«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ МАТБУҒАТТЫ УҠЫП ТЕЛЕБЕҘҘЕ ЛӘ, ҮҘЕБЕҘҘЕ ЛӘ ҺАҠЛАЙБЫҘ
+  - 

Һуңғы йылдарҙа кешеләрҙең матбуғат баҫмаларына, китаптарға ҡыҙыҡһыныуы үтә ныҡ кәмене. Бының сәбәптәрен төрлөсә аңлаталар. Берәүҙәр мәғлүмәт сараларының күп булыуына һылтанһа, икенселәре ташҡа баҫылғанды уҡырға яратмаған быуын үҫеп килеүен сәбәп итә. Бөгөн һәр өйҙә тиерлек интернет селтәре булыуы, зәңгәр экрандарҙан күрһәтелгән каналдарҙың күплеге лә баҫмаларға ҙур конкуренция тыуҙырған сәбәптәрҙең береһелер, моғайын.

Ысынлап та, хәҙер техник фәндәр үтә ныҡ алға китте һәм ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте төрлө юлдар аша табырға була. Бының өсөн әллә күпме гәзит-журнал алдырыуҙың да, китапханаларҙа саңға күмелеп ултырыуҙың да кәрәге юҡ, өйөңдәге телевизорыңды йә иһә интернет селтәреңде тоташтырыу ҙа етә, тип уйлаусылар ҙа бар. Үкенескә күрә, бындай мәғлүмәт сараларының зыянын үлсәп ҡараған, үлсәгәндә лә, халыҡҡа еткергән кеше генә юҡ. Мәҫәлән, Көнбайыш илдәренең вәхшилеккә, аҙым һайын үлтереш, ҡан ҡойош, енси боҙоҡлоҡҡа ҡоролған фильмдары ғына ла халҡыбыҙҙың йәшәү рәүешенә үтеп инеп, уны зауығынан яҙҙыра, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаһын емерә икәне тураһында һәр кем дә иҫкә аламы? Нәҡ шундай тапшырыуҙар, фильмдар балаларыбыҙҙы ла сит ҡанундарҙың мәғәнәһеҙ шау-шыуы, ҡаңғырығы аҫтында тәрбиәләргә тырыша. Ләкин күпме генә тырышһаң да, бер халыҡтың менталитетын икенсеһенекенә күсереп ултыртып булмаясаҡ. Әгәр ҙә инде бындай хәл була ҡалһа, милләттең йөҙө, асылы ғына түгел, уның исеме лә юғаласаҡ, тигән һүҙ. Бындай хаталарҙы булдырмау, милли рух, тәрбиә, үҙаң төшөнсәләрен аңлатыу бурысын үтәй ҙә инде милли телдәге баҫмаларыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ әҫәрҙәре. Гәзиттәргә яҙылыу кампанияһы мәлендә район ауылдарына сығып, халыҡ менән осрашып торғанлыҡтан, төрлө хәлдәргә тарырға, төрлө һүҙҙәр, хатта тәнҡитләүҙәр, үпкәләүҙәр ҙә ишетергә тура килә. Берәүҙәр юҡ сәбәпте бар итеп, хатта ҡулына тотоп та ҡарамаған көйөнсә, милли матбуғатыбыҙҙы насарларға тырыша. Икенселәр ниндәйҙер дәғүәләр, тәнҡиттәр белдерә-белдерә, ғүмер буйы милли баҫмаларҙан айырылмай. Уларға ҡарайһың да, ысын уҡыусы нәҡ шулай булырға тейештер ҙә, тип уйлайһың. Үҙенең үпкәләрен, тәнҡиттәрен белдерә-белдерә уҡый икән, тимәк, ул ысынлап та гәзиттең тоғро дуҫы, яратып уҡыусыһы. Ундайҙарҙың үпкәһенә лә, тәнҡитенә лә етдиерәк ҡолаҡ һалырға тырышаһың. Нисек кенә булмаһын, әллә нисә йылдар дауамында гәзит-журналдан айырылмаған, матбуғатһыҙ бер көн дә тора алмаған тоғро дуҫтарыбыҙ етерлек булыуы ҡыуандыра. Осрашыуҙарҙа йөрөй торғас, ҡайҙа күпме гәзит алдырыуҙарын, гәзитебеҙ дуҫтарының ниндәй урамда, ҡайһы өйҙә йәшәүен дә алдан самалап белеп бөтәһең.
Халыҡты гәзиткә яҙылырға өндәп йөрөгәндә ҡайһы бер кешеләрҙең "гәзитегеҙгә" тигән һүҙҙе йышыраҡ ҡулланыуына ла иғтибар итәһең. Уйлап ҡараһаң, айырым бер журналистың ғына гәзите түгел бит ул, ә халыҡтыҡы. Шулай булғас, был осраҡта гәзитебеҙ тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр ине. Үҙебеҙҙеке итеп яҡын күреп торһаҡ, уны һаҡлап, тиражды юғалтмай, киреһенсә, үҫтереү тураһында ла бергәләшеп уйлашырға, хәстәрлек күрергә булыр ине. Ни тиһәң дә, үҙеңдеке һәр саҡта ла үҙәктә була бит ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәребеҙ аңлапмы, әллә инде аңлап еткермәйме, үҙ теленән ситләшеп, башҡа телдәге баҫмаға өҫтөнлөк бирә. Ә был инде үҙеңдекеләрҙе һанламай, бөтөнләй сит, һине бар тип тә белмәгән кеше тирмәненә һыу ҡойоу менән бер. Күп осраҡта телебеҙҙе һаҡларға һәм яҡларға тейешлегебеҙҙе лә онотоп ебәрәбеҙ шул. Барыһы ла үҙ телендә генә фекер йөрөтөп, бары тик ошо нигеҙҙә генә шәхес булып үҫешәсәген һәр саҡта ла хәтерҙә тотһа ине лә бит... Һәр милләттең үҙенә генә хас психологияһы һәм характеры булыуын, уны артабан да камиллаштырыу, үҫтереү өсөн әсә теленең ни тиклем ҙур урын биләүен аңлап етмәүебеҙ ысынлап та хәүефле уйға һала.
Мәҡәләбеҙ һуңында, башҡорт теленең һаулыҡҡа ни тиклем ыңғай тәьҫир итеүе хаҡында мәғлүмәт биреү ниәтенән, Наил Юлдашбаевтың "Башҡорт теленең көсө" мәҡәләһенән өҙөк килтереп үтәйек:
"Көнсығыш илдәрендә, кеше ауырыуҙарының 70 проценты аңдың боҙолоуынан башлана, тигән фекер йәшәй. Аң боҙолоуының бер сәбәбе -психик көсөргәнешлек. Көнсығыш илдәрҙә, мәҫәлән, Һиндостанда, Ҡытайҙа, шул психик көсөргәнешлекте бөтөрөү юлдарын уйлап тапҡандар. Ул медитация тип атала (әлбиттә, медитацияның маҡсаты уның менән генә сикләнмәй). Шуларҙың араһында "Тарабара" тигәне башҡаларҙан ябайлығы менән айырылып тора. Методикаһы ошолай: кеше өндәр әйтергә тейеш. Үҙ телендә булғандарын да, шулай уҡ булмағандарын да. Ни тиклем күберәк әйтһәң, шул тиклем яҡшыраҡ. Алфавит ятлаған кеүек һәр өндө ашыҡмай, дөрөҫ итеп әйтеү кәрәк. Шулай уҡ ҡысҡырып, йәки һуҙып, көйләп әйтһәң, бигерәк тә яҡшы. Ҡайһы бер илдәрҙә һуҙынҡы өндәрҙе көлөү формаһында башҡаралар, мәҫәлән, бына ошолайыраҡ: ха-ха-ха, хо-хо-хо, хэ-хэ-хэ, хә-хә-хә...
Бындай медитацияның әһәмиәте нимәлә һуң? Баҡһаң, өндәр аңда барлыҡҡа килгән психик көсөргәнешлекте ҡыуып сығара икән. Иң мөһиме: ниндәйҙер бер өн алып сыға алғанды икенсе өн алып сыға алмай; мәҫәлән, "а" өнө таҙарта алған көсөргәнеште, әйтәйек, "ҙ" өнө таҙарта алмай; ә "ҙ" өнөнөкөнә "ө" хужа түгел һ.б. Йәғни һәр өндөң үҙ таҙартыу өлкәһе бар. Шуның өсөн өндәрҙе ни тиклем күберәк белһәң, шул тиклем яҡшыраҡ.
Хәҙер башҡорт теленә әйләнеп ҡайтайыҡ. Беҙҙең алфавитыбыҙҙа 42 хәреф бар, татар телендә - 38, урыҫ телендә -33, инглиз һәм немец телдәрендә 26 хәреф иҫәпләнә. Медитация күҙлегенән ҡарағанда, ҡайһы тел аңды яҡшыраҡ таҙарта? Әлбиттә, башҡорт теле. Беҙҙең телебеҙҙә, әйтергә кәрәк, донъя телдәрендә булған бөтә өндәр ҙә бар тиерлек. Шулай уҡ Урал тәбиғәтендә ишетелгән бөтә тауыштарҙы ла башҡорт алфавитынан табырға була. Ғөмүмән, башҡорт теле - медитатив тел. Был телдә һөйләшкән башҡорттарҙың аңы көн һайын психик көсөргәнештән таҙартыла. Икенсе төрлө әйткәндә, башҡорт теле - ысын мәғәнәһендә аңдың тәбиғи иммунитеты. Бына шуға башҡорттар тыныс холоҡло, ипле һәм донъялары теүәл булыуы менән башҡа халыҡтарҙан айырылып тора. Киң күңелле, ҡунаҡсыл, ваҡ-төйәк өсөн тауыш ҡуптарып йөрөмәйҙәр. Бер ваҡытта ла үҙҙәре һуғыш башламаған, йәғни агрессив түгелдәр. Аңдары сәләмәт булғас, һаулыҡтары ла ныҡ. Әйтәйек, XX быуатҡа тиклем беҙҙең крайҙы өйрәнгән ғалимдарҙың бөтәһе лә башҡорттарҙың сәләмәт халыҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алған.
Аңдағы психик көсөргәнешлелекте күп кенә өлөшөн тамаҡ төбөндә барлыҡҡа килгән өндәр таҙартырға тейеш. Башҡорт телендә улар бишәү: х, ғ, ҡ, һ, ң, ә урыҫ телендә бер х өнө генә. Урыҫ телендә х өнө тамаҡ төбөндә лә түгел, ә өҫкө аңҡауҙың уртаһында яһала. Күреүебеҙсә, урыҫ теле тамаҡ төбөндә яһалған өндәргә ҡытлыҡ кисерә. Шулай итеп, башҡорт теленең аңды таҙартыу һәләте бик көслө, шуға күрә башҡорт телен донъялағы иң сәләмәт телдәрҙең береһе тип атарға була..." Бына шулай, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, телебеҙҙең ни тиклем бай, ҡабатланмаҫ булыуына бер шик тә юҡ. Шуның өсөн дә уны һаҡлау һәм яҡлау беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ. Үҙ телебеҙҙә сыҡҡан баҫмаларҙы алдырып уҡып ҡына ла ошо бурысыбыҙҙы үтәй, һаулығыбыҙҙы ла нығыта алабыҙ.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Белорет ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.08.14 | Ҡаралған: 1652

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru