«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
афарин!
+  - 

ЭСТОНИЯ ИҪЛӘЙ САЛАУАТТЫ!

Быйыл Башҡортостан ғына түгел, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һуңғы көндәрен үткәргән алыҫ Эстония ере лә уның 260 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Төрлө саралар ойошторолоу менән бер рәттән, ошо көндәрҙә Таллинн ҡалаһының "ТЕА" нәшриәтендә "Эстония иҫләй: Салауат Юлаев" тип аталған китап донъя күрҙе. Уны сығарыуҙа яҡташыбыҙ, "Ағиҙел" башҡорт мәҙәни йәмғиәте рәйесе Филүзә Хәйруллина күп көс һалған. "Салауат Юлаев Эстония менән ныҡ бәйле. Үкенескә күрә, уның исеме бында киң таралған тип әйтеп булмай. Палдиски ҡалаһында һәйкәле булыуға, ҡала музейында уға арналған экспозиция эшләүгә ҡарамаҫтан, Салауаттың исемен киңерәк таратыу өсөн был ғына етерлек түгел. Шуға күрә беҙ милли батырыбыҙ тураһында китап сығарып, унда уның биографияһына, уның шиғырҙарына, Тарту архивы материалдарына, Салауат Юлаевҡа бағышланған төрлө сараларҙа төшөрөлгән фотоһүрәттәргә ҙур урын бирергә тырыштыҡ", - ти ул.
Быға тиклем алыҫ Балтик илендә Салауат Юлаев тураһында эстон телендә түгел, рус телендә лә бер генә китап та донъя күргәне булмаған. Әле бер юлы ике: рус һәм эстон телендәге материалдарҙы үҙ эсенә алған беренсе китап. Әйткәндәй, уны өс телле тип тә әйтергә мөмкин, сөнки "Уралым" шиғыры башҡорт телендә бирелгән.
Батырыбыҙҙың шиғырҙарын эстон шағирҙары Ли Сеппел менән Андрес Ехин, ә инде мәҡәләләрҙе һәм Мостай Кәримдең "Салауат" трагедияһын Таллинн университетының Эстон филологияһы факультеты талибы, Филүзәнең улы Илнур Хәйруллин тәржемә иткән.
"Китапты ҡулыма алғас, барлыҡ дуҫтарыма, йәмғиәт ағзаларына шылтыратып, шатлығым менән уртаҡлаштым. Барыһы ла йылы һүҙҙәр әйтә, ҡотлай. Тик бер танышым ғына бер һүҙ әйтмәй тынып ҡалды, - тип һөйләй Филүзә ханым. - Ниңә өндәшмәйһең, ҡыуанмайһыңмы ни, тип һорайым аптырағандан. "Мин шатлығымдан илайым", ти танауын мырш-мырш тартып. Беҙ, Эстонияла йәшәүсе Башҡортостан кешеләре, батырыбыҙҙың 260 йыллығына шундай китап сығарыуыбыҙға бик шатбыҙ. Моғайын, бүләгебеҙгә Салауаттың рухы ла ҡыуаналыр!"

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.07.14 | Ҡаралған: 1885

Киске Өфө
 
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru