«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИМ БЕЛГӘН – ИМГӘНМӘҪ
+  - 

Мәҙинә әхирәтем тәүгә оләсәй булды: ҡыҙының ҡыҙы тыуҙы. Балалары ситтә, Сорғотта йәшәүгә ҡарамаҫтан, әхирәтем сыҙаманы. Ләйләһе бала табыу йортонан сығыуға, алыҫ сәфәргә юлланды. Ике ай самаһы балалары янында тороп, күңеле булып, яңыраҡ ҡына ҡайтып төштө. "Әле лә ҡайтмаҫ инем, ике бүлмәле фатирҙа тығыныраҡ булып китте: ҡоҙағыйым килеп ҡалды", - тип, йыйылып киткән хәбәрҙәрен һөйләп бөтөрә алмайынса, Мәҙинә ҡайтыу менән мине бәпес сәйенә саҡырып та алды.

- Шунан, әхирәт, оләсәй ролен килештерҙеңме инде? Ҡотлайым тәүге ейәнсәрең менән! Бәхете-тәүфиғы менән килһен, ата-инәһенә ҡыуаныс булһын. Ләйләң кейәүгә бер ул да табып бирһә, донъялары теүәлләнә, иншалла...
- Рәхмәт, әхирәт, һиңә лә ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы теләйем. Һәйбәт кенә тороп ҡалдылар. Сабый ни, әле имә лә йоҡлай. Үҙе шәфҡәт туташы булғас, бер ҙә албырғап, ҡурҡып тормай балам, ышаныслы тотона бәпескә. Әлдә генә шундуҡ имеҙә башлаған. Күкрәк һөтөнә етәме һуң инде! Хайуандың хайуаны имеҙеп үҫтерә балаһын. Ләйләмдең роддомда үҙе менән бергә бала тапҡан йәш кенә ҡатындарға иҫе киткән: күбеһе сабыйын имеҙеүҙән баш тарта, ти. Береһе, ирем күкрәктәремде күрһә, аҡылын юя, имеҙһәм, формамды юғалтырмын тип ҡурҡам, ти икән. Үәт әй!
Йөрәк ярып сыҡҡан балаң өсөн йәнеңде бирерһең бында...Тик бөтә ҡатындар ҙа улай уйламай икән шул. Табиптарын да әйтер инем, ныҡышып та тормайҙар, ти. Уларға йәлме ни кеше балаһы - яһалма аҙыҡ бирәләр ҙә йоҡлап тик ята сабый. Әллә ниндәй, әллә кем тарафынан әҙерләнгән яһалма һөт ул - кем белә... Химияһы ла, дарыуы ла барҙыр әле составында, әйтеп булмай, күрмәгәс. Йәш балаға хәҙерге заманда хатта әсәһе һөтөнән дә аллергия, диатез булырға ғына тора. Ҡыҙым әйтеп ҡараған була икән дә, аҙаҡ мастит-фәлән менән яфаланып йөрөргә тура килмәһен, имеҙһәгеҙ, үҙегеҙ өсөн дә яҡшы бит, тип. Иҫтәре лә китмәй, ти.
- Хәҙер ҡатын-ҡыҙ араһында түш ауырыуҙары арта бара икән, тип уҡыным әле яңыраҡ. Һөт биҙҙәре яман шеше "йәшәрә", ти белгестәр. Ғәфү ит, әхирәт, һүҙ ыңғайы ғына әйтеп ебәрҙем. Шунан, кейәү балаҡай нисек йөрөй, шатмы, әллә малай көтә инеме?
- Кейәүемә рәхмәтлемен, ҡайһы бер ирҙәр кеүек, тәүҙән үк малай кәрәк, тип ҡаңғыртманы ҡыҙымды. Бәй, шулай булмайса, ул бит кемдеңдер теләгенә бәйле заказ буйынса алына торған нәмә түгел дә. Хоҙай Тәғәлә ни ҡушһа, шул була. Ә ҡоҙағыйымдың ҡыуанғанын күрһәң ине! Ул бит өс ул үҫтергән, исмаһам, улдарымдың ҡыҙҙарын һөйөргә насип булһа ине, тип теләгән дә теләгән. Кейәү, теленән ҡыуанһын инде балаҡай, ҡыҙҙар наҙлыҡай, нәфис, һөймәлекле була, атай күңелен дауалар бәлзәм бит ул миңә, тип ҡулынан төшөрмәй сабыйҙы.
- Халыҡта шундай юрамыш та бар бит, - тием әхирәтемдең һүҙҙәрен йөпләп, - ҡыҙ балалар күберәк тыуһа, һуғыш булмаҫ, донъялар именлектә торор, тигән боронғолар. Ғөмүмән, халҡыбыҙҙы һан яғынан да, сифат яғынан да арттырырға кәрәк. Бир балаларыңа йөкләмә, әхирәт, аңдарына һеңдер: бер бала - юҡ бала, ике бала - ярты бала, өс бала ғына бер балаға торош, тип өйрәткән түгелме йәштәрҙе халҡыбыҙ аҡылы?
- Берәү менән сикләнмәҫтәре раҫ, сөнки Ләйләмдең кейәүгә иш булыр ир бала тапҡыһы ла килә бит..
- Ул, тигәндән, туҡта, дуҫҡайым, блокнотымда интернеттан күсереп алған бер "шпаргалка"ята, ҡасандыр шулай, ҡыҙыма уҡытам, тип яҙып алғайным.
- Һуң?
- Һуңын үҙең күрҙең - ейәнле булдым даһа былтыр!
- Ысынлап та... Эй, Хоҙайым, ҡана уҡый һалсы!
- Ҡыҙ табырға теләгәндәргә кәңәштән башлана: "...ашаған ризығығыҙға тоҙ һалмағыҙ; күберәк һөт эсегеҙ, ит, балыҡ, йомортҡа, татлы тәғәмде үҙ итегеҙ; кофе, сәй, ыҫланған, маринадлы ризыҡтарҙы онотоғоҙ, персик, банан да ярамай. Малай теләһәгеҙ, киреһенсә, ризыҡты тоҙлабыраҡ ашарға, колбаса, балыҡ, дөгө, макарон, картуфты күберәк ҡулланырға кәңәш ителә. Һөт ризыҡтары, йомортҡа, тәм-том менән мауыҡмағыҙ", тиелгән. Был ысул авторҙары 80 процент осраҡта уңыш вәғәҙә итә. Табиптар иһә сабый енесен планлаштырыуҙы 100 процент ышаныс менән үҙ яуаплылығына алып, экстракорпораль аталандырыу ысулы тәҡдим итә, ләкин һау-сәләмәт йәштәр быға риза булыр, тип уйламайым. Ҡайһы бер белгестәр енси яҡынлыҡ мәленең Ай фазаһына, ел йүнәлеше, ямғыр кеүек тәбиғәт күренештәренә тап килеүен дә бала енесен планлаштырыу менән бәйләй. Мәҫәлән, ир менән ҡатындың яҡынлығы Ай тулған мәлгә тап килһә, ир балаға йән бирелә, имеш. Бынан тыш, ошоға бәйле халыҡ һынамыштары һәм йолаларҙы өйрәнергә, ниәттәрҙе шуға ярашлы башҡарырға ҡушыла.
- Ҡоҙағыйым әйтмешләй, Аллаһының эшенә ҡыҫылып булмаҫ. Кем тыуһа ла тыуып торһон, теүәл һанлы, үҙ ризығы, тәүфиғы менән килһендәр сабыйҙар был донъяға.
- Эйе лә баһа, ҡалай килештереп тороп әйттең әле, ауыҙыңа бал да май! Ә инде халҡыбыҙҙың борондан килгән ырым-йолаларын өйрәнер өсөн башҡа сәбәптәр ҙә бик күп. Элек сабый аяҡҡа баҫып, атлап киткәнгә тиклем оло ҡатындар - оләсәйҙәр, инәйҙәр, имсе әбей-һәбей ҡурсыуында булған. Сабыйҙы ныҡ һаҡлап, ҡарап ҡына торғандар. Бер ҙә юҡтан булмағандыр инде бындай мөнәсәбәт уларға, сабый ыуыҙ ғына бит инде ул, уны ҡырҡ төрлө хәүеф һағалай, тип ышанғандар. Мәҫәлән, тыуғас та уға йүргәк исеме ҡушып торола, аҙаҡ, ҡырҡ көн тулмаҫ борон уҡ мулла саҡырып, насип исемен ҡушҡандар. Ҡырҡ көнгә тиклем өйҙә сабыйҙың яңғыҙын ғына ҡалдырып сығып китеү тыйылған: ен алыштыра, тип ҡурҡҡандар. Биләүенә бысаҡ йә ҡайсы һалынған. Сабыйҙы күҙ тейеүҙән ҡурсыу - үҙе бер ҙур ырым. Ғөмүмән, ырым-йола белгән йүнле кеше сабыйға бер һирпелеп ҡарауҙан да тартынырға тейеш тә бит, быны хәҙер күптәр белмәй шул, үкенескә күрә...
- Дөрөҫ әйтәһең, мин быға балалар янында булғанда үҙем ышандым. Бәпес күрәм, тип, Ләйлә менән аралашҡан күрше ҡатын инеп сыҡҡайны, шул кис тәҡәтһеҙ иланы бит сабыйыбыҙ. Аптырап, табип саҡыртып та бөттөк, юҡ, илай ҙа илай был. Шунда ғына аңыма барып етте: күрше бисәнең күҙе тейгән! Сит ҡалала ҡайҙа әле ул муллаһы... Балалар бик ышанмаһа ла, "Аятел Ҡөрси"ҙе, башҡа үҙем белгән доғаларҙы уҡый-уҡый, ҡат-ҡат өшкөргән булғайным, тирләп тороп ҡулымда уҡ йоҡланы ла китте сабыйғынам.
- Бына доғаның ҡөҙрәте! Күҙ һоғо яман нәмә бит ул, кеше күҙенән хатта ағас ҡыуарыр, ти ине әсәйем. Ләйләңә шылтыратып әйт, сит күҙҙәрҙән аяп торһон бәпесен. Үҙе доғалар ятлаһын, уны-быны ғына белергә тейеш, ул бит хәҙер әсәй кеше. Беҙ бала саҡта әсәй-оләсәйҙәрҙән күреп-белеп, отоп ҡалған йолаларҙы йәштәргә өйрәтергә бурыслыбыҙ, тип уйлайым. Бала тәрбиәләү, донъя көтөү буйынса башҡа төр йолаларҙы ла иҫкә төшөрөп, барлап сығырға кәрәк. Ҡурсаулы, яҡлаулы булһындар, сәләмәт, татыу йәшәһендәр, тип теләһәк, йәштәрҙе быға өйрәтергә кәрәк. Беҙҙән башҡа быны кем эшләр?

Фәриҙә ИШБИРҘИНА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.08.14 | Ҡаралған: 1713

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru