«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
килешмәйем!
+  - 

АҠЫЛҒА УЛТЫРЫУ...
дәрестә аҡыллы ултырыуҙан башлана

Яңыраҡ Үҙәк телевидение бер төркөм кешеләрҙең Украинаның бер губернаторын кабинетына инеп дөмбәҫләүен һүрәтләгән сюжет күрһәтте. Губернаторҙың ғәйебе шунда: ул Майҙандағы митингыларҙа ҡатнашҡан бер табипты һаулыҡ һаҡлау министры итеп ҡуйырға теләмәгән, имеш. Кейеме бүҫелеп йыртылған бахыр губернатор кабинетының тәҙрәһенән сығып ҡасырға мәжбүр булды - центнерҙан артыҡ кәүҙәһе менән икенсе ҡаттан ырғып төшөүе еңелдән булмағандыр, әммә күҙенә аҡ ҡара күренмәгән төркөмдән ҡотолоуы менән ул барыбер үҙен бәхетле тойғандыр...

Был ваҡиғанан алда Украина президенты Виктор Янукович та халыҡтың үҙсуд ойоштороуынан ҡасып ҡотолдо, ошондай хөкөмдән ҡасҡан элекке хөкүмәт етәксеһе Николай Азаровты хәҙер бөтә донъя буйлап эҙләйҙәр. Бындай экскурс үткәреүемдең сәбәбе шунда: төрлө кимәлдәге депутаттар, чиновниктар үҙҙәрен яҡлау һәм һаҡлау өсөн ниндәй генә сара уйлап тапмай! Үҙҙәрен көнө-төнө һаҡлаған махсус органдар, иммунитет тураһындағы закондар, дәүләт тарафынан яҡшы матди тәьминәт (дачалар, машиналар, ял йорттары, пенсия һ.б.). Һүҙ ҙә юҡ, дәүләт менән идара итеү еңелдән түгел, йыш ҡына уларға үҙ халҡыңа ҡаршы йүнәлтелгән ҡарарҙар ҡабул итергә лә тура килә - үҙеңде халыҡ нәфрәтенән ошолайтып "аярға" кәрәктер ҙә. Әммә бик шашып киткәндә халыҡ был сараларға төкөрөп бирә лә ҡуя шул...
Бына әле лә РФ Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Виктор Шудеговтың тейешле законға индереү өсөн тәҡдим ителгән төҙәтмәләр һәм үҙгәртеүҙәр проекты халыҡты шаҡ ҡатырҙы. Уның асылы шунда: уҡытыусыларҙы әлеге чиновниктарға тиңләү. Депутат уйы буйынса, педагогты мыҫҡыллаған, кәмһеткән, уға ҡул күтәргән өсөн ата-әсәгә, балаға тейешле яза бирергә кәрәк. Ул Енәйәт Кодексының 319-сы статьяһына ярашлы, власть әһелдәрен "рәнйеткән" өсөн бирелгән язаға тиң булырға тейеш. Мәҫәлән, әгәр уҡыусы, уның ата-әсәһе уҡытыусыны кеше алдында мәсхәрә итһә, уларҙы ярты йылдан бер йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәренә ебәреү ҡаралырға тейеш.
Был новация тураһында ишеткәс, үҙемдең таныш педагогтарға мөрәжәғәт иттем. "Күптән кәрәк ине!" тигән, дәррәү хуплау һүҙҙәрен ишеткәс, баҙап ҡалдым: ни хәлгә барып еттек - уҡытыусы йәлләткә әйләнгән булып сыға түгелме? Ни өсөн ул тыңламаған балалар, уларҙың ата-әсәһе өсөн ошо сараны хуп күрә? "Кеше кешегә - бүре" тигән принцип мәктәпкә лә барып еттеме ни хәҙер? Был закон мәғарифтағы хәлде үҙгәртә алырмы? Эйе, акселерат уҡыусыларҙың йыш ҡына уҡытыусылар менән конфликтҡа инеүе, хатта ҡул күтәреүе тураһында яҙып торалар. Ҡайһы бер ата-әсә лә бөтә ғәйепте балалар баҡсаһы, мәктәп коллективына япһарырға әҙер тора. Юҡ-бар өсөн судлашып йөрөүселәр ҙә етерлек. Ата-әсәләр йыйылышында ошондай кешеләрҙе күреп, йән әрней. Уҡытыу, тәрбиә процесы менән шөғөлләнеү урынына, судтарҙа ваҡыт үткәргән мәғариф етәкселәрен йәлләп тә ҡуям. Әгәр ҙә баяғы закон проекты үҙ көсөнә инеп, уҡытыусылар судлаша башлаһа, уҡыу процесы нисек булыр икән?
Депутаттың әлеге тәҡдимен аңлап була: Думаның ярты составы киләһе округтарҙа үтәсәк һайлауҙарҙа ҡатнашырға әҙерләнә - электоратҡа оҡшарға тырышыу өсөн ниндәйҙер яңылыҡ кәрәктер, күрәһең. Тимәк, уҡытыусылар В. Шудегов өсөн тауыштарын йәлләмәйәсәк...
Әйткәндәй, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығының быйылғы Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса ҡабул иткән ҡарары ла аптыратты. Уртаса балл бик түбән килеп сыҡҡас, балаларҙың байтағын (уртаса 20 процентын) аттестатһыҙ ҡалдырмау өсөн рус теленән тейешле балды 24-кә тиклем төшөрөү тураһында ҡарар ителде. Был ҡарарҙың В. Шудегов тәҡдиме менән бәйле икәне көн кеүек асыҡ бит. Мәктәптәге тәртипһеҙлектәр башлыса ошо "балласт" арҡаһында килеп сыға түгелме? Барыбер аттестат бирәсәктәренә ышанған уҡыусынан тейешле тәртип көтөп тә булмай. Белем менән нығытылмаған аттестатын тотоп, ата-әсәһен эйәртеп, вузға килмәҫ тимә уны. Һуңынан министрлыҡ уларҙы ҡабул иткән вуздарҙы лицензиянан мәхрүм иткән булып, халыҡ алдында "эш күрһәтә". Кемде алдайбыҙ һуң?..

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

Әлиә ЯҠУПОВА: Бөгөн мәктәптә эшләгән уҡытыусыны баланың агрессияһынан, һүгенеү, әр һүҙҙәренән директор ҙа, мәғариф идаралығы ла яҡлай алмай, сөнки уҡыусы һәм уның ата-әсәһе һәр ваҡыт хаҡ, тигән принцип алға ҡуйыла. Быны уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә яҡшы белә һәм бик оҫта ҡуллана. Мәҫәлән, мин өлгәшә алмаған уҡыусыға 3-лө билдәһе ҡуям икән, уның ата-әсәһе ҙур тауыш ҡуптарып, был баламдың "өслө"һө түгел, һеҙҙеке, сөнки тейешенсә белем бирә алмағанһығыҙ, тип, балаһын аҡлап, һине ғәйепләп китә. Бер әсәйҙең 25 йыл эш стажы булған уҡытыусыны шулай төрлө урындарға саҡыртып йөрөтөп, аҙаҡтан ғәфү үтенергә мәжбүр иткәнен беләм. Дөрөҫөн әйткәндә, бындай бәхәстәр башлыса юҡ ҡына урында тыуа, янъял көҫәп йөрөүселәргә был етә ҡала. Өфө ҡалаһының бер лицейында эшләйем, директорыбыҙ бәхәстәрҙе яйлау буйынса хатта махсус комиссия булдырырға мәжбүр булды. Шунан ата-әсәнең уҡытыусыға булған бындай мөнәсәбәтен күргән бала уҡытыусыны нисек ихтирам итһен инде? Ошоларҙы иҫәпкә алғанда, бындай закон бик кәрәк.
Көнһылыу ҠОТЛОБАЕВА, уҡытыусы: Беҙ бит ураҡ-сүкешле Совет иленән. Эшселәр менән крәҫтиәндәр синыфы алға ҡуйылып, башҡа өлкәлә эшләгән хеҙмәткәрҙәр йәмғиәттең әреғорто, тип иғлан иткәндә алтынсы класта уҡып йөрөй инем. Бигерәк тә уҡытыусылар, мәҙәниәт менән медицина өлкәһендә эшләүселәр эләкте был кәмһетеүгә. Яңыраҡ юғары белемле нефтсе: "Бөтөн әрәмтамаҡтарҙы беҙ, матди байлыҡ етештереүселәр, аҫрайбыҙ", - тип хәбәр һөйләй. Нефтте етештерә алмауҙарын, ер ҡуйынынан әҙерҙе һурып ултырыуҙарын, ә инде үҙенә белем биргән уҡытыусыларына рәхмәтле була белмәүе әҙәпһеҙлек икәнлеген иҫкәртергә тура килде. Йылдар һуҙымында мәғарифты икенсе планға ҡуйыу, теләнсе хәленә төшөрөү, хоҡуҡи яҡтан сикләүҙәр, мәғәнәһеҙ реформалар үҙенең емергес эшен эшләне инде. Телевидениеның мыҫҡыллы фильмдар аша мәктәпкә, уҡытыусыларға кире йәмәғәт фекере әүәләү өҫтөндә эшләүен бер нисек тә аҡларлыҡ түгел. Матбуғатта ла ике йөҙлөлөк ярылып ята. Мәғариф эсендә ҡайнап та, ундағы хәл-торошҡа бөтөнләй йоғонто яһай алмаған уҡытыусы, әлбиттә, хоҡуҡи яҡлауға мохтаж. Дәүләт кимәлендә сәйәсәтте 180 градусҡа үҙгәртмәй тороп, мәғарифтың престижын, уҡытыусы абруйын ҡайтарыу мөмкин түгел. Ә закондар яҙып ҡына нимәнелер үҙгәртеп булмаясаҡ. Бер фәйләсүф әйткән бит: көслө дәүләттең закондары күп булмай...

Илдар ҒӘБИТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.07.14 | Ҡаралған: 1592

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru