«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАБАТ ТЫУҒАНДА ЛА БАРЫБЕР ТАБИП БУЛЫР ИНЕМ
+  - 

Стәрлетамаҡ медицина училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлағас, эшкә тыуған районым үҙәге Мораҡҡа ҡайтып, Моҡас медпунктында эшләй башланым. Шулай йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Әммә күңел төпкөлөндә уҡыуымды дауам итеү теләге һаман тынғы бирмәй, быҫҡып, бына-бына дөрләйем тип ята, тик баш врач документтарымды биреүҙән ҡырҡа баш тартты.

Ике аҙна отпускым бар ине, шуны алып, Өфөгә сыҡтым да киттем. Мединституттың төп корпусын эҙләп табып килеп ингәйнем, ҡаршыма бер ағай осраны. Уға: "Күгәрсен районынан килдем, документтарымды бирмәнеләр, үҙем менән паспортым ғына бар. Имтихандар тапшырып ҡарарға ине", - тип, хәлемде аңлатып һөйләп бирҙем. Ул: "Ай-һай, өлгөрөрһөңмө икән, бөгөн документтар тапшырыуҙың һуңғы көнө, эш көнө бөтөүгә ике сәғәт ваҡыт ҡалды. Совет майҙанына барып, Һаулыҡ һаҡлау министрлығын эҙләп тап, дипломыңдың күсермәһен алып кил", - тип, саҡ ҡына булһа ла күңелгә ойотҡо һалды. Министрлыҡҡа барып ингәс, унда ла ҡаршыма бер ағай осраны. Мин унан: "Министрҙы нисек табырға була?" - тип һорайым. "Уны нишләтәһең?" - тип көлә. Хәлемде аңлатып һөйләп биргәс: "Һеңлем, һиңә кадрҙар бүлегенә барырға кәрәк, әйҙә, тәүҙә ҡабул итеү бүлмәһенә барып, аныҡла", - тип, ҡабул итеү бүлмәһенә индереп китте. Унда ултырған секретаршаға дипломымдың күсермәһе кәрәклеген аңлатһам, секретарша "Минең эш көнөм бөттө", тип тик тора. Минең бәхеткәме икән, бер бүлмәнән тағы бер ағай килеп сыҡты ла, минең иларҙай булып баҫып торғанымды күрептер инде, хәлемде һораша башланы. "Дипломымдың күсермәһен алырға ине. Документтарымды баш табип бирмәне, минең мединститутҡа имтихан биреп ҡарағым килә", - тием. Ағай секретаршаға боролдо ла: "Зилә, уҡыйым тип торған балаға ниңә ҡаршы киләһең? Табып бир дипломының күсермәһен!" - тине. Секретарша ҡатын менән икәүләп кадрҙар бүлегенә барып, дипломымдың күсермәһен эшләп (ул ваҡытта ксерокстар юҡ, ҡулдан яҙырға кәрәк), мисәт ҡуйҙыртып, йүгерҙем мединститутҡа. Килеп инһәм, документтарҙы ҡабул итеп ултырыусы ҡыҙҙар "Юҡ, ваҡыт үтте, ҡабул итмәйбеҙ", тиҙәр. Тағы теге тәүге осраған ағай ярҙамға килде. Баҡтиһәң, ул ҡабул итеү комиссияһы рәйесе булған икән. "Ошо ҡыҙҙың ғына документтарын ҡабул итегеҙ ҙә", - тигәс, ҡыҙҙар документтарымды алып ҡалдылар.
Елкәнән тау төшкәндәй еңел һулап, тимер юл вокзалына барып, таң атҡансы уяулы-йоҡоло төн үткәрҙем дә, иртәгәһен ҡабат институтҡа килдем. Күп итеп исемлектәр эленгән. Шуларҙы уҡып йөрөйөм. Ҡараһам, береһендә минең дә фамилиям бар, эргәһенә имтихан көнө яҙылған. Баҡтиһәң, шул көндө үк имтихан тапшырырға тейешмен икән. Бер ишек алдында өймәкләшеп йәштәр тора. "Мине үткәрегеҙ, минең ошо бүлмәлә имтихан", тием. "Ә беҙ уйнарға килгән тип уйлайһыңмы?" тип көләләр. Шунан минән "Имтихан ҡағыҙы алдыңмы?" тип белештеләр. Алмағанмын икән. Өйрәтеп, күрһәтеп ебәрҙеләр. Барып, имтихан ҡағыҙын алып, аудиториямды эҙләп киттем. Инеп, билет алдым да, әҙерләнеп тә тормайынса, яуап бирергә ултырҙым. "Әҙерлән", тиҙәр. "Әҙерләнмәй генә яуап бирергә мөмкинме?" тием. "Юҡ, беҙҙә яуаптарығыҙ яҙған ҡағыҙығыҙ ҡалырға тейеш, бар, әҙерлән", - тиҙәр. Өҫтәл артына барып ултырҙым да, тиҙ-тиҙ генә яҙғыслап, комиссия алдына ҡабат барып ултырҙым һәм һөйләй башланым. Тауышымды күтәрә барам, күтәрә барам икән. Имтихан алыусылар, башҡалар әҙерләнеп ултыра, ҡысҡырма, тип тыя. Мин әкрен генә һөйләй башлайым да, тағы ҡысҡырып һөйләүгә күсәм икән. Комиссия ағзалары мине туҡтатып, икенсе һорауға күсергә ҡуша. Тағы әкрен генә һөйләй башлайым да, тауышымды күтәрә барам, күтәрә барам икән. Тағы туҡтаталар. Өс һорауға ла яуап бирҙем. "Бар, бар, башҡаларға ҡамасаулама", - тип сығарып ебәрҙеләр. Сыҡтым да, ҡысҡырып һөйләгәнгә, тыңлап та бөтмәйенсә, бүлдереп ҡыуып сығарҙылар инде, тип эй көйәм. Тынысланып киләйем тип, Ленин урамы буйлап йөрөнөм-йөрөнөм дә, ятаҡҡа киттем. Ашау ҙа, йоҡо ла юҡ. Ятаҡҡа барһам, унда имтихан ҡағыҙын һорайҙар. Минең имтихан ҡағыҙы институтта ҡалғайны бит инде. Киттем ҡабат институтҡа. Барһам, унда фамилиялап ҡысҡырып, баһа ҡуйылған имтихан ҡағыҙҙарын тараталар. Минең дә фамилияны ҡысҡырҙылар. Барып алып ҡараһам... бишле тора! Был имтихан биологиянан ине.
Һуңынан ятаҡҡа урынлаштым, башҡа имтихандарға әҙерләнә башланым. Физиканан, химиянан да бишлегә тапшырҙым, рус теленән иншанан ғына дүртле булды. Имтихандарҙы тапшырып бөтөп, районға ҡайтып киттем. Баш табип, башбаштаҡланып йөрөйһөң, тип асыулана. Артабан эшләп йөрөйөм. Бер ниндәй саҡырыу ҙа юҡ. Башҡалар тик бишлегә генә тапшырғандыр инде, мин инмәгәнмендер инде, тип уйлайым. Мотоциклда йөрөй инем. Бер көндө хат ташыусы ҡысҡырып туҡтатты. Бергә имтихан тапшырған Стәрлетамаҡтағы курсташтарым Илдус, Әхәт, Рәҡип, Иван барып белешкәндәр ҙә, "Зачислили. Поздравляем", тип телеграмма һуҡҡандар. Августың һуңғы көндәре. Баш табип ҡәнәғәтһеҙ генә документтарҙы бирҙе. Шулай итеп, институтта уҡый башланым, бер ыңғай Республика клиник дауаханаһында эшләп тә йөрөнөм. Баш ҡала шулай яуланды. Хәҙер инде, Аллаға шөкөр, 40 йыл кешеләр һаулығы һағында торам. Ҡабаттан тыуып, яңынан һөнәр һайлау мөмкинлеге торһа, барыбер ҙә ауыр, ҡатмарлы, яуаплы, әммә изге һөнәр булған табип һөнәрен һайлар инем...

Рәфиә БУРАНҒОЛОВА.
Өфө ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.08.14 | Ҡаралған: 1583

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru