«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШӨКӘРӘ КИПТЕРЕРГӘ ЯҘМАҺЫН ИНДЕ...
+  - 

Бөгөн күптәр аҡсаға аҡылын, намыҫын һата. Ҡайһы берҙә бәғзе эшмәкәрҙәргә ҡарайым да, уларҙың күкрәгендә йөрәк урынында банк иҫәбелер, тип уйлайым. Байлыҡҡа ынтылыш ҡурҡыныс түгел, теләһә ниндәй юл менән байырға тырышыу хәүефле. Хәҙерге ваҡытта аҡса түләп үрләргә, үҙеңде енәйәти эҙәрлекләүҙән ҡотҡарып ҡалырға мөмкин. Ә ошо гигант средстволар иҡтисадҡа йүнәлтелһә, ул иркен тын алып ҡалыр ине, моғайын.

Һәр дәүерҙә лә эшләргә, төҙөргә кәрәк. Минең атайым - бригадир, әсәйем ат ҡараусы ине. Үҙ белемем нигеҙендә бәйләнештәрһеҙ, аҡсаһыҙ ауыл хужалығы институтына уҡырға индем. 23 йәшемдә үҙемдең тыуған Ҡыйғы районында колхоз рәйесе итеп ҡуйҙылар. Малай ғынамын, хатта һүгенә лә белмәй инем. Биш йыл эсендә барыһына ла өйрәндем. Өфөнән бер нисә тапҡыр күсмә байраҡ алыуға өлгәштек. Һуңынан партияның өлкә комитетында, ризалығымды ла һорап тормайынса, Салауат райкомының беренсе секретары итеп раҫланылар. Ул ваҡытта йәштәрҙе, әгәр ҡулынан килгәнде күрһәләр, үҫтерәләр ине. Берәү ҙә уларҙы баҫтырып ҡалдырманы. Мин иртәнән кискә тиклем ауыл хужалығы менән булыштым. Салауат районынан һуң Тәтешле районына ебәрҙеләр. Мин эшләгән ваҡытта район Бөтә Союз ярышында өс тапҡыр еңеү яуланы. Хатта продукцияны яҡшыраҡ шарттарҙа эшләүселәргә ҡарағанда күберәк тапшыра инек. Артабан инде - ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары, һуңынан Госкомзем етәксеһе булып киттем.
Минең өсөн ер - ул йәшәү сығанағы. Әгәр кеше һыуҙан тора тибеҙ икән, ер уны туйындыра. 90 процент ризыҡты ҡоро ер бирә. Беҙҙең илдә ер ете категорияға бүленә. Беренсеһе, иң билдәлеһе - ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр. Был, образлы итеп әйткәндә, беҙҙең өҫтәлебеҙ. Ләкин шуны ла оноторға ярамай. Ер мул уңыш бирһен өсөн, уны даими ашлап торорға кәрәк. Мәҫәлән, әгәр Германияла минераль ашламаларҙы 1850 йылда ҡуллана башлаһалар, СССР-ҙа 100 йылға һуңыраҡ уяндылар. Бөгөн Германия гектарына 670 килограмм ашлама индерә, Голландия - 800, Ҡытай, Һиндостан - 400. Рәсәй - гектарына 7 килограмм. Башҡортостанда был күрһәткес 11 килограмм тәшкил итә. Ә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында был һан 90 килограмм самаһы ине. Гектарына бер килограмм ашлама нимә ул? Ул өҫтәмә рәүештә 5-10 килограмм иген бирә. Республикала ике урында: Мәләүездә һәм Салауатта ашламалар эшләү заводын төҙөгәс, ни тиклем ҡыуанғайным. Бына хәҙер һәр ваҡыт икмәкле булырбыҙ, тип уйлағайным. Хаталанғанмын. Етештергән ашламаларыбыҙҙың 96 проценты сит илгә, мәҫәлән, Ҡытайға китә. Үҙебеҙҙә 4 проценты ғына ҡала. Ә СССР заманында гектарына 300 килограмдан ашыу ашлама индерелә ине. Бөйөк державанан мираҫ булып 120 миллион гектар һөрөнтө ер ҡалды. Шуларҙың 40 миллионы хәҙер һөрөлмәй. Тимәк, 80 миллион тонна иген алып еткермәйбеҙ. Йәғни, Рәсәй бөгөн 140 миллион тонна иген етештерә ала. Был халыҡ иҫәбенән сығып ҡарағанда, уның ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. 1987 йылда мин ошо һорау өҫтөндә уйланғайным, сағыштырып, анализ яһағайным инде. Әгәр тәбиғәт шарттарына ғына һылтанмағанда, республикала нимә үҫтерергә мөмкин? Гектарынан 14 центнер самаһы иген. Ҡырмыҫҡалы районында был күрһәткес 18 центнер самаһы булырға тейеш, сөнки унда ер уңдырышлы. Ә бына Тәтешлелә - 9 центнер самаһы ғына. Әммә осон-осҡа ялғау өсөн гектарынан кәм тигәндә 20 центнер иген алынырға тейеш. Был осраҡта, гектарына 100 килограмм ашлама индерергә кәрәк. Элек Тәтешле районы ерҙәренә гектарына ике центнер ашлама индерә инек. Һөҙөмтәлә Балтас районында уңыш гектарынан 16 центнер булды, беҙҙә - 26.
Эшләргә теләге булған кеше шул ваҡытта уҡ юлдарын тапты. Хәҙер шундай һығымта яһайым: егеттәр, еңдәрегеҙҙе һыҙғанығыҙ! Күктән ергә төшөгөҙ. Ергә аяҡ терәгеҙ. Юҡһа, инвестор ҙа инвестор, тип баш ватаһығыҙ. Тирәк башына ҡунып ҡарҡылдашҡан ҡарғалар кеүек ауыҙ асып аҡса һорайһығыҙ. Инвестор һүҙен ишетһәм, миндә аллергия башлана. Бер ниндәй ҙә инвестор беҙҙең ауылдарға аҡса һалмаясаҡ. Улар уға Абрамовичҡа ҡурай нисек кәрәк, шулай ғына кәрәк. Нимәлер эшләгән ваҡытта ла бай әфәнделәр күп килемгә иҫәпләнгән етештереү объекттары төҙөйәсәк, әммә территорияны социаль төҙөкләндермәйәсәк. Ә бер нисә йөҙ кешегә булдырылған эш урыны - халыҡтың ихтыяжы менән сағыштырғанда, диңгеҙҙәге тамсы ғына ул. Ауылды һауыҡтырыу буйынса дәүләттең уйланылған сәйәсәте булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына нимәгәлер өлгәшә аласаҡбыҙ.
Элек тә проблемалар булманы түгел, булды. Әммә беҙ уларҙы хәл итә торғайныҡ. Бер генә етәксегә лә машина менән аҡса килтереп ауҙарманылар. Уларҙы үҙебеҙ таптыҡ. Ә хәҙер, экономиялау һылтауы менән, ауылды бөтөнләй финансламайҙар. 1990 йылда Рәсәйҙә 48 миллион баш һыйыр иҫәпләнә ине. Хәҙер һигеҙ миллион ҡалған. Республикала һыйырҙар һаны дүрт тапҡырға кәмегән. Һарыҡсылыҡ һәм сусҡасылыҡ тармаҡ булараҡ бөтөрөлдө. Уйҙырма иҡтисад, ысынбарлыҡта олиграхтарҙың уйланылмаған, енәйәти сәйәсәте бына нимәгә килтерҙе.
Академик Абалкин "Рәсәйҙең аграр фажиғәһе" тип аталған мәҡәлә баҫтырғайны. Атамаһы уҡ йөкмәткеһен асып бирә. Әммә уны ишетмәнеләр. Рәсәй Президенты РФ Дәүләт Думаһы депутаттарына Мөрәжәғәтнамәһендә, илебеҙгә донъялағы сәсеүлектең 55 проценты тура килә, тип белдерҙе. Уға сығыш әҙерләгән консультанттар нимә уйлағандыр, әммә был һан ете тапҡырға арттырылған. Уларҙың ниндәй отчеттар яҙыуын шунан сығып та күҙалларға мөмкин. Тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәм: Рәсәйгә Ер шарындағы сәсеүлектәрҙең 8 проценты тура килә. Әммә уның өстән бер өлөшө, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, эшкәртелмәй. Был миллион гектарҙан да күберәк. Уларҙы, бер нигеҙһеҙ, деградацияланыусылар иҫәбенә индерҙеләр.
Ни өсөн шулай килеп сыҡты һуң? Сөнки дилетанттар һәм бушбоғаҙҙар дәүере килде. Рәсәйҙә ауыл хужалығы менән ауылды белмәгән кешеләр идара итә. Аграр производствола тулы тәжрибәһе булмаған кешеләрҙе үрләтәләр. Ябай формула эшләй: уҡының - оҡшаның - үҫ. Шуға, реформалар осоронда илдә 50 меңдән ашыу ауыл бөтөрөлөүенә аптырайһы ла түгел! Уларҙың һәр ҡайһыһының артында - юғалған яҙмыштар, юғалған уңыш һәм һауым. Бөгөн ауылда кемдәр йәшәй? Нигеҙҙә, пенсионерҙар. Уларҙың ер пайҙары бар. Әммә уларҙың кем ҡулында булыуын һәм нисек файҙаланылғанын берәү ҙә белмәй. Ҡуртым хаҡын да алмайҙар. Мунсалары бар, һарайҙары, баҡсалары, картуф үҫтерәләр. Барлыҡ ҡыҙыҡһыныуҙары ошо. Ә дәүләттең тормош усағы быҫҡып торған утрауҙарҙа эше лә юҡ. Бер нисә йылдан һуң был усаҡтар ҙа һүнәсәк. Эттәр өрөүе лә ишетелмәйәсәк. Йыһан вакуумындағы кеүек тынлыҡ урынлашасаҡ. Уны бары тик әсе елдең һыҙғырыуы һәм һуңғы крәҫтиәндең ерҙән айырылыуын ауыр кисереп илаған ямғыр тамсылары тауышы ғына боҙасаҡ.
Ауылды, аграр производствоны ҡотҡарыу өсөн велосипед уйлап сығарырға кәрәкмәй. Бары тик сит ил тәжрибәһенә генә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бөтөн донъяла ауыл хужалығы секторына бюджет аҡсаларының 40 проценты китә. Швейцарияла, Финляндияла хатта 80 процентҡа тиклем. Рәсәйҙә был күрһәткес 18 процент ине. Хәҙерге иһә был һан ни бары 1 процент ҡына! Бындай диспропорция нимә менән янай? Теләһә ҡайһы ваҡытта аҙыҡ-түлекте сит илдән алыуҙы тыйыуҙары менән. Ә Рәсәй Һөтсөләре союзы рәйесе Андрей Даниленко белдереүенсә, былтыр илгә ситтән һөт индереү 60 процентҡа артҡан. Ҡайҙа тәгәрәйбеҙ? Хәүефһеҙлек сиген күптән үтеп киткәнбеҙ инде. Һәм тиҙ арала хәл-торошто тамырынын үҙгәртмәгәндә, фажиғә янай.
Крәҫтиәнгә артабан да Мәскәүгә, ҙур етәкселеккә өмөтләнергә ярамай. Артабан нисек йәшәүен ул үҙе хәл итергә тейеш. Йыйылышырға, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшергә, инициативалы һәм ерҙе яратҡан кешеләрҙе лидер итергә. Юҡһа, юҡҡа сығасаҡбыҙ. Ә сит илдәге күршеләребеҙгә шул ғына кәрәк тә инде. Улар шуны ғына көтә түгел, ә дәүләт структураларындағы ҡайһы бер әфәнделәрҙе майлап, ошо йүнәлештә әүҙем эшләй. Әгәр һөрөнтө ерҙәребеҙгә урман үҫһә, дәүләткә шөкәрә киптереүҙән башҡа сара ҡалмаясаҡ...

Радил МӨХӘМӘТДИНОВ,
Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһы профессоры.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.08.14 | Ҡаралған: 1581

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru