«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тураһын әйткәндә...
+  - 

ЯҘЫУСЫЛАР БИТ...
милләт хәтере

Ғүмерҙең 80 йәшен теүәлләгән осорҙа уйланыу, баһалау, күҙ асылыу, нисектер, үҙенсәлекле була баралыр. Әҙәбиәт өлкәһендә һай йөҙәм. Ғүмерҙең башланғысында иһә уны аңлап та еткермәгәнмендер. Шулай ҙа бер уҡыу йортоноң тупһаһын бер осорҙа тапаған һабаҡташым, шағир Риф Мифтаховтың 75 йәшлек юбилейы айҡанлы уның һәм ҡәләмдәштәренең - яҙыусыларыбыҙҙың яҙмышына борсолоп яҙам был һүҙҙәрҙе. Әйткәндәрем, бәлки, бөгөнгө быуын кешеләренә, бигерәк тә йәштәргә мөрәжәғәт һымаҡ та ҡабул ителер.
Бала сағым һуғыш осоронда бәләкәй генә ауылда үтте. Радио түгел, гәзит төшөнсәһе лә булманы. Фронттан (һуғышта 16 ауылдашым ҡатнашҡан) килгән хаттарҙы кем уҡыған икән? Хәтеремдә, Юлдыбай мәктәбенә 5-се класҡа уҡырға барҙым. Класс етәксеһе ҡушҡас, китапханаға китап алырға индем. Беренсе китабым йоҡа ғына "Мыяубикә" исемле ине. Китапханасы Менәүәрә апай (исеме әле лә иҫтә) миңә көлөбөрәк ҡарап ҡуйҙы. Кәүҙәм арыу ғына булыуға ҡарамаҫтан, уҡыуға бик һуң төшкәйнем шул. Һуңлатыусыһы - һуғыш ине. Ә һуңынан китаптар яҡын дуҫыма әйләнде. Салауат ҡалаһында уҡыған, эшләгәндә М. Шолоховтың яңы ғына донъя күргән "Тымыҡ Дон"ын сират баҫып уҡый торғайныҡ хатта... Һуңынан шәхси китапханам барлыҡҡа килде.
Беҙ мәктәптә уҡыған осорҙа "Туған әҙәбиәт" дәреслектәре йөкмәткеһе менән ярлы булды. Әле лә уҡыусы саҡта яҙған көндәлектәремә күҙ һалам да, бигерәк наҙан үҫкәнбеҙ, тип ҡуям. Үҙ халҡыбыҙ тарихын, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен белмәгәнбеҙ. Урыҫ әҙәбиәтен "Слово о полку Игореве"ны өйрәнеүҙән башланыҡ. Ғәжәпләнеү сикһеҙ ине - мең йылдар алда яҙылған әҫәрҙе өйрән әле! (Хәйер, ул әҫәрҙән иҫтә ҡалған һөйләм "О ветер ветрило" ғына). Халҡымдың бындай боронғо әҫәре юҡ, тип уйлай инек. Совет власы башҡорт халҡына тел, яҙма бирҙе, тип инандыҡ. Крашенинниковтың, йә Успенскийҙың "...погибает башкир, погибает..." тип "уфтаныуҙарын" яҡшы үҙләштерҙек. Шуғалыр, туған әҙәбиәт дәрестәрендә һәр йыл бер үк ижадсыларҙы, йә урыҫсанан тәржемәләрҙе тылҡыныҡ. Ул осорҙа баяғы "Слово..."нан да алдараҡ яҙылған халҡым әҫәре, йә булмаһа, күренекле әҙип-сәсәндәребеҙ булыуы тураһында телгә лә алынманы.
Халҡым электән талантлы булған. Талантын һуңғы осор тойҙоҡ, күрҙек, яҙыусыларыбыҙ донъя кимәленә сыҡты. Әҙәбиәт нимә һуң ул? Матурлап, ҡупшылап әйтер һүҙме? Әллә тәрбиәүи һүҙ өлгөһөмө? Аҙаҡҡыһылыр. Һүҙ - уҡҡа, ҡылысҡа тиң, мәңгелек. Шуны аңлап та Пушкин:
Я памятник себе воздвиг
нерукотворный,
К нему не зарастет
народная тропа,
Вознесся выше он
главою непокорной
Александрийского столпа, - тип яҙған.
Беҙҙең быуын, әҫәрҙәр геройҙарынан үрнәк алып, тау артындағы булмаған коммунизмды тиҙерәк күреү өсөн яңынан-яңы үрҙәргә ынтылды, уларҙы яуланы, илгә тоғро ҡалды. "И дым отечества нам сладок и приятен", йәки "Служить бы рад, прислуживаться тошно" тигән Чацкийға эйәрҙек. "Жизнь дается человеку один раз, и прожить ее надо так, чтобы потом не было больно вспоминать", тигән П. Корчагиндан үрнәк алдыҡ. Әҙ булманы инде беҙгә үрнәк әҫәр геройҙары. Ә һуғыш осоро һуң? Твардовскийҙың Василий Теркины йәки Мостай Кәримдең Үлмәҫбайы ҡағыҙ битендә генә йәшәмәне, ә миллионлаған Теркиндар, Үлмәҫбайҙар тыуҙырҙы. Һәм тап улар беҙгә еңеү килтерҙе. Һанай китһәң, әҙәби әҫәрҙә халыҡтың төп байлығы - рух ныҡлығы алға сығарылғаны асыҡ. Совет власы уға айырыуса әһәмиәт биргән һәм яңылышмаған. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа финанстар министры А. Зверев, ҡайһы бер яҙыусыларҙың юғары гонорарҙар алыуына борсолоп, Сталинға аңлатмалы яҙыу яҙа. Сталин уны үҙенә саҡырып , шулай ти: "Зверев иптәш, ҡайһы бер яҙыусыларҙың миллионер булыуы ҡурҡыныс түгел, бындай яҙыусыларҙың аҙ булыуы хәүефле. Яҙыусылар - улар милләттең хәтере. Улар аслы-туҡлы йәшәһә, нимә яҙа аласаҡтар һуң?"
Эйе, яҙыусы ла үҙ бурысын, яуаплылығын аңлаған. Мостай ағай Кәрим:
Дау-бәхәс беҙҙә
Ят түгел ине.
Әммә ыҙғыш та
Ваҡ түгел ине, - тип, юҡҡа яҙмағандыр. Үҙ урынын билдәләгән ул яҙыусы. Тайпылыуҙарға юл да ҡуйылмаған. Мәғлүм ки: үҙенең партия ағзалығынан сығарылғанлығын ишеткән Баязит Бикбай йыйылыштан илап сығып киткән. Был күренештән ҡапыл айныған етәксе: "Бар артынан, берәй нәмә булып ҡуймаһын", - тип, уның янына кеше ебәргән. Тимәк, барыбер ҙә кешеләрҙе хәстәрләгәндәр, уларҙың күңелен уйлағандар.
Ә бөгөн? "Ҡәҙерһеҙләп әрһеҙләнә никтер, ҡулъяулыҡтан арзан ҡыҙ-ҡырҡын..." - тип яҙған Тамара Ғәниева һүҙҙәренә иғтибар итһәк, тик ҡыҙ-ҡырҡын ғына осһоҙланамы, тип уйлайһың. Ғөмүмән, йәшәү осһоҙлана бара түгелме? Кешенең кәрәге ҡалмай, буғай. Айырым һөнәр кешеләре юғала. Шиғыр менән йәшәп булмай, тип, Себер тарафтарына олаҡҡан шағирыбыҙҙы онотмайыҡ. Сөнки улар һанға һуғылмай, эшләр өсөн шарттар тыуҙырылмай.
Бөгөн телебеҙҙән төшмәгән Достоевский, Некрасов, Тургенев, Толстой кем иҫәбенә йәшәгән, ижад иткән икән? Ярай, Тургенев Полина Виардо иҫәбенә Парижда йәшәгән, Лев Толстой заманының "серегән байы" булған. Ҡалғандары? "Вы забыли о культуре, но культура не забыла о вас", - тип оран һала шағир Айҙар Хөсәйенов ("Истоки" №45, 2013 г.) заман байҙары ярҙамына ышанып-ялбарып. Ә Спивак уға:"Бөгөн байҙарҙа һинең ҡайғың юҡ. Уларға аҡса, тик аҡса ғына кәрәк!" - тип яуаплай ("Истоки" № 51, 2013 г.).
Ысынлап та шулайҙыр. Әгәр сәнғәткә (тимәк, әҙәбиәткә лә) бындай ҡараш булмаһа, Рәсәй яҙыусылары съезы, үгәйһетелеп, Калугала үтмәҫ ине. Ил килеменең 70-80 процентын үҙенә туплаған Мәскәү шул ойошманы артыҡ күреп, эш урыны бинаһынан, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа түләүҙәрең күп, тип, ҡыуып сығармаҫ ине. Хатта съезд үткәрер урын да тапмасәле. "Москва гордится своими золотыми куполами, а окраины России всегда жили в нищете", тип белдергән Морад Аджи хаҡлы түгелме? Маҡталған Мәскәү мэры Собянин иғтибарлымы сәнғәт кешеләренә? Ил яҙыусылары йыйыла бит, тип, съезда ҡатнашмаһа ла, исмаһам, күңел өсөн ҡотлау сәләме ебәрҙеме?
"О-о времена!", "О-о нравы!" тигән заманында бер ватандашыбыҙ. Риф ҡорҙаш, һинең дә, башҡорт яҙыусыларының да хәл-ҡәҙерен самалап яҙам был юлдарҙы. Былтыр декабрҙә Башҡортостан юлдаш каналында Әнүәр ағай Бикчәнтәевкә арналған тапшырыу булды. Унда башҡорт әҙәбиәтенән уҡытҡан өлкән генә ханым: "Әнүәр Бикчәнтәев иртә үлеүе менән бәхетле. Бөгөнгөнө күрһә, йәшәй алмаҫ ине", - тине. Йә булмаһа, В. Ганичевтың яҙыусылар съезында: "Есть сужение фронта нашей книги. Это объясняется катастрофическим расслоением российского общества, мир алчности диктует свою злую волю", - тип сығыш яһауы үҙе үк хәлкәйҙәрҙең хәлсә булыуын аңлатмаймы? Шулай ҙа замана ла үҙгәрер, яҙыусыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ ҙа ижад юлынан тайпылмаҫ, яңынан-яңы китаптар яҙылыр, тип өмөт итәйек әле.
Товарищь, верь. Взойдет она
Звезда пленительного счастья, - тип, киләсәгенә ышаныс менән яҙған бит бөйөк шағир.
Хөрмәтле һабаҡташым Риф Мифтахов! Бер осор уҡыған йәштәрҙән әҙәбиәтебеҙ күген яҡтыртыусы бынамын тигән шағир, прозаиктар үҫте. Ҡыуанып бөтә алмайым. Улар төрлө дәрәжәләр алды, бүләкләнде. Һин, үҙең яҙғанса, "күҙгә эленеп" барманың. Әммә һинең аяҡ аҫтында тапалып ятҡан, кемдеңдер күңеленә лә эләкмәгән тойғо-күренеште кеше күңеленә үтеп инерлек, уйландырыр-фәһем алырлыҡ тойғолар тыуҙырған шиғри юлдарға һалыуыңа ҡыуанам. Халыҡҡа яҡынһың. Ана, оло ағайың тураһында ниндәй матур тойғо менән яҙҙың. Был - кеше ҡәҙерен белеү.
2014 йыл илдә, республикала Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде. Мәҙәниәт - ул әҙәбиәт тә. Әҙәбиәтебеҙгә, яҙыусыларыбыҙға иғтибар артып, емерелеп-һүнеп барған рухи байлығыбыҙға шифалы елдәр иҫһә ине.

Йәмних ҠАШҠАРОВ.
Баймаҡ районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.08.14 | Ҡаралған: 1884

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru