«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тарихи хәҡиҡәт
+  - 

ҠОШ СӨЙӨП ҺУНАР ИТЕҮ

Билдәле булған һунар төрҙәре араһында ҡош сөйөү башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында айырым урын алып тора. Был һунар тураһында күп легенда-риүәйәттәрҙә, йырҙарҙа, эпостарҙа һүрәтләнә, йәғни етеҙ ыласын, ҡеүәтле бөркөт һәм ҡанатлы ат күп кенә башҡорт әкиәттәрендә ҡаһарман батыр менән бергәләп яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшә. Шулай уҡ тарихи сығанаҡтар ҙа йыртҡыс ҡоштар менән һунарҙың Башҡортостан территорияһында киң таралған булыуы хаҡында һөйләй. Башҡорт шәжәрәләрендә, мәҫәлән, юрматыларҙың, табындарҙың яҙмаларында ла ҡош сөйөү хаҡында телгә алына. Ишмөхәмәт кантон үҙе ҡош сөйөү оҫтаһы булараҡ дан алған кеше була. Халҡыбыҙҙың боронғо һунар төрө менән тарих фәндәре кандидаты Мирза Ғизетдин улы МУЛЛАҒОЛОВ таныштыра.

Башҡортостан - элек-электән ҡош сөйөү киң таралған төбәк булараҡ билдәлелек яулаған. Бәлки, халыҡтың тәбиғәтте яратыуы, уның менән аңлашып йәшәүе, тәбиғәт балаһы булыуы быға сәбәпсе булғандыр. Кеше тәбиғәтте яратмаһа, уны аңларға тырышмаһа һәм уға иғтибарлы булмаһа, ҡырағай ҡоштарҙы өйрәтеүҙә лә ҙур уңыштарға өлгәшә алмаҫ ине. С. Сомье исемле немец тикшеренеүсеһе үҙенең күҙәтеүҙәрендә "...башҡорттар ыласындарҙы һәм бөркөттәрҙе өйрәтеүҙә айырым һәләткә эйә", тип юҡҡа ғына яҙып ҡалдырмағандыр.
Ҡош сөйөү һунарының башҡорт халҡында киң таралыуы тәү сиратта уларҙың хужалыҡ ихтыяждары менән аңлатыла. Улар бөркөт ярҙамында үҙҙәренең малдарын бүреләрҙән һаҡлаһа һәм тире алыу өсөн төлкө-ҡуяндарға һунар итһә, ыласын һәм ҡарсығалар ярҙамында үҙҙәрен ҡыр йәнлектәренең ите менән тәьмин иткән. Нуғай хандары һәм мырҙаларынан азат булып, үҙ ерҙәрен ҡайтарғандан һәм Рус дәүләте менән берләшкәндән һуң, башҡорттар Аҡ батшаға барып үҙҙәренең тәбиғи байлыҡтарын барлағанда: "Имеем места для зимовья, имеем места для кочевки... есть беркуты с гнездами...", - тип, һунар ҡоштарын да телгә алып китә.
Ҡош сөйөүҙең (соколиная охота) киң таралған осоро татар-монгол яуынан алып XIX быуат уртаһына тиклемге араға тура килә. Ҡош һунары менән шөғөлләнгән башҡорттар йыртҡыс ҡоштарҙы эйәләштереүҙә, өйрәтеүҙә һәм улар менән һунар итеүҙә ҙур тәжрибә туплай. Ошо үҙенсәлекте күп кенә Рәсәй (П. Рычков, П. Паллас, И. Лепехин, Э. Эверсман) һәм сит ил (С. Сомье, И. Де Бай, Ф. Ратцель) тикшеренеүсе-ғалимдары билдәләп китә. Башҡортостан Рәсәй составына ҡушылғас, башҡорт ерҙәренә күпләп урыҫ, татар, сыуаш, мари, мордва, удмурт крәҫтиәндәре күсеп килә башлай. Күсеп килгән халыҡ йоғонтоһонда башҡорттар ҙа ер эшкәртеү менән ныҡлап шөғөлләнә башлай, шул уҡ ваҡытта килмешәк крәҫтиәндәр ҙә башҡорттарҙың йәшәү рәүешенә иғтибар итә, бәғзеләрен үҙләштерә. Кемдәрелер, башҡорттар кеүек үк, йыртҡыс ҡоштар менән ҡырағай йәнлектәргә һунар итә башлай. Ә һунарсы ҡоштар менән уларҙы башҡорттар тәьмин итеп тора.
Күп сығанаҡтарҙа ҡош сөйөү таралған территория дала менән генә сикләнә. Ләкин XVIII быуатҡа тиклем ҡош һунарының таралыу ареалы киңерәк булған. Быны халыҡ ижады ҡомартҡылары менән бер рәттән, ҡайһы бер тикшеренеүселәрҙең хеҙмәттәре дәлилләй. Ғөмүмән алғанда, был һунар төрө башҡортта күп тармаҡлы кәсепселекте тәшкил итә. Берәүҙәр йыртҡыс ҡош ояларын эҙләһә, икенселәр уларҙы аулау менән мәшғүл була, өсөнсөләр ҡошсоҡтарҙы ҡулға эйәләтә, дүртенселәр уларҙы һунарға өйрәтә, бишенселәр иһә баҙарға сығарып, һунарсы ҡоштар менән сауҙа итә. Һунар менән шөғөлләнеүселәр ҙә күп була.
Һунар өсөн бөркөт, ыласын, ҡарсыға ҡулланыла. Өйрәктәрҙе аулау өсөн һаҙ көйгәнәген ҡулланыу тураһында ла мәғлүмәттәр бар. Бөркөттәр менән һунар артыҡ таралмай. Оло быуын кешеләре әйтеүе буйынса, әгәр бөркөт бүренең моронон тырнаҡтары менән ҡармап өлгөрмәһә, үҙе бүренең ҡорбанына әйләнә, йәки ҡаты яралана. Шуның өсөн дә башҡорттар был ҡошто ҡулға эйәләштергәндән һуң, ҡаҙаҡтарға, төркмәндәргә һата, ә үҙҙәре ыласын менән ҡарсығаларҙы хуп күрә. Һуңғы быуаттарҙа башҡорттар ҡош сөйөү менән күп осраҡта күңел асыу өсөн генә шөғөлләнә башлай, ә көндәлек тормошта һунарҙың был төрөн артыҡ ҡулланып бармайҙар. Хужалыҡ төрҙәре һәм тәбиғәт шарттары үҙгәргән һайын, ыласын һунары яйлап һүнә башлай. Ер эшкәртеү, иген, йәшелсә культуралары сәсеү менән шөғөлләнеү башҡорттарҙың йәшәү рәүешен нигеҙенән үҙгәртә. Әгәр быға тиклем башҡорттар йәйҙәрен йәйләүҙәрҙә үткәрһә, әкренләп был ғәҙәттәренән йыраҡлаша баралар. Ә бит ҡош сөйөү тап йәйләүҙәрҙә йәшәгән халыҡҡа хас була. Ер эшкәртеү кешеләрҙең күп ваҡытын ала, шул сәбәпле һунарсылыҡ юҡҡа сыға бара һәм йыртҡыс ҡоштарҙы өйрәтеү, эйәләштереү менән батрактар ғына шөғөлләнеүен билдәләй ҡайһы бер ғалимдар.
Был һунар төрөнөң яйлап юҡҡа сыға барыуының икенсе сәбәбе - Башҡортостанды колониялаштырыу шарттарында урман майҙандарының кәмеүе. Урмандарҙың кәмеүе күпләп ҡырағай йәнлектәрҙең дә юҡҡа сығыуына килтерә. Ҡош сөйөүҙең юғалыуында кеше факторы ла һуңғы роль уйнамай. Ғәҙәттә, йәрминкәләрҙә бөркөттәргә һәм ыласындарға ҙур хаҡ ҡуйыла. Шул сәбәпле, уларҙы табыу, өйрәтеү, эйәләштереү кәсебе киңәйә башлай. Алдан билдәләнеүенсә, хәҙер инде башҡорттар ғына түгел, был төбәктә йәшәгән башҡа милләттәр ҙә бының менән ныҡлап шөғөлләнә, экологик проблема килеп тыуа. Ҡоштарҙы эйәләштереү менән шөғөлләнгән башҡорттарҙа нәҫелде дауам иттереү өсөн ояларҙа себеш ҡалдырыу тәртибе ныҡлы күҙәтелһә, хәҙер инде ҡомһоҙ кәсепселәр был тәртипте күҙәтмәй һәм оялағы бөтә бәпкәләрҙе лә алып китеү күренеше массовый төҫ ала. Был да һунар ҡоштарының кәмеүенә килтерә. Күпмелер ваҡыттан был боронғо һунар төрө йәйләүгә сыҡҡан башҡорттар араһында ғына һаҡланып ҡала. Ыласын-бөркөттәр менән бергә ҡош сөйөү ҙә, ҡоштарҙы өйрәтеү, эйәләштереү оҫталығы ла юҡҡа сыға. Н.А. Зарудный үҙ хеҙмәтендә, экологик проблемаға ишаралап: "... йылғыр ҡоштарҙы һирәк килтерәләр. Килтерелгәндәре араһында ла матур, ҡыйыу бөркөттө күреп булмай", - тип яҙа.
Йыртҡыс ҡоштар менән һунар итеүҙе яҡшыраҡ күҙ алдына килтерер өсөн В. Зефировтың яҙғандарына мөрәжәғәт итәйек. "Соколиная охота в Башкирии" тигән хеҙмәтендә ул башҡорт старшинаһы саҡырыуы буйынса ҡош сөйөүҙә ҡатнашыуы хаҡында бәйән итә. Һунар ваҡытында Зефиров старшина һәм уның улдары менән бергә бик күп өйрәк һәм ҡыр ҡаҙҙары йөҙөп йөрөгән күл буйына килә. Старшина мылтыҡтарҙан атырға бойороҡ бирә, ҡурҡыныс тауышҡа бар ҡыр ҡоштары бер юлы күлдән күтәрелә. Ошоно ғына көткән һунарсылар үҙҙәренең төп ҡоралдарын эшкә йәлеп итә. "Ҡапыл дүрт ыласын һәм бөркөт... ҡурҡҡан өйөргә үлемесле уҡтай ташланды. Ыласындарҙың етеҙлеге һәм көсө мине һоҡландырҙы һәм шатландырҙы, ләкин бөркөт, был ҡанатлы бүре, үҙ хәрәкәттәрендә үтә уҫал ине... ул осоп барған килеш бер ҡаҙҙы ботарлағандан һуң, шунда уҡ икенсеһенә, өсөнсөһөнә, дүртенсеһенә йәбеште. Ыласындар төрлө яҡҡа таралған ҡоштар көтөүөнә баш була алмауын күргәс, ул йәшен тиҙлегендә алыш яланын урап сыҡты, ҡоштарҙы ҡабаттан бер көтөүгә өйҙө һәм үҙенең ҡанһыҙ ләззәтләнеүен дауам итте; ҡорбандарын ҡанаттары менән һуғып төшөрҙө, тырнаҡтары менән өҙгөләне. Бер сәғәт тирәһе ваҡыттан эш бөткәйне инде. Һуңғы ҡорбан менән ыласындар ергә төштө, әммә бөркөт һаман да күкте байҡай ине әле..."
Был өҙөктә йыртҡыс ҡоштар менән һунарҙың башҡорттар өсөн классик варианты һүрәтләнә. Ниңәлер, ҡош сөйөү күп халыҡтарҙа таралған булһа ла, уның нисек итеп атҡарылыуы ентекләп бер ҡайҙа ла яҙылмаған. Зефировтың хеҙмәте был йәһәттән оло ҡиммәткә эйә. Ошо өҙөктә беҙ һәр ҡанатлы йыртҡыстың һунарҙағы "вазифаһы" һәм ҡорбанына ҡарата ниндәй ысул ҡулланыуын күрәбеҙ.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.06.14 | Ҡаралған: 1835

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru