«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҢ КАМИЛ ӨЛГӨГӘ ЕТЕП БУЛМАҒАНДА ЛА, ЫНТЫЛЫРҒА КӘРӘК
+  - 

Илдең нефть һәм энергетика комплексы ойошмалары өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләп сығарыусы Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы республикала киң билдәле урта профессиональ белем биреү учреждениеһы. Бынан ун бер йыл элек Өфө энергетика колледжын һәм Өфө нефть техникумын берләштереүҙән барлыҡҡа килгән уҡыу йортонда бөгөн өс меңдән ашыу студент белем ала. Колледжда уҡыуҙың отошло яҡтары, уҡытылған һөнәрҙәрҙең өҫтөнлөгө тураһында колледждың 2-се курс студенттары Урал КУСКИЛДИН, Әдилә МАНАПОВА, Булат ДӘҮЛӘТОВ һәм Илгиз ЮНЫСОВ һөйләй.

Был уҡыу йорто хаҡында ҡайҙан ишетеп белдегеҙ? Әле үҙләштергән һөнәрегеҙ һеҙгә киләсәктә хеҙмәт баҙарында үҙ урынығыҙҙы табырға ярҙам итеренә ышанаһығыҙмы?

Урал Кускилдин: Мин Өфө ҡалаһында тыуып үҫтем. Колледжға уҡырға килергә миңә атай-әсәйем кәңәш итте. Әлеге ваҡытта "Электр станциялары. Селтәрҙәр һәм системалар" һөнәрен үҙләштерәм. Хәҙер Рәсәйҙә лә, сит илдә лә энергетика - йылдам үҫешкән өлкәләрҙең береһе. Унда эшләү өсөн һәр ваҡыт яҡшы белгестәр кәрәк. Ә колледж нәҡ ошо йүнәлештә һәйбәт, төплө белем бирә.
Эйе, хәҙер эш урыны таба алмай йөрөгән йәш белгестәр күп. Үҙемде был хәл урап үтер, тип ышанам, сөнки производствоның бер тармағы ла энергетиктарһыҙ эшләй алмай. Ғөмүмән, сәнәғәттең иң үҫешкән һәм перспективалы тармаҡтарының береһе булған энергетикала белгестәр етешмәй. Шуға күрә техник-электрик һөнәренә эйә булыуым миңә хеҙмәт баҙарында үҙ урынымды табырыма ышаныс бирә.
Илгиз Юнысов: Салауат районы Арҡауыл ауылынан ошонда уҡ белем алған ағайымдың кәңәше буйынса уҡырға килдем. Энергетика комплексы ил иҡтисадының күп тармаҡтарын үҫтереүҙә нигеҙ булып тора. Ул шулай уҡ нефть һәм башҡа өлкәләрҙең уңышлы эшен дә тәьмин итеүсе. Шуға күрә энергетика тармағының яҡшы эшләүе тотош ил өсөн кәрәк. Ә уның уңышлы эшмәкәрлеген үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр тәьмин итә. Шуға улар рәтен тулыландырыу маҡсатында Урал кеүек үк энергетика йүнәлешен һайланым һәм киләсәктә үҙемдең һөнәрем буйынса күңелемә ятҡан эш урыны мотлаҡ табасаҡмын, тип уйлайым. Эшләү менән бер рәттән, юғары уҡыу йортонда уҡырға ла иҫәп тотам.
Әдилә Манапова: Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылы ҡыҙымын. Тәүҙә мин колледждың Баймаҡ ҡалаһындағы филиалы тураһында белдем һәм шунда уҡырға барырға иҫәп тоттом. Ләкин Өфөлә йәшәүсе ағайым баш ҡалаға уҡырға килергә өндәне. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, "Газ һәм нефть үткәргестәрен һәм газ һәм нефть һаҡлағыстарын төҙөү һәм файҙаланыу" һөнәренә уҡый башланым. Республиканың һәм Рәсәйҙең нефть һәм газ секторы оҙаҡ йылдар формалаша һәм ул, энергетика менән бер рәттән, илдең иҡтисади һәм ижтимағи яҡтан үҫешенә булышлыҡ итә. Беҙҙең ил был ер аҫты байлыҡтарының ҙур запасына эйә. Шуға киләсәктә лә был өлкәлә эшләү өсөн күп белгестәр талап ителәсәк. Мин, мәҫәлән, уҡып бөткәс, технологик насос машинисы, АЗС операторы, резервуар паркы операторы, ГРС операторы һәм башҡа күп йүнәлештә эшләй аласаҡмын. Ә юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң нефтебаза директоры, нефть һурҙырыу һәм компрессор станцияһында баш инженер, төрлө магистралдәр менән идара итеү етәксеһенә тиклем үрләргә мөмкин.
Булат Дәүләтов: Баш ҡалала йәшәүсе дуҫтарым кәңәше буйынса Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына уҡырға килдем. Мәктәптә уҡығанда уҡ киләсәктә газ һәм нефть өлкәһендә инженер-проектлаусы булырға хыялландым. Шуға күрә маҡсатлы рәүештә "Газ һәм нефть үткәргестәрен һәм газ һәм нефть һаҡлағыстарын төҙөү һәм файҙаланыу" һөнәренә генә документтарымды тапшырып, имтихандар бирҙем һәм уҡырға индем. Нефть һәм газды табып эшкәрткәндән һуң уларҙы ҡулланыусыға алып барып еткерергә кәрәк. Ошо ике звеноны үткәргес торба һалыу транспорты бәйләй. Бөгөнгө көндә газ һәм нефть продукттары ҡулланылмаған тармаҡты табыуы ауыр. Ә алға киткән транспорт системаһы булмай тороп, нефть һәм газ сәнәғәтенең үҫешен күҙ алдына килтереп булмай. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә магистраль үткәргес торбаларҙың оҙонлоғо 225 мең километрҙан артып китте. Бөгөн дә төрлө йүнәлештә үткәргес торбалар һалыу дауам итә. Мәҫәлән улар иҫәбенә "Рәсәй - Төркиә" газ үткәреү магистрален, "Ямал - Европа" газ транспорт системаһын, "Көнсығыш Себер - Тымыҡ Океан" нефть үткәргес торбаларын индерергә була. Әйтелгәндәрҙән сығып күҙаллағанда, колледждан һуң миңә эш урыны табыуы ауыр булмаясаҡ.

Ҡайһы бер йәштәрҙең колледж, техникумдарҙы һанға һуғып бармауын, улар өсөн тик юғары уҡыу йорттары ғына абруйлы һаналыуын беләбеҙ. Ә бына һеҙгә колледжда уҡыу нимә бирә?

Әдилә Манапова: Минеңсә, барыбер ҙә тәүҙә урта профессиональ уҡыу йортонда уҡып сығыу яҡшыраҡ, сөнки бында практик яҡҡа ҙур иғтибар бирелә. Колледжда үҙләштергән һөнәрҙең бар эстәлеген тәрән итеп өйрәнеп, производствола эшләү өсөн әҙер белгес булып сығаһың. Һәр кеше, минеңсә, ниндәйҙер эшсе һөнәренә эйә булырға тейеш. Мәҫәлән, ҡыҙҙар ашнаҡсы, тегенсе, сәс ҡырҡыусы һәм башҡа һөнәрҙәрҙе үҙләштерергә мөмкин. Егеттәргә лә тормош юлында һәр саҡ кәрәк буласаҡ һөнәр исемлеге ҙур. Хәҙерге ваҡытта хеҙмәт баҙарында нәҡ эшсе һөнәрҙәргә эйә белгестәргә ҡытлыҡ, ә йәштәр әле булһын юрист, иҡтисадсы булырға тырыша.
Булат Дәүләтов: Колледж һөнәрҙең нигеҙен бирә. Ә юғары уҡыу йортонда уны тәрәнәйтеп өйрәнергә һәм белемде камиллаштырырға була. Йәмғиәттә әле булһа совет заманынан ҡалған "Училище, техникумдар икегә уҡығандар өсөн генә", тигән иҫке ҡараш йәшәй. Ләкин бөгөнгө көн ысынбарлығы бының төптө хата икәнен иҫбат итә. Урта профессиональ уҡыу йортон тамамлаған белгестәр хатта көрсөк ваҡытында ла эшһеҙ ҡалмай.
Илгиз Юнысов: Хәҙерге көндә ҡайһы бер колледждар, шулай уҡ техникум, училищелар, юғары уҡыу йорто менән етди конкуренция алып барырға мөмкин. Бының өсөн, мәҫәлән, беҙҙең колледжда барыһы ла бар - уҡыу өсөн дә, йәшәү өсөн дә яҡшы шарттар булдырылған. Уҡытыу программаһы эш биреүселәрҙең талабына яраҡлаштырып төҙөлгән. Үҙ һөнәрҙәрен яратҡан һәм үҙ эшенең профессионалдары булған уҡытыусылар белем бирә. Колледждың матди-техник базаһы яңы, ул заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Спорт менән шөғөлләнергә теләүселәр өсөн 5 спорт залы эшләй. Шуға күрә колледжға уҡырға килеүемә һис үкенмәйем һәм тырышып белем тауына үрләйем.

Һеҙҙеңсә, замана йәштәре ниндәй булырға тейеш?

Урал Кускилдин: Йәш кеше, тәү сиратта, рухлы булырға тейеш. Үҙеңдең туған телеңде, халҡыңдың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм тарихын яҡшы белеү йәш кешенең абруйын ғына күтәрә. Спорт менән дуҫ булыу, сәләмәт тормош алып барыу ҙа мотлаҡ, тип һанайым. Замана йәштәренең белемгә ынтылышы көслө булырға тейеш, сөнки киләсәк белемлеләр ҡулында. Һөнәреңде кәрәк булған йәки атай-әсәй ҡушҡан өсөн түгел, ә үҙең теләп, дәртләнеп, яратып үҙләштереү мөһим.
Әдилә Манапова: Бөгөнгө көндә кеше, шул иҫәптән йәштәр ҙә, конкуренцияға һәләтле булырға тейеш. Ә бының өсөн Урал һанап үткән сифаттарҙан тыш, тағы ла насар ғәҙәттәрҙән ары тороу, үҙ-үҙеңде төрлө яҡлап үҫтереү мөһим. Шулай уҡ ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек, үҙ алдыңа аныҡ маҡсаттар ҡуя белеү һәм шуға ынтылыу ҙа йәштәргә заман һынауҙары алдында юғалып ҡалмаҫҡа булышлыҡ итә.
Булат Дәүләтов: Тәү сиратта, кеше рухи һәм әхлаҡи яҡтан үҫешкән булырға тейеш. Шулай уҡ замана йәштәрҙең белемле һәм мәҙәниәтле булыуын талап итә. Тағы ла әҙәплелек, намыҫ, үҙ-үҙеңде һәм башҡаларҙы хөрмәт итә белеү, тәртип кеүек сифаттарҙың да юғары баһаланғанлығын оноторға ярамай.
Илгиз Юнысов: Йәштәштәремде аңлы, шәфҡәтле, һау, үҙенең тыуған ерен һәм халҡын яратыусы, уҡымышлы, ижади ҡарашлы, аралашыусан һәм эшлекле итеп күрәм.

Кешегә уңышлы булырға ниндәй сифаттары ярҙам итә тип уйлайһығыҙ?

Булат Дәүләтов: Маҡсатҡа ынтылышлы булыу.
Илгиз Юнысов: Үҙаллылыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ. Шулай уҡ үҙеңдең көсөңә һәм хыялдарыңдың тормошҡа ашасағына ышаныу мөһим. Һәр ваҡыт үҙеңде камиллаштырыу өҫтөндә эшләү юғары үрҙәр яуларға булышлыҡ итә, минеңсә. Иң камил өлгөгә етеп булмай, тип һанала, ләкин был, уға ынтылырға ярамай, тигәнде аңлатмай, шуға күрә һәр ваҡыт ошо йүнәлештә эшләргә кәрәк.
Әдилә Манапова: Белемле һәм мәҙәниәтле булған кеше һәр саҡ уңышҡа өлгәшә. Ныҡышмалылыҡ, интеллектуаллек, командала эшләй белеү һәм эшһөйәрлек шулай уҡ даланға илтә.
Урал Кускилдин: Ваҡытты дөрөҫ бүлә белеү бик мөһим. Күптәр бөтә нәмәгә һәм хәҙер үк өлгәшергә теләп, ныҡ яңылыша. Ниндәйҙер өлкәлә уңыш яулау өсөн уға табан яйлап, әммә ышаныслы аҙымдар менән барырға кәрәк. Шулай уҡ кешенең тышҡы ҡиәфәте лә, үҙен тотошо ла, ғәҙәттәре лә уңыш ҡаҙанырға ярҙам итә.

Һәр ваҡытта ла рух, туған телеңде, тарихыңды белеү кеүек сифаттар ихтирамға лайыҡ булған...

Булат Дәүләтов: Һис шикһеҙ, һәр кем үҙенең телен, мәҙәниәтен, тарихын белергә тейеш. Баланың теле туған телендә асылырға тейеш. Был - бәхәсһеҙ. Ләкин йәмғиәттә тик туған телдә генә аралашып булмай. Урыҫса ғына аралашҡан кешеләр араһында ошо телдә һөйләшергә кәрәк. "Мин тик үҙемдең туған телемдә генә һөйләшәм", тип йөрөп булмай бит. Урынына, йыйылған кешеләргә ҡарап, ниндәй телдә һөйләшергә кәрәк икәнлеген һайлау дөрөҫтөр, тип уйлайым. Был туған телеңә ҡарата ихтирамһыҙ ҡараш тигәнде аңлатмай, ә бары тик шул ваҡыттағы шарттарға яраҡлашыу хаҡында ғына һөйләй.
Әдилә Манапова: Туған телебеҙҙә халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәте, йәшәү рәүеше, аҡылы һәм тәжрибәһе, күңел матурлығы сағыла. Тимәк, башҡорт телен белмәү - ул халҡыңды, үҙеңдең булмышыңды аңламау, тигән һүҙ. Шулай уҡ балала рух тәрбиәләү - ғаиләләге тәрбиәнең бер өлөшө. Бер кешегә генә ҡарап та уның ғаиләһендә ошо йәһәттән ниндәй тәрбиә бирелгәнлеге күренеп тора. Шуға күрә балала кесе йәштән үҙ иле, халҡы менән ғорурланыу тойғоһон тәрбиәләү мөһим.
Урал Кускилдин: Туған телен, тарихын, шәжәрәһен белмәгән кеше үҙен белемле һәм мәҙәниәтле тип әйтә алмай, минеңсә. Әллә нисә сит тел белеп тә, үҙ телеңдә һөйләшә белмәйһең икән (йәки теләмәйһең икән), тирә-йүндәгеләрҙең ихтирамынан мәхрүм буласаҡһың. Нәҡ туған тел ярҙамында бала саҡта беҙ донъя тураһында тәүге тәьҫораттар алабыҙ, тормошто асабыҙ.
Илгиз Юнысов: Һәр кешенең тыуған иле, тарихы, мәҙәниәте, туған теле була. Үҙеңдең тарихыңды белеү тормошто ҡыҙыҡлы, мәғәнәле итә. Ә туған телен һәр кеше камил белергә тейеш, сөнки туған тел - халыҡтың иң ҙур хазинаһы. Тел - халыҡтың хәтере һәм уның рухи ҡеүәте. Өйҙә беҙ тик башҡорт телендә аралашабыҙ. Киләсәктә балаларым менән дә мотлаҡ туған телебеҙҙә аралашасаҡмын. Был - быуындан-быуынға күсеп килеүсе матур ҡағиҙә.

Шулай итеп...
Илгә һәр ваҡыт төплө белемле, дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белгән йәштәр кәрәк. Йәш быуындың әүҙемлегенән, уларҙың шәхси һәм профессиональ сифаттарынан, эшһөйәрлектәренән ниндәйҙер айырым ойошманы ғына түгел, ә тотош илде ышаныслы киләсәк көтә. Бөгөнгө түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашҡан уңған һәм аҡыллы йәштәребеҙҙең дә үҙ илдәренең лайыҡлы граждандары буласағына шик юҡ.

Гөлназ САФУАНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.08.14 | Ҡаралған: 2406

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru