«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
мөғжизәле донъя
+  - 

ПАРАЛЛЕЛЬ ДОНЪЯ...
уйҙырма түгел

Кеше үҙен ниндәй генә көслө аҡыл эйәһе итеп тоймаһын, ул тик матди донъяны ғына күрә һәм ҡабул итә ала. Элегерәк параллель донъя тураһында һөйләүселәрҙә параноя билдәләре күреп, психиатрик дауаханаға һалып та ҡуйырҙар ине. Шулай ҙа ғалимдар, кеше беҙҙе уратып алған донъяның бер процентын генә күрергә һәләтле, тигәнде таный хәҙер. Был ысынлап та шулайҙыр. Дини китаптарҙа ла беҙгә күренмәгән донъя, унда йәшәүселәр хаҡында мәғлүмәт бирелеп, уларҙан һаҡ булырға өйрәткән иҫкәрмәләр бар бит.

Сәләмәт кешеләрҙең һис уйламағанда аҡылы зәғифләнеүе, йән, тән ауырыуҙары барлыҡҡа килеүенә кеше күҙенә күренмәгән донъя ағзалары ла сәбәпсе. Әсәйем миңә эргәбеҙҙә параллель донъя барлығын иң беренселәрҙән булып аңлатты һәм уларҙан бер ҡасан да ҡурҡмаҫҡа ҡушты. Таңғы алтыла мәктәптең мейесенә ут яғырға йөрөгән әсәйем мине, 4-5 йәшлек баланы, үҙе менән ала ине. Мәктәп элекке мәсет бинаһында урынлашҡан. Күҙ алдына килтерегеҙ, әсәй мейестәргә утын һала, ут тоҡандыра, ошо саҡта кемдәрҙер парталарҙы түңкәрә йәки кире ултырта! Әсәйем эргәлә булғанғамы икән, шундай ығы-зығынан мин ҡурҡмайым, әммә әсәйҙең ҡурҡыуы, борсолоуы әле лә хәтеремдә. Тик нимә ҡылһын, йән аҫырар өсөн эшләргә кәрәк. Ул һәр саҡ таң менән уятып, мине үҙе менән эшкә йөрөттө, нисә барһаҡ та мәктәптә ниндәйҙер тауыштар булыр ине.
Үҫә төшкәс, әсәй менән бергә леспромхозға сайыр йыя башланыҡ. Ҡайһы саҡта ауылдан бик алыҫҡа китеп эшләр инек. Бер саҡ Ярыу тигән ерҙә сайыр йыйҙыҡ та, сайырсылар өйөндә ҡунып ҡалырға булдыҡ. Ашағандан һуң йоҡлап киткәнмен. Төн уртаһында әсәй бышылдап ҡына мине уята: "Тегеләр күсенә башланы!" Уның ҡурҡыуҙан ҙур булып киткән күҙҙәренә ҡарап: "Ҡурҡма, әсәй, ана ишеккә ҙур типке ҡуйылған. Үтер ҙә китерҙәр, беҙ юл эсендә үк түгел бит", - тинем шым ғына. Йорт эргәһенән генә үткән юлда балалар илашыуы, ат, мал ҡыуыусыларҙың һөрәнләүҙәре, ҡыңғырау зыңы, көлөшкән тауыштар 15 минут самаһы ишетелеп торҙо. "Альпинист" тигән радиоприемнигыбыҙ була торғайны, шунда ирҙәр һөйләшкән каналды табып, тауышын асып, йоҡлап киткәнмен. Иртән мотоциклды кистән ҡуйған урынында түгел, бөтөнләй икенсе яҡтан табып алдым. Баҡтиһәң, элек-электән фермалар көҙөн ауылға күсенеп ҡайтыу менән уларҙың йәйләүенә ен-пәрейҙәр күсенер булған.
Ошоға оҡшаш тағы бер ваҡиға булды. Иҫке Собханғол менән Янһары ауылы араһында Саҡмағош шишмәһенең сыҡҡан урыны бар. Был ерҙе ололар, ен ояһы, тип йөрөтөрҙәр ине. Йәш саҡта өс тәгәрмәсле мотоциклға ҡатынымды ултыртып, шул тау битенә килдек. Ул ваҡытта өйләнешмәгәйнек әле. Сентябрь айы, ай яҡтыһында юл күренеп ята, ҡаршыбыҙҙа ялан аша ғына Саҡмағош буйы. Мин төнгө урманда баян уйнай башланым. Бер аҙҙан уйнауҙан туҡтағайным, ҡаршы яҡтағы һыу буйында тауыш ҡупты. Тауыштан, аттар ҡыңғырауы зыңынан быларҙың арбаға тейәлешеп, ашығып беҙгә ҡарай юлланғандарын аңлап ҡалдым. "Ана, уйнауҙан туҡтаны, ҡабаланығыҙ", - тине ирҙәр тауышы. Юлда саң ҡупты, ә үҙҙәре күренмәй, һауа тып-тын, ел юҡ. Айлы аяҙ тыныс төндә был хәл мине ныҡ ғәжәпкә ҡалдырҙы. Әйберҙәрҙе мотоциклға ырғытып, ул урындан тайыу яғын ҡараныҡ. Шунда улар килеп етеп өлгөрһә, минән таң атҡансы баян уйнатырҙар ине, нисек ҡотолор инек уларҙан, белмәйем. Баян тауышы менән тыныс йәшәп ятҡан параллель донъяның тыныслығын юғалттыҡ шулай.
Өсөнсө ваҡиға шулайыраҡ булды. Бер егет менән военкоматта комиссия үттек тә, төнгә ҡарай 40 километр алыҫлыҡта ятҡан ауылыбыҙға ҡайтырға сыҡтыҡ. Ай яҡтыһында Берлек ауылын үттек, ҡар йырып, Баҙал тауы аша менеп төшөүебеҙгә хәл бөттө, аяҡтар атламаҫ булды. Ике көн буйы ас йөрөгәнлектән, аслыҡ ашҡаҙанды бөрөп алып бара. Элек кеше юлаусыны йоҡлатырға бик индереп бармай торғайны. Шулай булмаһа, беҙ алыҫ юлға ынтылмаҫ та инек. Тауҙы аша төшкәс, Әлеш фермаһына етәһең, унда аласыҡтар тора. Тау эргәһендәге аласыҡҡа инеп, сыуалға ут яғып ебәрҙек. Иптәшем: "Ял итеп кенә сығабыҙ, һеҙ беҙгә теймәгеҙ, беҙҙең һеҙгә зыяныбыҙ теймәҫ", - тип әйтеп өлгөрөүе булды, өйҙө ян-яҡлап кемдер туҡмай башланы. Бәләкәй генә өй һелкенеп ултыра. Иптәшем бер аяғын сисеп өлгөргәйне, сылғауы менән итеген тотоп, ялан аяҡ сығып йүгерҙе, мин уның артынан. Арығансы йүгереп, таң алдынан ауылға килеп индек. Ошонан һуң кеше йәшәмәгән өйгә, ағас ҡыуышлыҡтарына, мәмерйәләргә инмәҫ булдым, сөнки тыныс, кеше, техника, хайуандар борсомаған урындарҙа беҙҙең күҙгә күренмәгән йән эйәләре йәшәй.

Марат ИШМӨХӘМӘТОВ.
Бөрйән районы.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.07.14 | Ҡаралған: 1854

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru