«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҡарауылмы?
+  - 

ҺАҠМАРЫМДЫ ҺАҠЛАУ...
үҙебеҙҙе һаҡлау бит инде ул

Беҙҙең Баймаҡ районының Темәс ауылы биләмәһе ауылдарын бер "ғәрәсәт" килеп баҫты. Темәс ауылында урынлашҡан Психо-неврологик интернатҡа ҡорһаҡ тифы (биҙгәк тотоуҙар, йөрәк-ҡан тамырҙары, нервылар һәм ашҡаҙан-эсәк системаһы зарарланыуы хас булған үткер йоғошло ауырыу) менән яфаланыусы 9 кешене килтереп урынлаштырыуҙары тураһындағы яңылыҡ йәшен тиҙлегендә бар республикаға таралып өлгөрҙө.

Мәсьәләнең айышына килгәндә, хәлдәр былайыраҡ: әлеге көндә Темәс Психо-неврологик интернаты был сирлеләрҙе урынлаштырыу талаптарына яуап бирмәй. Беренсе талап нимә? Канализация һыуын таҙартыу ҡоролмаһы булыуы. Ҡоролма бар, әммә ул әле һаман файҙаланыуға тапшырылмаған.
Билдәле булыуынса, ҡорһаҡ тифы бактериялары ҡорһаҡ тифы менән ауырыған кешенең оло һәм кесе ярауы аша һыуға эләгеп, һау кешегә йоғоуы мөмкин. Ҡорһаҡ тифы таяҡсалары һыуҙа үрсей. Уларҙы бөжәктәр ҙә тарата. Һаҡмар беҙҙең ауылдан 20-30 саҡрым төньяҡтараҡ ятҡан Әбйәлил районы Әхмәт ауылы янынан башланып, көньяҡҡа - Ырымбур далаларына ҡарай аға. Һарыҡташ ҡалаһы янында Уралға (Яйыҡҡа) ҡушыла. Артабан Яйыҡ Каспий диңгеҙенә ҡоя. Уйлап ҡараһаң, күпме ауылдар ошо йылғаның һыуын эсә, унда йыуына, һыу инә, мал-тыуар ҙа ошо йылғала һыуһын ҡандыра.
Шулай булғас, интернаттан ағып сыҡҡан бысраҡ һыу Һаҡмарға ағып төшөп, шул арҡала яман сир тарала ҡалһа, был беҙҙең районда ғына түгел, ә тотош бер төбәктә экологик һәләкәт тыуҙырыуы мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса төрлө закон проекттары ҡабул ителә, ҡарарҙарға ҡул ҡуйыла, тик беҙҙең проблемабыҙҙы хәл итерлек сара күрелгәне юҡ. Тейешле талаптарға яуап бирмәгән учреждениенан был сирлеләр хәүефһеҙ урынға күсерелергә тейеш. Беҙҙе ҡапсыҡта һаҡлап булмай, ул ҡасан да булһа тишеп сығасаҡ. Беҙ күп нәмә лә һорамайбыҙ: бары тик һүҙебеҙ ишетелһен һәм халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итерлек сара күрелһен ине.

Булат МАННАПОВ.
Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис ауылы.

Редакцияға ошондай йөкмәткеле хат килгәс, беҙ Темәс Психо-неврологик интернат директоры Хөснитдин Әминевҡа шылтыратып, был проблемаға аңлатма биреүен һораныҡ.
- Башта шуға иғтибарҙы йүнәлтке килә: беҙгә килтерелгән 9 кеше - ҡорһаҡ тифы менән сирләүсе түгел, - тип һөйләне беҙгә Хөснитдин Хөснулла улы. - Уларҙы шартлы рәүештә генә был сир менән сирләүсе тип атап була. 9 кешенең 2-һендә генә ваҡыты-ваҡыты менән бактериялар бүленеүен күҙәтәбеҙ. Шулай ҙа барлыҡ сараларҙы иҫәпкә алып, беҙҙә эшләгән хеҙмәткәрҙәргә һәм халыҡҡа бер ниндәй ҡурҡыныс янамай, алдағы йылдарҙа ла янамаясаҡ, тип ныҡлы әйтә алам. Был пациенттар учреждение ихатаһы буйлап йөрөмәй, ә айырым палатала тотола. Уларҙы ҡараусы хеҙмәткәрҙәребеҙ сирҙән һаҡланыу препараттары, бер тапҡыр ҡулланыла торған кейемдәр, бирсәткәләр менән тәьмин ителгән. Әлбиттә, ул тиклем һаҡланыу талап ителмәй ҙә, шулай ҙа һаҡланыуға киткән сығымдарҙы йәлләмәйбеҙ. Күптән түгел беҙҙе прокуратура, Экология министрлығы, Роспотребнадзор хеҙмәттәре тикшерҙе һәм бер ниндәй ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланманы.
Әлеге сирлеләрҙе ни өсөн Күмертау ҡалаһынан беҙгә килтерҙеләр? Сөнки Күмертау ҡалаһындағы учреждениеның үҙенең таҙартҡыс ҡоролмаһы юҡ. Шуға ла ауырыуҙарҙы беҙгә ебәрергә ҡарар иткәндәр. Беҙҙәге таҙартыу ҡоролмаһы - районда берҙән-бер ҡоролма һәм ул 2011 йылдың 21 сентябренән файҙаланыуға тапшырылған. Бөгөн канализация һыуҙарын таҙартыу саралары ошо ҡоролмала атҡарыла. Ике тапҡыр һыуға анализ үткәрелде. Бактериологик күрһәткестәр буйынса ҡағиҙә боҙоуҙар табылманы. Бөтөн таҙартыу процестарын үткән һыу эсергә яраҡлы. Әйткәндәй, ҡайһы берәүҙәр раҫлағанса, беҙҙең учреждениеның канализация юлдары Һаҡмарға ағып төшә икән, тигән һүҙ дөрөҫлөккә тап килмәй. Ул һыу эстакада ысулы буйынса ер аҫтына китә.

Шулай итеп...
Баштан уҡ халыҡҡа хәлде аңлатҡанда, бөгөн килтерелгән дәлилдәр менән тәүҙән үк уның күңелен тынысландырғанда, улар был тиклем борсолмаҫ та ине. Нисек кенә тиһәңдә, халыҡты ғәйепләп булмай, ул бөгөн үҙ проблемаларын үҙе хәл итергә мәжбүр. Бөгөн беҙ интернат директорынан күңелде тынысландырырлыҡ, хәүефһеҙ киләсәккә өмөт уятырлыҡ һүҙҙәр ишеттек ишетеүгә. Хөснитдин Хөснулла улы үҙ һүҙҙәренә тоғро ҡалыр, һаҡланыу сараларын ныҡлы контролдә тотор, тип ышанабыҙ. Ни генә тиһәң дә, был интернаттағы хәл-торош уның намыҫында бит.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.06.14 | Ҡаралған: 1671

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru