«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
... ғәҙәттәре күркәм
+  - 

ХАТАЛАРҘАН ЙӨҘӨҢ ҠЫҘАРМАҺЫН, ӨФӨМ!

Ошо көндәрҙә Өфө ҡала округы хакимиәтендә "Хатаһыҙ ҡала" дөйөм ҡала конкурсына йомғаҡ яһалды. Бынан 8 йыл элек был сара тәүҙә ҡала урамдарында, сауҙа нөктәләрендә, алтаҡталарҙа, тауар ярлыҡтарында һәм башҡа ерҙәрҙә күҙгә төртөп инеп барған хаталарҙы асыҡлаусы иң әүҙем граждандарҙы тәбрикләүҙән башланғайны. Икенсе йылына уҡ ул ҡоласын киңерәк йәйеп, ике этаптан үткәрелә башлай һәм унда дәүләт телдәренә тейешле кимәлдә иғтибар биргән иң яҡшы предприятие һәм ойошма, иң яҡшы ҡала районы билдәләнә.

Ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов белдереүенсә, конкурс "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" БР законын тормошҡа ашырыу, ҡаланы зауыҡлы һәм хатаһыҙ итеү маҡсатынан ойошторола. Сара барышында ҡаланың барлыҡ хужалыҡ тармаҡтарына методик һәм ғәмәли ярҙам күрһәтелә.
Конкурс барышында 9 төркөм баһалама ағзалары баш ҡаланың 300-ҙән ашыу учреждениеһын, предприятиеһын, ойошмаһын (мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт, ЗАГС, йәштәр сәйәсәте һәм спорт, һаулыҡ һаҡлау, сауҙа, хеҙмәт күрһәтеү, реклама, сәнәғәт һәм иҡтисад, транспорт, элемтә, төҙөлөш һәм архитектура, коммуналь һәм торлаҡ хужалыҡ), шул иҫәптән ҡала райондарының "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" БР законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссиялары эшмәкәрлеген тикшергән.
Өфө ҡала округы хакимиәте Мәғариф бүлегенең телдәр сәйәсәте буйынса бүлек етәксеһе Зөлфиә Ханнанова белдереүенсә, бөтөн райондарҙа ла тиерлек, Октябрь районынан башҡа, Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссияларҙың яуаплы секретарҙары алмашынған һәм был хәл уйланырға мәжбүр итә. Киров, Октябрь, Калинин, Совет райондары хакимиәттәре ошо йүнәлештә эште яҡшы ойошторған. Ғөмүмән, һәр райондың үҙенең раҫланған эш планы бар һәм эшмәкәрлек уларға ярашлы алып барыла. Шул уҡ ваҡытта Орджоникидзе районының эш планы хакимиәт башлығында раҫланмаған һәм саралар бары тик мәғариф өлкәһенә генә ҡағыла. Ҡайһы бер райондарҙа документтарҙы һаҡлау буйынса эш яйға һалынмаған, был йәһәттән Октябрь районы өлгө булып тора - уларҙа тотош архив бар. Район комиссиялары республика, ҡала норматив акттары, методик әсбаптар һәм һүҙлектәр менән тәьмин ителгән.
- Барлыҡ район хакимиәттәрендә лә дәүләт телдәрендәге республика һәм ҡала матбуғат баҫмаларына яҙылыу тейешле кимәлдә ойошторолған. Әммә Өфө ҡала округында башҡорт телендә сыҡҡан һәм республика зыялылары араһында абруй ҡаҙанған берҙән-бер "Киске Өфө" гәзитен Киров районында (йылдың тәүге яртыһына 373 кеше яҙылған) һәм Совет районында (213 кеше) ғына сағыштырмаса күпләп яҙҙырталар. Өфө райондары хакимиәттәрендә был баҫманы берәр дана ғына алдыралар, Дим һәм Калинин райондары хакимиәттәрендә "Киске Өфө"гә бөтөнләй яҙылмайҙар, - тине Зөлфиә Миңлебай ҡыҙы. - Компетентлы жюри әҙерләгән критерийҙар буйынса, шулай уҡ хакимиәттәрҙең бүлектәрендә эшләгән һәм дәүләт башҡорт телен белгән хеҙмәткәрҙәр булыу-булмауына ла иғтибар иттек. Тейешле хеҙмәттәр эшкә ҡабул иткәндә хеҙмәткәрҙең милләтенә генә түгел, ә уның дәүләт телдәрендә аралаша алыу-алмауына ла иғтибар йүнәлтһен ине. Юҡһа, "Телеүҙәк" тапшырыуына башҡортса һөйләшә белгән теләһә ниндәй бүлек кешеһен ебәрәләр. Ләкин кеше ни тиклем эрудит булмаһын, торлаҡ хужалығы белгесе һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙарға лайыҡлы яуап бирә аламы ни?.. Бындай тәҡдим баһалама төркөмө етәкселәренең сығыштарында ла ҡабат-ҡабат һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Шулай уҡ башҡорт телен белгән белгестәргә өҫтәмә түләүҙәр булдырыу тураһында ла әйтеп үтелде. Ә хакимиәттәрҙә компетентлы тел белгестәренең булмауы хәҙер инде етәкселәрҙе түгел, ә мәғлүмәт таҡталарының, алтаҡталарҙың үҙҙәрен "ҡыҙарырға" мәжбүр итә. Ленин, Дим, Орджоникидзе райондары хакимиәттәрендәге орфографик, грамматик, стилистик хаталар быға асыҡ дәлил. Ә бит балыҡ башынан серей - хакимиәттәрҙә хаталарға юл ҡуйыла икән, тимәк, етәкселәрҙең дәүләт телдәренә мөнәсәбәте лә шундай. Бында бер генә миҫал килтереп китеү урынлы булыр, моғайын. Мәҫәлән, Орджоникидзе районы хакимиәтенең алтаҡтаһындағы хатаны төҙәтергә бынан ике йыл элек әйтелгән булһа ла, йөк һаман урынында тора - "ағайҙар" мыйыҡ та бормаған.
Шулай уҡ, башҡа етешһеҙлектәр менән бер рәттән, баш ҡала мәктәптәренең береһендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлмәһенең цоколь ҡатында урынлашыуы ла, башҡорт теле сәғәттәренең икенсе фәндәргә бирелеүе лә телгә алынды. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов быны дәүләт теленә булған мөнәсәбәт, тип баһаланы һәм мәсьәләне үҙ контроленә алып, мәғариф идаралығына яңы уҡыу йылына тиклем уны хәл итергә ҡушты. Ә инде эш барышында асыҡланған етешһеҙлектәр буйынса һәр ойошма-предприятиеға аныҡ тәҡдимдәр ебәреләсәк.

Шулай итеп...
Туғыҙ йүнәлеш буйынса тикшереү йомғаҡтарынан сығып, еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде: III дәрәжә диплом һәм 25 мең һумлыҡ сертификат менән - Калинин районы хакимиәте, II дәрәжә диплом һәм 30 мең һумлыҡ сертификат менән - Октябрь районы хакимиәте, I дәрәжә диплом һәм 50 мең һумлыҡ сертификат менән Киров районы хакимиәте бүләкләнде. Совет, Ленин, Дим, Орджоникидзе райондары хаикимиәттәрен дәртләндереү маҡсатында уларға димпломдар һәм 10-ар мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.07.14 | Ҡаралған: 1506

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru