«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
афарин!
+  - 

АҢЛАҒАНҒА - ИШАРА,
аңламаған – бисара

- Иң кәрәктән - кем кәрәк?
- Әсәй!
- Иң кәрәктән - кем кәрәк? - тип ҡабатлай Алтынай.
- Атай!
- Үҫер өсөн ни кәрәк?
- Ҡояш!
- Аҡыл өсөн ни кәрәк?
- Әкиәт!


Үҫер өсөн ҡайһы бер кескәйҙәргә икмәк, һыу, шоколад, туңдырма ла кәрәк булып сыҡты, ләкин һуңғы һорау, тәүгеләре кеүек үк, бер генә яуаптан торҙо: әлбиттә, әкиәт! Бәндәләрҙең кемеһе генә шул тылсымлы донъя - әкиәттән яралмаған икән! Бала саҡ асылда үҙе бер ҡабатланмаҫ әкиәт тә баһа! Сабый йәшендә бала ни тиклем ошо донъяға нығыраҡ ылыҡтырыла, киләсәктә ул шул ҡәҙәрем кешелекле, намыҫлы, аҡыллы, ҡыҫҡаһы, "дөрөҫ" кеше булып үҫә. Быны иҫбатлар өсөн миҫалдар кәрәкмәй, был - аксиома. Һәр хәлдә, әхлаҡ сифаттары түбән булған бур, алдаҡсы, башҡа берәй енәйәтсе йәки эгоистар ҡайһы саҡ йәл дә булып китә - уларҙың бит күңел һандығы буш йәиһә ул ҡара йылан, ағыулы үрмәксе, башҡа ҡурҡыныс бөжәктәр менән тулылыр кеүек тойола миңә. Бәләкәй саҡтарында, күрәһең, уларҙың янында әкиәт һөйләүселәре, эргәләренә ултыртып, арҡаларынан һөйә-һөйә китап уҡыған кешеләре булмағандыр, моғайын... Әйткәндәй, эргәһенә күрше-тирәләге бала-сағаны йыйып алып, тылсымлы әкиәт, ҡарһүҙ һөйләүсе, йомаҡ ҡойоусы аҡ әбейҙәр, ер-һыуыбыҙ тарихын, боронғо яу, батырҙарыбыҙ хаҡында бәйән итеүсе олатайҙар ҙа китеп бөткән икән шул күптән... Ә бөгөнгө өләсәй, ҡартатайҙар, атай-әсәйҙәр араһында балаларына әкиәт һөйләп үҫтереүселәр, иманым камил, бик һирәктер, тигән уйға киләһең балалар менән әңгәмәләшкәндән һуң. Ҡайһы берҙәре йүнле генә әкиәт тә белмәйҙер: йә "хәтер насарланған", йә "ваҡыт юҡ". Унан балаға ни ҡала? Йә - урам, йә - виртуаль донъя бушлығы. Ғәмәленә күрә - әмәле, тиҙәрме әле?
Быуындар араһында ана шул әкиәт, ҡарһүҙ сылбыры - тәрбиә һабаҡтары өҙөлөп ҡалмаһын өсөн тыуҙы ла инде Алтынайҙың алтын проекты - "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы. Илдә тиңе булмаған был проекттың маҡсаты изгеләрҙән-изге: балаларҙың телмәр оҫталығын үҫтереү, уларға сәхнә күнекмәләре биреү генә түгел, ә әкиәт аша донъяны тойоп-танырға, фекерләргә, шул фекерен тыңлаусыға еткерергә өй-рәтеү, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү. Ә былар бит бөтәһе лә баланың асылыуына, шәхес булараҡ формалашыуына булышлыҡ итә, үҙ-үҙенә ышанысын арттыра, аралашыу һәләтен нығыта. Бына күпме аҡылға өйрәтә кешене боронғо-боронғо, мәрхәмәтле Әкиәт.
Ошо көндәрҙә йәш әкиәтселәрҙең республика конкурсына йомғаҡлау кисәһе булып үтте. Унда Башҡортостаныбыҙҙың 50-ләгән районынан үҙ төбәктәре буйынса еңеүсе балалар йыйылғайны. Тәүге ике көн буйына абруйлы жюри уларҙың әкиәттәрен тыңлап, оҫталарҙың да оҫталарын билдәләп сыҡты. Был инде баш ҡала конкурсы ише генә түгел ине, сөнки республика бәйгеһенә башҡортса таҙа, дөрөҫ һөйләшкән балалар килгән, шуға ла жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булмағандыр. Гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында ике номинация буйынса (1-4 һәм 5-7-се кластар араһында) бөтәһе 23 баланың сығышы билдәләнде. Махсус приздар, дипломдарға лайыҡ булыусыларға матур-матур бүләктәр тапшырылды. Ә бына 1-се урынға сыҡҡан ике һүҙ оҫтаһы велосипедлы булды. Уларҙың береһе - Илеш районынан Альбина Бәҙретдинова, икенсеһе - Ейәнсура районынан Инйәр Ишмырҙин (һүрәттә - уртала). Инйәр быйыл Иҙәш урта мәктәбенең 6-сы класын тамамлаған. Әйткәндәй, уның тап велик хаҡында хыял итеүен ҡайҙан белделәр икән? Ат менгәндәй ҡыуанды Инйәр: йәйге каникулда бит ул хәҙер "тимер аты"нан төшмәйәсәк!
Иң юғары баһа - Гран-при башланғыс кластар араһынан Гөлфиә Таһироваға (һүрәттә - һулда, Учалы районы Баттал ауылынан) һәм 4-7-се кластар араһынан Артур Басариевҡа (һүрәттә - уңда, Благовар районы Иҫке Күсәрбай урта мәктәбе) тапшырылды: улар икеһе лә ноут-бук менән бүләкләнде.
Еңеүсе балаларҙың уҡытыусылары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы, уларҙы ихтирамлап, хеҙмәттәрен ололап, сәхнәгә саҡырҙылар, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙылар. Әйткәндәй, Благовар районынан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлфирә Әхмәтшинаның исеме, уның әсә телебеҙҙе үҫтереүҙәге хеҙмәттәре республикабыҙҙа яҡшы билдәле. Жюри ағзалары уның эшен юғары баһалап, башҡа бик күптәргә өлгө итеп ҡуйҙы. Ысынлап та, туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының бөтәһе лә уның кеүек ни тиклем ихласлыҡ һәм дәрт менән эшләһә, мәктәптәребеҙҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметының абруйы ла шул ҡәҙәрем юғары булыр ине. Күп нәмә уҡытыусыға, уның егәрлегенә, оҫталыҡ кимәленә бәйле шул ни генә тиһәң дә... - Әкиәт - әкиәт өсөн генә түгел бит ул,- тине жюри рәйесе, профессор Әхмәт Сөләймәнов балаларға Гран-при тапшырғанда. - Әкиәт - ул хыялға бирелеп, шуның менән йәшәү, тигәнде аңлатмай. Ғиллә - әкиәт биргән һабаҡта. Унда бит бер төрлө әйтелһә лә, икенсене күҙаллау, һабаҡ алыу тигәне мөһим. Лауреат була алмағандар күңелдәрен төшөрмәһен, улар өсөн киләһе конкурсҡа юл асыҡ. Тағы ла оҫтарып килерһегеҙ, тип өмөт итәбеҙ киләһе йыл әкиәт майҙанына. Беҙгә фәҡәт бына ошондай оҫталыҡта ярышыу майҙанында ғына осрашырға яҙһын! Украиналағы кеүек майҙандар булмаһын. Унда әлеге ваҡытта ата-әсәләр, балалары ғүмере өсөн хафаланып, уларҙы ҡайҙа оҙатырға белмәй, аңҡы-тиңке килгәндә, һеҙҙең атай-әсәйҙәрегеҙ ҡыуанышып, һеҙҙе әкиәт байрамына ебәргән бына. Башҡортостаныбыҙҙың ҡәҙерен белеп йәшәйек, уның лайыҡлы, белемле, аҡыллы граждандары булып үҫеүегеҙҙе теләйем.
Сибайҙан балаларға әкиәт һөйләү маһирлығы менән уртаҡлашыу өсөн махсус саҡырылған сәсәниә Асия Ғәйнуллина ла шундай уҡ теләктәрен еткерҙе йәш ҡарһүҙ оҫталарына. Уның һүҙҙәре менән әйткәндә, һәр әкиәттең мәғәнәһе, кинәйәһе бар. Әкиәт ул аңлағанға - ишара, ә аңламаған үҙенә үпкәләһен, ундайҙар, тимәк, бисара...
Тантана һуңында Алтынай балаларға әкиәттең үҙе һымаҡ ошондай матур байрам бүләк итеүҙә эскерһеҙ ярҙам ҡулы һуҙған бағыусыларға - "Газпромрегионгаз Өфө" йәмғиәте директоры Альберт Әхмәтшинға, шулай уҡ айырым шәхестәр - Өфөнән Зөфәр Солтановҡа, Татарстандан Ғаяз Талиповҡа ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.06.14 | Ҡаралған: 1752

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru