«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
сәнғәт көндәлеге
+  - 

САЛАУАТ ЙЫЙЫНЫ…
5 июлдә була

Милли батырыбыҙ, сәсән, шағир-импровизатор, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы полководецы Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арналған "Салауат йыйыны" республика фольклор байрамы 5 июлгә күсерелде. Ул йылдағыса Салауат районы Малаяҙ ауылы эргәһендә үтәсәк.

Бар тормошо һәм эшмәкәрлеге батырлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө булған Салауат Юлаевтың исеме һәм образы аша йәш быуында үҙ халҡыңа, уның тарихи үткәненә һөйөү, милли ғорурлыҡ, ололарға ихтирам тойғоларын тәрбиәләү маҡсатында үткәрелгән байрам сиктәрендә Президент грантына лайыҡ булған "Йүрүҙән" этно-фестивале буласаҡ. Фестиваль программаһында "Батыр тоҡомо", "Йөҙөк ҡашы - Зөләйха", этник төркөмдәр араһында "...Егерме лә ике йәшендә" конкурстары, халҡыбыҙҙың традицион бәйгеләре, шул иҫәптән С. Юлаев исемендәге призға көрәш ойошторола.
"Батыр тоҡомо" этноконкурсы 16-25 йәшлек егеттәр араһында үтә. Улар түбәндәге конкурстарҙа көс һынашасаҡ: 1) Презентация (үҙ төбәгенең этнографик кейемен, ҡоралдарҙың макетын күрһәтергә; шәжәрәһен, ырыу батырҙарын, тамғаһын, ҡошон, ағасын, оранын белергә тейеш). 2) Ҡобайыр, халыҡ йыры, ҡурайҙа йәки башҡа милли музыка ҡоралдарында уйнау - теләк буйынса. 3) С. Юлаевтың шиғырҙарын һөйләү буйынса поэтик ярыш. 4) Халыҡ бейеүе.
"Йөҙөк ҡашы - Зөләйха" этноконкурсында 16-22 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнаша. Шарттар егеттәр араһында үткән конкурстыҡы кеүек.
"...Егерме лә ике йәшендә" конкурсы репертуарында С. Юлаевтың эшмәкәрлеге, ижады темаһын асыусы халыҡ йыры, көйө булған этнотөркөмдәр араһында уҙа. Икенсе әҫәр - төркөмдөң һайлауы буйынса.
"Көмөш өҙәңге" эшҡыуарлыҡ инициативалары һәм кәсепселек конкурсында кәсепселек эшмәкәрлеген алып барған предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар, айырым оҫталар, рәссамдар, уҡыу йорттары, түңәрәктәр һәм ижади коллективтар ҡатнаша. "Исемем - Салауат" парадында республика райондары һәм ҡалаларынан батыр исемен лайыҡлы йөрөткән Салауат атлы ир-егеттәр ҡатнаша.
"Салауат" бейеү флешмоб-ритайымы 4 июль көнө кис ойошторола. Унда ҡала һәм райондарҙан килгән бейеү төркөмдәре ҡатнаша. Ул башҡорт халыҡ һәм заманса хореография элементтарынан торған халыҡ уйындары, бейеүҙәрҙән торасаҡ. Милли биҙәнеү әйберҙәре, яулыҡтар мотлаҡ.
Байрамда "Рәсәйҙең рәссамдар союзы" Бөтөн Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе асыҡ һауала рәссамдар өсөн конкурс уҙғара.

Республика халыҡ ижады үҙәге.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.06.14 | Ҡаралған: 1923

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru