«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ижадхана
+  - 

ҮҘ ҺӨНӘРЕҢӘ БИРЕЛГӘНЛЕК -
хаҡ яҙғаның шул була

 Тәү күреүҙән нимәһе менәндер үҙенә ылыҡтырған, ниндәйҙер күренмәҫ көсө менән башҡаларҙан айырылып торған бик һирәктәрҙең береһе ул мәҡәләм геройы. Ихласлығы, ирәбелеге шулай итәме уны, әллә башҡа берәй сере бармы, һәр хәлдә, бар кеше менән дә берҙәй ябай һәм һәр кемде тиң күреп аралашыуы, эскерһеҙлеге һәм ярҙамсыллығы өсөн яраталар, хөрмәт итәләр уны бергә эшләгән иптәштәре, меңәрләгән тамашасылары. Ә инде үҙе сәнғәт донъяһына әйҙәгән талиптар һәм мәктәп уҡыусылары өсөн ул ысын мәғәнәһендә кумир, һәр яҡлап та өлгө булырҙай остаз! Кем хаҡында шулай матур һүҙҙәр һөйләй икән, тип аптырамағыҙ тағы: Сибай дәүләт филармонияһында (бөгөнгө Сибай концерт-театр берекмәһе) сағыу сығыштары менән танылыу алған бейеүсе Азат Нәбиуллин ул. Ошо сәнғәт ойошмаһының йөҙөк ҡашы булған "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле асылған көндән эшләй инде бында, ҡалабыҙҙа ғына түгел, республикала, хатта унан ситтә лә күптәр өсөн яҡшы таныш шәхес.

...Баш ҡалабыҙ Өфөлә - Башҡорт дәүләт медицина институтында белем эстәп йөрөгән буласаҡ йәш табиптар ғаиләһендә донъяға тәүге ауазын һала Азат. Малайға ике йәш тулғанда ҡулдарына диплом алған Нәбиуллиндар ғаиләһен Сибай ҡалаһына эшкә ебәрәләр. Шулай итеп, Азат ошонда балалар баҡсаһына бара, тәү башлап мәктәп ишеген аша атлап уҙа, ҡыҫҡаһы, Сибай - уның өсөн яҡын һәм тыуған ҡалаға әйләнә. "Ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул була", тигәндәй, ҡаланың 9-сы мәктәбендә тулы булмаған урта белемгә эйә булған үҫмер урындағы медицина колледжына юлланмаҡсы була. Ниәте - ата-әсәһе юлын дауам итеү. Тик был өлкәлә бер ни ҡәҙәр тәжрибә туплаған, ул замандарҙа үҙ хеҙмәтенең баһаһын әллә ни тоймаған (ә табиплыҡ - иң изге һөнәр, тип лаф ора инек!) әсәһе улының уйҙарына ҡырҡа ҡаршы төшә һәм уны уйынан кире күндерә. Азатҡа туған мәктәбендә уҡыуын дауам итеүҙән башҡа сара ҡалмай. Ә өлгөргәнлек аттестатын ҡулына алғас, ул документтарын Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалына илтеп тапшыра һәм артабан уны уңышлы тамамлай. Бер үк ваҡытта йәш егет 1993 йылда асылған ҡала филармонияһында үҙенең хеҙмәт юлын башлай.
Буласаҡ педагогтың сәнғәт юлын һайлауын, йөрәк ҡушыуы буйынса, тип әйтһәм, яңылышмамдыр, ахыры. Сөнки Азат әле балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән кескәй генә малай сағынан сәхнәгә тартылып, бейеү сәнғәтенә ғашиҡ булып үҫә. Ата-әсәһенең уны музыка мәктәбенә - хореография класына биреүе лә буштан ғына булмағандыр инде. Бөгөн Азат үҙенең беренсе уҡытыусылары Мәстүрә Миҙхәт ҡыҙы Бүләкова менән Вячеслав Викторович Клюевты йылы һүҙҙәр менән телгә ала. Малайҙың кескәй йөрәгендә халыҡ бейеүҙәренә һөйөү осҡондарын нәҡ улар ҡабыҙған да инде! Артабан Рима Фирғәт ҡыҙы Өмөтбаева етәкселегендәге "Гөлдәр" балалар өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнеүе лә буласаҡ бейеүсегә ҙур этәргес көс була. Нәзәкәтлелеге, һығылмалығы һәм милли колориты менән арбаған башҡорт бейеүҙәре малайҙы сағыу һәм ҡабатланмаҫ сәхнә кейемдәре менән дә үҙенә әсир итә. Ә инде ансамблдең республика буйлап ҡына түгел, йыш ҡына Мәскәү, Санкт-Петербург ише эре Рәсәй ҡалаларына ла гастролдәргә сығыуы бала күңелендә онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдыра, аҡ хыялдар иленә әйҙәй...
- Бейеү сәнғәте - ул минең тормошом, ә ике тиҫтәнән ашыу тир түккән ансамбль - иң ҡәҙерле һәм шундай яҡын үҙ ғаиләмә тиң, - ти бөгөн "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы һәм юғары исемгә лайыҡ булған арҙаҡлы бейеүсе Азат Арыҫлан улы Нәбиуллин. - Минең бар яҙмышым, хаҡ яҙғаным "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән тығыҙ бәйләнгән һәм барлыҡ ҡаҙаныштарым да - тормош юлым да, бәхетем дә уның менән бергә үрелеп бара. Ошонда мин үҙемдең ғүмерлек йәремде, йән һөйгәнемде осраттым һәм, Аллаға шөкөр, бына егерме йылға яҡын инде матур ғына йәшәп ятабыҙ. Кәләшем Рәзилә лә бейеүсе, ул Өфө хореография училищеһын тамамлаған. Пенза ҡалаһында беренсе хеҙмәт сирҡанысы алғас, ата-әсәһе уны яңы асылған Сибай филармонияһына ҡайтарып ала, күрәһең, минең бәхетемәлер...
Ошо ябай ғына һүҙҙәрҙә лә мәҡәләм геройының үҙ һөнәренә ни ҡәҙәр бирелгәнлеген, ғаиләһенә, үҙенең икенсе яртыһына һөйөү һәм ихтирам сатҡыларын сырамытырға мөмкин! Әйткәндәй, Азат Арыҫлан улы өс бала атаһы булған хәстәрлекле ғаилә башлығы ла. Үҙенең йәшәү рәүеше менән ҡатынына ышаныслы терәк, балаларына өлгө булырҙай атай, тик улар тип йән ата, ғаиләм, тип өҙөлә. Алдына ҡуйған маҡсаты ла балаларын аяҡҡа баҫтырыу, ҙур тормошҡа сығарыу һәм кеше итеү. Өлкән ҡыҙҙары Алинаға бөгөн 18 йәш, ул Йәсәүи исемендәге Халыҡ-ара ҡаҙаҡ-төрөк университетында белем ала, киләсәктә ҡартатаһы менән ҡартәсәһе кеүек намыҫлы һәм ышаныслы табип булырға йыйына. Радмилла атаһы уҡыған 9-сы лицейҙа уҡып йөрөй, ә кинйәләре Асҡар әлегә әсәһе менән "өй көтә". Азаттан балаларының кемеһелер уның юлынан китеүен теләр инеме, тип һорағас, һис икеләнмәй генә, әммә үҙенсә ябай һәм аныҡ яуап бирҙе ул: "Юҡтыр, ахыры... Артист һөнәре ситтән ҡарағанда ғына еңел, ә ысынбарлыҡта, кем әйтмешләй, бар ғүмерең тәгәрмәстәр өҫтөндә үтә, үҙ тормошоң шаршау артына йәшерелә... Шулай ҙа, балаларымдың кемеһелер теләй икән - үҙ иректәрендә, йәне теләгән, йылан ите ашаған, тиҙәрме әле?" Азат менән килешмәү мөмкин түгел: сөнки оҙайлы гастролдәр мәлендә ситтән ярҙамһыҙ ни эшләрҙәр ине үҙҙәре? Ярай әле, әсәйҙәре терәк-таяныс. Ҡайҙарҙа ғына йөрөһәләр ҙә балалары өсөн күңелдәре тыныс...
Тамашасыларға "Еҙнәкәй", "Һунарсы", "Елбәгәй" һ.б. яңғыҙ бейеүҙәре менән билдәле булған Азат Нәбиуллин күпселеген күмәк бейеүҙәрҙә ҡатнаша. Әммә ансамблдә уның үҙ урыны, үҙ манераһы бар һәм һиҙгер тамашасы быға иғтибар итмәй ҡалмай. Һәр бейеүҙең үҙенсәлеген, эстәлеген, нескәлектәрен тойоп, бар күңелен һалып ихлас башҡарыуы менән алдыра Азат. Ә, үҙе әйтмешләй, яратмаған, күңеленә ятмаған бейеүҙәр уның өсөн бөтөнләй юҡ!
"Гөлдәр" балалар өлгөлө ансамблендә репетитор, музыка мәктәбендә хореография уҡытыусыһы, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында "Ете ырыу" халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе булып та эшләп йөрөгән бейеүсе үҙенә лайыҡлы алмаш та әҙерләй. Уның йәшәү асылы ла бит - үҙең белгәнде башҡаларға ла өйрәт! Сәнғәт өлкәһенән айырылғас, үҙен тулыһынса педагогик эшмәкәрлеккә бағышламаҡсы Азат. Ә әлегә янып-ярһып сәхнәләрҙә бейей, кешеләргә илһам һәм дәрт өләшә, ҡул аҫтындағыларҙы яңы үрҙәргә әйҙәй.

Мотал РӘМОВ,
РФ һәм БР журналистар союзы ағзаһы.
Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.06.14 | Ҡаралған: 1577

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru