«Киске Өфө» гәзите
Баш бит Һуңғы номер Мәҡәләләр Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2018

Ғинуар
  01  |  02  |  03  |  04
Февраль
  05  |  06  |  07  |  08
Март
  09  |  10  |  11  |  12  |  13
Апрель
  14  |  15  |  16  |  17
Май
  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
  22  |  23  |  24  |  25  |  26
Июль
  27  |  28  |  29  |  30
Август
  31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
  35
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөнгө йәш кеше ниндәй һөнәрҙе яҡшы тип иҫәпләй?

 
Сайттың архивы
 

2017

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2016

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2015

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2014

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52

 
ҡыҙыҡлы әңгәмә
+  - 

ДОНЪЯБЫҘ ТОТҠАҺЫ...
донъя ҡәҙерен белгән ирҙәрҙә

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ Башҡортостан Республикаһының Милли банкы кредит алыусылар һанының да, кредитын түләй алмаусыларҙың да былтырғы менән сағыштырғанда артыуын белдергән. Был турала күптән түгел "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итте. 1 апрелгә ҡарата республикала түләү ваҡыты үткән бурыстарҙың дәүмәле йыл башынан 2,7 процентҡа артып, 11,8 миллиард һум тәшкил иткән. Йылдың тәүге дүрт айында банктар халыҡҡа былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 14,7 процентҡа күберәк кредит биргән. Ипотека кредиттары биреү 29,2 процентҡа артҡан. Һәр кемгә билдәле: кеше кредитты аҡсаға бик ныҡ мохтаж саҡта ала. Ала ла, проценттары менән бергә кире ҡайтара. Кире ҡайтармаһа, ни була? Беҙҙең бөгөнгө ҡунағыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы Суд приставтары хеҙмәте начальнигы Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ менән әңгәмәбеҙҙә ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар алдыҡ. Бер ыңғайҙан уның үҙенә, ғаиләһенә, ҡыҙыҡһыныуҙарына, эш итеү үҙенсәлектәренә ҡағылышлы һорауҙарыбыҙҙы ла бирҙек һәм төплө, йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы яуаптар ишеттек.

Кредит алыу хәҙер бер яман ғәҙәткә әүерелде шикелле. Ҡайһы кешеләр 5-әр кредит алыуға тиклем барып етә. Банктар ҙа, әмәлгә ҡалғандай, клиент бар икән - яҡшы, тигән һымаҡ, был күренешкә күҙ йомоуҙы ҡулайыраҡ күрә. Шуға ла кредитын ваҡытында түләй алмаусылар күбәйә. Башҡортостанда кредитомания күренеше бармы?

- Әлбиттә, бар. Беҙҙең хеҙмәт менән юлдары киҫешкән граждандар араһында төрлө сәбәптәр арҡаһында банктарға бурысын ҡайтара алмағандар күп. Кемдер эшенән бушатыла, кемдер сирләп китеп, эшен алып бара алмай, кемдер башҡа сәбәп менән аҡса табыу сығанағын юғалта. Әммә аҡсаһы була тороп та, банктарға бурысын ҡайтарырға теләмәүселәр ҙә етерлек. Һөҙөмтәлә, уғрылар үҙенә миллионлаған һумлыҡ кредит яҙҙыра ла, суд приставтарынан ҡасып йөрөй башлай. Ләкин беҙ уларҙы барыбер тотабыҙ.
Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре һәм банк директорҙары менән йыш ҡына бергәләп кәңәшмәләр үткәрәбеҙ. Быйыл март айында үткән йыйылышта уларҙы ошо кредиттар мәсьәләһенә иғтибарлыраҡ булырға саҡырҙыҡ. "Һеҙ бер-берегеҙ менән аралашып эшләргә тейешһегеҙ. Кеше килә икән - тикшерегеҙ, бәлки, уның икенсе банкта ҡапланмаған кредиты барҙыр", - тинек. Кредитын түләй алмаусылар күбәйеүендә банк хеҙмәткәрҙәренең дә ғәйебе булыуын танымай булмай. Банктар ниндәй генә ылыҡтырғыс реклама эшләмәй бит: "30 минут эсендә генә кредит алығыҙ", тип тә саҡырыу ташлайҙар, клиенттарҙы йәлеп итеүҙең башҡа юлдарын да табалар. Аҡсаға мохтажлыҡ кисергән кеше ошондай саҡырыуҙарҙы күрә лә, банктан кредит алырға йүгерә. Уға бөгөнгөһө ҡәҙерлерәк - иртәгә кредит өсөн ҙур ғына сумма түләргә кәрәк буласағы тураһында артыҡ бошонмай ҙа. Ул ғына ла түгел, кредит алыр өсөн күптәр икенсе кешеләрҙе лә (поручитель) йәлеп итә һәм кредит өсөн яуаплылыҡты улар елкәһенә лә һала.

Ысынлап та, яҡшы танышың, дуҫ тип йөрөгән кешең, туғаның бер көндө: "Кредит алайым тигәйнем, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусы берәй кеше алып килмәйенсә, бирмәйҙәр икән. Ярҙам итәһеңме, ҡултамға ғына ҡуяһыңмы?" - тип, һинән ярҙам һораһа, ни эшләргә?

- Күптәр бындай "йомош"то йомошлауҙан баш тарта, әммә ҡайһы берәүҙәр "юҡ" тип әйтергә ҡыйынһынып, ризалыҡ бирә. Һуңынан кредит алған кеше банктарҙан, суд приставтарынан ҡасып йөрөй башлаһа, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға ризалашҡан иптәш суд ҡарары буйынса теге сумманы ҡайтарырға тейеш булып сыға. Илауыллап, беҙҙең ишектәрҙе шаҡыуҙар, үҙҙәренең ғәйепһеҙ булыуын иҫбат итергә тырышыуҙар тап ошо саҡта башлана ла инде. Беҙ уларҙан: "Ниңә ҡултамға ҡуйҙығыҙ һуң?" - тип һораһаҡ, ғәҙәттә, "Уйламағанбыҙ бит", тип яуап бирәләр. Ошонан сығып, гәзит уҡыусыларға, кеше өсөн кредит түләү яуаплылығын үҙ өҫтөгөҙгә алмағыҙ, тип әйтке килә. Улар һеҙҙең туғанығыҙ, дуҫығыҙ булһа ла, уйлағыҙ: бәлки, кредит алыусының түләргә иҫәбе лә, мөмкинлеге лә юҡтыр. Һуңынан дошманға әйләнгәнсе, яҡшы саҡта шикле килешеүҙән баш тартыу хәйерлерәк. Әгәр ул яҡын кешегеҙгә ысын күңелдән ярҙам итергә теләйһегеҙ икән, үтескә аҡса бирегеҙ. Мин, мәҫәлән, бер тапҡыр ҙа кем өсөндөр кредит яуаплылығы йөкләмәһен үҙ иңемә алғаным булманы. Ярҙам һорайҙар икән, хәлемдән килгәнсә, былай ярҙам итәм.

Хәҙер мәғлүмәтһеҙлек арҡаһында төрлө төп башына ултыртыуҙар ҙа йыш осрай. Айырым шәхестәр, ойошма-предприятиелар тураһындағы ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе һеҙҙең хеҙмәт аша ла аныҡлап була бит, шулаймы?

- Элегерәк республика предприятиелары эше менән ҡыҙыҡһынып, компаниялар беҙҙең хеҙмәткә йыш мөрәжәғәт итә торғайны. Улар үҙҙәренең буласаҡ партнерҙарының бурыстары булмауына инанырға теләй, ә беҙ уларға кәрәкле мәғлүмәттәр бирә инек. Хәҙер был мәғлүмәтте алыу бөтөнләй еңелләште: беҙҙең сайттағы "банк данных исполнительных производств" тип аталған төймәгә баҫаһың да, үҙеңде ҡыҙыҡһындырған ойошманың исемен яҙып, уны "тикшерәһең". Бер бурысы ла булмаған ойошмалар был исемлектә күрһәтелмәй. Ошондай уҡ "тикшереү"ҙе физик шәхестәргә лә үткәреп була. "Физик шәхестәрҙе эҙләү" тигән төймәгә баҫаһың, йәки, r02.fssprus.ru/iss/ip/ адресына инәһең дә, һине ҡыҙыҡһындырған кешенең бурысы бармы, юҡмы икәнен ҡарайһың. Әгәр суд ҡарары буйынса ул кеше ҡасандыр бурысын ҡайтармаған булһа, уның тураһындағы мәғлүмәт ошо базала һаҡлана. Был хеҙмәт "Поручитель бул әле", тип мөрәжәғәт иткән кешенең кемлеген асыҡлау кәрәк булғанда айырыуса файҙалы, минеңсә. Улай ғына ла түгел, өйләнешергә йыйыныусы йәштәр ҙә бер-береһен ошо юл менән тикшерә ала. Бәлки, өйләнешергә тәҡдим иткән кеше һеҙҙең мөлкәтегеҙгә генә хужа булырға теләйҙер? Мин осрашыуҙарҙа гел генә бер ваҡиғаны телгә алам. Бер ҡыҙ менән бер егет дуҫлашып йөрөгән. Туй көнөн дә билдәләгәндәр, ЗАГС-ҡа ғариза ла биргәндәр. Егет, Ҡаҙағстандан ата-әсәмде алып киләм, тип, ҡайтып киткән. Ә Рәсәй сигендә уны тотҡарлағандар. Ни өсөн, тиһегеҙме? Егет бер тапҡыр өйләнеп, ике балаһын, ҡатынын ҡалдырып, алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән һәм шуға беҙҙең хеҙмәттең әлеге "ҡара исемлегендә" торған булған. Ә бурыстары булған кешене сит илгә сығармауҙы күҙ уңында тотҡан яңы закон буйынса, сик буйында хеҙмәт иткән беҙҙең суд приставтарына ундай кешеләрҙе тотоу, туҡтатыу хоҡуғы бирелгән. Шулай итеп, егет ҡыҙҙы алдарға уйлаһа ла, килеп сыҡмаған.

Алимент тураһында һүҙ сыҡҡас, республикалағы ошо хәл тураһында ла әйтеп үтәйек әле. Бөгөн балаларына матди ярҙам күрһәтергә лә теләмәгән "кәкүк"тәр һаны арта түгелме?

- Ысынлап та, был юҫыҡта республикала хәлдәр бик үк шәптән түгел. 1 майға алынған мәғлүмәттәр буйынса, республикала 28062 кеше балаһына алимент түләүҙән баш тарта. Улар араһынан 2900 кешегә сит илгә сығыуға бер йылға тыйыу һалынды, 963 кешегә енәйәт эше ҡуҙғатылды. Алимент буйынса бурыслыларға ҡарата суд приставтарының эш алымы шулай: беҙ беренсе тапҡырҙа уны киҫәтәбеҙ, икенсегә - штраф һалабыҙ, был да ярҙам итмәһә, эҙләп табып, һөйләшәбеҙ. Әгәр был саралар ҙа һөҙөмтә бирмәһә, енәйәт эше ҡуҙғатабыҙ. Енәйәт эше асылһа, хоҡуҡ боҙоусыны бер йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған. Тик был яза ла күптәрҙе аҡылына килтермәй: ундайҙар иреккә сыҡҡас та шул уҡ ҡылығын дауам итә. Бөгөн республика буйынса 1780 алимент буйынса бурыслыны эҙләп таба алмайбыҙ. Кемдер Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында эшләй, хатта асарбаҡ булып китеүселәр ҙә бар.
Алимент түләүҙән ҡасыусылар ниңә күбәйә? Минеңсә, бының тамырын тәрәндән - тәрбиәнән эҙләргә кәрәктер. Балалар баҡсаларында, мәктәптә генә тәрбиәләп булмай баланы. Баланы иң тәүҙә ата-әсә үҙе тәрбиәләргә тейеш. Ә ғаиләһендә йүнле тәрбиә күрмәгән бала аҙаҡ үҙ балаһына ниндәй тәрбиә бирә алһын! Чечен Республикаһында алимент түләмәй ҡасып йөрөгән бер кеше лә юҡ икән. Был турала беҙгә килгәнендә Чечен Республикаһы Суд приставтары хеҙмәте начальнигы һөйләгәйне. "Һеҙ быға нисек өлгәшәһегеҙ һуң?" тип һорауыма, ҡунағыбыҙ: "Беҙҙә, балаңды ҡарарға тейешһең, тип, бала саҡтан тылҡыйҙар. Кемдер үҙ балаларын ҡарауҙан баш тартһа, беҙҙә ул кеше менән бер кем дә һаулыҡ та һорашмаясаҡ", - тип яуапланы. Мәскәүҙәге бер танышым менән дә ошо мәсьәлә тураһында һөйләшеп киттек тә, ул: "Башҡортостанда мосолман динле халыҡтар күп йәшәй, ә ни өсөн алименттан ҡасыусылар күп, был бит һеҙҙең диндә оло гонаһ һанала?" - тип һораны. "Беҙҙең халыҡ үҙенең дини тәрбиә традицияларынан айырылған, мосолманлыҡтарын әле яңы иҫтәренә төшөрә башланылар", - тип яуап бирҙем.
Миңә йыш ҡына алимент түләмәүсе ир-егеттәрҙең ата-әсәһе, туғандары менән дә аралашырға тура килә. Ҡағиҙә булараҡ, ата-әсә мотлаҡ был мәсьәләлә килендәрҙе ғәйепләй башлай, киленем насар булыуы арҡаһында, улым алимент түләмәй, имеш. Ошондай һүҙ башлаусы ағай-апайҙарға: "Улығыҙҙы тәрбиәләһәгеҙсе!" - тип кәңәш бирәм. Балаңды мәктәп йә йәмғиәт түгел, иң тәүҙә ата-әсә үҙе тәрбиәләргә тейеш икәнен күптәр аңламай бит. Хәҙер тәрбиә менән дә беҙгә шөғөлләнергә тура килә. Балаларына алимент түләмәй ҡасып йөрөгән ир-егетте ҡайһы саҡта мәсеткә йәки сиркәүгә алып барабыҙ. Ундағы һөйләшеүҙәрҙән һуң күптәр ғаиләләренә кире ҡайта. Яңыраҡ бер ҡатынды мәсеткә алып барғайныҡ, ул беҙгә: "Баламды балалар йортонан барып алам, эсеүемде ташлайым", - тип һүҙ бирҙе. Закон буйынса беҙ бындай эш менән шөғөлләнергә тейеш түгелбеҙ, әлбиттә, ләкин тура килә. Йәштәр менән һөйләшеү, улар араһында аңлатыу эштәре алып барыу етмәй бөгөн. Шул уҡ ЗАГС-тарҙы алайыҡ. Өйләнешергә ҡарар иткән йәштәр унда килеп, ғариза ҡалдыра ла, күпмелер ваҡыттан һуң никахтарын теркәй. Ана шул тәүге килгән көндө ЗАГС хеҙмәткәрҙәре уларға ғаилә ҡороуҙың үтә етди аҙым булыуын аңлатһын ине. Юғиһә, ғаилә тарҡала, һөҙөмтәлә, бер ниндәй ғәйепһеҙ сабый зыян күрә. Тағы бер күренеш. Ғаиләлә ыҙғыш сыға икән, ҡатын йүгереп, хоҡуҡ һаҡлау органдарына бара һәм: "Ирем эшләмәй", - тип зарлана башлай. Ә улар: "Судҡа бар, ирең алимент түләһен", - ти ҙә сығара. Әгәр хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре шул мәлдә ир һәм ҡатын менән матур итеп бер һөйләшһә, эш судҡа тиклем барып та етмәҫ ине.

Донъяны мигранттар баҫты, тип ризаһыҙлыҡ белдереүселәр күбәйҙе. Ризаһыҙлыҡ белдерергә сәбәптәре лә бар кеүек. Һеҙҙең хеҙмәт мигранттар мәсьәләһе менән дә шөғөлләнә икәнен күҙҙә тотоп, "Мигранттарһыҙ йәшәп булмаймы ул?" тигән һорау бирге килә.

- Мигранттар кәрәклеккә кәрәктер инде, ләкин улар беҙҙең илдә закон буйынса ғына эшләргә тейеш. Әммә беҙҙә бер ниндәй дәүләт пошлинаһы ла түләмәгән, ҡасып-боҫоп эшләп йөрөгән законһыҙ мигранттар байтаҡ. Ундайҙарҙы асыҡлап, беҙ уларҙы үҙҙәренең илдәренә ҡайтарып ебәрәбеҙ. Былтыр 240 кешене илдән сығарғайныҡ, быйыл дүрт ай эсендә генә 220-нән артыҡ кешене самолетҡа ултыртып, ҡайтарып ебәрҙек. Быйыл законһыҙ мигранттар һаны былтырғынан ике тапҡырға күберәк булмаҡсы. Уларҙың юл сығымдарын ҡаплау, документтарын теүәлләү беҙҙең яуаплылыҡта. Ғәҙәттә, законһыҙ мигранттарҙың үҙҙәре менән бер документы ла булмай. Һөҙөмтәлә, документтарҙы берәмләп, төрлө ил вәкиллектәре аша үҙебеҙгә йыйырға тура килә. Ғәҙәттә, үҙ илендә берәй енәйәт ҡылған әҙәмдәр кире ҡайтырға ашыҡмай. Самолетҡа ултыртыр алдынан бер мигранттың ҡулына паспортын тотторғайныҡ, ул документты ауыҙына ҡабып, сәйнәй башланы. Ярай әле, туҡтатып ҡалдылар. Закон буйынса, шәхес таныҡлығы булмаған кешене самолетҡа ултыртмайҙар бит.
Законһыҙ мигранттарҙың юл сығымдары дәүләт ҡаҙнаһы ярҙамында ҡаплана, тип әйткәйнем инде. Әле Рәсәйгә килгән һәр сит ил гражданы 20 мең тирәһе иғәнә түләргә тейеш, тигән закон проекты әҙерләнә. Был проект ҡабул ителһә, законды боҙоусы сит ил граждандарын үҙҙәре түләгән аҡса иҫәбенә кире ҡайтара башлаясаҡбыҙ. Был закон бик дөрөҫ һәм урынлы булыр ине.
Бөгөн күпселек енәйәттәрҙе ситтән килеүсе мигранттар эшләй, тигән ҡараш бар. Бик үк дөрөҫлөккә тап килмәйҙер был. Үзбәкстан, Тажикстан, Грузия, Әрмәнстан республикаларынан килеүсе эшселәрҙе, киреһенсә, эшлекле булыуҙары өсөн маҡтарға була. Халыҡта: "Беҙҙекеләр эш эшләһә, уларҙы ашатып-эсерергә, тәмәке бирергә кәрәк, ә мигранттарға айырым йәшәр урын да, ризыҡ йүнләргә лә кәрәкмәй - эшләгән урындарында йәшәйҙәр, үҙҙәренең тамағын үҙҙәре туйҙыралар, эсмәйҙәр, тәмәке тартмайҙар", - тигән фекер йөрөй. Кемдер ошо кешеләр килгәнгә күрә, урындағы халыҡҡа эш ҡалманы, тип тә һанай. Мин был фекер менән дә төптө килешмәйем. Эш һәр ваҡыт бар ул. Эшләгеһе килмәгәнгә генә эш булмай. Эшһеҙ ултырыу - ялҡауҙар шөғөлө, тип һанайым.

Зариф Закир улы, тормошобоҙҙа йылдан-йыл кредитомания, наркомания, ришүәтселек, ғаиләләр тарҡалыуы һымаҡ кире күренештәр арта бара. Бындай күренештәр менән һеҙҙең хеҙмәт кешеләренә йыш осрашырға тура килә. Ошо алама күренештәрҙән берәй мәл арына аласаҡбыҙ, тип әйтеп буламы? Әллә кешелек улар менән мәңге көрәшеп йәшәргә мәжбүр буласаҡмы? Оптимизмға урын бармы?

- Оптимизмға һәр саҡ урын бар, әлбиттә. Кешелек һәр саҡ кире күренештәргә ҡаршы көрәшеп, еңеп йәшәгән. Көрәшеүҙең файҙаһы юҡ, тип ултырыу дөрөҫ түгел. Әлбиттә, әле һеҙ һанап үткән кире күренештәрҙе тамырынан ҡоротҡан илдәр донъяла юҡ. Һәр дәүләттә был күренештәр ниндәйҙер кимәлдә бар. Миңә эшем буйынса төрлө илдәрҙә булырға тура килә. Германияла, мәҫәлән, закондар беҙҙәгегә ҡарағанда күпкә ҡатыраҡ. Мәҫәлән, алимент түләүсе кеше суд приставын алдаһа, уны 6 айға бер ниндәй судһыҙ-ниһеҙ төрмәгә яба алалар. Ә беҙҙә ундай яза юҡ. Ни өсөн алға киткән сит илдәрҙә хоҡуҡ боҙоуҙар аҙыраҡ? Сөнки ул илдәрҙә кешеләр законды хөрмәт итә. Мәктәптә лә "закон боҙорға ярамай" тип өйрәтәләр. Ә законды хөрмәт итеү - ғаиләләге тәрбиәнән килә. Беҙҙә, Рәсәйҙә, балаң менән етәкләшеп, юлды светофорҙың ҡыҙыл утына үтеү ҙә ғәҙәти һанала. Ундай кешенең балаһы: "Юл ҡағиҙәһен боҙһаң да ярай икән", - тигәнде, шунан ата-әсәһенең башҡа закон боҙоуҙарын башына һеңдереп үҫә, үҙ ҡылығына күсерә...

Һеҙҙең суд приставтары хеҙмәтенә шул тиклем күп бурыстар йөкмәткәндәр, ул бурыстарҙы атҡарыуҙың һөҙөмтәһе лә күҙ алдында...

- Эйе, бурыстарыбыҙ ҙа, эшебеҙҙең һөҙөмтәһе лә ҙур. Әле бына быйылғы дүрт ай эсендә генә бюджетҡа 2 миллиард 300 миллион һум аҡса ҡайтарып бирҙек. Төрлө учреждениелар хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләмәһәләр ҙә, беҙгә мөрәжәғәт итәләр. Быйыл 4600 кешегә 80 миллион һумдан артыҡ эш хаҡы түләттерҙек. Хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләмәгән ойошмалар менән беҙ нисек көрәшәбеҙ? Яп-ябай: ойошманың милкен тартып алып, уны һаттырып, аҡсаһын эшселәренә таратып бирәбеҙ. Эшебеҙ бик үк еңелдән түгел, дөрөҫ аңлайһығыҙ. Шуға ла күптәр, айырыуса йәштәр, беҙҙең системала оҙаҡ эшләй алмай. Шуға, форсаттан файҙаланып, иҡтисад һәм юридик факультеттарҙы тамамлаусы йәштәрҙе үҙебеҙгә эшкә саҡырғы килә.

Зариф Закир улы, Һеҙҙең дә бала сағығыҙ, бала саҡ хыялдарығыҙ булғандыр?

- Мин Күгәрсен районы Ҡалмаҡ ауылында тыуғанмын. Атайым - көтөүсе, әсәйем һауынсы булдылар. Ғаиләлә биш бала үҫтек, мин - уртансылары. 1812 йылғы Ватан һуғышында йөҙ башы булған ҡартатайымдың ҡартатаһы - Хөснитдин батыр тоҡомонанмын. Беҙҙең ғаиләлә хәрбиҙәр күп: ике ағайым да хәрби һөнәргә эйә булды: офицерҙар булдылар, Башҡортостандан ситтә йәшәнеләр. Хәҙер улар хаҡлы ялда. Уларҙан күреп, мин дә тәүҙә хәрби булырға хыялланғайным. Әрмелә хеҙмәт иткән саҡта осоусылар училищеһына ла ингәйнем. Һаулығым да осоусы булырға мөмкинлек бирә ине лә, ниңәлер, кире уйланым - юрист һөнәрен үҙләштерергә ҡарар иттем. Хәҙер ҡустым менән һеңлем хәрби училищела уҡыйҙар. Тимәк, хәрбиҙәр традицияһы дауам итә, тигән һүҙ.
Әрменән ҡайттым да, атайым урынына көтөү көтөп йөрөнөм. Атайым: "Шунан, улым, кем булырға уйлайһың? Беҙҙең колхозда бер көтөүсе урыны бушаны, ҡалаһыңмы әллә?" - тип һораны. Мин: "Эшкә Өфөгә барырмын тигәйнем, атай", - тип, уҡырға барырға теләүемде әйтмәй торҙом. Атайым: "Ярар, үҙең ҡара", - тип, фатихаһын бирҙе. Өфөгә килеп, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға индем. Ауылға ҡайтып, был яңылығым менән уртаҡлашҡайным, өйҙәгеләр минең хәбәремә әллә ни әһәмиәт тә бирмәне. Ул мәлдә туғандар "юрист" тигән һөнәр тураһында белмәйҙәр ҙә ине. Шулай итеп, 1988 йылда юридик факультет студенты ла булдым, бер ыңғай суд башҡарыусыһы булып эшкә лә урынлаштым. Был эштә һигеҙ йыл хеҙмәт иттем, артабан Калинин районы судына судья итеп тәғәйенләнеләр. Биш йыл ошо вазифаны атҡарғандан һуң әлеге эшемә күсергә тәҡдим иттеләр. Ризалашырға тура килде. Беҙ 1997 йылдан Юстиция министрлығы янында эшләһәк, 2005 йылда суд приставтарының айырым хеҙмәте ойошторолдо. Бөгөн һәр районда беҙҙең бүлектәр бар. Республика буйынса идаралыҡта ике меңләп кеше эшләй.

Беҙҙең халыҡта атай тәрбиәһе һәр ир бала өсөн оло абруй, оло мәртәбә һанала. Ә Һеҙ атайығыҙҙан ниндәйерәк һабаҡтар алдығыҙ?

- Колхоз ерҙәре ауылдан 40 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡас, йәй буйы шунда ҡуна ятып көтөү көтәбеҙ ҙә, көҙ етһә, ауылға ҡайта инек. Атайым мине ете йәшемдә атҡа мендерҙе. Шуға ла һабантуйҙарҙағы ат бәйгеләрендә алдынғылыҡты бирмәнем - гел беренсе урын яулай торғайным... Көтөү көткән саҡта төрлө хәлдәргә осрайһың. Шундай мәлдәрҙә атай һәр ваҡыт мине тынысландыра, миңә ҡыйыулыҡ өҫтәй торғайны. Шулай, бер саҡ төнөн ҡыуышта ятһаҡ, айыу яҡынлағаны ишетелде. Минең ҡурҡҡанды шәйләп, атайым: "Ҡурҡма, ике аяҡлы кешенән айыу үҙе ҡурҡа ул", - тине. Атайҙың был һүҙҙәренән һуң айыуҙың айыуын ҡурҡыта алыуыма ғәжәпләнгәнем хәтеремдә.
Атайым мине бөтөн нәмәгә лә өйрәтте. Эшләгәнең кеше өсөн булһа, өйрәнгәнең - үҙең өсөн, улым, ти торғайны. Ҡыш көндәре колхозда эш булмай бит инде, шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең атай ауыл кешеләренә өҫтәл - ултырғыстар, бура, сана эшләй. Мин уға бар эштәрҙә лә ярҙамлашып йөрөйөм. Атайҙан өйрәнгән һөнәрҙәр әле лә хәтерҙә, нимәгә генә тотонһам да, килтереп сығарам. Бура ла бурағаным бар...
Атай менән булған бер ҡыҙыҡ хәл тураһында ла телгә алғы килә. Был хәлдә атайҙың ҡурҡыу белмәҫ тәбиғәте сағыла. Совет осоронда беҙҙең колхоз рәйесе халыҡты йыйып, бер депутат өсөн тауыш бирергә өндәргә тотонған. Шул саҡ атайым баҫҡан да: "Һеҙ ул кешене килтерегеҙ, күрһәтегеҙ, беҙ уға үҙебеҙҙе борсоған һорауҙарҙы бирәйек. Бәлки, ул бөтөнләй негрҙыр", - тип әйтеп һалған. Ул бер ниҙән дә ҡурҡмай торғайны. Ҡурҡыу белмәүе ҡартатайымдан киләлер, моғайын. Ул биш ауылға мулла булған, тиҙәр. Һөйләүҙәре буйынса, эскән, тәмәке тартҡан кешеләр ҡартатайҙы күреү менән ҡасыу яғын ҡараған.
Атайыбыҙ 1993 йылда 57 йәшендә генә вафат булып ҡуйҙы. Ул саҡта мин студент ҡына инем әле.
Эйе, егет кешегә тәрбиәне тап атай кеше бирергә тейеш. Был яҡтан мин үҙемде бәхетлеләр рәтенә индерәм. Атайым йыш ҡына: "Кешенекен алма, кешене илатма, ауыҙыңда ҡан булһа ла, кеше алдында төкөрмә", - тип өйрәтер ине. Ул ваҡытта бик үк әһәмиәт бирелмәгән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен, үҫә төшкәс, барыбер иҫкә төшөрәһең икән. Егет кешегә әсәй тәрбиәһе лә кәрәк, әлбиттә. Ләкин ир-егет төп тәрбиәне барыбер атаһынан ала.

Ә үҙегеҙҙең улығыҙға ниндәй атай тәрбиәһе эләгә һуң?

- Урал улыма әле ете йәш, шулай булһа ла, мин уға әле үк байтаҡ аҡыл-һабаҡтар бирергә тырышам. Мин һөйләгәндәрҙе ул күңеленә һеңдереп бара. Миңә арҡа терәргә тырыша икәнен тоям. "Атай менән беҙ дуҫтар бит ул!" - тип кенә ебәрә. Улым үҙенең йомшаҡ яҡтарын миңә бик күрһәтеп бармай. Бер саҡ әсәһе менән теш һурҙырырға барғандар ҙа, ауыртыуҙан бер аҙ илап алған, аҙаҡ үҙе ояла, ти. "Атайым ғына белеп ҡалмаһын, минең илағанды уға әйтеп ҡуйма", - ти икән үҙе. Атай менән ағас әҙерләргә урманға барһаҡ, мин, үҫмер малай, ағастың йыуан яғына барып сат йәбешкән була торғайным. Йәнәһе, үҙем көслө булғас, атайҙы ҡурсалайым. Ә атай, минең тәжрибәһеҙ булыуыма ишаралап, "Ҡуй улым, һиңә ауыр күтәрергә кәрәкмәй", ти торғайны. Урал улым да, берәй нәмә күтәрергә кәрәк булғанда, ауырыраҡ яғына үҙе барып баҫҡан була. Тимәк, сая холҡо бар, тип һөйөнәм. Тарих ҡабатлана. Быуындар күсәгилешлеге шунда күренәлер инде. Мин улыма тиң итеп ҡарайым. Атайым да миңә шундай мөнәсәбәттә булды. Шулай ҙа мин атайҙан шөрләй торғайным. Улым минән ҡурҡмай шикелле. Ҡайһы берҙә тураһын да әйтеп ташлай. Беҙ ғаиләлә тик башҡорт телендә генә аралашабыҙ. Бер көндө мин ниндәйҙер һүҙҙе русса әйтеп ысҡындырғайным, Урал: "Атай, ниңә ул һүҙҙе русса әйтәһең? Ул бит башҡортса шулай була", - тип, мине төҙәтеп ҡуйҙы. Тағы, бер мәл улым менән урманда һунарҙа йөрөп ятабыҙ. Бер йырынға килеп еттек тә, теге ярға һикереп сығырғамы, юҡмы, тип, көстәрҙе самалап тора инем, улым уйҙарымды бүлде: "Атай, беҙ бит Байғусҡаровтар! Беҙгә был йырын ғына нимә ул!" - тимәһенме! Тәүәккәлләп, йырынды үтеп китергә тура килде.

Башҡорт ғаиләләрендә туған телгә өйрәтеү мәсьәләһендә барыбер кәртәләр бар әле һәм уны танымай булмай. Ул яҡтан һеҙҙең ғаилә башҡаларҙан айырылып тора. Балаларығыҙҙың башҡортса һөйләшеүендә әсәләренең өлөшө күберәкме, әллә һеҙҙекеме?

- Кәләшем кем генә булһа ла, минең ғаиләмдә башҡорт теле барыбер "дәүләт теле" булыр ине. Сөнки мине атайым шулай тәрбиәләне. Атайҙың рухи тәрбиәһе нимәләрҙә сағыла? Ул тарихты бик һәйбәт белде. Йыш ҡына мине берәй ергә алып бара ла, шул урын менән бәйле тарихи ваҡиғаларҙы ваҡыты менән иҫләп һөйләп бирә торғайны. Мәҫәлән, бер ваҡыт ул мине "Нуғай ҡәберлеге" тип аталған урынға алып килде. Баҡтиһәң, ҡасандыр ошо ерҙә башҡорттар менән нуғайҙар араһында яу ҡупҡан икән. Нуғайҙар үҙҙәренең һәләк булған яугирҙарын ошонда күмгән. Тағы бер урынға барыуыбыҙ хәтерҙә. Ерҙе ҡаҙғайныҡ, көл ята. Беҙҙең ауылдың элекке нигеҙе булған икән. 1766 йылда булһа кәрәк, бер ихтилал ваҡытында ауыл яндырылған. Был хәлдән һуң халыҡ ауылдың хәҙерге урынына килеп, нигеҙ һалған. Атайҙан тарих һабаҡтары алғанғалыр, тарих фәнен бик яраттым. Башҡорт яҙыусыларының тарихи романдарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сығам. Шулай итеп, әҙәбиәттең башҡа жанрҙарына ла ҡыҙыҡһыныу уянды. Мин уҡымаған роман, башҡорт шиғриәте классиктары әҫәрҙәре ҡалмағандыр. Бөтә ошо рух үҙенән-үҙе беҙҙең балаларға ла һеңәлер инде.
Тағы шуны әйтке килә: күптәр үҙ балаларының туған телдә һөйләшмәүенең сәбәбен мәктәптән күрә. Ғаиләлә тәрбиә булмаһа, һөҙөмтә булмай ул. Туған телдә һөйләштереү генә етмәй - балаға үҙенең тамырҙарын да белдерә йөрөргә кәрәк. Мин яңыраҡ, май байрамдарында, улымды ауылыбыҙға алып ҡайтып, ҡартатаһының ҡәберен күрһәттем. Уны тәртипкә килтерҙек. Бала саҡтан ошондай урындарға алып йөрөмәһәң, ҙурайғас, һуң буласаҡ.
Эш менән дә тәрбиәләйбеҙ балаларҙы. Ялдарҙа һәр ваҡыт баҡсаға барабыҙ. Балаларҙың сәләмәтлеген дә атай кеше ҡайғыртырға бурыслы. Атай беҙҙе мунсала ҡайын миндек менән яҡшылап саба ла, күтәреп алып сығып, көрткә ырғыта торғайны. Беҙ, аҡ айыу балалары шикелле, ҡарҙан алпан-толпан атлап, килеп сығабыҙ. Балаларҙы шулай сыныҡтырыуҙы мин дә үҙ өҫтөмә алғанмын.

Һеҙҙең яҡын дуҫтарығыҙ бармы? Эс серҙәрегеҙҙе һеҙ кем менән бүлешәһегеҙ?

- Эсемдәге серҙәремде үҙемдә һаҡлайым. Дуҫтарға килгәндә, улар бар, ләкин аралашырға ваҡыт ҡына етмәй. Мин ошоға тиклем бер тапҡыр ҙа эшемдән киске ундан да иртәрәк ҡайтҡаным юҡ. Судья булып эшләгән саҡта бөтөнләй төнгө ун икеләрҙә ҡайтып ауа инем. Тамамланмаған эшем торһа, күңелем тыныслыҡ тапмай. Хатта ҡатыным Гөлназ менән ("Тамыр" балалар телестудияһы директоры Гөлназ Ҡолһарина. - Ред.) өйләнешкәндә никахыбыҙға ла, хөкөм ҡарары яҙып ултырып, ҡайта алмай ҡалдым. Никахта минең урыныма бер туған ағайым ултырҙы. Шулай ҙа, туйға ваҡытында ҡайтып еттем, гөрләтеп туй үткәрҙек.

Шулай итеп...
Был осрашыуҙан ниндәйҙер ҡанатланыу, талпыныу менән ҡайтылды. Бына нисек алтын урталыҡты тотоп йәшәргә, эшләргә, үҙ маҡсаттарыңа өлгәшергә, ҡатмарлы тормош һынауҙары үтеп тә, үҙең булып ҡалырға була икән, тигән фекер нығынды. Ә бит Зариф Закир улы бындай йәшәйеш асылын ниндәйҙер уҡыу йорттарында түгел, ә ғаиләлә, атай тәрбиәһе өлгөһөндә, тыуған тәбиғәте йоғонтоһонда, туған тел аша үҙләштергән. Ошондай ир-уҙамандарыбыҙҙың ошондай йәшәйеш асылы милләттең, республиканың, хатта тотош илдең бөтөнлөгөн тәьмин итә түгелме ни?!


Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.06.14 | Ҡаралған: 1115

Киске Өфө
 

Дуҫтарың араһындағы түгел, дошмандарың араһындағы бәхәсте хәл ит. Дуҫтарың араһына ҡыҫылһаң, бер дуҫың дошманға әйләнәсәк. Ә дошмандарыңдың бәхәсенә ҡыҫылһаң, бер дошманың дуҫыңа әйләнер.

(Биант, боронғо аҡыл эйәһе).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Юлдаш радиоhы

 
Баш бит Һуңғы номер Мәҡәләләр Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2018 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ
файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.


Сайтты төҙөнө zahir, дизайн һәм алып барыу BArt