«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
көн күргән шөғөл
+  - 

ЯРАТҠАН ҺӨНӘРЕҢДЕ ТАП…
һәм һин бер көн дә эшләмәҫһең

Әбйәлил районында эшҡыуарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе - "Лилиә" салон-ательеһы етәксеһе Сафия Сәләх ҡыҙы Мансурова. Ете йыл элек, хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙенең төп шөғөлөн тапҡан эшҡыуарҙың тормош фәлсәфәһе ҡыҙыҡлы: ул бөгөн, ғүмеренең иң мөһим өлөшөнә еткәс, үткәндәренә әйләнеп ҡарап: "Бөтә күргән-кисергәндәремдең, үткән урау-урау юлдарымдың береһе лә Хоҙай тарафынан бушҡа бирелмәгән, ә нәҡ әлеге кәсебемә әҙерлек үтеү, тәжрибә туплау өсөн кәрәк булған", - тип һанай. Шул хаҡта һөйләгәндәрен тыңлайыҡ.

Уҡытыусы булам, тигәйнем…

Мин, бәләкәй генә сағымдан "Мотлаҡ уҡытыусы булам!" тип хыялланған ҡыҙ, тота килеп 8-се кластан һуң тегенселәр әҙерләй торған училищеға уҡырға китеп барҙым. Әлбиттә, ул саҡта ни бары үҙемә матур-матур күлдәктәр тегергә генә өйрәнгем килгәйне, сөнки магазиндарҙа теләгәнеңде һайлап алып кейеү мөмкинлеге юҡ ине әле. Ҡатын-ҡыҙ күлдәгенән алып ирҙәр пальтоһына тиклем тегә белгән тегеүсе-универсал сифатында Асҡарға ҡайтҡас, ике йыл халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинатында эшләп алдым, тәжрибә тупланым, әммә ул саҡта ла әле тегенсе һөнәрем тормошта кәрәк булыр тип уйламай инем. Һаман да педагог булырға тигән хыялым күңелемә тынғылыҡ бирмәй ине. Йырларға, бейергә яратыуым, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашыуым мине башта музыкаль-педагогия училищеһына алып барҙы. Шунан БДУ-ның география факультетын тамамланым. Бөтәһе 27 йыллыҡ педагогик стажым бар. Миңә Асҡарҙа, Межгорьела, Өфөнөң 45-се мәктәбендә эшләргә тура килде. Музыка уҡытыусыһы булып эшләгәндә һәр төрлө концерт-кисәләрҙә, смотр-фестивалдәрҙә ҡатнаштыҡ, вокаль ансамблдәр, хор коллективы төҙөп, художестволы үҙешмәкәрлектең уртаһында ҡайнаныҡ, беренсе урындар, гран-приҙар яулаған саҡтар йыш булды. Баҡһаң, ғүмеремдең был миҙгеле лә бөгөнгө хәлемә өлгөрөү өсөн кәрәк булған икән…

Милләтем тарихын өйрәндем

Межгорьела эшләгән саҡта минең тормошома ҙур һәм мөһим үҙгәреш индергән ваҡиға булды. Шул осорҙа республикабыҙ үҙаллылыҡ яулап, мәктәп программаларына "Тормош һабаҡтары", "Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте" кеүек яңы фәндәр индерелә башлағайны. Мәктәп етәкселеге, һеҙҙән дә ҡулайлы кеше булмаҫ, тип, ошо дәрестәрҙе 5-тән алып 11-сегә тиклем уҡытыуҙы миңә тапшырҙы ла ҡуйҙы. Башта юғалып ҡалдым, әммә ҡушылған эштән баш тарта торған ғәҙәтем юҡ. Һеҙ белһәгеҙ ине тора-бара был предметтар миңә ни тиклем оҡшап киткәнен! Күпме әҙәбиәт уҡыным мин, шул осорҙа республикала сыҡҡан бөтә гәзит-журналдарҙы алдырҙым. Тулы бер университет бөттөм, тиһәң дә була. Баҡһаң, беҙ үҙебеҙҙең халыҡ, уның тарихы тураһында бер нәмә лә белмәй йәшәгәнбеҙ икән. Ә тарихыбыҙ ниндәй бай, ҡыҙыҡлы һәм шанлы! Мин уны ҙур ләззәт менән өйрәндем һәм балаларға еткерҙем, уларҙы ла мауыҡтыра алдым, тип уйлайым. Ә бит был белем дә һуңыраҡ ни тиклем кәрәк булды!

Тыуған ергә ҡайтыуым

Тыуған еремдең патриоты булараҡ, Әбйәлилемә ҡайтып, көс бар саҡта яҡташтарыма хеҙмәт итеү теләгем дә тормошҡа ашты. Бында мин район хакимиәтендә әйҙәүсе белгес вазифаһын башҡарҙым. Нәҡ ошо осорҙа минең, Асҡарҙа хеҙмәт юлын тегеүсе булып башлаған ҡыҙҙың, күңелендә юғары класлы ателье асыу хыялы яралды. Тәүге аҙым - тегенселәр эҙләй башланым. Арендаға бүлмә алып, бер көнкүреш машинаһы ҡуйып, бер тегеүсе яллап, шәхси эшемә нигеҙ һалдым. Ә бөгөн ҡул аҫтымда 12 сәнәғәт тегеү машинаһы бар, уларҙа ете оҫта эшләй. Беҙ халыҡҡа тегеү менән бәйле бөтә төр хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ, айырыуса өй һәм офистар өсөн ҡорғандарға, ламбрекендарға заказдар күп, шулай ҙа башлыса сәхнә костюмдары, башҡорт һәм башҡа милләт кейемдәренә ихтыяжды ҡәнәғәтләндерәбеҙ. Уларҙы айырым кешеләр ҙә, 15-20 ағзанан торған ансамблдәр ҙә, хор коллективтары ла тектерә. Бөтә Әбйәлил бейей: һәр бер мәҙәниәт йортоноң, һәр бер мәктәптең тиерлек бейеү коллективы бар. Уларҙан тыш, бәләкәй генә клубтарға тиклем үҙенең фольклор һәм вокаль ансамблдәрен төҙөгән. Улар ҙа, беренән-бере уҙҙырып, сәхнә костюмдары тектерә. Тегеүселәрем баш күтәрмәй эшләй. Тик былар эште бер көйгә һалып, штамплап тик ултыралар икән, тип уйларға ярамай. Мин - ижад кешеһе, матурлыҡ яратам һәм кеше һораған әйбер күркәм, үҙенсәлекле килеп сыҡһын, башҡаларҙыҡына оҡшамаһын өсөн бар көсөмдө һалам. Күптәрҙең аҙаҡ тағы бер рәхмәт әйтеп китеүҙәре нәҡ минең һәм тегеүселәремдең тырышлығына оло баһа тип уйлайым. Һәр бер заказ өҫтөндә сәғәттәр буйына эшләйбеҙ: клиент менән эскиздар һыҙабыҙ, махсус әҙәбиәт, интернетты файҙаланабыҙ. Бына ошонда кәрәк булды ла инде минең Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен белеүем. Ә бит милли кейемдәрҙе махсус белеме булмаған кеше тота килеп тегә алмай. Ысынлап та, тормошта бер нәмә лә осраҡлы булмай, гүйә, ул үҙе мине ошо бөгөнгө ролемә әҙерләгән! Минең оҙаҡ йылдар сәнғәт донъяһында ҡайнап йәшәүем, сәхнә тормошон яҡындан күҙәтеүем дә бөгөнгө эшемә ярҙамға килә. Беҙ бит башҡорттоҡон ғына түгел, ә татар, рус, мари, кавказ, латиноамерикан һәм башҡа халыҡтар бейеүҙәре өсөн дә костюмдар тегәбеҙ. Хәҙер минең бөтә иғтибарым ошо кәсепкә көйләнгән: хатта телевизор ҡарағанда ла ҡулыма ҡәләм тотоп, артистарҙың кейемдәренән ҡыҙыҡлы деталдәрҙе һыҙып алам, өй эсен, офистарҙы күрһәтһәләр, тәҙрәләрендәге ламбрекендарҙың әлегәсә беҙ эшләмәгән ниндәйҙер яңылығын тотоп алырға тырышам.

Конкурс баһалары ла мөһим

Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап та ятмайбыҙ: төрлө һөнәри бәйгеләрҙә ҡатнашырға тырышабыҙ. "Евро-Өфө- Азия" мода форумында ике йыл рәттән "Ҡупшы кейем", "Арт-дизайн" номинацияларында II-се, III-сө дәрәжә дипломдар яуланыҡ. Шулай уҡ Өфөлә үткән "Көҙгө мода аҙнаһы" фестиваленең дипломанты булдыҡ.
"Бына бит һинең эшең ҡайҙа булған, юғиһә, мәктәптә ыҙалап йөрөгәнһең!" - ти миңә ҡайһы бер клиенттар. Юҡ, мин мәктәптә лә, район хакимиәтендә лә оло кинәнес менән эшләнем. Бөйөк ҡытай философы Конфуцийҙың: "Был тормошта яратҡан һөнәреңде тап һәм һин бер көн дә эшләмәҫһең", - тигән афоризмы бар. Ниндәй аҡыллы һүҙҙәр! Эш минең өсөн байрам булды. Ҡайҙа ғына нимәгә генә тотонһам да, уны яратып, ихлас күңелдән башҡарҙым. Оҡшамағандарынан баш тарттым, тип тә әйтә алмайым, беҙҙең быуын нимә ҡушһалар - шуны үтәргә өйрәнгән, тик мин һәр ваҡыт, фантазиямды һәм ижади ҡомарымды ҡушып, уларҙың күңелемә ятҡан яғын булдырырға ынтылдым. Эште яратып башҡарһаң, ул уңышлы була, тип һанайым, юлыңда проблемаларға ла осрамайһың, улар тап булһа ла, хәл итеү әмәлен таба беләһең. Тәжрибәмдән сығып, тормош - ул хыялдарҙан һәм уларҙы ысынбарлыҡҡа әйләндереп ҡыуаныуҙан ғибәрәт, тип әйтер инем. Минең тағы бер хыялым бар ине: ателье өсөн матур бина төҙөү. Һәм уны ла тормош иптәшем һәм балаларым ярҙамында тормошҡа ашырҙыҡ. Ул үҙ эсенә ателье ғына түгел, ә парикмахерский, аяҡ кейеме йүнәтеү оҫтаханаһы, туҡымалар, теген фурнитураһы менән сауҙа иткән магазинды берләштергән үҙәк буласаҡ.
Эшем шундай тығыҙ, бер минут буш ваҡыт юҡ, әммә һәр саҡ райондың йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға мөмкинлек табам. Байтаҡ йылдар Асҡар ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булдым, әле бына "Ағинәйҙәр ҡоро" эшендә ҡатнашам. Педагог, үҙ милләтемдең патриоты булараҡ, халыҡтың деградацияға бирелеүен ауыр кисерәм, ағинәй, өләсәйҙәр ролендә йәш быуынды тәрбиәләүҙе ҡулға алырға кәрәк, тип уйлайым.

Рәхимә МУСИНА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.07.14 | Ҡаралған: 1772

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru