«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
мөғжизәле донъя
+  - 

ПАРАЛЛЕЛЬ ДОНЪЯ...
уйҙырма түгел

Кеше үҙен ниндәй генә көслө аҡыл эйәһе итеп тоймаһын, ул тик матди донъяны ғына күрә һәм ҡабул итә ала. Элегерәк параллель донъя тураһында һөйләүселәрҙә параноя билдәләре күреп, психиатрик дауаханаға һалып та ҡуйырҙар ине. Шулай ҙа ғалимдар, кеше беҙҙе уратып алған донъяның бер процентын генә күрергә һәләтле, тигәнде таный хәҙер. Был ысынлап та шулайҙыр. Дини китаптарҙа ла беҙгә күренмәгән донъя, унда йәшәүселәр хаҡында мәғлүмәт бирелеп, уларҙан һаҡ булырға өйрәткән иҫкәрмәләр бар бит.

Тағы бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Сабынлыҡта трактор арбаһына бесән тейәнем дә, урман араһынан аҡрын ғына сыға башланым. Тәгәрмәс юлынан этем йүгереп килә. Бер аҙҙан эт сыйнап илай башланы. Боролоп ҡараһам, этемде күҙгә күренмәгән кемдер алға үткәрмәй. Эт сәбәләнә, тегеләй, былай йүгереп ҡарай, быялаға төкөлгәндәй башы менән бәрелә лә, ултырып илай. Мин арбамды артҡа табан йөрөтә башланым, ошо саҡ этем муйынындағы ҡайышынан бер метр тирәһе бейеклеккә күтәрелде, мин арбамды кире алға йөрөткәс, эт кире төшөрөлдө. Был күҙгә күренмәгән көс менән көрәшеүҙең файҙаһыҙ булыуын тойоп, ҡайтып киттем, эт бер сәғәттән һуң ҡыуып етте.
Ошоға оҡшаш тағы бер ваҡиға булды. Ҡустылар, кейәүҙәр, үҙемдең малайҙар менән Нөгөш буйына балыҡҡа китеп барабыҙ. Иң алдан - ҡустылар, ике кейәү, улар артынан томбойоҡ, ҡамыштар араһынан - мин, минең арттан этебеҙ Байкал килә. Яр буйынан шулай эйәртенеп бара инек, артта этебеҙ сыйнап илай башланы. Әйләнеп ҡараһам, этте ниҙер үткәрмәй. Эт минән 10 метрҙар самаһы ғына алыҫлыҡта, һуҡмаҡта бер ни юҡ. Йүгереп килеп нимәгәлер бәрелә лә, ҡолап илай. Әйтерһең, быялаға килеп бәрелә был. Яҡын бара башлағайным, этемде ҡайышынан ниҙер күтәреп алды, эт һығыла башланы. Артҡа сиктем. Этте төшөрҙөләр. Бындай ваҡиға таныш булғас, этте ҡалдырып киттем. Ярты сәғәттән һуң ғына ул беҙҙе ҡыуып етте. Ошоға оҡшаш ваҡиғаны район башлығын йөрөткән водитель Юрий Афанасьевич һөйләп торғайны. Улар Өфөгә иртәнге кәңәшмәгә өлгөрөр өсөн төнөн юлға сығалар. Элек Сәрмән аша юл юҡ ине. Маҡарға етеп килгәндә, машина нимәгәлер төкөлөп, туҡтап ҡалдыҡ, ти. "Сығып ҡарайбыҙ - бер нәмә юҡ, ҡуҙғалабыҙ тиһәк, машина китә алмай. Артҡараҡ сигеп, термостағы сәйҙе эсеп, бер аҙ ҡапҡылап алғас, машинабыҙҙы ебәрҙеләр", - тине ул. Тимәк, кешелек доньяһы менән кемдәрҙер йә тәжрибә үткәрә, йә шаяра, күрәһең. Шуныһы мәғлүм, ҡалаларҙа, машиналар мыжғып йөрөгән урындарҙа улар бик осрамай, йәшәр өсөн тыныс урын эҙләйҙәрҙер, сөнки кешене, этте, кешеләр ҡулланған ҡорамалдарҙы яратып бөтмәйҙәр. Ҡайһы бер ауылдарҙа урманға эшкә китеп, аҡылға зәғифләнеп ҡайтҡан ағай-эне тураһында ла йыш ишетелә торҙо элек.
Тағы бер ваҡиға тураһында һөйләмәксемен. Геология экспедицияһында эшләй инем. Бер ваҡыт вахтала яңғыҙым дежурҙа ҡалдым. Мылтыҡ, патронташтар бар. Бер көндө ике овчарканы эйәртеп, Күжә буйына һунарға киттем. Аҙаштым. Йөрөй торғас, бер тау башына килеп мендем. Ҡараһам, ҡарағайҙар араһында бер нәмә һикереп йөрөй. Атып ебәрҙем, ике көбәк тә ҡоролған булып, мине мылтыҡ тибеп ебәрҙе, ҡолап киткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Мылтыҡ аяҡҡа төштө. Ә теге мин атҡан йән эйәһе ҡанаты бер тапҡыр атылған, етмәһә, бер аяғы һынып йөрөгән һуйыр булып сыҡты. Ауыртҡан яурынымды тотоп, һуйыр ятҡан ергә барҙым. Ысынлап та, был һуйырҙы атыу миңә сауап ҡына булғандыр. Үҙ ғүмеремә шул сиккә етеп яраланған, ҡанаттары һынған, бер аяғы өҙөк, төпсөгө күгәргән, бетләп бөткән һуйырҙы күргәнем юҡ ине. Үҙем аҙашҡанмын, етмәһә, эттәр әллә ҡайҙа булды. Был зәғиф һуйырҙы ни эшләтергә, тип уйланып торҙом да, "ҡыл түбә"ләр ашар әле, тип, үҙем менән алдым. Мылтыҡты ике көбәккә ҡороп, һаҡлағыстан алып уҡ ҡуйҙым. Йөрөй торғас, бер яҙыу күреп, ҡурсаулыҡ территорияһында аҙашып йөрөгәнемде белеп, ҡыуанып киттем. Йәтеш кенә урын табып, ашап алырға булдым. Икенсе йомортҡаны әрсеп бөтөп кенә бара инем, миңә ҡарай ике овчаркам сабып килә, күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй. Сыйнай-сыйнай сабып килделәр ҙә, икеһе лә миңә арҡаларын ҡуйып ултырҙылар, йөрәктәре сыға яҙып һуға, хатта ишетелеп тора. Быларҙың артынан 4 метр бейеклеккә япраҡтар күтәреп өйөрөлөп ҡойон һымағыраҡ нәмә килеп сыҡты ла, беҙҙе түңәрәтеп өйөрөлә башланы. Унан минең алда ятҡан мылтыҡ үҙенән-үҙе атылып китте, ҡолаҡ тондо. Ҡойон кире китеп барҙы. Эттәр шул тиклем ҡурҡҡан булып сыҡты, оҙаҡ ҡына икәүләшеп аяҡ араһына уралып, йүнләп атларға ирек бирмәй барҙылар. Шулай көскә ҡайтып еттек. Урманда ҡурҡмаған кеше булһам да, барактарға ҡайтып ингәс, бер аҙ ишекте бикләп ултырҙым. Был хәлде шулай аңланым: параллель донъяла мылтыҡ, эт, техника менән йөрөгән кешене яратмайҙар. Мин урманда үҙ мылтығынан үлеп ҡалған кешеләр тураһында күп ишеткәнем булды. Йомортҡа әрсеп ултырған кеше нисек итеп ситтә ятҡан мылтыҡтың ике тәтеһенән сирттерһен? Ошонан һуң еләккә, бәшмәккә барһам да, башҡа йомоштарым менән керһәм дә, урман хужаһына ниәтемде әйтеп, рөхсәт һорар, эт эйәртмәҫ булдым. Ә теге һуйырҙан икенсе көндө килеп еткән "ҡыл түбә"ләр аш бешерҙе, мин ашын ашаным, ә ите каучук һымаҡ ҡаты булып сыҡты, ул итте урыҫтар рәхәтләнеп сәйнәп йөрөнөләр бер аҙ.
Ауыл араһында ла күрергә тура килде параллель донъя менән бәйле хәлдәрҙе. Беҙ үҙәк урамдың урамдар киҫешкән өлөшөндә йәшәнек. Тауыҡтарыбыҙ һәм һаҙ ҡондоҙо (нутрия) тигән йәнлектәребеҙ бар ине. Уларға ашарға биргән саҡта, нимәнәндер ҡурҡып, өйөлөшөп торғандарын күрә торғайным. Был гел киске сәғәт биш менән алты араһында була, шул саҡта мине лә аңлатып булмаған ҡурҡыу солғап ала, етмәһә, кемдер күҙәткән һымаҡ тойола ине. Бер мәл өй алдына бәләкәй йорт һала башланым. Ике-өс ҡат бүрәнәне һалғас, бәйле этебеҙ төҙөлә башлаған ошо йорттоң нигеҙенә ҡарап өрә башланы. Нисә тапҡыр сығып һуҡранһам да, эт киске биш менән алты араһында бураға ҡарап өрөүенән туҡтаманы. Бура эшләнеп бөттө. Бер саҡ бура эсендә торһам, стенаны тырнай-тырнай тыш яҡлап нимәлер менеп, түшәм аша икенсе яҡҡа төшөп китте. Сапсып менеүенә ҡарағанда, уның бесәйҙән күпкә ҙур, ауырыраҡ икәне һиҙелде. Бер үк ваҡытта, бер үк маршруттан тайпылмаҫ нимә булыр был? Ҡыйыҡ, фронтон, кәрниз эшләгәндә турғай ҙа һыйырлыҡ тишек ҡалдырманым. Йорттоң эсен сутлап йөрөп, киске биш етте, мин көтөп тора башланым. Бер саҡ стенаны тырнап килеп менде лә был, һыҙғырған тауыш сығарып, ҡыйыҡ эсенә керҙе, һыҙғырған тауыш сығарып, икенсе стенанан килеп төштө. Таҡта ярығынан һыйып үтергә һәләтле ниндәй йәнлек һуң был? Был турала ауыл муллаһына һөйләгәйнем: "Һин уның юлына "Аятел көрси" доғаһын йәбештереп, бысаҡ, йә салғы һынығын ҡатып ҡуй", - тине. Мин шулай эшләнем һәм был маршрутын үҙгәртте, беҙҙең мунса ҡыйығы аша йөрөй башланы. Бер нисә тапҡыр мунсаға йыуынырға инеп ултырғандар ҡурҡып ҡайтып кергәндән һуң, беҙгә был мунсаны ташларға тура килде.
Бының кеүек хәлдәрҙе ишеткән, белгән, кисергән кешеләр күп. Гәзит уҡыусыларҙың да әйтер һүҙҙәре барҙыр. Ислам динендә бының кеүек һәр осраҡҡа аңлатма бар. Беҙ был донъяла яңғыҙ түгелбеҙ, параллель донъя ағзаларын беҙ күрмәҫкә тейешбеҙ икән, тимәк, улар менән юлдарыбыҙ киҫешергә, йоҡлаған карауаттарыбыҙ, ашаған урындарыбыҙ уларҙың юлында булырға тейеш түгел. Хоҙай үҙе шулай ҡушҡандыр - улар үҙҙәренсә, кешеләр үҙҙәренсә һәм шул уҡ ваҡытта үҙ-ара аңлашып йәшәргә тейешбеҙҙер, күрәһең. Яңы өйгә күскәндә тәүҙә бесәйҙе алып инәләр ҙә, уның ҡылығын күҙәтәләр. Бесәй ҡайһы бер осраҡта арҡа йөнөн тырпайтып, нимәгәлер текәлеп, ҡурҡып сигенә башлай, йә ҡатып ҡала. Бындай саҡта сараһын ваҡытында күрергә кәрәк. Ислам динендә һәр иҫкәртеү яҙылған, һәр һаҡланыу сараһы ҡаралған. Параллель донъя менән юлдары киҫешкән кешеләрҙе фекер алышыуға саҡырам. Был күптәргә фәһемле булыр һәм кемдәрҙелер һаҡһыҙ эш итеүҙән һаҡлап ҡалыр, тип уйлайым.

Марат ИШМӨХӘМӘТОВ.
Бөрйән районы.
(Аҙағы. Башы 27-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.07.14 | Ҡаралған: 1611

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru