«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
афарин!
+  - 

НУРЛЫ БАЛА САҠТЫҢ...
осҡонло миҙгеле ул “Байыҡ”

Халыҡ бейеүе кеүек күңелдә оло хис-тойғолар ҡойоно уятырға һәләтле башҡа сәнғәт төрө юҡтыр ул. Быйыл алтынсы тапҡыр Күгәрсен районының "Мораҙым тарлауығы"нда үткән башҡорт бейеүен башҡарыусы балаларҙың "Байыҡ" республика конкурсы Гала-концертын тамаша ҡылыусылар ошо фекергә тағы бер ҡат инанғандыр, моғайын.

Балалар бәйгеһе ихласыраҡ була

Үҙенсәлекле тел булараҡ, бейеү тәүге һүҙгә ҡарағанда ла иртәрәк барлыҡҡа килгән, тиҙәр. Хәрәкәт аша шатлыҡты ла, хәсрәтте лә, башҡа тойғоларҙы ла асып бирә алыу өсөн ни тиклем ҙур көс һәм һәләт талап ителгәнен профессиональ бейеүселәр яҡшы белә. "Байыҡ" бәйгеһенә йылдан-йыл береһенән-береһе оҫтараҡ бейегән балаларҙың килеүен күргәндән һуң, тәбиғәтте нескә тойған ата-бабаларыбыҙҙан ошо һәләт мул күскәнлеген аңлайһың - беҙҙә бөгөн дә бейей белмәгән бер кеше лә юҡ. Был турала үҙебеҙ әллә ни уйланмаһаҡ та, ситтән килгән ҡунаҡтарҙың һәр береһе башҡорт халҡының иҫ киткес зауыҡлы һәм юғары кимәлдә торған мәҙәниәтенә һоҡланыуын йәшермәне. "Байыҡ"та быйыл беренсе тапҡыр ҡатнашыусы Ҡырым Республикаһы делегацияһы етәксеһе, сәнғәт мәктәбе директоры Рима Алексеенко бейеүҙе техник яҡтан башҡарыуҙа балаларҙың хатта профессиональ бейеүселәрҙе уҙып китеүен билдәләне. Өлкәндәр араһында үткән "Байыҡ"тан айырмалы рәүештә, балалар бәйгеһенең күпкә ихласыраҡ үтеүе тураһында Төньяҡ Осетияның "Бонварнон" бейеү ансамбле етәксеһе Алан Габараев та әйткәйне: "Өлкәндәр сәхнәгә сыҡҡан саҡта нисек бейергә тейеш, шулай итеп бейей. Ә балалар, күңеле нисек теләй, бейеүҙе шулай итеп башҡара. Балаларға тәғәйенләнгән саралар бер ҡасан да өлкәндәрҙекенә оҡшамаясаҡ, сөнки бала булған ерҙә ихласлыҡ, хис-тойғолар күберәк була". Балалар үҙҙәре иһә бер аҙна буйы тарлауыҡ ҡосағында йәшәп, репетицияларҙа тәжрибә туплап, республиканың төрлө төбәктәренән килгән тиҫтерҙәре менән аралашыуҙы ҙур бәхет һанай. Нурлы бала саҡтың матур бер хәтирәһе булып ҡаласаҡ "Байыҡ" бәйгеһе уларҙы ғүмер буйына яҡты усаҡ кеүек йылытып торасаҡ әле.

Эх, ритайым, ритайым...

Быйылғы "Байыҡ"тың төп үҙенсәлеге булып уның ритайым формаһына ҡоролоуы булғандыр. Был бәйгегә ниндәйҙер еңеллек, күңел күтәренкелеге өҫтәне. Ҡара-ҡаршы тороп, әйтешеп, түңәрәк буйлап бейеүҙәр, боронғо бейеү төрҙәре булараҡ, ҙур йыйындарҙа, байрамдарҙа гел башҡарылған һәм, ғәҙәттә, уйын элементтарынан торған. Йәш быуынды героик шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләү яҡшы күренеш, шулай ҙа бала саҡта уйын-көлкөгә лә ҙур иғтибар бүленеүе мөһимдер ул. "Балалар араһында ойошторолған бәйгенең ошолай үтеүе һәйбәт, сөнки сәхнәләме ул, башҡа ерҙәме - бала гел шатланырға тейеш. Шуға ла балаларға балаларса бейеүҙәрҙе күберәк ҡуйырға, уларҙы шат йылмайтырға тырышам". Бөрйән районы Байназар ауылынан килгән "Арғымаҡ" өлгөлө балалар ансамбле етәксеһе Айгөл Буранованың фекере менән килешмәйенсә булмай. Был коллектив Рәис Низаметдинов ҡуйған "Байназар таҡмаҡтары" тигән бик матур бейеү алып килгәйне бәйгегә. Айгөл Фәрит ҡыҙы менән ауыл ерендә эшләгән хореографтар тап булған ауырлыҡтар тураһында ла һөйләштек. Бигерәк тә яңы бейеүҙәр һалыу, көйҙәр яҙҙырыу өсөн махсус студиялар булмауы уларҙың бәкәленә һуға. Шулай ҙа халыҡ ижадының юҡҡа сыҡмауында энтузиастарҙың тырышлығы ҙурыраҡ икәнен онотмайыҡ. Һәр район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлектәре ярҙам итмәһә, хореографтар үҙҙәре сәхнә өсөн костюм тегә белмәһә, бөгөн "Байыҡ" бәйгеһендә шул тиклем ансамблдәр ҡатнашмаҫ та ине, моғайын.
Әбйәлилдәрҙең "Сулпан" өлгөлө бейеү ансамбленең "Башҡорт сувениры" (етәксеһе - Радик Хәлилов), "Алтынай" өлгөлө бейеү ансамбленең "Ауылым урамдары" (етәксеһе - Ләлә Йәнекәева), Асҡын районынан килгән "Ынйылар" бейеү ансамбленең "Ҡара-ҡаршы" бейеүҙәре (етәксеһе - Гүзәл Ғәләметдинова) үҙенсәлекле таҡмаҡтары, ҡара-ҡаршы әйтештәре менән ритайымға шаянлыҡ төҫө өҫтәне. Иң оҫта коллектив исеменә Баймаҡ ҡалаһының "Ирәндек" халыҡ бейеүҙәре ансамбле лайыҡ булды. Уның етәксеһе Радик Бакиров быйылғы балалар "Байығы"на тағы бер еңеүсе тәрбиәләүе менән айырылып торҙо. Егеттәр араһында гран-при "Рекрут" бейеүе өсөн ансамблдең бейеүсеһе Раил Рәхмәтуллинға тапшырылды.

Дәрт - эстә, дарман - тышта

"Батыр кеше өсөн иң мөһим сифат нимә?" тигән һорауға гран-при эйәһе Раил Рахматуллин "Дәрт" тип яуаплағайны. Ысынлап та, йөрәктәрендә дәрттәре булмаһа, был балалар "Байыҡ"та ҡатнашып йөрөмәҫ, ә компьютер ҡосаҡлап, өйҙә генә ятыр ине, моғайын. Дәртле кешенең аяҡ баҫыуы башҡаса, тип, халыҡ ҡалай дөрөҫ әйткән. Милли кейемдәр кейеп, баштарын ғорур күтәреп, күкрәктәрен киреп атлап йөрөгән эреле-ваҡлы малайҙарҙы күргәс тә бәйгенең егеттәр араһында үтәсәк өлөшө үтә лә ҡыҙыу һәм тулҡынландырғыс буласағы билдәле ине инде. Һунарсы, хәрби, көтөүсе тематикаһындағы бейеүҙәр борондан ир-ат бейеүе иҫәпләнгән. Тап ошо бейеүҙәр аша йәштәрҙә физик көс-ҡеүәт, әхлаҡи сифаттар тәрбиәләнгән, тап ошо бейеүҙәр бөгөн дә үҙенең тәьҫирлелеген, хәрәкәттәренең үҙенсәлеген һаҡлап ҡала алған. Ҡасандыр: "Ҡарт бейеүсенең башҡорт батырҙарының дошмандары менән көрәшен һүрәтләгән бейеүен күреп, тамашасыларҙың күҙҙәре йәшкә мансылды", - тип яҙған И. Лепехин ниндәйҙер мөғжизә менән бөгөнгө йәш батырҙарыбыҙҙың бейеүен күрһә, ошондай уҡ күренешкә тап булыр ине. Сорғот ҡалаһынан - игеҙәктәр Ғимран менән Сыңғыҙ Бохарбаевтар, Мәскәү ҡалаһынан - Салауат Фәттәхов, Мәсетле районынан - Салауат Зәйнетдинов, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан - Урал Ҡолмөхәмәтов, Учалы районынан - Азамат Рәхимов, Заһир Сәҙриев, Рафиҡ Ишмөхәмәтов, Илгиз Сөләймәнов, Әбйәлилдән - Илдар Әхмәҙиев, Бөрйәндән - Айҙар Торсонбаев, Баймаҡтан - Мораҙым Әлибаев, Айнур Әхмәтов, Ҡырмыҫҡалынан Азамат Саҙулаев башҡарыуында "Еҙ үксә", "Бөрйән егеттәре", "Маршрут", "Циалковский", "Игзаков" бейеүҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмағанына шик юҡ. Сәхнәлә бейегәндә генә түгел, ә һәр ым-ҡарашында башҡортлоғо өсөн ғорурлыҡ тойғолары кисергәнлеге асыҡ сағылып торған был егеттәрҙе башҡорт бейеүе бына ниндәй үргә күтәргән! Малайҙар араһында иң бәләкәй ҡатнашыусы Искәндәр Хәлиловтың сәхнә артындағы ҡыланыштарын, холоҡ-фиғелен күҙәтеп йөрөп кенә лә баланы рухлы итеп тәрбиәләүҙә бейеүҙең өлөшө ҙур булыуын аңлайһың. Һеҙ нисектер, әммә мин был егеттәрҙең: "Салауаттай, Алдар, Батыршалай батырҙарҙың юлын дауам итергә ант итәбеҙ", - тигән һүҙенә ихлас ышанам.
Ғөмүмән, был бәйгегә бер генә бала ла осраҡлы рәүештә килеп эләкмәй. Кемдер, мин Алдар батыр нәҫеленән, тип таныштырһа, ҡыҙҙар араһында башҡарыу оҫталығы менән айырылып торған 10 йәшлек Ләйсән Бураншинаны бейеүгә ҡартәсәһенең сулпылары ылыҡтырған. Ҡартәсәһенең уның үҙенең ҡартәсәһенән ҡалған сулпыларҙы ейәнсәренә бүләк итеүе ҡыҙҙа башҡорт бейеүенә оло һөйөү уятҡан да инде. Бөгөн ошо ҡомартҡыға эйә Ләйсән алыҫ Сорғот ҡалаһында башҡорт мәҙәниәтен, башҡорт телен башҡаларға танытыу өсөн бар тырышлығын һала. Халҡыбыҙ яҙмышының ниндәй генә ҡараңғы биттәре булмаһын, бөгөнгө йәш быуын үҙенең тарихын, шәхестәрен белә, нәҫел ептәрен барлай, улар тураһында башҡаларға һөйләй йөрөй. Шөкөр, бөгөнгө замандың үҙ Алдар батырҙары, үҙ Салауаттары үҫеп килә, бары тик донъялар ғына имен торһон.

Шулай итеп...
Балалар араһында үткәрелгән "Байыҡ" бәйгеһе йыл һайын яңы исемдәр асыуы, унда балаларҙың күпләп ҡатнашыуы менән мәртәбәле. Йәш бейеүселәрҙең хәрәкәттәрендәге үҫеш, сәхнәләге матурлыҡ, батырлыҡ, актерлыҡ оҫталығы сағылышы, драматизм менән һуғарылған өр-яңы бейеүҙәр, балаларҙың ихласлығы ла быйыл уны тағы ла юғарыраҡ үргә мендерҙе. Бында проект авторы Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаева менән уның ижади командаһы, шулай уҡ, һис шикһеҙ, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мырҙагилде улы Мусиндың өлөшө ҙур икәнлеген дә оноторға ярамай. Әйткәндәй, ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл көҙҙән башлап балалар бәйгеһен ололар "Байығы" кеүек үк, телевизорҙан күҙәтеп барырға мөмкин буласаҡ.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.07.14 | Ҡаралған: 1900

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru