«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
мосолман әҙәбе
+  - 

ИЗГЕ РАМАҘАН - ШӨКӨР АЙЫ

Изге Рамаҙан айына аяҡ баҫабыҙ. Аллаһы Тәғәлә был изге Ҡөрьән Кәрим ебәрелгән айҙа үҙ ҡолдарына ҙур шәфҡәтлелек күрһәтә. Рамаҙан айында Йәннәт ҡапҡалары асыла, Йәһәннәм ҡапҡалары ябыла, мосолмандарҙы тура юлдан тайпылдыртмаһын өсөн шайтандар сылбырҙар менән бәйләнә. Хәҙистәрҙә: "Кешеләр Рамаҙан айының өҫтөнлөктәрен белһә, улар уның мәңге һуҙылыуын теләр ине", - тип әйтелә.

Аллаһы Тәғәлә Ер шарын төрлө тәмләткестәр менән тулы өҫтәл кеүек яратҡан һәм кеше көтмәгән ерҙән уға ризыҡ бирә. Шуның менән Ул үҙенең хакимлығының камиллығын, Үҙенең сикһеҙ мәрхәмәтен, рәхимен, йомартлығын күрһәтә. Ә инде Изге Рамаҙанда кешеләр теүәл һәм ҡаты ҡағиҙәләр хөкөм һөргән бер ғәскәргә әйләнә. Бөйөк Солтан тарафынан табынға саҡырылған был ғәскәр, ҡояш батыуға яҡынлашҡас, итәғәтле ҡолдар кеүек "Рәхим итегеҙ" тигән әмерҙе көтә. Был ғәскәр Раббыбыҙҙың рәхимле, бөйөк, барыһына ла тигеҙ бүленгән йомартлығына үҙенең берҙәм, тәртипле хеҙмәте менән түләй.
Аллаһы Тәғәлә Ерҙе кешеләр өсөн төрлө муллыҡ менән тултырған һәм бының өсөн тейешле хаҡ - Уға шөкөр итеү, рәхмәтле булыу иҫәпләнә. Аллаһы Тәғәләгә шөкөрлө булыу - ул бөтә ризыҡтың, байлыҡтарҙың, муллыҡтың Аллаһы Тәғәләнән килеүен, ошо бүләктәрҙең ысын ҡиммәтен төшөнөү, кешенең был ниғмәттәрһеҙ йәшәй алмаясағын аңлау. Изге Рамаҙан айындағы ураҙа - шөкөрҙөң, рәхмәт белдереүҙең хаҡ, таҙа, бөйөк асылын асыу сараһы ул. Сөнки күп кешеләр рамаҙан айынан башҡа айҙарҙа мохтажлыҡ, асығыу тойғоһон кисермәй, шуға күрә илаһи бүләктең ысын ҡиммәтен дә белмәй. Ҡатҡан икмәк киҫәге туҡ, бигерәк тә бай кеше өсөн бер ниндәй әһәмиәткә лә эйә түгел. Әммә ошо киҫәктең ни ҡәҙәр бөйөк ҡиммәт булыуын мөьмин ифтар ваҡытында аңлай. Изге Рамаҙанда батшанан алып фәҡиренә тиклем бөтәһе лә ошо ниғмәттәрҙең ысын хаҡын, мәғәнәһен төшөнә башлай, Раббыларының йомартлығына рәхмәттәрен белдерә. "Был минең мөлкәтем түгел, минең ризыҡ ашарға ла иркем юҡ, тимәк, был башҡа берәүҙең мөлкәте. Мин уның рөхсәтен көтәм", - ти һәм шулай итеп Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итә. Ураҙа шөкөр итеү сараһына әйләнеп, кешенең йәшәйештәге ысын ролен, урынын асыҡлай.
Кешенең йәмәғәт тормошо күҙлегенән дә ураҙа ҙур мәғәнәгә эйә. Уларҙың береһе шул: кешеләр матди хәлдәренә торошло төрлө социаль баҫҡысҡа ҡарай. Ләкин ураҙаны бөтә талаптарына еткереп тотҡан хәллеләр ярлыларға мәрхәмәтлек тойғоһо менән ҡарай башлай, сөнки үҙҙәре лә күпмелер ваҡытҡа асығыу тойғоһо кисерә. Ураҙа булмаһа, үҙ мәнфәғәттәрен генә үтәү менән мәшғүл байҙар, асыҡҡан фәҡирҙең өлөшө ни ҡәҙәре әсе икәнен, ни ҡәҙәре улар йәлләүгә һәм ярҙамға мохтаж булыуын белмәҫ ине. Бәлки, икенсе берәүгә мәрхә-мәтлек - хаҡ шөкөр тойғоһоноң нигеҙе ул. Ниндәй генә кеше булмаһын, ул һәр саҡ үҙенән ярлыраҡты табасаҡ. Уға шәфҡәт, ярҙам күрһәтеү хәлле кешенең бурысына әйләнергә тейеш. Ураҙа ваҡытындағы фарыз, йәғни мотлаҡ асығыу булмаһа, мәрхәмәтлек, шәфҡәт булмаҫ ине. Бының эҙемтәһе булараҡ, теләктәшлек, ярҙам да булмаҫ ине. Бай кеше фәҡир кешенең хәлен үҙ тәнендә татымағанға күрә, ярҙам булған осраҡта ла ул ихлас күңелдән атҡарылмаҫ ине.
Рамаҙан айындағы ураҙа шәһәҙәт кәлимәһе, намаҙ, зәкәт, хаж менән бергә исламдың төп шарты, терәге һанала. Уның мосолман өсөн мотлаҡлығы Ҡөрьән Кәримдең "Эй, Минең берлегемде һәм барлығымды таныған иманлы бәндәләр! Һеҙҙән алда булған өммәттәргә фарыз ителгән кеүек, һеҙгә лә ураҙа ғибәҙәте фарыз ителде, бәлки, һеҙ ҙә, дингә кәмселек килтереүҙән һаҡланып, тәҡүә кешеләрҙән булырһығыҙ" (Әл-Баҡара сүрәһе, 183-сө аят) аяты һәм башҡа аят-хәҙистәр менән дәлилләнә. Балиғ булғандарға, үҙҙәрен мосолман тип иҫәпләгәндәргә, аҡылға зәғиф булмағандарға был ғәмәл фарыз. Ныҡ ауырығанда, сәфәрҙә саҡта, ҡатын-ҡыҙҙар ауырлы булған, бала табып таҙарынған, сабыйҙы күкрәк һөтө менән ашатҡан осорҙарында, күрем ваҡытында ураҙа ваҡытлыса кисектерелә (сәфәр ваҡытында, ҡыйынлығы булмаһа, ураҙа тотоу хуплана). Ләкин мөмкинлек сығыу менән мөьминдәр фарыз ғәмәлде көнөн көнгә килтереп үтәп ҡуйырға бурыслы. Шулай уҡ ураҙа тотҡанда ниәт итеү төп шарт булып тора. Ураҙа ябығыр, организмды таҙартыр, йә башҡа оҡшаш маҡсаттарҙа тотолһа, уның мәңгелек тормош өсөн файҙаһы юҡ, асығыу был донъя өсөн генә. Кеше ураҙа ғәмәлен Аллаһы Тәғәләнең барлығын, берлеген танып, ислам диненең хаҡлығына инанып, фарыз булыуын аңлап үтәһә генә ҡабул була. Ниәт сәхәр ваҡытында, йәки көндөң тәүге яртыһында әйтелә. Хәнәфи мәҙхәбендә ниәтте ҡысҡырып, ишеттереп әйтеү мотлаҡ түгел, иң мөһиме, кеше йөрәк менән ниәт алырға тейеш.
Ураҙа ғәмәленең нескәлектәре күп. Уларҙы тулыраҡ белер өсөн дин әһелдәренә, дини китаптарға мөрәжәғәт итеү зарур. Белем генә кешене хаталаныуҙан һаҡлай, уға ураҙаһын һәм барлыҡ ғәмәлдәрен тейешенсә үтәргә ярҙам итә. Быйыл рамаҙан айы 27 июндә ҡояш байығас башлана. Беренсе тәрәүих намаҙы ошо кистә уҡыла. 28 июнь ураҙаның беренсе көнө.

Арыҫлан ИСКӘНДӘРОВ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.06.14 | Ҡаралған: 1778

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru