«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
монолог
+  - 

ТЫНЛЫҠТЫ ИШЕТКЕҢ КИЛӘМЕ?
"Башҡорт Иле"нә кил!

Беҙҙең тәнебеҙ генә түгел, йәнебеҙ ҙә ялға мохтаж. Был осраҡта сәйәхәткә сығып китеү иң ҡулайлы сара икәнен берәү ҙә инҡар итмәҫ, моғайын. Берәүҙәр сәйәхәт өсөн сит илдәрҙе һәм ҡитғаларҙы һайлаһа, икенселәр үҙебеҙҙең республиканың матур тәбиғәтендә ял итеп көс йыйыуҙы өҫтөнөрәк күрә. Төбәктә туризмдың киң йәйелә барыуы һәм төрлө йүнәлештә эшләгән туҡталҡаларҙың артыуы ла ялды төрләндерергә мөмкинлек бирә. Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә Бөрйән районында "Башҡорт Иле" агротуристик хужалығын булдырыусы эшҡыуар Миңзиә Рауил ҡыҙы ХАТИПОВА менән ошо өлкәнең асылын аңларға тырышабыҙ, хәл ителәһе мәсьәләләрҙе барлайбыҙ, республикала туризмдың киләсәген күҙаллайбыҙ.

Сәйәхәтте яратыу - бала саҡтан

Сығышым менән Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы Ҡыпсаҡ ауылынанмын. Тәбиғәтте, сәйәхәт итеүҙе бала саҡтан яраттым. Күңелемдә һәр ваҡыт бығаса булмаған ерҙәрҙе барып күреү, офоҡ артында йәшеренгән серле донъяны асыу теләге йәшәне. Бәләкәй саҡта ауылдың балалары йыйылып, тирә-яҡтағы һалмыларға (беҙҙең яҡта тауҙы шулай тип атайҙар) менеп, йылға буйында палаткалар ҡороп, үҙебеҙ тотҡан балыҡтан һурпа бешереп ашап, дөрләп янған усаҡ янында һөйләшеп ултырырға ярата инек. Бындай походтарға бигерәк тә малайҙар иркенләп йөрөнө, ә беҙҙе, ҡыҙҙарҙы, әллә ни эйәртеп, үҙҙәре янына бик яҡын ебәреп бармайҙар ине. Шуға ҡарамай, мин тәбиғәт ҡосағына барып, ундағы матурлыҡҡа һоҡланып, тыныслыҡта ял итеп, мөғжизәле һиллектән көс йыйып ҡайтыуҙың әмәлен таба инем.
Сәйәхәт итергә яратыуым Һамар ҡалаһында уҡыған саҡта тағы ла нығынды. Университеттың беренсе курсында уҡ туризм өлкәһендә эшләгән "Офоҡ" клубын эҙләп таптым һәм унда ҡулыма диплом алғансы шөғөлләндем. "Офоҡ"та тәүҙә һыу туризмын "ауыҙлыҡланым", унан һуң тәбиғәтте йәйәү гиҙҙем, шулай уҡ ҡаяға үрмәләү буйынса ла ярайһы ғына тәжрибә тупланым. Ошо йылдарҙа клуб ағзалары менән күп ерҙәрҙә булдыҡ, төрлө төбәктең тәбиғәте менән таныштыҡ, халыҡтың йәшәйешен күрҙек. Тик ни өсөндөр Башҡортостан яҡтарына, Урал тауҙарына сәйәхәттәр ойошторолманы һәм миңә үҙемдең тарихи тыуған төйәгемде күрергә тура килмәне.
Ғаилә тормошо, бәләкәй балалар сәйәхәттәрҙе бер аҙға туҡтатты, ләкин туризм менән шөғөлләнеүгә булған ынтылышымды һүндерә алманы. Шуға күрә балалар бер аҙ үҫкәс, үҙем уҡытҡан профессиональ училищела туристик клуб булдырҙым. Минең кеүек үк сәйәхәтте яратыусы студенттар менән бөтә Рәсәйҙе йөрөп сыҡтыҡ. Шулай уҡ Белоруссия, Украина, Төркмәнстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан ерҙәрен күрҙек, мәғрур Кавказ тауҙарына мендек. Ошо сәйәхәттәр барышында юлдарыбыҙ Башҡортостан аша ла үткәне булды, был яҡтарҙың матурлығын, гүзәллеген күрә йөрөнөм, ләкин төбәп кенә бер ҡасан да килергә насип булманы.
Башҡортостанға юлды миңә Ҡоролтай асты. 1990 йылдар башында беҙгә Башҡортостандан делегация килеп, Һамар башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо. Миңә, ҡоролтайҙың беренсе рәйесе булараҡ, Өфөгә йыш йөрөргә тура килде. Беренсе килеүемдә үк республиканың тәбиғәтенә ғүмерлеккә ғашиҡ булдым һәм һәр ваҡыт бында килергә ашҡынып торҙом. Ынтылышым шул тиклем көслө булғандыр инде, оҙаҡламай баш ҡалаға килеп төпләнеү өсөн яйы ла сыҡты: миңә бында эш тәҡдим иттеләр. Эшем буйынса республиканың төрлө райондарында, шул иҫәптән Бөрйән яҡтарында йыш булырға тура килә ине. Бөрйән районын беренсе тапҡыр күргәндәге уй-кисерештәрем әле булһа йөрәгемде семетеп-семетеп ала. Хоҙай кешене бик яратып яралтҡандыр, сөнки тормош көтөү өсөн уға ошондай гүзәллекте бүләк иткән. Ә "Башҡорт Иле" туристик базаһы урынлашҡан Ишдәүләт утарын донъяның иң матур урыны, тип билдәләйем.

"Башҡорт Иле"нә рәхим итегеҙ!

Район үҙәге Иҫке Собханғолдан йылға буйлап 5 саҡрым түбәндә урынлашҡан Ишдәүләт утары Ағиҙелдең күркәм боролошонда, шау артыш менән ҡапланған бейек ҡаяға һыйынып ултырған. Халыҡ телендә Ябаҡ тип йөрөтөлгән утар элек ҙур булған, ләкин оло ташҡындан һуң халыҡ хәүефһеҙ урынға күскән. Әлеге ваҡытта унда ни бары дүрт хужалыҡ бар. Утарҙан артабан оло юл юҡ, ни бары йылға буйлап һуҡмаҡ ҡына китә. Был үҙе үк утарҙағы тәбиғәттең сафлығы, кеше ҡулының әҙ тейеүе хаҡында һөйләй. Уға саф һауаны, тынлыҡты, ҡунаҡсыллыҡты, изге күңеллелекте лә ҡушһаң, тормош ығы-зығыһынан ял итеү өсөн иң яҡшы урын килеп сыға. Бында һулыштар киңәйеп китә, йөрәк тыныслана, күңелдә аңлатып булмаҫлыҡ һиллек тыуа, бар мәшәҡәттәр ҙә онотола. Һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынырға яратыусыларға ҡойма артында Ағиҙел аға, тау үрҙәрен яулау уйы менән янғандар өсөн эргәлә өҫкә ауырҙай тойолған мәғрур ҡаялар бар. Ҡала шау-шыуынан арып килгәндәр бигерәк тә ҡәнәғәт буласаҡ, сөнки беҙҙә тынлыҡтың үҙен ишетергә мөмкин. Туристик база асыу уйы менән янып йөрөгәндә юлдарымдың нәҡ ошо ергә алып килеүенә Хоҙайға рәхмәтлемен.
"Башҡорт Иле" агротуристик хужалығын 2008 йылдың яҙында төҙөй башланым һәм әлеге ваҡытта ул туристарҙы ҡабул итеүгә тулыһынса әҙер. Ял итеүселәр ҡарағайҙан эшләнгән, заманса йыһазландырылған һәм бөтә шарттар ҙа булдырылған 6 өйҙә йәшәй. Өйҙәрҙең иҙән-түбәләре, стеналары буяу менән буялмаған һәм йыуғандан һуң унда шул тиклем саф еҫ тора, хатта баштар әйләнә. Шулай уҡ улар өсөн яҡшы ике мунса, балалар һәм спорт майҙансыҡтары эшләй. Туристың, тәү сиратта, тамағы туҡ булырға тейеш. Кеше ниндәй генә матурлыҡ донъяһында йөрөмәһен, ниндәй генә тәбиғәт мөғжизәләрен күрмәһен, тамағы ас икән, бар ыңғай тәьҫораттар ҙа юҡҡа сығасаҡ. Шуға күрә беҙ аш-һыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Ашау-эсеү туҡлыҡлы, мул һәм барыһының да күңеленә хуш килерлек итеп бешерелә. Беҙҙең меню көн һайын мотлаҡ башҡорт милли аштары һәм эсемлектәре - бишбармаҡ, кәзә һөтө һәм ҡымыҙы, өлөш, шулай уҡ ондан бешерелгән ашамлыҡтар - индереп төҙөлә. Ит, май-һөт, ҡатыҡ, ҡорот кеүек аҙыҡ-түлекте урындағы халыҡтан һатып алам. Минең менән даими хеҙмәттәшлек иткән кешеләр бар. Мәҫәлән, ҡоротто Аҫҡар ауылында йәшәүсе Мәрғиә апай бик оҫта эшләй. Уның ыҫлап яһаған ҡорото ауыҙҙа иреп тора. Майы ла юғары сифатлы, кешегә оҡшай. Аш-һыуҙы, күбеһенсә, асыҡ һауала ҙур ҡаҙандар аҫып бешерәбеҙ. Был, беренсенән, аҙыҡты телде йоторлоҡ тәмле итә, икенсенән, газ булмаған ерҙә ныҡ ҡотҡара. Айырым осраҡтарҙа ял итеүселәрҙе мәтрүшкәле самауыр сәйе менән дә һыйлайым. Ләкин бер юлы 20-30 кеше ял иткән саҡта самауыр менән генә сәй еткереп булмай, шуға электр сәйнүгенә көн ҡала. Тағы ла буҙа эшләү уйы бар, ләкин уның өсөн эштең бар нескәлеген белгән махсус кеше кәрәк, сөнки бер үҙем барыһына ла өлгөрә алмаясаҡмын. Ә эште эшләгәс, еренә еткереп башҡарырға кәрәк. Буҙа эшләүгә әлегә тотонмауымдың тағы бер сәбәбе - барыһы ла буҙаны ҡабул итмәй һәм эсә һалып бармай. Шуға күрә был тәмле һәм туҡлыҡлы милли эсемлекте эсеү мәҙәниәтен үҫтереү һәм үҙебеҙҙең халыҡ араһында ла, ял итеүселәрҙә лә популярлаштырыу мөһим.
Әлеге ваҡытта "Башҡорт Иле" туристик базаһы тулы көсөнә тик йәй миҙгелендә генә эшләй. Ә шул уҡ ваҡытта беҙҙә башҡа ваҡытта ла һәйбәт итеп ял итеп була. Мәҫәлән, тәбиғәт ҡосағында Яңы йылды ҡаршылау һәр кемдең хәтерендә матур иҫтәлек булып уйылып ҡаласағына шигем юҡ. Шулай уҡ тыуған көн, юбилей, туй һәм башҡа ғаилә байрамдарын да тәбиғәттә билдәләү шатлыҡлы ваҡиғаға йәм генә өҫтәйәсәк. Ә яҙ-көҙ айҙарында "Башҡорт Иле"ндә ижад кешеләре үҙҙәренең әҫәрҙәрен ижад итергә мөмкин. Иғтибарҙы бер нәмә лә бүлмәй, маҙаһыҙлап йөрөүсе кеше юҡ, матур тәбиғәт - әйҙә, рәхәтләнеп яҙ, һүрәт төшөр, илһамланып йырҙар ижад ит.
Ял итеү беҙҙә ҡыйбатҡа төшмәй. Мәҫәлән, бер кешегә йәшәү, ашау-эсеү, мунса, төрлө экскурсион программалар менән бер тәүлек ял итеү 1500 һум буласаҡ. Шулай уҡ беҙҙә бер аҙнаға иҫәпләнгән ял итеү программаһы ла бар. Ул осраҡта иһә ял итеүселәребеҙгә тағы ла киңерәк экскурсион программа тәҡдим итәбеҙ. Уның эсенә Әтек ауылына барыу, Баҙалы тауының иң бейек түбәһенә менеү, "Шүлгәнташ" һәм башҡа мәмерйәләр мөғжизәләрен ҡарау, Ағиҙелдән ағып төшөү һәм башҡалар бар. Шулай уҡ теләге булғандарға район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре "Һыу башлау" йолаһын да сәхнәләштереп күрһәтә. Мин ғаилә туризмына өҫтөнлөк биреүсе булараҡ, бер-нисә бәләкәй бала менән килеүселәргә ташламалар ҙа яһайым. Ә 4 йәшкә тиклемге балалар өсөн бөтөнләй түләү ҡаралмаған.
Базаның эшмәкәрлеген мин үҙем нисек, ниндәй шарттарҙа ял иткем килә, шунан сығып ҡорам. Ваҡытында күп ерҙәрҙә булыуым һәм бихисап туристик базаларҙы күреүем бөгөнгө көндә ныҡ ярҙам итә, сөнки туристарҙың ялдарынан ҡәнәғәт булһындар өсөн нимә һәм нисек эшләргә кәрәклеген яҡшы аңлайым. "Башҡорт Иле"ндә, иң күбе, 30 кеше ял итергә мөмкин. Ошо һанды иң оптималь һанайым, сөнки артығыраҡ булһа, ял итеүселәр бер-береһенә ҡамасау була һәм ял минуттарының бәҫе китә. Шулай уҡ база хеҙмәткәрҙәренең дә һәр кемгә иғтибары етмәйәсәк, хеҙмәтләндереүҙең сифаты ла зыян күрәсәк, ә былар бик мөһим мәлдәр.
Базаның ни өсөн "Башҡорт Иле" тип аталыуы менән ҡыҙыҡһыныусылар күп. Билдәле сәйәхәтсе Ибн Фаҙлан үҙенең яҙмаларында беҙҙең яҡтарҙы "Башҡорт Иле" тип яҙып ҡалдырған һәм туристик база асыу уйы башыма килгәс тә үк, уның исеме ошондай буласаҡ, тип ҡарар иттем. Башҡортостандың йөҙөк ҡашы Бөрйәндә, башҡорт халҡының ҡобайыр-легендалары төйәгендә, Урал батыр йөрөгән ерҙә урынлашҡан ял итеү урыны тик ошондай исем генә йөрөтөргә мөмкин, минеңсә. Исемде тик башҡортса ғына яҙам, сөнки тик туған телебеҙҙә генә уның тулы мәғәнәһе, айышы, йөкмәткеһе асыла кеүек. Был исем минең эшмәкәрлегемә аяҡ саласаҡ, тип белдереүселәр күп булды, ләкин яңғырауыҡлы исем артынан ҡыуып, мин үҙ булмышымдан баш тарта алмайым.

Маҡсат һәм тырышлыҡ - уңыштың нигеҙе

Ниәтемде ысынбарлыҡ итеү өсөн күп көс түгергә тура килде, ләкин һөҙөмтә бар тырышлыҡты ла аҡланы. Иң беренсе ер мәсьәләһен хәл итеү оҙаҡҡа һуҙылды. Шулай уҡ эш барышында электр уты менән килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү ҙә байтаҡ ваҡытты һәм көстө алды. Ләкин бер ниндәй кәртә лә, әгәр ҙә, бар күңелең менән ынтылған эшкә тотонғанһың икән, юлыңды яба алмай. Маҡсат һәм тырышлыҡ булғас, был бурысты ла атҡарып сыҡтым. Ғөмүмән, ҡайһы өлкәлә булһа ла ошо ике сифат уңыштың нигеҙе, тип һанайым. Әгәр ҙә килеп тыуған ауырлыҡтарҙан баҙап, алдыңа ҡуйған маҡсатыңдан тиҙ генә баш тартһаң һәм ялҡаулығыңа баш була алмаһаң - тормошта ниндәйҙер үрҙәргә артылыуың икеле. Әлеге ваҡытта мине иң борсоғаны - утарға юлдың булмауы. Йәйгеһен, йылға бер аҙ һайығас, утарға кисеү, ә ҡышын Хоҙай Тәғәлә биргән күпер - боҙ аша йөрөйбөҙ. Ә яҙын-көҙөн бейек ҡаянан һалынған юл буйлап төшөргә кәрәк. Был юл хәүефле булыуы менән бер рәттән, алыҫ та. Шуға күрә район хакимиәте үҙ контроленә алған был мәсьәлә быйылдан да ҡалмай хәл ителер, тип ышанам.

Беҙҙең өлкәлә конкуренция юҡ

Башҡортостанда туризм өлкәһендә конкурентлыҡ бөтөнләй юҡ. Тотош республикала туризм менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Минең Башҡортостанға килеүемә 10 йыл. Ошо ваҡыт эсендә туризмды үҫтереү мөһимлеген билдәләп һөйләнгән ялҡынлы телмәрҙәрҙе күп ишетергә, гәзит биттәрендә баҫылған әңгәмәләрҙе күп уҡырға тура килде. Барыһы ла күп һәм оҫта һөйләй, ләкин аныҡ эш эшләгән кеше һирәк. Был йәһәттән дәүләттең ярҙамы бихисап конференция, семинарҙар ғына үткәреүгә генә ҡайтып ҡалырға тейеш түгел, минеңсә. Тәү сиратта, был эшмәкәрлекте үҙ иңдәренә алырға теләүсе энтузиастарға һүҙ ярҙамы менән бер рәттән, реаль, күҙгә күренгән эштәр башҡарып та ярҙам итеү фарыз. Бында һүҙ субсидия биреү, аҡса бүлеү хаҡында бармай, ә күберәген туристик базалар урынлашҡан йәки ойошторорға теләгән яҡтарҙа инфраструктураны үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә ҡайтып ҡала. Эшҡыуар үҙенең туристик базаһында һәйбәт шарттар булдырып, яҡшы хеҙмәтләндереү тәҡдим итеп тә, ул базаға барып етерлек һәйбәт юл булмаһа йәки ял итеүселәргә ҡамасаулаусы башҡа мәшәҡәттәр булһа, эштәр алға китмәйәсәк. Туризмдың ныҡлап үҫеүе өсөн тағы бер шарт - был өлкәне ҡараған дәүләт органдарында тәбиғәтте яратҡан һәм аңлаған, сәйәхәтте үҙ иткән кешеләрҙең эшләүе. Әгәр ҙә кеше булмышы менән сәйәхәтсе булмаһа, сәйәхәт итеү уның йәшәйешенә әйләнмәһә, туризмды үҫтереү буйынса ул бер файҙалы эш тә башҡара алмаясаҡ.
Был өлкәгә күберәк йәштәребеҙҙе ылыҡтырырға кәрәк. Уларҙағы көс, энергия, позитив фекерләү, заманса технологиялар менән дуҫ булыу, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмау сифаты - барыһы ла уңышлы эшмәкәрлектең нигеҙе. Яңыраҡ баш ҡалала туризмға бағышланған ҙур конференцияла башҡорттарҙың, айырыуса йәштәрҙең, күп булыуы мине ҡыуандырҙы. Тимәк, туризмға иғтибар көсәйә, уның менән шөғөлләнергә, был өлкәлә эшләргә теләүсе милләттәштеребеҙ арта. Ундайҙарға килегеҙ, эшләгеҙ, уйҙарығыҙҙы тормошҡа ашырығыҙ, тип өндәшкем килә. Был эшкә тотонорға теләүселәргә ярҙам итергә лә әҙермен.
Төбәктә туризмдың үҫеүе, нығыуы, етеҙ аҙымдар менән алға барыуы был эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарға ғына түгел, ә урындағы халыҡҡа ла файҙалы. Туристик туҡталҡаларҙың төҙөлөүе эш урындары барлыҡҡа килтерә, район бюджетын тулыландыра, инфраструктураның үҫеүенә булышлыҡ итә. Шулай уҡ халыҡ эшҡыуарға күмәртәләп һөт-майын тапшырырға йәки туристарға һатып ебәрергә мөмкин.
Туризмдың үҫеүенең кире яҡтары ла бар, әлбиттә: тәртипһеҙ туристарҙың тәбиғәтте бысратыуы, урмандарға зыян килтереүе, бесәнлектәрҙе тапауы, урындағы халыҡты бимазалауы мөмкин. Ләкин бөтә донъяла әүҙем үҫешкән туризмды туҡтатыу мөмкин түгел, шуға күрә насар эҙемтәләрҙе кәметеү йәки бөтөнләй булдырмау өҫтөндә эшләргә кәрәк. Был йәһәттән нәҡ туристик базаларҙы күпләп үҫтереүгә иғтибар бирергә кәрәк. Бындай махсус урындарҙа бөтә нәмәгә күҙ-ҡолаҡ булырға мөмкин, ә ҡырағай туристарҙы контролдә тотоп булмай.

Сит тел белеүеңдән ни фәтүә, туған телеңдә һөйләшмәһәң?

Башҡортостанда йәшәй башлағас, ике төбәктәге милләттәштәремдең ни тиклем бер-береһенән айырылыуын аңланым. Был телдә лә, үҙҙәрен йәмғиәттә тотоуҙарында ла, ҡылыҡ-фиғелдәрендә лә сағыла. Беҙҙең Һамар өлкәһендә, ҡалаһында рух, башҡортлоҡ көслө. Һәр кем үҙенең башҡорт булыуы менән ғорурлана. Милләттәштәр һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, улар берҙәмдәр һәм ойошҡандар. Башҡортостандан ситтә йәшәү беҙҙе берләштерә, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булырға, туған телебеҙгә, тарихыбыҙға иғтибарлыраҡ булырға этәрә, күрәһең. Һамар ҡалаһында башҡорт телен ишетһәм, тәндәрем земберләп китер ине. Әле Башҡортостанда йәшәгәс, сылтыр шишмә ағымындай башҡорт телмәрен ишетеү, аралашыу мөмкинлеге күберәк һәм мин быға шатланып бөтә алмайым. Тик барыбер, минеңсә, республикала, бигерәк тә Өфөлә, башҡорт теле әҙ яңғырай. Ни өсөндөр, туған телдәрен яҡшы белһәләр ҙә, урыҫ телендә аралашыуҙы хуп күрәләр. Урамда йәштәр балалары менән сит телдә һөйләшә, әбей-бабайҙар телдәрен вата-емерә урыҫса һупалай. "Ни өсөн рәхәтләнеп үҙебеҙҙең телдә һөйләшмәйһегеҙ?" тип һорағаным да бар. "Башҡорт телендә һөйләшкәнде башҡа милләт вәкилдәре яратмай бит", тигән яуап ишетеп ныҡ аптыраным. Ни өсөн беҙгә, үҙебеҙҙең өйөбөҙҙә, башҡа берәүҙең хуплауы, яратыуы һәм ниндәй телдә һөйләшергә кәрәклеген билдәләүе кәрәк һуң әле? Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Йәмғиәткә үҙеңде нисек күрһәтәһең, ҡабул итеү ҙә тейешенсә була. Әгәр ҙә үҙеңдең туған телеңдә һөйләшергә оялаһың икән, әллә күпме сит тел белеүеңдең бер фәтүәһе лә юҡ.
Һамарҙа бер башҡорт та үҙ теленән оялмай, һөйләшергә уңайһыҙланмай һәм тартынмай. Тирә-яҡтағылар ҙа беҙҙе, беҙҙең телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һәм булмышыбыҙҙы ихтирам итә һәм нисек барбыҙ, шулай ҡабул итә. Һамарҙа башҡорттарға ҡараш бөтөнләй икенсе. Ә Башҡортостанда башҡа милләттең ерле халыҡҡа булған мөнәсәбәтен күреп, һәр саҡ ғәжәпләнәм. Бәләкәй генә миҫал. Базаға килеүсе башҡа милләт вәкилдәре ни өсөндөр мине "үҙҙәренеке" итергә тырыша. Ләкин мин үҙемдең башҡорт булыуыма баҫым яһаһам, мөнәсәбәт бөтөнләй үҙгәрә, һалҡыная, әле генә алдыңда йылмайып-көлөп торған кеше бөтөнләй икенсе ҡиәфәткә керә. Был хәл минең башыма һыйып бөтмәй. Башҡорт йәшәгән ергә барып, "Башҡорт Иле" тип аталған туристик базаға ял итергә килеп, улар нимә көтә, нимә теләйҙер - аңламайым. Уйланым-уйланым да, шундай фекергә килдем: бындай ҡараштың булыуына беҙ үҙебеҙ ғәйепле. Үҙебеҙҙе тел менән дә, эш менән дә кәмһетергә бирмәһәк, башҡортҡа һүҙ тейҙерергә батырсылыҡ иткән һәр кешегә тейешле яуап ҡайтарырға өйрәнһәк - ҡараш та, мөнәсәбәт тә үҙгәрәсәк. Үҙ еребеҙҙә ҡайтарып һүҙ әйтергә ҡурҡабыҙ. Башҡаларҙы яҡлау түгел, үҙен яҡлап һүҙ әйтергә ҡурҡҡан милләтәштәребеҙ күп. Былай йәшәргә ярамай. Әлбиттә, мин һәр урында ирешеп-талашып йөрөргә кәрәк, тип әйтмәйем, ләкин үҙеңде, милләтәштәреңде яҡлай белергә кәрәк. Был, күптәр уйлағанса, милләтселек түгел, был - патриотлыҡ. Әгәр ҙә һәр беребеҙ "миңә теймәһәләр, миңә һүҙ әйтмәһәләр - булған" тип йәшәһә, артабан нимә булыр?
Беҙҙең башҡорт яҡшы күңелле, рәхимле, юғары эске этикаға эйә, әҙәпле, иреш-талаш яратмаған, ярҙамсыл халыҡ. Бер ҡасан да үҙебеҙҙең принциптарыбыҙҙы башҡаларға көсләп тағырға тырышмайбыҙ, күҙенә ҡарап бәреп әйтеп бармайбыҙ, кешенең күңелен китерлек ауыр һүҙҙәр әйтеүҙән тыйылабыҙ. Беҙ бик толерант булыуыбыҙ менән дә айырылып торабыҙ һәм ҡайһы берәүҙәр ошоно үҙ мәнфәғәттәрендә рәхәтләнеп ҡуллана. Быға сик ҡуйырға ваҡыт.

Шулай итеп...
Башҡортостан еренең гүзәллеген һәм үҙенсәлеген башҡаларға башҡорттан башҡа берәү ҙә бар тулылығында асып һала алмаясаҡ, сөнки уға был эштә ата-бабалары рухы ярҙам итә, туған тупрағы көс бирә, тарихы илһамландыра. Ә был ҡатмарлы, әммә бар йәһәттән дә ҡыҙыҡлы өлкәлә бөгөнгө әңгәмәсебеҙ кеүек үҙ эшен яратҡан һәм бар күңелен һалып башҡарған кешеләрҙең булыуы уны тағы ла йөкмәткелерәк итә. Шуға күрә, туризм эшҡыуарлығында милләттәштәребеҙҙең артыуын һәм республикаға сәйәхәтселәрҙе һәм ял итеүселәрҙе күберәк ылыҡтырыуҙарын теләргә генә ҡала.

Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.06.14 | Ҡаралған: 2180

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru