«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тарих ярсыҡтары
+  - 

ҠАТАЙҘАР ҠАРАҺАҠАЛ ЯУЫНДА

Көнбайыш ҡатайҙарының Ағиҙелдең урта ағымына, Инйәр тамағына күсеп килеүе XIV быуат аҙаҡтарында, Туҡтамыш хан менән Аҡһаҡ Тимер хан араһында Башҡортостандың көнбайышында барған һуғыштан һуң була. Аҙаҡтан ҡатайҙар Инйәрҙең урта ағымын, үрен, Ағиҙелдең үрен үҙләштерә. Ә уларҙың Инйәр тамағындағы ерҙәренә табындар эйә була. 1728 йылда Ҡатай һәм Ҡумрыҡ-Табын улыстары башҡорттары ерҙәрен килешеп, бүлеп сығалар ("полюбовная сказка" тип атала был ер бүлешеү ҡағыҙы).
Нуғай юлындағы көнбайыш ҡатайҙар башҡорт халҡы тарихында һиҙелерлек эҙ ҡалдырған. Бигерәк тә был ХVII-ХVIII быуаттарҙа башҡорт яуҙары ваҡиғаларында асыҡ сағыла. Был мәҡәләмдә башҡорт халҡының артабанғы йәшәйешенә ҙур йоғонто яһаған 1735-1740 йылдарҙағы яуҙың һуңғы осоро - 1740 йыл миҫалында башҡорт ихтилалдарында ҡатайҙарҙың ҡатнашыуын асыҡларға теләнем. Көлдө үҙ күмәсеңә тартыу түгел был, минең теләгем - ырыуҙар бәйләнешен, башҡорт халҡының берҙәмлеген, халыҡтың уртаҡ яҙмышын ҡатайҙар тарихы аша күрһәтеү. Көнбайыш ҡатайҙар ҡайһы бер тарихсылар тарафынан әлегә тиклем айырым күрһәтелмәй, төньяҡ-көнсығыш башҡорт ырыуҙары менән берлектә телгә алына киленде, был күренеш хатта тарихи материалдарҙың картографик өлөштәрендә лә күҙәтелде. И. Гвоздикова ғына Нуғай юлы ҡатайҙарын айырып күрһәтте. Шул арҡала үҙ тарихы менән ҡыҙыҡ һыныусыларҙа тау араһында йәшеренгән ҡатайҙар ил тарихында булып үткән ваҡиғаларҙан бөтөнләй ситтә ҡалғандарҙыр, тигәнерәк фекерҙәр ишетелеп ҡала. Бына ошолар мине ҡулға ҡәләм алырға мәжбүр итте.


1740 йылға тиклемге ваҡиғаларға байҡау

Билдәле булыуынса, 1735-1740 йылдарҙа Нуғай юлында яуҙар тоҡанып китә. Яуҙың тәүге осорона ҡағылған бер документтан башлайыҡ. Мин был тикшеренеүҙәрҙе "Башҡорт АССР-ы тарихы буйынса материалдар"ҙың (1936 й., беренсе киҫәк) һәм "Башҡортостан тарихы буйынса материалдар"ҙың (2002 й., алтынсы том) документтарына нигеҙләнеп яҙҙым. 1737 йылдың 12-13 сентябрендә Ырымбур экспедицияһы тарафынан ошо йылдың 28 июленән 17 сентябренә тиклемге башҡорт ихтилалы ваҡиғалары тураһында төҙөлгән документтың унынсы пунктынан күренеүенсә, майор Люткиндың отряды Өфөнән Табынскийға хәрәкәт иткән йөҙ кешелек баш күтәреүселәр отрядын ҡыйрата. Һуғышта һикһән кеше үлә, өсәүһе генерал-майор Соймоновҡа килтерелә. Шул өсәүҙең береһе Нуғай юлы Ҡатай улысы Мырҙағәле ауылынан Усенғол (Иҫәнғолдор инде. - Авт.) Салыҡов язалау аҫтында һөйләгәндәрҙән сығып, ҡатайҙарҙың был яуҙа ихтилалдың тәүге көндәренән үк ҡатнашыуын белеп була. Иҫәнғол, был баш күтәреү Кирилловтың Ырымбур ҡалаһын төҙөүенә ҡамасаулау маҡсатында башланды, 1735 йылда хәрәкәт башында Килмәк абыҙ, Бәпәнә, Үҫәргән улысынан Алгушай, Тамъян улысынан Сәйетбай, Ҡатай улысынан Клевкей (артабанғы документтарҙа Тлевкей - Теләүкәй икәне аңлашыла.- Авт.), тағы ла Йәнебәк, Күсекәй торған ике меңлек ғәскәр Вологда полкына һөжүм итте, тип һөйләй. Иҫәнғол үҙе лә был һуғышта була, артабан да байтаҡ бәрелештәрҙә ҡатнашыуын таный. Мәҫәлән, Табын ҡәлғәһенән сыҡҡан ылауға һөжүм итеү, күбәләктәрҙең яу етәксеһе Ҡарабай, Тиләүҙән Йәммәт етәкләгән ете йөҙлөк отрядта Юрташ йылғаһы буйындағы "тоғро" башҡорттар ауылдарына һөжүм итеүҙәр... Иҫәнғол һөйләүе буйынса, 1736 йылда Килмәк абыҙҙың һигеҙ меңлек ғәскәре составында генерал Румянцев лагерын ҡыйратыуҙа ла ҡатнаша ҡатайҙар. Иҫәнғол-Усенғолдоң үҙенең дә ябай башҡорт булмауы төҫмөрләнә. 1736 йылда Тамъян улысы Сәйетбай Алкалин янында егерме алты кешелек кәңәшмәлә байтаҡ күренекле кешеләр ҡатнаша: Нуғай юлынан Ҡарабай, Күҫәп, Нәҙерғол, Күҫәпҡол, Шөгөр һәм башҡа батырҙар менән бергә ҡатайҙарҙан Күсекәй (Ҡуҙыҡай) һәм Иҫәнғол.
Был хәрәкәт сәбәптәре тураһында бер ҡыҙыҡлы документ иғтибарға лайыҡ. Килмәк абыҙ властарға бирелгәс, һорау алыу ваҡытында, башҡорттарҙың властарға ризаһыҙлығы 1732 йылда уҡ башланғайны, тип белдерә. Алдар Иҫәнгилдин шул йылда Утятниковҡа оброк биләмәһе итеп Табын ҡәлғәһе тирәләй урынлашҡан аҫабаларҙың вотчина биләмәләрен биргән була. Ошо ваҡиға айҡанлы Нуғай юлының күренекле кешеләре йыйыны үтә һәм был урманды Утятниковҡа бирмәҫкә, тағы берәйһе заводтар һәм ҡәлғәләр төҙөү маҡсаты менән килһә, яҡын ебәрмәҫкә, тип килешәләр. Йыйында ҡатнашыусылар таралыр алдынан был ҡарарҙар тураһында бер кем дә белергә тейеш түгел, тип иҫкәртеләләр. Ошо турала яҙылған документ Килмәк абыҙҙа һаҡланырға тейеш була (6-сы т., 365-се бит). Йыйында Нуғай юлы Ҡатай улысынан Йәнебәк Унауылов та ҡатнашҡан була.
Башҡорттарҙың Ырымбур ҡәлғәһен һәм Ырымбур нығытмалы һыҙығын төҙөүгә ҡаршы баш күтәреүе ваҡиғаларында ҡатайҙарҙың ҙа ҡатнашҡанын башҡа документтарҙан да белергә була. Өфө воеводаһы Н.Д.Мерзлюкин 1736 йылдың 18 февраль рапортында ихтилал барышы тураһында хәбәр иткәндә ошоларҙы яҙа: "От Катайской волости и от других волостей башкиры ныне в сборе на Зилиме, ...до тысячи человек, которые от Табынска в сороки верстах". Воевода фекеренсә, ҡырҡ меңләп кешенән ғәскәр туплап, уларҙы йәй көнө генә баш күтәреүселәргә ҡаршы ебәрергә булыр ине, ә әлеге шарттарҙа уларҙы ҡыйратыу мөмкин түгел: "конницею за великими снегами не надежно, ибо оные воры башкиры действуют, слезя с коней, на лыжах, и к тому ж приготавливают места оттаптыванием снега". Мерзлюкин баш күтәреүселәрҙе юҡ итеү өсөн бер юлы дүрт яҡтан һөжүм башларға йыйына: беренсе команда Минзәләнән һөжүм итергә, икенсеһе Өфө тирәһендә, өсөнсөһө Көңгөр янында тупланырға, ә дүртенсеһе Теча биҫтәһенән һөжүм итергә тейеш. Уларға өҫтәп, Яйыҡ казактары даланан һөжүм итергә тейеш, ти. (6-сы т., 138-се бит). Был сараларҙы тик 1740 йылдың йәйенә һәм көҙөнә генә тормошҡа ашыра ала хөкүмәт. Нуғай юлындағы тәүге осорҙоң әһәмиәтле ваҡиғаларынан генерал Румянцев лагерына һөжүм итеүҙе атарға мөмкин, сөнки был һөжүмдән һуң бөтә Башҡортостанда хәрәкәт йәнләнә. Яу башлыҡтары Аҡай Күсемов, Килмәк Нөрөшев, Йосоп Арыҡов, Аҡайҙың улы Абдулла Аҡаевтар властар ҡулына эләккәс тә, һуғыш туҡталмай. Үрҙә иҫкә алынған Сәйетбай Алкалин янындағы кәңәшмәнән һуң Сәйетбай етәкселегендә биш меңләп ғәскәр йыйыла. Улар "тоғро" Бирҙеғол тарханды туҙҙыралар. Ҡатайҙар аҙаҡ Өфө тирәһендәге бер нисә ауылды туҙҙырыуҙа ла ҡатнаша. Был хәл 1737 йылдың яҙында булһа, йәйгә баш күтәреүселәр Килмәк абыҙҙан баш һалырға өндәп яҙылған хат алалар. Хатта Нуғай юлының күренекле кешеләренә мөрәжәғәт ителә, шулар араһында ҡатайҙан Йәнебәк батыр һәм Күсекәй батыр телгә алына.

Ринат ШӘЙБӘКОВ,
Белорет районы Зөйәк урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.07.14 | Ҡаралған: 1882

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru