«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРТА БЫУАТТАРҘА БАШҠОРТТАР ҺАНЫ
+  - 

Урта быуаттарҙа башҡорттарҙың һаны күпме булған? Улар ниндәй ерҙәрҙә йәшәгән? Ҡайһы бер тикшеренеүселәрҙең, башҡорттар аҙ һанлы милләт булған, тигән ҡараштары, ә икенселәренең халыҡтың тарихын бер нисә быуат менән генә сикләргә тырышыуҙары дөрөҫлөккә тап киләме? Ҡыҙыҡ, шул уҡ ваҡытта тарих фәне өсөн ҡатмарлы һорауҙарға яуапты тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты доценты Фуат СӨЛӘЙМӘНОВ менән бергәләп эҙләйбеҙ.

Хәҙерге заман фараздары

ХIХ быуат аҙағы ХХ быуат башында ғәрәп һәм фарсы телендәге тарихи сығанаҡтарҙы урындағы мосолман ғалимдары өйрәнә башлай, тәржемә итә, комментарийҙар яҙа. Ошо йүнәлештә эшләгән зыялылар Шиһабетдин Мәрджәни менән Морат Рәмзиҙең хеҙмәттәрендә башҡорттарҙың Урта быуаттарҙағы тарихына ҡағылышлы мәғлүмәт осратырға мөмкин.
Был ғалимдар фекеренсә, Урта быуат дәүерендә башҡорттар күп һанлы милләттәр исемлегенә инә. Тикшеренеүселәр быны күп дәлилдәр менән раҫлай. Шуларҙың ҡайһы берҙәренә туҡталып китәйек. Билдәле дин әһеле, ғалим, тарихсы, Көнсығыш телдәрен яҡшы белеүсе Шиһабетдин Мәрджәни Х быуат ғәрәп сәйәхәтсеһе Әл-Истахриҙың хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итә. Ә был хеҙмәттә ғәрәп сәйәхәтсеһенең башҡорттарға ҡағылышлы әйтелгән: "Башҡорттар ике төркөмдән тора. Уларҙың бер төркөмө оғуҙҙар яғында, Болғарҙан арыраҡ йәшәй һәм уларҙың һаны 200 мең кешегә етә", тигән һүҙҙәре килтерелә.
Көнсығыш телдәрен һәм тарихи сығанаҡтарҙы яҡшы белгән икенсе тикшеренеүсе Морат Рәмзи ҙә ғәрәп яҙмаларына һылтанма яһап, Мәрджәниҙең дәлилдәрен нығытып, шулай уҡ башҡорттарҙың ике йөҙ мең кеше булыуы хаҡында мәғлүмәт бирә. Бөгөнгө көн тикшеренеүсеһе Ғ.Х. Оморҙаҡов башҡорттарҙың һанына ҡағылышлы хеҙмәтендә алда телгә алынған ғалимдарҙың ҡараштарын нығытҡан бик ҡыҙыҡлы факттар килтерә. Ул билдәле демограф Б.Ц. Урланистың эштәренә мөрәжәғәт итә, уларҙы Урта быуат тарихсылары, сәйәхәтселәре яҙмалары менән сағыштыра. Үткән быуатта йәшәгән совет демографы иҫәпләүҙәре буйынса, икенсе меңъйыллыҡтың башында (ХI быуат) Урал һәм Волга буйында йәшәгән болғарҙарҙың, башҡорттарҙың һәм ҡыпсаҡтарҙың һаны яҡынса 693 меңгә тиң була. ХI быуатта йәшәгән фарсы ғалимы Гардизи ул ваҡытта болғарҙар 50 мең ғаиләнән торған, тип яҙа. Әгәр бер ғаиләлә уртаса 6 бала булыуын иҫәпләгәндә, уларҙың һаны яҡынса 300 мең кешегә тиң була. Артабан Оморҙаҡов Юлиандың яҙмаларындағы мәғлүмәт менән таныштыра. Болғарға һәм башҡорт ерҙәренә сәйәхәт ҡылған венгр монахы һәм сәйәхәтсеһе үҙ юлъяҙмаларында, Болғар 1236 йылда 500 мең кешелек ғәскәр туплай алған (тупларға мөмкинлеге булған), тип яҙа. Оморҙаҡов ошо факттарҙы сағыштырып, Урланис телгә алған 693 мең кешенең 300 меңе болғарҙар, 200 меңе башҡорттар һәм ҡыпсаҡтар, ҡалғаны башҡа халыҡтар булған, тип яҙа. Болғар йылъяҙмаларында ла VIII-ХIV быуаттарҙа ошо ил сиктәрендә йәшәгән башҡорттар һәм бөрйәндәрҙең (бурджане) һаны, уларҙың ҡайҙан килеүе, ҡайҙа йәшәүҙәре, тормош кимәле хаҡында мәғлүмәт бар. Үкенескә күрә, был йылъяҙмалар бөгөнгө көнгәсә насар өйрәнелгән.
Ошо осорға ҡараған болғарҙарҙың Гари-Барадж йылъяҙмаһында 895 йылда Микаил исемле хандың Болғарҙағы халыҡ иҫәбен алыуы хаҡында телгә алына. Ул иҫәп алыу буйынса илдә 550 мең кеше йәшәүе асыҡлана. Шуларҙың 190 меңе болғарҙар, 180 меңе арҙар (фин-уғырҙар), 170 меңе - моджарҙар йәки башҡорттар, 10 меңе - бөрйәндәр һәм хондар була. Күрәһең, башҡорттар һәм бөрйәндәр исемлегенә һуңынан Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышына күсеп киткән үҫәргән, түңгәүер, бөрйән ырыуҙары ла индерелгәндер. Был турала академик Кузеев: "Үҫәргәндәрҙең, түңгәүерҙәрҙең, шулай уҡ башҡа башҡорт ҡәбиләләренең ата-бабалары иртә Урта быуат осоронда баджгард, баджгурд, басжирт, йәки башхарт тигән дөйөм исем аҫтында билдәле булған. Бөрйәндәр иһә үҙ исеме аҫтында (бурджан, борджан) беҙҙең эраға тиклем I мең йылдан алып ХIV быуатҡа тиклем Каспий буйынан алып Византияға тиклемге ерҙәрҙә йәшәгән ҡәбилә булараҡ, айырым телгә алына". Артабан академик: "Беҙҙең эраға тиклем II һәм I быуат сигендә баждгардтар һәм бурджандар Волга-Болғар донъяһының көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш сиктәрендә йәшәгән. Һуңынан яйлап көнсығышҡа, Көньяҡ Урал тауҙары яғына күсенгән. Бөрйәндәр, үҫәргәндәр, түңгәүерҙәр (боронғо башҡорттар) Бөгөлмә ҡалҡыулығының үҙәк райондарында йәшәгән юрматы ҡәбиләләләренең көньяҡ, һуңынан көнсығыш күршеләренә әйләнә. Бөрйәндәр, үҫәргәндәр, түңгәүерҙәр XI-XII быуатта Болғарҙың сиктәренә яҡын йәшәгән осорҙа болғарҙарҙан ислам динен ҡабул итә", - тип яҙа.
IX быуат сығанағы булған Болғар йылъяҙмаһына ярашлы, Урта быуат башҡорттарының Болғар составында йәшәгән бер өлөшө - үҫәргән, түңгәүер, бөрйән башҡорттарының һаны 180 меңгә тиң була һәм был ошо дәүләт халҡының өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Был һанға Истахри яҙмаларындағы 200 меңде ҡушып, ошо осорҙағы башҡорттар яҡынса 380 мең булған, тип әйтә алабыҙ алыуға. Әммә был һан һуңғы аныҡлыҡ түгел. Башта әйтеп китеүебеҙсә, С. Мирасовтың, XIII-XIV быуаттарҙа, йәғни Алтын Урҙа осоро ваҡытында, башҡорттарҙың һаны ете миллионға тиң булған, ә Рус дәүләтенә ҡушылғанда 3 миллионға тиклем кәмегән, тигән раҫлауын бик тә яҡлағы, иҫбат итке килә. Ул нигеҙләнгән хеҙмәт, сығанаҡтар, бәлки, ниндәйҙер архивтарҙа яталыр әле...
Шулай итеп, башҡорттар Урта быуаттар дәүерендә Көнсығышта ла, Көнбайышта ла яҡшы билдәле, заманына күрә күп һанлы халыҡ була. Быуаттар үтеү менән уларҙың һаны төрлө тарихи ваҡиғалар сәбәпле даими рәүештә үҙгәрә, йә арта, йә кәмей. Бөгөнгө көндә уларҙың һаны 1,5 миллиондан ашыу тәшкил итә.

Азамат АБУТАЛИПОВ яҙып алды.
(Аҙағы. Башы 34-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.09.14 | Ҡаралған: 1796

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru