«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
сәйәхәтнамә
+  - 

СИТ ТАРАФТАРҒА...
бәхет һәм хыял артынан

Хыял көсө

Вәсил ағайҙың һүҙен тотоп, Мәскәүҙәге һәр секундымды мәғәнәле үткәрергә тырышам. Музей-күргәҙмәләр, тапшырыуыма видеоматериал йыйыу, файҙалы һәм файҙаһыҙ осрашыуҙар - барыһы ла алдан билдәләнгән. Ғөмүмән, минең өсөн "файҙаһыҙ осрашыу" тигән төшөнсә юҡ. Бер нәмә лә осраҡлы түгел, һәр нәмәнең йәшерен мәғәнәһен күрә белергә кәрәк, тигән теория яҡлымын.
Тапшырыуымдың тағы бер геройы - Альбина Фәйрүзова ла тап шундай фекерҙә. Өс йәшлек сағында телевизорҙан Галина Вишневскаяны күреп ҡалып, уға ҡушылып йырлағанын бөгөнгөләй хәтерләй ул. Бушҡа булмай был. Район үҙәгендәге музыка мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелергә тейеш Альбина, автоһәләкәттән һуң бөртөкләп тиерлек йыйылған, ҡаҙаҡ менән нығытылған "ауыҙын күтәреп", Галина Вишневскаяның Опера йыры үҙәгенә ҡабул итеү имтихандарына юллана. Алиһә башҡорт ҡыҙын үҙе тыңлап, уҡырға ала...
Галина Вишневская менән осрашыу хаҡында ишетеү менән операторымдың йөҙө ағарынып киткәс, тәүҙә аңламаным. Опера үҙәгендә ла шундайыраҡ йөҙҙәр ҡаршы алды: халыҡтың аяҡ осона баҫып йөрөүен фортепиано бүлмәләрендә йыр күнекмәләре яһаған студенттарға ҡамасауламаҫ өсөн булдырылған ҡағиҙә, тип ҡабул иттем. Баҡһаң, беҙ тапшырыу төшөргән көн Галина Павловнаның имтихан ала торған ваҡытына тап килгән икән. Ваҡыты-ваҡыты менән, бер кемгә лә алдан әйтеп тормайынса, уҡыусыларының ария башҡарғанын тыңларға килә ул шулай. Уҡыу йортоноң өҫкө ҡатынан лифт менән генә тура Үҙәккә төшә лә, барыһын да борҡотоп, яңынан үҙ донъяһына ҡайтып бикләнә торған ғәҙәте бар икән. Ул көндө беҙ уңдыҡ: бәхеткә күрә, опера примадоннаһының кәйефе күтәренке ине. Бойомға ашмаҫ кеүек сценарийым кадрҙарын камера мониторынан күреү бәхетенә ирештем: Альбина менән бөйөк ҡатын Галинаның әңгәмәһе уңышлы килеп сыҡты, минеңсә. Галина Павловна тапшырыуымдың героиняһына фатихаһын бирҙе, хәтирәләр йыйынтығына автографын да ҡуйҙы.
Осраҡлыҡ буйынса, Вишневскаяның иҫән саҡтағы һуңғы кадрҙарының береһе тап миндә булып сыға. Хәтернамәләрен уҡып, был бөйөк кешенең ихтыярына, тормошҡа, сәнғәткә булған мөхәббәт көсөнә таң ҡалған инем. Уның үҙен күреү, һынсыл һәм шул уҡ ваҡытта мөләйем ҡарашын тойоу - үҙе бер бәхет, үҙе бер мәртәбә. Альбина һөйләүенсә, Галина Павловна әжәле яҡынлашыуын тойған булһа кәрәк. Яҡты донъя менән хушлашыр алдынан үҙе булдырған, үҙе асҡан Үҙәккә төшөп, бөтәһенә лә матур йылы һүҙҙәрен әйтеп сыға. Бер нисә көндән бар Рәсәйҙе шаңҡытҡан хәбәр тарала.
Альбина Фәйрүзованың шәхесен тапшырыуымда тулыраҡ итеп асыу ниәтем. Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡыған сағында эстрада йырсыһы булырға хыяллана, бер нисә концерт ҡуйып, унлаған клип төшөрөп өлгөрә. Академияны тамамлай торған йылды ҡыҙ гастролдәр менән Белорет яғына сығып китә. Юлда автоһәләкәткә осрай. Ни ғиллә, бөтөн ере лә теүәл ҡала, әммә ауыҙы ысын мәғәнәһендә селпәрәмә килә. "Күп ҡан килгәс, нишләптер, бар тештәрем ҡойолған, тип уйланым. Ауыҙым бөтөнләй юҡ һымаҡ ине, - тип күҙ йәштәрен көскә тыйып, хәтер йомғағын тағата Альбина. - Операциянан һуң йырлау тураһында һүҙ ҙә юҡ ине. Яңынан һөйләшергә, ашарға өйрәндем", - ти ул. Академияла ла ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алыусы булмай. Үҙендә көс табып, Мәскәүгә сығып китеүе, Галина Вишневскаяның алдында һынау тотоуы, ҙур ҡалала үҙ аллы тормош башлауы - һоҡланғыс. Бөгөн Альбина уҡып та, Мәскәүҙең бер юлы ике опера театрында эшләп тә өлгөрә.
Галина - Альбина. Был исемдәр ҙә оҡшаш һымаҡ. Вишневская баш ҡалаға 25 йәшендә килә. Һуғыш аслығын, үлем, етемлекте татыған, тәүге мөхәббәтен һуғыштан иҫән килеш көтөп ала алмаған, тәүге сабыйын юғалтҡан, ҡаты сирҙән үлеп терелгән, икенсегә кейәүҙә булған Галинаны Мәскәүгә сәнғәткә һөйөү, хыялдары алып килә. Альбинала бөйөк примадоннаның һыҙаттарын сырамытмай булдыра алмайым. Йыр-моң донъяһының ишеген генә түгел, опера, хыял ишеген киң аса ул. Хыял көсө барыһын да еңә ала.
Йөҙөнә алһыулығы кире ҡайтҡан операторым менән Ләйсән Үтәшеваны төшөрөү деталдәрен һөйләшеп, киләһе осрашҡанға тиклем хушлаштыҡ.

Йондоҙҙарҙы үҙебеҙ тыуҙырабыҙ

"Ә Ләйсән ҡайҙа икән?" - фотоаппарат тотҡан мыйыҡлы йәш ирҙән һорайым. "Машинала ял итә", - тип яуап ҡайтара ул. Ҡара тонировкалы иҫкерәк "Ягуар" һәм ялтырап торған "Мерседес"ҡа ҡарап ҡуям: ҡайһыһында икән. Һәр хәлдә, янына үтергә рөхсәт итмәйәсәктәр: киренән тапшырыу төшөрөү майҙансығына юлланам. Яҡтыртыусы-техниктар рельс йәйә, кран, ут ҡуя. Тайминг буйынса "Ләйсән Үтәшева менән иртәнге зарядка" тапшырыуы 19:30-ҙа башланырға тейеш, әммә тығындар һөҙөмтәһендә гример һаман килеп етә алмай.
Беҙҙең осрашыу тураһында Үтәшеваның продюсеры менән өс ай элек үк алдан һөйләшеп ҡуйғайным. Ун йыл көткәнде өс ай ғына түҙермен, тип үҙемде тынысландырып йөрөнөм. Теүәл ун йыл! Ҡасандыр "Башҡортостан ҡыҙы" журналында сыҡҡан Ләйсән тураһындағы мәҡәлә мине хайран ҡалдырғайны. Бына ул күҙ йәштәре менән дымланған хәтирә: аҡлы-ҡаралы фотола ихлас ҡыҙсыҡ әсәһен ҡосаҡлап тора. Бар донъяны таң ҡалдырған йәш гимнастканың ҙур спорттан киткән мәле ине был. "Знакомьтесь, родное телевидение"- продюсер миллионлаған ҡыҙҙарҙың кумиры менән мине таныштыра. Һөйкөмлө, ябай, тамсы ла эрелеге юҡ Ләйсәндең. "Родное ТВ"-ны күреү менән ҡосаҡҡа ташланырға тейешме ни инде: аптырашып, бер-беребеҙгә ҡарап ҡаттыҡ. Уңайһыҙ хәлдән йүгереп ингән гример ҡотҡара: йондоҙҙо биҙәргә тотона. Ул арала һорауҙарымды яуҙыра башлайым.
Ләйсән тураһында артыҡ яҙып тороуҙоң кәрәге лә юҡтыр. "Медиа-шәхес"тең тормошо былай ҙа асыҡ, барыбыҙға мәғлүм. Унан әйтеп биргеһеҙ энергия тулҡындары килгәндәй. Журналист булараҡ, телмәренең йөкмәткеле, тәрән мәғәнәле һәм хис-тойғоға бай булыуын да иғтибарһыҙ ҡалдыра алмайым. Тапшырыуын сценарийһыҙ һәм әҙерлекһеҙ алып бара. Шуға бер юлы ун-ун биш тапшырыу яҙҙырыу уға бер ни тормай. Мәскәүҙең ҡәтғи график буйынса эш итеүен һәм йәшәүен төшөнгән кеше булараҡ, күҙ һәм кадр көйөгө булыуҙы хуп күрмәнек, сығыу яғын ҡараныҡ.
Осрашыуыбыҙ икенсе көндө лә дауам итте. Мәскәүҙең М. Горький исемендәге иң ҙур мәҙәниәт һәм ял паркында үтәсәк мәрхәмәтлек акцияһында Ләйсән дә ҡатнаша ине. Ҡәһүә-күмәс сәйнәп торған Сергей Лазаревты күреп, иҫем китмәүемә үҙемә-үҙем аптырап, вип-зона журналистары араһына инеп юғалдым. Федераль канал исемдәре яҙылған микрофондар өйөмө араһына үҙебеҙҙең сапсан төшөрөлгәнен дә һондом. Бында айырым интервью алыу тураһында һүҙ ҙә бармай. Шулай ҙа, эре генә ҡыланып, буласаҡ документаль фильмым өсөн бәләкәс кенә әңгәмә ҡороп өлгөрҙөм. Кем белә донъя хәлен, йондоҙҙоң үҙ ҡануны. Боролоп китте барҙы, алдан һөйләшелгән интервьюға хуш тип кенә ҡалырға тура килер йә.
Шул арала парктың быуа буйында урынлашҡан ҡиммәтле генә ресторанына инеп, менеджерға Ләйсән Үтәшева менән интервью эшләйәсәгем тураһында үтенесемде ярып һалдым. Әллә үҙем, әллә Ләйсән шәп, шунда уҡ риза булдылар, ниндәй канал тип тә һораманылар. Мәрхәмәтлек акцияһы майҙансығынан алыҫыраҡ булғас, ризалашмай китеп барырмы икән, тигән ҡурҡыу алды мине. Һаман да журналистар менән ҡамалған Ләйсәнгә килеп, интервью урынын аңлаттым. Ҡаршы килмәне. Мәскәү коллегаларын ҡалдырып, бригада менән ресторанға юлландыҡ. Ара йыраҡлығы һиҙелмәһен өсөн китеп барғанында съемка, интервью үткәрҙек. Әйткәндәй, мускулдары араһынан ике күҙен генә йылтыратып, һәр ерҙә "һиҙҙермәй" генә бер ир оҙатып йөрөнө. Урынға килеп еткәндә, Ләйсәнгә тағы ла нығыраҡ ғашиҡ булып өлгөргән инем. Бергә ашап-эскәндән һуң, ике сәғәтлек әңгәмә ҡорҙоҡ. Ләйсәнгә үткәненә яңынан байҡау яһау, йәрәхәттәрен, спорттан киткән мәлдәрен хәтерләү еңелдән булманы. Әммә Ләйсәндең бөтөн һорауға ла тулы, матур, образлы яуап биреүе һоҡландырҙы. Уны тыңлай барам, ҡанаттарым үҫә бара. Әңгәмәбеҙ тәү сиратта "Несломленная" китабы тирәләй барҙы. Көндәлектәренә нигеҙләнеп, әсәһенең ижад емеше был. Исемен дә тап ул уйлап тапҡан. Әммә Ләйсәндең: "Не хочу быть несломленной!" - тиеүе шаңҡытты. Эйе, көрәшеп арыған ҡыҙ. Спорттағы көнсөллөк, аяҡ салыуҙан башлап, бөгөнгө уйлап табылған имеш-мимештәргә тиклем. "Һөйгән һәм һөйөлгән ҡатын-ҡыҙ, әсә булғым килә", - ти ул. "Яңы китап булырмы?" - тигән һорауыма ул, буласаҡ, тип яуап ҡайтарҙы...
Йондоҙҙарҙы үҙебеҙгә үҙебеҙ яһайбыҙ, тигән фекерем бар минең. Ысынлап та, ҡайһы бер "ҡыуыҡтарҙы" үҙебеҙ өрөп ҡабартабыҙ. Ә ҡайһы бер ысын йондоҙҙарҙы үҙебеҙ бысратабыҙ, тормошобоҙҙоң яҡты күгенән ҡутарып ырғытырға тырышабыҙ, һоҡлана, ғорурлана белмәйбеҙ. Әлшәй ерендә тыуып үҫкән ҡыҙсыҡтың донъя тетрәтеп йөрөгәненә көнләшәбеҙ, бысраҡлыҡтар эҙләйбеҙ. Күҙ йәштәрен тыйып, тешен ҡыҫып, ул һаман алға атлай. Ныҡышмаллығың, көсөң алдында баш эйәм, Ләйсән... Фотоаппарат тотҡан кисәге ирҙән Ләйсән менән фотоға төшөрөүен үтендем. Бындай нәмәне йәнем һөймәй, әммә һынлы гимнастика алиһәһе Ләйсән Үтәшева менән осрашыуымда тәрән тарихи мәғәнә күрҙем. Ҡалған көнөмдө ҡанатланған шикелле осоп йөрөп үткәрҙем.

Күндәмлекме бәхет асҡысы?

Төрлө уйҙарға юлыҡтырыр осрашыуҙар, сәйер һәм ҡыҙыҡлы күренештәр, ваҡиғалар алда ла көтә ине мине. Экранға түгел, әммә тормош сценарийыма инеп ҡаласаҡ Гөлдәрҙе урап үтә алмайым. Уның менән беҙ киске 7-лә, Мәскәүҙә нисә ҡат булып, бер барып урамаған билдәле Иҫке Арбат урамында осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ.
Иҫке эшләпәһен кейеп, моңһоу күҙле егеттең илһамланып шиғыр һөйләүе, оҙон сәсле йәштәр оркестрының заманса көйҙәр уйнауы, урта йәштәрҙәге ирҙең гитарала элиталы бардты хәтерләткән көйҙө сиртеүенә буталған халыҡ мыжғып торған Мәскәүҙең был урамында бер-береңде табыуы еңелдән түгел. Ҡара зәңгәр төҫкә буялған, эштән сыҡҡан ике иҫке троллейбус вагонынан ғибәрәт кафены маяҡ итеп билдәләнек. Ниһайәт, "мәскәүсә" кейенгән Гөлдәр күренде. "Мәскәүсә" - ул метрола һыҙырылып-йыртылып юҡҡа сыҡмаһын өсөн кейелә торған кейем. Һәр төрлө сит телдәр яңғыраған, сит ил йөҙҙәре ҡыймылдашҡан кафеға инеп ултырабыҙ. Бер ни тиклем ваҡыттан өҫтәлебеҙҙә һуңғы арала милли ашҡа әүерелеп барған япон ролдары пәйҙә була.
"Әсәйем менән сираттағы әрләшеүҙән һуң, түҙмәнем, "Өфө-Мәскәү" поезына билет алып, өйҙән сыҡтым да киттем. Юғары уҡыу йорто тамамланмай ҡалды. Машина йыуыусы булып эшләнем тәүҙә. Мойканың үҙендә каморкала йәшәнем. Һуңғараҡ бер урыҫ егете менән танышып, уның менән бергә йәшәй башланыҡ. Белмәйем, мөхәббәт бар кеүек ине, аҙаҡ ике йыл дауамында тормошом йәшәү урыны булһын өсөн теш ҡыҫып түҙеүгә әүерелде. Әле Өфөгә ҡайтырға йыйынам, әсәйем аҡса ебәрҙе". Был - күрше өҫтәл артына инеп тулып, һыра һемергән Ҡытай егеттәре шау-гөрө аша ишетелеп ҡалған Гөлдәрҙең тормошонан бер өҙөк. Гөлдәр һорауҙарыма ихлас яуап биргәндәй, әммә хис-тойғоға бирелеп бармай. Әйтерһең, тормошоноң ошолай ағышына бер кем дә ғәйепле лә, бурыслы ла түгел. Барыһын нисек бар - шулай ҡабул итергә өйрәнгән. Мәскәү уны шулай баҫҡанмы, әллә ысынлап та барыһына ла риза булыу, бөтөн нәмәнең дә ыңғай яғын күреүҙә бәхет асҡысын тапҡанмы? Әллә бөтөн ваҡиғаларға ла рәхмәт әйтеп, тормошто үҙгәртергә тырышмай йәшәү дөрөҫмө икән? Ҙур ҡалаға сарыф иткән ике йылын да файҙалы үтте, ти Гөлдәр, үҙаллы йәшәргә өйрәндем, ти. "Өфөлә машина йыуыусы булып эшләр инеңме?" тигән һорауыма ғәҙәти ғәмһеҙ тауышы менән ҡыҫҡа ғына "Юҡ!" тип яуап ҡайтарҙы шулай ҙа. Метроға тиклем бергә атлап килдек. Был бөтөн осрашыуҙарымдың иң ҡыҫҡаһы, әммә иң файҙалыһы булғандыр...
"Һоролоҡ араһында йондоҙ булғансы, йондоҙҙар араһында ҡара нөктә бул", ти берәүҙәр. "Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул", ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Инде күпме мәҡәлә яҙып, телевизион тапшырыу, радиоэфирҙар сығарып, үҙ ереңдә үҙ алтындарыңа күмелеп йәшәүҙе яҡшы, тип иҫбат итеп ҡуйҙыҡ. Әммә һаман да ҙур ҡалаларға, сит илгә халыҡтың ағылыуы дауам итә. Ҡасан булһа ла һәр кем алдына килеп баҫа был һорау. Бөрйән һылыуы йә егете 11-сене тамамлау менән күп осраҡта ҙур ҡала - Өфөгә атыла. Завод газдары борҡоп торған, ҡараңғы Черниковканың һирәк-һаяҡ һерәйешеп ҡалған тирәктәре мамыҡ осорған, тотошлайы менән машина тығынына әүерелеп барған Өфөнө бер көн килеп Мәскәүгә алмаштырыу хыялы килеп тыуа бәғзе берәүҙә. Ҡайһыларға сит ил алтын-зөбәржәттәре сағыуыраҡ күренә.
Глобализация заманында ил тигән төшөнсә нимә менән үлсәнә һуң? Донъяның бар байлыҡтарына эйә булғандар айлыҡ сәйәхәттәргә билеттарҙы берәр йыл алдан һатып алып ҡуйғанда, алыҫ йондоҙҙо ғына түгел, хатта галактикаларҙы Йыһан киңлектәренә сығып күҙәткәндә, "ил" төшөнсәһе ҡайҙа тороп ҡала? Эйе, Ер шарының тик бер генә мөйөшө яҡын була, ул - тыуған ерең. Тик уға солтан булғандар башҡаларҙы олтан итә түгелме? Ниндәй солтанлыҡҡа ынтылырға һуң? Тормоштоң фани байлыҡтарынамы, әллә күңел һәм аҡыл байлыҡтарынамы?
Ә хыял? Уға ниндәй мөнәсәбәттә булырға? Ваҡыт, йәш төшөнсәһе хыялға өлгәшеүҙә ниндәй урын биләй? Үҙ бәхетеңде бәләкәй генә Өфөлә тапмағанды, әллә нисә миллион кеше мыжғып торған ҡала эскалаторҙары йән яртың менән осраштырырмы? Бәхет эҙләмә, үҙең бәхет бул, үҙеңде табыу түгел, үҙеңде тулы шәхес итеп тойоу мөһим. Хыял ишеге... Уның ҡайһыһы һинеке һуң? Һорауҙарым һаман артымдан эйәреп йөрөй. Икенсе юлы Мәскәүгә барыуыма тиклем улар мейем лабиринттары араһында аҙашып йөрөп торор, күрәһең...

Гөлназ ҒӘЛИМУЛЛИНА.
(Аҙағы. Башы 23-сө һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.06.14 | Ҡаралған: 1709

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru