«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
диалог
+  - 

ЭШҠЫУАРЛЫҠҠА БАЙЫҒЫУ ӨСӨН КИЛӘЛӘРМЕ?
Юҡ, ғаиләне аҫырау өсөн

Эшҡыуарлыҡты беҙҙә йыш ҡына дөрөҫ аңламайҙар. Уны башлыса байығыу, "оҙон аҡса" эшләү алымы тип иҫәпләйҙәр. Ә шулай ҙа, эшҡыуарлыҡ һөнәр-шөғөлмө, әллә йәшәү рәүешеме? Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк? Киләсәктә ниндәй өлкәлә үҙ эшеңде асыу отошлораҡ буласаҡ? Һәм, ахыр сиктә, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлар өсөн башланғыс капиталың булыуы, йә кредит алыу мотлаҡмы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында беҙ эшҡыуарҙар - сығышы менән Әбйәлил районы Ҡушый ауылы уҙаманы Даян МӨХӘМӘҘИН менән тамырҙары Ҡырмыҫҡалы районынан булған Фәнис ӘЛМӨХӘМӘТОВты әңгәмәгә саҡырҙыҡ.

Бөгөн күп кенә йәштәр юғары уҡыу йортон тамамлай ҙа, үҙ һөнәре буйынса эш таба алмай ҡаңғыра, тапһа ла, эш хаҡы менән риза булмай, икенсе эш менән шөғөлләнергә мәжбүр була. Һуңғы йылдарҙа бер-нисә дипломға эйә булып та, һөнәре буйынса түгел, ә башҡа аҡсалыраҡ урында хеҙмәт итеүселәр күбәйҙе. Әлбиттә, уңышлы ғына итеп үҙ эшен - шәхси предприятиеһын асыусылар ҙа етерлек. Әммә уларҙың күпселеге, ахыр сиктә, һалымдарҙы, йә башҡа ҡаршылыҡтарҙы йырып сыға алмайынса, ябыла тора. Ә һеҙ үҙ эшегеҙҙе нисек, ниҙән башланығыҙ?

Даян МӨХӘМӘҘИН Д. Мөхәмәҙин: БДУ-ның тарих бүлеген тамамлағас, минең башымды: "Тарих уҡытыусыһы булып эшләһәм, киләсәктә ғаиләмде аҫырай, балаларымды уҡыта алырмынмы?" - тигән икеле уй биләп алды. Әмәлгә ҡалғандай, ағайымдың дуҫы Әхмәр ағай үҙ фирмаһына менеджер итеп саҡырҙы, яҡшы эш хаҡы вәғәҙә итте. Эшем шунан ғибәрәт ине: фирманың тауарын, йәғни аҙыҡ-түлек продукттарын һатам да, айырмаһын үҙемә ҡалдырам. Шулай һәүетемсә генә эшләп йөрөгәндә (2007 йылда), үҙ эшемде асырға кәрәк, тигән ныҡлы фекергә килдем. Хәҙер аҙыҡ-түлек һатыу менән үҙем шөғөлләнә башланым. Бер иптәш ҡайһы банктан кредит алыу уңайлыраҡ булыуын төшөндөрөп биргәс, шул банктан 150 мең самаһы кредит алып, бизнесыбыҙҙы тағы ла киңерәк йәйелдереп ебәрҙек. Шулай итеп, халыҡ араһында "Гурьевка" тип йөрөтөлгән Киров районы баҙарында һатыу нөктәләребеҙҙе астыҡ, йөк машинаһы һатып алдыҡ. Бөгөн контейнерҙарыбыҙ һаны ун бишкә етте.
Фәнис ӘЛМӨХӘМӘТОВ Ф. Әлмөхәмәтов: Һөйләгәндәрем тулыраҡ булһын һәм яҡшыраҡ аңлашылһын өсөн бәйәнемде 70-се йылдар урталарынан - үҙемдең 14-15 йәшлек үҫмер сағымдан башлағым килә. Бизнесым беҙ ул ваҡытта йәшәгән Ишембай ҡалаһында төрлө сит ил музыка төркөмдәренең исемдәре яҙылған футболкалар һатыуҙан башланып китте. Ул ваҡытта бары тик аҡ төҫтәге футболкалар ғына сығарыла, уларҙа бер ниндәй яҙыу ҙа, һүрәт-маҙар ҙа юҡ ине. Мин ҡалалағы бер-нисә фирма магазинынан 1-2 футболка һатып алам да, үҙем яһаған трафареттар, автомобиль буяй торған аэрозолдәр ярҙамында уларға буяу яғам. Футболкаларҙы күмәртәләп алмай инем, сөнки ул ваҡытта шәхси эшҡыуарлыҡ закон тарафынан тыйыла, уны боҙған кешеләрҙе иркенән мәхрүм итәләр ине. Футболкаларға ҡытлыҡ булмаһа ла, буяуҙар табыуы, ай-һай, ҡыйынға төшә торғайны. Мин уларҙы ҡаланың барлыҡ оҫтаханаларынан һатып ала инем. Шулай итеп, ул йылдарҙа ҡалала барыһы ла мин биҙәгән футболкаларҙа йөрөнө, тиһәм дә хата булмаҫ.
90-сы йылдар баштарында илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, алыпһатарҙар күбәйҙе. Улар алдында бер урындан икенсе урынға йөк ташыу ихтыяжы барлыҡҡа килде. Мин бер-нисә йөк машинаһын ҡуртымға алдым да, йөк ташыу хеҙмәте астым. Ләкин ул йылдарҙа юлдарҙа ошондай йөк автомашиналарына һөжүм итеп, байырға әүәҫләнгән юлбаҫарҙарҙың күбәйеүе арҡаһында, был бизнесты туҡтатырға тура килде.
90-сы йылдар аҙаҡтарында, Даян һымаҡ, беҙ ҙә алыпһатарлыҡҡа тотоноп киттек. Был эштә бер яңғыҙыңа бик ауыр буласағын аңлағанға күрә, тәү сиратта үҙемдең яныма фекерҙәштәрҙән торған төркөм туплай башланым. Уларға яңы заманға ылығып китеү зарурлығы тураһында аңлаттым: "Әгәр команда йыя алһаҡ, теләһә ниндәй ҡаршылыҡтарҙы ла үтеүе еңелләшер", - тинем. Тиҙҙән бик яҡшы белгестәрҙән тупланған командабыҙ барлыҡҡа килде. Бында кемдер мәғлүмәт туплауҙы үҙ өҫтөнә алһа, кемдер завод директорҙары менән һөйләшеүҙәр алып барҙы, кемдер башҡа эш менән булды. Ошо процестар менән үҙем идара иттем. Тәүҙәрәк эшебеҙ ҙур булмаған күләмдәрҙә атҡарылһа, көндән-көн ул ҙурайҙы, ҡеүәтләнә барҙы. Ҙур ғына автопаркыбыҙҙа үҙебеҙҙең йөк һәм еңел автомашиналарыбыҙ барлыҡҡа килде. Һатыу күләме артыу менән һалым да арта бит инде. Беҙ үҙебеҙҙең килемебеҙҙең бер тинен дә йәшермәйенсә, отчет алып барҙыҡ. Шулай бер мәл һалымыбыҙ килемебеҙҙән артығыраҡ булды ла ҡуйҙы. Ойошманы тарҡатырға, "Камаз"дарыбыҙҙы, еңел автомобилдәребеҙҙе, башҡа мөлкәтебеҙҙе һатырға тура килде. Ойошманы япҡас, коллегаларҙы эштән бушатыр алдынан кемгә - еңел автомобиль, кемгә фатир өләшеп сыҡтым. Сөнки мин ул кешеләр өсөн яуаплы инем. Үҙемә бер ни ҙә ҡалмаһа ла, хеҙмәткәрҙәремде буш ҡалдырманым. Бизнесымдың ябылыуын бик ауыр кисерҙем. Бер-нисә йыл бер эшкә лә ҡул барманы. Ярай әле, ғаиләм мине аңланы, миңә көс бирҙе.
Артабан төҙөлөш, ремонт өлкәһен яулап ҡарарға булдым. Бер-нисә кешене яллап, фатирҙар ремонтлау эшенә тотондоҡ. Ләкин, әлеге лә баяғы, хеҙмәткәрҙәр өсөн яуаплылыҡ алғым килмәүе, өҫтәүенә, уларҙың эшенең сифаты менән ҡәнәғәт булмаған клиенттар алдында оятҡа ҡалыуым арҡаһында эшселәрҙе кәметә башланым. Эш рәтен белгән оҫталар бер ҡасан да кешегә ялланып эшләмәй, кешегә "урта ҡул" эшселәр генә яллана. Ҡыҫҡаһы, ҡатыным менән икәү генә эшләй башланыҡ. Был эштә әллә ни күп аҡса ла эшләп булмай, уның ҡарауы, һалымы ла аҙыраҡ.

Кредит алмай ғына бизнес башлау мөмкинме? Ошо турала фекерҙәрегеҙ менән дә уртаҡлашып үтегеҙ әле. Ғөмүмән, кредит алырға кәрәкме, йәки уны ниндәй шарттарҙа алырға була?

Ф. Әлмөхәмәтов: Мин кредит яҡлы түгелмен. Тормошта һинең менән нимә генә булмауы мөмкин: йә ауырып китерһең, йә бизнесың килеп сыҡмаҫ. Шуға, кредит менән булышмаҫҡа тырышырға кәрәк. Әгәр кемдәндер үтескә һорап тороу мөмкинлегең бар икән, аҡсаны дуҫтарҙан алып тороу яҡшыраҡ. Дуҫтарың менән һөйләшеп, аҡсаны кире ҡайтарыуҙы ниндәйҙер ваҡытҡа күсереп тора алаһың. Дөрөҫөн әйтеп, яҡшылап аңлатһаң, дуҫың һине аңлаясаҡ, тип уйлайым. Дуҫтарың күп икән, тимәк, тағы ла яҡшыраҡ: һиңә ышаныусылар ҙа күп. Ә банк менән килешеп булмай. Сөнки банк - финанс ойошмаһы, ул ғәйәт ҙур ел тирмәне һымаҡ - туҡталып тора алмай.
Бөгөн бизнесымды яңынан ойошторһам да, кредит алмаҫ инем. Сөнки бизнесты башлайһың икән, һин эшең килеп сығырмы, юҡмы икәнен белмәйһең әле. Шуға, ҙур булмаған күләмле эштәрҙән башларға кәрәк. Тәүҙә килеп сығамы, юҡмы - шуны төҫмөрләргә тырышаһың, шунан тәүәкәлләйһең инде.
Д. Мөхәмәҙин: Фәнис ағай хаҡлы хаҡлылыҡҡа. Әммә ҙур эшкә тотонам тиһәң, барыбер кредитһыҙ булмай. Мин дә кредит алмаҫ инем, ләкин алырға мәжбүрмен. Шулай ҙа хәҙер банктарҙың яҡшы яғы ла бар - кредит бирер алдынан улар тәьминәт залогы һорай. Бының өсөн һинең мөлкәтең булырға тейеш. Әйтәйек, мин параллель кредит алғанмын икән, минең тәьминәт залогым - машиналарым һәм страховкаланған бизнесым булыуы төп шарттарҙың береһе булып тора. Минең бизнес залогка ла алынған, икенсенән, страховкаланған да. Йәғни, бер-бер хәл була ҡалһа, минең предприятие страховкаланған.
Ф. Әлмөхәмәтов: Даян, һин үҙеңдең бар мөлкәтең залогта, тип әйтәһең. Тимәк, улар де-юре һинеке була алмай - банктың мөлкәте булып иҫәпләнә. Һин күсеп йөрөү мөмкинлегеңде юғалтаһың. Ә бизнеста хәрәкәт талап ителә. Мәҫәлән, һиңә ҡапыл ғына нимәнелер (мәҫәлән, машинаңды) алмаштырырға кәрәк булды икән ти, һин уны алмаштыра алмайһың. Шулай итеп, бизнесың яйлай, тотҡарлана.
Д. Мөхәмәҙин: Эйе, шуның өсөн дә мин оҙайлы кредит алмайым, ә ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгәнен генә алам. Ниндәй генә суммала алһам да, мин уны бер йыл эсендә ҡайтарып бөтөрәм.
Ф. Әлмөхәмәтов: Ярай, тиҙ генә ҡапларлыҡ кредит алдың да, ти, ә иртәгә һин эшләгән баҙарҙы ябып ҡуйһалар, ни эшләрһең? Контейнерҙарыңдағы һатылмаған аҙыҡ-түлегеңде ҡайҙа ҡуйып бөтөрөрһөң? Әлбиттә, әгәр һин бер кемгә лә бойһонмайһың икән, һин был тауарыңдың барыһын да һатып ебәреп, икенсе бизнесҡа күсеп китә алаһың. Әгәр бизнесыңдың бер өлөшө һинең ҡулыңда түгел икән, был бик ҡурҡыныс, минеңсә. Шуға ла мин кредитҡа ҡаршымын. Кредитты бер аҙнаға, бер айға ғына алырға була. Артығыраҡ ваҡытҡа алырға кәрәкмәй ҙә. Әгәр һиңә ошо мәлдә бик ныҡ килемле, тиҙ генә үҙ хаҡын кире ҡайтара торған берәй нәмә һатып алыу өсөн аҡса кәрәкһә генә кредит алырға була.

Совет осоронда ауыл ерендә йәшәүсе бер кеше 20 тингә лоторея уйнап, еңел автомобиль отҡан, ләкин машинаһын ҡәҙерләмәүе, уны "егерме тинлек кенә" тип ҡарауы арҡаһында уны бер-ике йыл эсендә "иләп" тә бөтөргән, тиҙәр. Халыҡта, ҡапыл байыҡма, яйлап байыҡ, тигән әйтем бар. Ә һеҙ был фекер менән килешәһегеҙме, әллә ҡапыл байығыу эшҡыуар өсөн әллә ни насар түгелме?

Д. Мөхәмәҙин: Мин үҙ эшемде байығыу маҡсатында башланым, тиһәм, дөрөҫ булмаҫ. Иң тәүҙә ғаиләмде аҫырарға кәрәк ине, мине шул маҡсат алға әйҙәне. Тағы, ошо эште мин атҡарып сыға аламмы, тигән сәм дә көс бирҙе. Һәр көн иртән мин эшемә байығыр өсөн бармайым - ә ғаиләмдең бөгөнгө ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн барам. Шуға, эшем миңә ҡәнәғәтлек килтерә. Ә әйтемгә килгәндә, мин уның менән килешәм. Беҙҙең йәшәйеште бай йәшәү, байығыу тип атап та булмай. Әгәр кеше сит илдәрҙә ер һатып ала алһа, шул осраҡта ул кешене бай кеше тип әйтергә булыр ине. Ә минең фатирым да банктыҡы - ипотека түләйем, мин әле бай түгелмен.
Яйлап байығыуҙың нимәһе һәйбәт? Әгәр һинең ҡулыңа ҡапыл ҙур күләмдә аҡса килеп эләкһә, һин уны нисек итеп әйләнешкә ебәрергә белмәйәсәкһең. Биш йыл элек кемдер миңә ун миллион бирәбеҙ тиһә, мин ул аҡсаны ҡайҙа итергә лә белмәҫ инем. Ә бөгөн - беләм. Шулай уҡ, әгәр бөгөн миллиард һум бирәбеҙ тиһәләр ҙә, мин ул тиклем аҡсаны ниндәй эшкә йүнәлтергә белмәй, албырғап ҡалыр инем. Сөнки әле мин ул кимәлдә фекер йөрөтә алмайым. Тағы биш йылдан был кимәлгә етермен дә, бәлки. Ошо турала һүҙ сыҡһа, йыш ҡына миңә: "Ә байҙарҙың балалары ҙур аҡсаны ла файҙалы тотона белә бит", - тип дәғүә белдерәләр. Был осраҡта ул балаларҙың ошо өлкәләге эштәр менән бала саҡтан таныш булыуын иҫәпкә алмай булмай. Ни тиһәң дә, аҡса "өйөрөлгән" урындарҙы бала саҡтан күреп үҫкәс, улар был кимәлгә беҙҙән алдараҡ барып етә.
Әйткәндәй, беҙ ҙә күп нәмәне атайыбыҙҙан күреп үҫтек. Унан алған тәрбиә арҡаһында ла бизнес өлкәһенә килгәнбеҙҙер. Атай үҙ заманы өсөн бик алдынғы ҡарашлы кеше булды. Уның яңыса фекерләүен 1973 йылда Тольятти ҡалаһына барып алып ҡайтҡан еңел автомобиле лә дәлилләй. Ул мәлдә еңел автомобилгә эйә булыусылар һирәк ине. Беҙҙең ауылда машина колхоз рәйесендә һәм бер ағайҙа ғына бар ине. Беҙ мал көттөк, ул малға ҡайҙан нисек бесән табыу, һөтөн-майын, итен ҡайҙа һатырға була икәнлеген атайҙан белеп үҫтек. Аҡсаны буш бирмәйҙәр икәнен белеүебеҙ артабан ныҡ ярҙам итте. Тимәк, беҙҙең эшҡыуарлыҡҡа атайыбыҙ нигеҙ һалған.
Ф. Әлмөхәмәтов: Беҙ ҙә төҙөлөш менән шөғөлләнеүгә күскәс, ҡыҙҙарыбыҙ Айгөл менән Лилиәне, улыбыҙ Илгизде йәйге каникул мәлдәрендә үҙебеҙ менән бергә эшләттек. Улар беҙгә ярҙам иттеләр. Егет кеше булараҡ, был эш Илгизгә күберәк эләкте инде. 12 йәшенән уны ошо һөнәргә өйрәтә башланыҡ. Һөнәрһеҙ ҡалмаҫ, эшләргә өйрәнер, тип уйланыҡ. Ысынлап та, уйыбыҙ дөрөҫ булып сыҡты. Илгиз юғары уҡыу йортон тамамлап, бер фирмаға эшкә урынлашҡайны, күп тә үтмәй, тырышлығы арҡаһында коллегаларының ихтирамын яуланы. Өс йыл эсендә бер-нисә тапҡыр үрләтеп тә ебәрҙеләр. Шулай итеп, мин дә уға аҡса буштан килмәй икәнен төшөндөрҙөм, хәҙер ул миңә рәхмәт әйтә.
Д. Мөхәмәҙин: Эйе, эшендә илке-һалҡы йөрөгән кеше ғаиләһенә лә илке-һалҡы ҡарай ул. Уның бөтөн тормошо ла шулай илке-һалҡы үтә.
Ф. Әлмөхәмәтов: Еңел килгән аҡса нисек еңел килә, шулай еңел генә сығып китә. Сөнки, Даян әйткәненсә, аҡса килгәнен аңлау ҙа кәрәк. Аҡса еңел генә табылһа, уны ҡайҙа, нимәгә тотонорға белмәйһең. Үҙеңә, күңел асыуға тотонаһың, һәм башҡалар. Бизнестың ҡайҙа күпме аҡса һалырға тигән алгоритмы бар. Ошо алгоритмды белмәһәң, аҡсаны үҙләштерә алмайынса, туҙҙырып бөтөрәсәкһең. Аҡсаны еңел туҙҙырырға бер өйрәнһәң, яйлап ошондай йәшәү рәүешенә күнегәһең. Ә инде еңел, ҡапыл тапҡан аҡсаң бөткәс, үҙеңдең аҡсаңды ла бөтөрәһең. Шулай итеп, бизнесың "яна".

Фәнис ағай, һеҙ 90-сы йылдарҙа башлаған бизнесығыҙ тураһында һөйләгән сағығыҙҙа фекерҙәштәр төркөмө туплауығыҙ тураһында әйттегеҙ. Ошо турала ентекләберәк һөйләшәйек әле.

Ф. Әлмөхәмәтов: Ысынлап та, бизнесты башлаған саҡта ошо ниәтеңде тормошҡа ашырыуға үҙеңдең, туғандарыңдың, дуҫтарыңдың инициативаһын һалырға тура килә. Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй. Инициатив төркөм барлыҡҡа килһә, нимәлер килеп сығасаҡ, тип ышанырға була. Артабан арҡаҙаштарыңды эштең асылы менән таныштырырға, көтөлгән һөҙөмтәнең өмөтлө булыуына өмөт уятырға кәрәк. Эргәңдә һинең менән бергә атлаған туғандарың, дуҫтарың, партнерҙарың булһа, һеҙҙең командаға бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамаясаҡ. Һәр кешенең иң ныҡ терәге - ул уның туғандары. Туғанлыҡ ептәре ныҡлы кешегә тормош һынауҙарын үтеүе лә ҡыйын түгел. Ундайҙар заман талаптарына ла еңелерәк яраҡлаша.
Д. Мөхәмәҙин: Беҙ эшебеҙҙе Таһир ағайым менән бергә башланыҡ. Һатыу эшендә Таһир ағайға еткән кеше юҡ: ул мин күрмәгән нәмәләрҙе күрә, төрлө хәлдәрҙә лә үҙенең һиҙгерлеге, тормош тәжрибәһе менән алдыра. Сетерекле хәл килеп тыуһа, уның менән килешмәгән саҡтарымда ла һәр саҡ ағайымдың кәңәшен тоторға тырышам. Ахыр сиктә, уның һүҙе гел дөрөҫкә сыға. Фәнис ағай дөрөҫ әйтте - ярҙамсың, терәгең булһа, бизнес еңелерәк бара. Әйтәйек, сығышыбыҙ менән ауылдан булғас, йыш ҡына теге йәки был сәбәп менән ауылға ҡайтып, ниндәйҙер эштәр башҡарырға, унда бер аҙ тотҡарланырға тура килә. Ағайым менән бергә эшләгәс, бындағы эштә һәр саҡ бер-беребеҙҙе алыштырабыҙ. Бер үҙем булһам, эштәремде сит кеше ҡарамағына ҡалдыра алмаҫ инем.

Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе кеше планһыҙ, маҡсатһыҙ йәшәй алмай, тиҙәр. Киләсәккә ниндәйерәк уйҙар ҡораһығыҙ?

Ф. Әлмөхәмәтов: Хәҙер беҙ артабан үҫергә - ҡатыным менән ғаилә бизнесы асырға булдыҡ. Ҡала ситендәрәк ер алдыҡ та, былтыр унда йылытыла торған ҙур подвал төҙөй башланыҡ. Унда шампиньон бәшмәктәре үҫтерергә ниәтләнәбеҙ. Әммә был бизнесҡа бик күп аҡса һалырға кәрәк. Шуға, 120 кв. метрлыҡ йылытылған подвал төҙөү - ул бик ҙур сығымдар талап итә. Икенсе төрлө әйткәндә, тотош бер йорт, тотош комплекс төҙөгән һымаҡ килеп сыға. Кредит алмағас (бик оҙайлы проект булғас, кредит алырға теләмәйем), мин был ҡоролманы туғандарым менән үҙем төҙөйөм. Подвал янына лабораторияны, йылытыу бүлмәһен, ял бүлмәһен үҙ эсенә алған йорт та урынлаштырасаҡбыҙ. Был проектыма йыл һайын ҙур ғына суммала аҡса һалырға ниәт итәм. Балалар ҙа хәлдәренән килгәнсә ярҙам итә. Эшебеҙ яйға һалынһа, беҙ ҙә уларға ярҙам итә башлаясаҡбыҙ, улар быны яҡшы белә.
Подвалды нисек эшләйәсәгем тураһында артабан һөйләп үтәйем. Был майҙанды тулыһынса файҙаланыу маҡсатында мин подвал өҫтөнә теплица төҙөргә ҡарар иттем. Быныһы - 100 квадрат метрлыҡ теплица була инде. Ерҙең хаҡы күтәрелә бит, уны интенсив рәүештә файҙаланырға тура килә. Подвал йылытылғанға күрә, теплицаның иҙәне лә йылы буласаҡ. Өҫтәүенә, уның үҙенең йылытыу системаһы ла эшләйәсәк. Бында помидор, ҡыяр һымаҡ йәшелсәләр үҫтерергә теләйбеҙ. Былар әле минең планда ғына, быйыл мин был эште 80-90 процентҡа атҡарырға ниәтләйем. Икенсе йыл эште тамамларға ине иҫәп. Әлбиттә, ҡоролманы төҙөп бөтөү менән генә эш бөтмәй - эш башлана ғына.
Киләсәктә тағы бер система төҙөгөм килә. Минең өс балам бар, һәр береһенең үҙ ғаиләһе. Һәр ғаиләгә нимәлер һатып алырға кәрәк буласаҡ. Фатир, автомобиль, һәм башҡаһы. Ана шул сығымдарҙы ҡаплашыр өсөн ғаилә банкы төҙөгөм килә. Банк булғас, алған аҡсаны һәр кем кире ҡайтарырға бурыслы буласаҡ. Был - киләһе быуынды уйлап эшләнгән эш. Шул уҡ ваҡытта, был эшкә шул принципты ла һалғым килә: әгәр һин яҡшы эшләйһең, һинең ниндәйҙер күләмдә артыҡ аҡсаң бар һәм һин ғаиләгә ярҙам иткең килә икән, һин был банкҡа ярҙам итәһең. Һөҙөмтәлә, һәр кем бының файҙаһын күрәсәк. Ә былай банктар системаһына ҡаршымын, улар һинең арҡаңда байығырға тырыша, һин уларҙың ҡолона әйләнәһең. Һин үҙеңә түгел, ә банкҡа эшләйһең килеп сыға. Балаларыбыҙ банк ҡоло булмаһын өсөн беҙҙән һуң дә үҙ эшен дауам итерлек банк булдырырға теләйем. Бының өсөн балаларыма был эштең файҙаһын һеңдерергә, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәргә өйрәтергә теләйем.
Д. Мөхәмәҙин: Мин бала саҡта ат өҫтөндә үҫтем. Элек, ат өҫтөндә тыуҙым, ат өҫтөндә үлермен, тип уйлай инем. Мине иҫ белгәндә бер атҡа мендергәйнеләр, мин ул аттан 18 йәшемә етеп, хәрби хеҙмәткә алынғансы "төшмәнем". Шул саҡтар һағындыра. Шуға, минең йылҡы көткөм, бәйгеләр ойошторғом килә. Беҙҙең Ҡушый ауылы Асҡарҙан 12 саҡрым алыҫлыҡта ята. Элек Ҡоръятмаҫ тигән ерҙән ун ике саҡрымлыҡ тигеҙ урында аттар сабыштырғандар. Ат һыбайлыны ташлап китһә лә, финишҡа барып инһә, ат еңеүсе булып иҫәпләнә булған. Хәҙер улай түгел - һыбайлы ҡолап ҡалһа, атты ярыштан сығаралар. Элек аттарҙы түңәрәк буйлап сабыштырмағандар - тура һыҙыҡ буйынса ярыштырғандар. Алдараҡ әйткән күренеш - һыбайлы ҡолап ҡалһа ла, аттың ярышта ҡатнаша алыуы монголдарҙа әле лә бар. Улар аттарын 50 саҡрымғаса ярыштыралар. Унда сабышҡан балаларҙың йәше ете йәштән уҙмай. Минең икенсе хыялым - йылҡы көтөүе тотоп, башҡорт аттарын да шундай ҙур арала ярыштырыу. Бының өсөн тәү сиратта аҡса кәрәк. Әйткәндәй, беҙҙә атты 5 саҡрымға сабыштыралар ҙа, уны "оҙон бәйге" тиҙәр. Ул оҙон бәйге түгел. Был ара - тик ҡолондар өсөн. Беҙ бәләкәй саҡта Дәүләт һәм Селиван ауылдары араһындағы 6 саҡрымға сабып, бик еңел үтә торғайныҡ. Ун ике саҡрымға тураға сабыштырғандар. Өсөнсө хыялым - фильм төшөрөү. Байыҡһам, миллиондарым булһа, Алдар батыр тураһында фильм төшөрөр инем.

Эшҡыуарлыҡ менән ғәҙеллек төшөнсәләре бер-береһе менән нисек яраша?

Ф. Әлмөхәмәтов: Күптәр бизнестан да яҡшыраҡ әйбер юҡ, бизнес менән шөғөлләнһәң, һин аҡсала йөҙәһең, тип уйлай. Улай түгел ул. Эшҡыуарлыҡ - шул тиклем ауыр эш, ул эш кенә түгел, ә йәшәү рәүеше лә, минеңсә. Һин үҙ-үҙеңде табырға теләйһең һәм шуға ынтылып эшләйһең, кешеләр менән аралашаһың, уйланаһың, һәр ваҡыт теге йәки был мәсьәләне хәл итеү тураһында баш ватаһың.
Беҙ ҙә һәр клиентыбыҙҙы күҙ ҡараһылай һаҡларға, эште матур итеп башҡарырға тырышабыҙ. Шуға ла беҙҙе ихтирам итәләр. Бер мәл миңә ҡапыл ҙур ғына күләмдә аҡса кәрәк булды. Банктарға мөрәжәғәт итеп торманым. Уйлап-уйлап ултырҙым да: "Ҡана әле, клиенттарымдан алып торайым", - тигән фекергә килдем. Яңы идеямдан ҡанатланып, кеҫә телефонымды ҡулыма алдым. Билдәле булыуынса, телефонда исемлек алфавит тәртибендә урынлаштырылған. Исеме "А" хәрефе менән башланған, исемлектә беренсе торған тәүге клиентымдың һандарын йыйып, ни өсөн шылтыратыуым тураһында һөйләп бирҙем. Ул мин һораған сумманы бирәсәге тураһында белдерҙе. Миңә ул аҡса ни өсөн кәрәк икәнлеге тураһында һорашып та торманы. "А"-нан башланған исемле хеҙмәттәштәремә шылтыратып бөтөүгә, кәрәкле сумма йыйылып та өлгөрҙө. Бер кем дә ярҙамдан баш тартманы, расписка ла һораманы. Тәүҙәрәк тартыныңҡырап, кемдән - 5, кемдән 10 мең һораһам, иң аҙаҡҡы кешенән 50 мең һораным. Аҡса алып тороуы еңел ул, уны кире ҡайтарыуы ауыр. Ләкин мин ул сумманы тиҙ йыйҙым, ярты йыл тигәндә барыһына ла бурысымды ҡайтарып бирҙем. Ошо хәлдән күренеүенсә, эшебеҙҙе сифатлы, теүәл атҡарғаныбыҙға күрә, беҙҙең менән эш итеүсе кешеләрҙең беҙгә ышанысы ла ныҡлы булып сыҡты. Тимәк, беҙҙең эшебеҙ ғәҙел.
Д. Мөхәмәҙин: Эшҡыуар һәр саҡ дөрөҫтө һөйләргә һәм дөрөҫ эштәр эшләргә тейеш. Алдашҡан кеше менән эш итергә теләүселәр ҡалмаясаҡ. Һәр кеше әйткән һүҙендә торорға, эшләй алмаһа, сәбәбен аңлатырға, бурысын һуңлата икән, был турала иҫкәртергә тейеш. Күптәр, бизнеста алдашыу киң таралған күренеш икән, тип уйлай. Был дөрөҫ түгел. Алдашһаң, һинең бизнесың бармаясаҡ. Үлсәгәндә дөрөҫ үлсәмәйһең икән, был эшеңде беләсәктәр һәм һинең менән аралашмай башлаясаҡтар. Срогы сыҡҡан тауарҙы һатһаң да, шул уҡ хәл. Гәрсә, ундай хәлдәр ҙә булғылай. Бөтөн тоҡтарҙы йә ҡаптарҙы ла тикшереп бөтөп булмай бит. Һатып алыусы, тауарҙың сифатһыҙ булыуын күреп, кире ҡайтарыуы мөмкин. Һин уларҙы ҡабул итеп: "Эйе, яңылыштан шулай килеп сыҡҡан", - тип, тауарҙың хаҡын ҡайтарырға бурыслыһың. Яңыраҡ, һыуытҡыстар эшләмәүе арҡаһында тауыҡ ите боҙолғайны, мин уларҙы машинама тейәнем дә, "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһындағы вольерға йәнлектәргә алып барҙым. Хеҙмәткәрҙәр иттәрҙе ҡараны ла, ҡабул итте.
Алдашмаһаң, ғәҙел булһаң, һине һанлайҙар, хөрмәт итәләр. Әлеге ваҡытта миндә Бөрйән районынан Харис исемле тырыш бер егет эшләй. Бер көндө ул минән: "Даян ағай, мин дә үҙемдең тауарымды, мәҫәлән, күмер һатайыммы?" - тип һораны. Аҡсаһы аҙыраҡ булғас, мин уға күмер һатып алырлыҡ аҡса бирҙем. Ул эште ойошторҙо - күмерҙе һата ла, айырмаһын үҙендә ҡалдыра. Тырыш кешегә ярҙам итке килә. Ҡасандыр ул да минең һымаҡ уңышлы эшҡыуар булып китер, минән дә юғарыраҡ үҫер, тип ышанам, һәр хәлдә, уның да күтәрелеп, аяҡҡа ныҡлап баҫып китеүен теләйем. Миндә 6 егет эшләй, бөтәһе лә ауылда тыуып-үҫкән башҡорт егеттәре. Уларҙан ике телде: рус һәм башҡорт телдәрен белеүҙе талап итәм. Һатыу эшендә бит халыҡ менән аралашыу, һөйләшеү ҙә талап ителә. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең эштең өстән бер өлөшө аралашыу менән үтә.

Шулай итеп...
Һөйләшеү барышында яңғыраған фекерҙәрҙән сығып, ниндәй һығымта яһарға була? Килгән ҡунаҡтарыбыҙҙың үҙҙәренән, һөйләү манераһынан сығып фекер йөрөткәндә, уңышлы эшҡыуар булыр өсөн эшлекле лә, аҡыллы ла, кешелекле лә, ғәҙел дә булыу талап ителә. Һәм, ошоларға ҡушып, тағы Даян Мөхәмәҙин һәм Фәнис Әлмөхәмәтов һымаҡ аралашыусан булыу ҙа төп шарттарҙың береһелер, тип уйланыла. Ә һеҙ был аралашыуҙан ниндәй фәһем, һабаҡ алдығыҙ?

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.07.14 | Ҡаралған: 1624

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru