә китап һатыусыны участкаға алып китә. Быға шаһит булған халыҡ, урядникты үлтерәйек, тип уның фатирын уратып ала һәм үҙҙәре янына сығыуын һорай. Ул тәҙрәнән сығып, бер кешегә үлемесле яра эшләп, халыҡтың ҡаушауынан файҙаланып, ҡаса. Икенсе көн сыуалышты баҫыр өсөн ауылға 36 стражник менән исправник килә. Ошо факттарҙы Дәүләт думаһындағы мосолман депутаттары күтәреп сыға, хеҙмәткәрҙәренең ҡылыҡтарына аңлатма биреүҙәрен һорап, Эске эштәр министрлығына мөрәжәғәт итә. 1905-1907 йылдарҙағы ваҡиғалар Рәсәй мосолмандарын ғына түгел, күрше илдәр мосолмандарын да революцион хәрәкәткә килтерә. Был хәрәкәттәрҙең башында башҡорттар ҙа була. Шундай бер кеше хаҡында "Башҡорттарҙың тарихы" китабында Әхмәтзәки Вәлиди: "1905 йылда революция осоронда Тимер Ғәли улы исемле башҡорт Ҡаҙағстанда һәм Ҡытайҙың Кульджале тигән ерендә революцион союздар ойоштора, конгресс йыя һәм башҡорттар ҡаҙаҡтар менән бергә үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡлай аласаҡ, тип белдерә", - тип яҙа.
Мосолман хәрәкәте башҡорт интеллигенцияһын һәм урындағы дин әһелдәрен дә йәлеп итә. "Мосолмандар иттифағы"н ойоштороусылар араһында башҡорттарҙан Шәйхәйҙәр Сыртланов менән Ямалетдин Хурамшин да була. Улар шулай уҡ Дәүләт Думаһының мосолман фракцияһында торалар.

Йәҙитселек

Көнкүрештәге һәм кешеләр аңындағы патриархаль-феодаль ҡалдыҡтарҙан, артта ҡалыуҙан ҡотолоу, мәҙәниәтте һәм мәғрифәтте тергеҙеү, үҫтереү Мосолман хәрәкәтенең төп йүнәлеше булып тора. Иң алдынғы йәштәр - мөғәллимдәр, шәкерттәр мәҙрәсә-мәктәптәрҙә эшләй. Улар мәҙрәсәләрҙең уҡыу-тәрбиә эшендә төптән реформалар үткәреүҙе, дөйөм дисциплиналар һанын арттырыуҙы талап итә. Хәрәкәт Ҡаҙандың "Мөхәммәҙиә" мәҙрәсәһендә башланып китә, һуңынан Ырымбурҙың "Хөсәиниә" мәҙрәсәһенә күсә. Өфөнөң "Ғәлиә" мәҙрәсәһе йәҙитселектең иң алдынғы уҡыу йортона әйләнә.
Абдулҡадир Инан да был эштән ситтә ҡалмай. Үҙенең хәтирәләрендә: "Мин ул саҡта Силәбенең иҫке ысулдар менән уҡытҡан мәҙрәсәһендә белем ала инем. Революция үҙенең йырҙары менән минең хәтергә ныҡ уйылды. Әхмәт исемле дуҫым менән "Марсельеза", "Интернационал" йырҙарының һүҙҙәрен табып, йырлап йөрөй башланыҡ... Ошо уҡ ваҡытта күрше йәҙитселек ысулы менән уҡытылған мәҙрәсәнең мөғәллиме миңә "Мөхәммәҙиә" мәҙрәсәһе талиптары тарафынан сығарылған "Әл-Ислах" гәзитен бирҙе. Шулай итеп, "шәкерттәр хәрә-кәте" беҙҙең мәҙрәсәгә лә килеп инде. Йәш булыуыма ҡарамаҫтан, беҙҙең мәҙрәсәлә шул эште башлаусы мин инем", - тип яҙа ул.
Йәҙитселектә ул замандың күп әҙиптәре ҡатнаша. Ырымбурҙа Ризаитдин Фәхретдин сығарған "Шура" журналы мәғрифәтселек рухында була. Шулай уҡ Өфөлә, Ырымбурҙа сығарылған башҡа баҫмалар ҙа халыҡты уянырға саҡыра. Ризаитдин Фәхретдиндең "Рәсәй мосолмандарының ихтыяждары" китабы милли мәсьәләләргә арнала. Әммә режим йәҙитселеккә ҡырҡа ҡаршы була. Йәҙитселәрҙән ҡурҡалар. Былар ғилем алып, араларында уҡымышлы кешеләре күбәйһә, уларҙың үҙаңы күтәрелһә, Рәсәй дәүләтенә насар буласаҡ, тигән ҡараш өҫтөнлөк итә хөкүмәттә. Әлбиттә, мосолмандар йөҙөндә үҙҙәренә дошман эҙләү батша власының ҙур хаталарының береһе була.

Башҡорт депутаттары

Дәүләт думаһын йыйыу башҡорттарҙа ҙур өмөттәр уята: улар властың һайланған органдары аша үҙ мәнфәғәттәрен яҡларға һәм ошоноң өсөн үҙ вәкилдәрен Думаға үткәрергә кәрәк икәнен аңлай. 1900 йылда уҡ Бөрйән һәм Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улыстары башҡорттары Министрҙар советы рәйесенә үтенес яҙа. Үтенестә: "Йәмәғәт тәртибе буйынса беҙҙән вәкилдәр Дәүләт думаһына һайланасағына ышаныу өсөн нигеҙ әҙ булыуын иҫәпкә алып, беҙ һеҙҙән үҙебеҙҙең мөхиттән биш улысҡа ике, йә булмаһа бер вәкилде һайларға рөхсәт биреүегеҙҙе һорайбыҙ. Ул беҙҙең мәсьәләләрҙе тикшергәндә булышлыҡ итер ине",- тип әйтелә.
1-се Думаға Өфө губернаһынан 6 мосолман депутат: Әхмәтов, Йәнтүрин, Мәҡсүтов, Сыртланов, Тевкелев, Хурамшин һайлана. Ырымбур губернаһынан мосолмандарҙың мәнфәғәтен Мәтинов менән Рәмиев яҡлай. 2-се Дәүләт думаһында Өфө губернаһынан 7 депутат: Биглов, Күлбәков, Сыртланов, Тевкелев, Туҡаев, Хәсәновтар була. Ырымбур губернаһынан Сәйфетдинов менән Усманов тигән депутаттар халыҡ исеменән сығыш яһай.
Дәүләт думаһына депутаттар итеп башҡорттар яҡшы улдарын һайлай. 1-се, 2-се Думала депутат булған Ш. Сыртланов Ырымбур кадет корпусын тамамлай, губернаның земство идаралығында ағза булып тора, почетлы мировой судья. 1-се Дума депутаты Ямалетдин Хурамшин Бәләбәй ҡалаһының ахуны була. Златоуст өйәҙенән 2-се саҡырылыш депутаты Шәрәфетдин Күлбәков Ырымбур кадет корпусын тамамлай, улыс судының рәйесе вазифаһын биләй, "Мосолман иттифағы"ның әүҙем ағзаһы була. Ырымбур өйәҙе Орск өйәҙенең Назар ауылында тыуған Шаһишәриф Мәтинов шулай уҡ мосолман фракцияһында әүҙем эш алып бара. Ул Ырымбур ҡалаһы халыҡ фирҡәһенең ағзаһы, ахун да була. Мәтинов Әхмәтзәки Вәлиди йәш саҡта уларҙың өйөнә ҡунаҡҡа килә, йәш егеткә милли-азатлыҡ хәрәкәте тураһында Грушевский менән Ковалевский исемле профессорҙарҙың китаптарын бүләк итә (Ә. Вәлиди был турала үҙенең "Хәтирәләр"ендә телгә ала). Ул шулай уҡ үҙ аҡсаһына мәктәп менән китапхана ла төҙөй. Ырымбур губернаһының Троицк өйәҙенән Шаһбал Сәйфетдинов Дәүләт думаһының 2-се саҡырылыш депутаты була, шулай уҡ "Мосолман иттифағы"ның һәм Думаның мосолман фракцияһында әүҙем эш алып бара. Дәүләт думаһындағы юғары вазифаға башҡорттарҙан булған депутаттар яңылыш ҡына, кемдеңдер булышлығы менән килеп эләккән кешеләр булмай. Улар юғары дәүләт структураһында эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, халыҡ мәнфәғәтен онотмай. Ер, дин, мәктәптәр мәсьәләһен әүҙем күтәрәләр. Дума Петербургта урынлашыуына ҡарамаҫтан, башҡорт депутаттары халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә була, Башҡортостанға килеп, кешеләр менән осрашалар, ысын мәғәнәһендә халыҡты ҡайғыртыусылар булалар.

Башҡорт милли хәрәкәтенең үҙенсәлеге

Милли хоҡуҡтарҙы, рухи, дини үҙенсәлектәрҙе яҡлауҙа башҡорт милли хәрәкәте дөйөм мосолман хәрәкәте менән оҡшаш. Шул уҡ ваҡытта ер мәсьәләһе башҡорт милли хәрәкәтен дөйөм мосолман хәрәкәтенән айырып торған төп үҙенсәлек була. Быуаттар буйы башҡорттарҙыҡы булған һәм һуңғы быуаттарҙа тартып алынған ерҙәрҙе ҡайтарыу башҡорт милли хәрәкәтенең төп талабы булып тора.
Башҡортостандағы аграр мәсьәләне хәл итеү өсөн Думаға бер-бер артлы хаттар ебәрелә. Мосолман фракцияһы был ғаризаларҙы ҡарауға, тикшереүгә ҙур иғтибар бирә. Шуға күрә лә мосолман депутаттарының сығыштарында ер мәсьәләһе йыш яңғырай. Башҡорттарҙың вәкилдәре халыҡҡа бирелгән аҫабалыҡ хоҡуғы хаҡында хәтергә төшөрөп, батша власының "ер сәйәсәтен" тәнҡиткә тоталар. Башҡорттарға ерҙәрен кире ҡайтарыуҙы гарантиялаған закондар ҡабул итеүҙе һорайҙар.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 22-23-сө һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.06.14 | Ҡаралған: 1662

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru