«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
көнауаз
+  - 

БЕЛДЕКЛЕ БЕЛЕП ЭШЛӘР,
йәки күп эшләүгә ҡарағанда кәрәген эшләү мөһимерәк

Ғалимдар иң аҡыллы хайуандарҙың береһе - ҡомаҡтар менән түбәндәге һынау үткәргән. Ситлеккә, баҫһаң, ашарға ем бирә торған педаль ҡуйғандар. Был педаль электр селтәренә тоташтырылған булған - уға баҫҡанда электр тогы һуға икән. "Башлы" ҡомаҡтар тиҙ генә үҙҙәренең араһынан был педалгә баҫырға тейешле ҡомаҡтарҙы билдәләп ҡуйған. Был ҡомаҡтар ошо эште башҡарғандан һуң ғына "аҡһөйәктәрҙән" ҡалған аҙыҡты ашарға тейеш булған. Бер аҙҙан ғалимдар "әрәмтамаҡтарҙы" - бер, "эшһөйәрҙәрҙе" айырым ситлектәргә ултыртҡан. Күп тә үтмәгән, был ике төркөмдә үҙҙәренең яңы "ялҡауҙары" һәм "эшлеклеләре" хасил булған...

...Яңы XXI быуат Рәсәй халҡының көнитмешен, уйҙарын, талаптарын ҙур үҙгәрештәргә дусар итте. Кешелек йәмғиәте барлыҡҡа килгәндән бирле бындай һынылыш булмағандыр. Быуаттар буйы кеше үҙенең төп матди ихтыяждарын тәьмин итеү - нисек ашарға, эсергә, кейенергә, ҡайҙа йәшәргә тигән маҡсат менән ғүмер итте. Хәҙер маҡсаттар ҙа, ҡиммәттәр ҙә, ихтыяж да үҙгәрҙе. Халыҡтың күпселеге иртәгә нимә ашап-эсергә, кейергә, ҡайҙа йәшәргә һ.б. тигән проблемалар менән әллә ни ҡыҙыҡһынмай. Һәр ғаиләлә тиерлек булған автомобиль (хатта бер нисә), төрлө көнкүреш техникаһы йәшәү уңайлыҡтарын арттырҙы һәм тормошто еңеләйтте. Электән ауыр булып һаналған эштәр - бесән, утын әҙерләү, кер йыуыу ҙа техника иңенә йөкмәтелде. Колорадо ҡуңыҙы менән көрәш кенә күп ваҡытты ала. Ҡаланан ауылға тик ял итер өсөн генә ҡайтабыҙ. Салғы, балта, көрәкте танһыҡ өсөн генә тотабыҙ. Ауылдарҙа күптәр ҡалалағы һымаҡ уҡ уңайлыҡтарға эйә - газ, телефон, канализация, ванна, өйҙәге бәҙрәф ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара.
Был хәл, әлбиттә, күберәк һатыу мөмкинлеген сикләне. Шуға ла баҙар иҡтисады бизнес алдында яңы талаптар ҡуйҙы: кешене нисек итеп яңы тауарҙар һатып алырға мәжбүр итергә? Маркетинг тигән фәндең барлыҡҡа килеүе лә ошоноң менән бәйле. Һәм уйлап таптылар: тауарҙың хеҙмәт итеү ваҡытын кәметергә! Бер тапҡыр ҡулланыла торған шприцтар, стакан-тәрилкәләр, памперстар кеүек тауарҙарҙың киң таралыш алыуы ошонан килә лә инде. Хәҙерге технологиялар сифатлы "мәңгелек" тауарҙар етештерә ала, әммә был бизнес өсөн кәрәк түгел. Шунлыҡтан, аяҡ кейеме ике сезондан артыҡ хеҙмәт итергә тейеш түгел. ХХ быуат башында АҠШ-та бизнесмендарҙың "лампочка 1000 сәғәттән артыҡ хеҙмәт итергә тейеш түгел" тип, үҙ-ара килешеп ҡуйғандары мәғлүм. Уларҙың хәҙерге коллегалары ла ошо юлдан бара. 60-сы йылдарҙа туҙмай торған бостон туҡымаһы бар ине - хәҙер уның тураһында ишеткән дә юҡ. Күп тауарҙар ремонтлап булмаҫлыҡ итеп етештерелә: берәй микросхемаһы сафтан сыҡһа, ноутбугыңды йүнәтеп ыҙалағансы, яңыһын һатып алыу йәтешерәк, сөнки һәр модель өсөн чиптарҙы уникаль итеп эшләйҙәр - баҙарҙа таба алмаҫлыҡ итеп… Шул уҡ зарядлау ҡорамалдарын алып ҡарайыҡ. Һәр кеҫә телефонына уны айырым һатып алырға мәжбүрһең - уртаҡ штекер эшләп һатһаң, экология өсөн дә отошлораҡ та бит. Юҡ, кеше кеҫәһенә төшөр өсөн уныһын да төрләндереп һаталар.
Бизнес бының менән генә сикләнмәй. Кешегә кәрәкмәгән тауар һатырға тырыша.Тәү ҡарашҡа, был тауарҙың дизайны ылыҡтырғыс, ә һатып алып ҡайтҡас, ҡайҙа ҡуйырға белмәйһең - шешлек өсөн шыйыҡ төтөн, төрлө статуэткалар, фритюрница, шейкер, миксер - барыһы ла бер тапҡыр ҡулланыу өсөн генә. Яңыраҡ Владимир Жириновский Донецк халыҡ республикаһы етәксеһе Денис Пушилинға 175 мең һумлыҡ ручка бүләк итте. Был ручканың кемгә кәрәге булғандыр? Бизнес кешелә реклама ярҙамында яһалма ихтыяж барлыҡҡа килтерә: туҡтауһыҙ кеҫә телефонынан һөйләшеү ошо элемтә компаниялары булышлығында барлыҡҡа киләлер. Фармацевтик фирмалар, кәрәкме-кәрәкмәйме, төрлө-төрлө дарыу ҡабул итергә, фабриканттар - көн һайын кейем алмаштырырға "мәжбүр итә". Кешене яңынан-яңы хәүефтәр менән ҡурҡытып, унан һаҡлаусы тауарҙар һатып алдыралар - нимәнән генә һаҡламайҙар: ҡауаҡтан (шампунде лә көн һайын йыуырлыҡ итеп етештерәләр шикелле), унитаздағы микробтарҙан, төрлө электромагнит нурҙарынан… Төрлө телетапшырыуҙар ("Смак", "Тәмле"), бер яҡтан, кешене күберәк һәм тәмлерәк ашарға (һимерергә), ә икенсе яҡтан ("Жить здорово!", "Малахов+"), нисек ябығырға өйрәтә.
ХХ быуат тамамланғас, Ер шарында йәшәгән 6 миллиард кеше өсөн ата-бабаларыбыҙ хыялланған тормош барлыҡҡа килде: ауыр физик эште башлыса техника, автомат-роботтар, һис юғында, мигранттар атҡара. Иҡтисадсылар иҫәпләүе буйынса, бөгөн кешелек өсөн етерлек матди байлыҡты етештереүгә эшсе ҡулдарҙың 6-7 проценты етә. Тағы 40-45 проценты ошо продуктты ҡулланыусыларға еткереү маҡсатында төрлө коммуникациялар өсөн кәрәк (сауҙа, финанс, идара, транспорт, элемтә һ.б.). Кешеләрҙең ҡалғаны ирекһеҙҙән эшһеҙ ҡалырға мәжбүр - 8-10 проценты рәсми эшһеҙ тип һанала, ә ҡалғандарының эшләгеһе лә килмәй, сөнки бының мәғәнәһе юҡ. Миллиардлап кеше буш ваҡытын ҡайҙа итергә белмәй йонсой. Кемдер туйып һикерә - төрлө социаль сирҙәргә (эске, наркомания) дусар була, кемдер булғанына шөкөр итеп, ата-әсәһенең елкәһендә йәшәй. Һуңғыларын ялҡау тип әйтергә лә тел әйләнмәй: уларҙың төп ихтыяждарын тәьмин итеү өсөн ата-әсәһенең аҡсаһы етә, төрлө социаль фондтарҙан да аҡса килеп тора. Хәҙерге балалар вуз тамамлауға, ата-әсәһенең көсө менән машиналы, торлаҡлы була. Улар өсөн тормош маҡсаты бөтөнләй икенсе нәмәләлер - беҙҙеке һымаҡ матди байлыҡҡа ынтылыу түгелдер. Был кешеләргә лә, эш көнөн йәки аҙнаһын, мәҫәлән, ике тапҡырға ҡыҫҡартһаң, эш урыны табып булыр ине лә, әммә бизнес бер ҡасан да быға бармаясаҡ, сөнки ике тапҡырға эш хаҡын төшөрөү мөмкин түгел. Нисәмә йылдар инде дәүләт етәкселәренең йәштәрҙе эшсе профессияларға йәлеп итергә маташыуы бер ниндәй һөҙөмтә бирмәй, сөнки физик эштең мәғәнәһе юҡ. Шунлыҡтан, ялҡаулыҡты әҙ эшләү менән тиңләү дөрөҫтән түгелдер - бөгөнгө шарттарҙа йәштәр тик кәрәген эшләүҙе хуп күрә. Минең фекеремсә, кешелек йәмғиәтенә лә ошо күренеш сит түгел - ялҡаулыҡ, "заман башҡа - заң башҡа" тигән һымаҡ, һәр осорға ғына хас үҙенсәлектәре менән айырыла. Кеше араһындағы ялҡауҙарҙың кимәле ваҡыт үтеү менән үҙгәрмәйҙер. Боронғоларҙың "Ялҡаулығыңды юҡ итһәң, тамағыңды туҡ итерһең" тип әйткәне хәҙерге шарттарға тап килмәй башланы шикелле. Баҙар иҡтисады кешене аяныс хәлгә дусар итте. Ағас өсөн иң әсе яҙмыш - балта һабына әйләнеү, шуның һымаҡ, кеше лә - әҙер тауарҙарҙы сүплеккә әйләндереп торған машинаға әүерелде түгелме?..

Илдар ҒӘБИТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.06.14 | Ҡаралған: 1479

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru