«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛА ТӘРБИӘЛӘГӘНДӘ ЕТДИ ХАТАЛАРҒА ЮЛ ҠУЯБЫҘ
+  - 

Рифат ӘЙҮПОВ Мәғариф системаһында эшләүемә 16 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Ошо йылдарҙы, башҡарылған эштәрҙе анализлап ҡараһам, мәғариф системаһының идеялары, принциптары йыш ҡына ысынбарлыҡтағы тормош ҡиммәттәре менән тап килеп етмәүен күреп бошонам. Мәктәптә уҡыған 11 йыл эсендә беҙ уҡыусыларҙы тормошҡа яраҡлашҡан, үҙаллы фекерләй алған, илебеҙ өсөн кәрәкле шәхес итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ, уларҙы яҡты киләсәккә инандырабыҙ. Әммә күп уҡыусылар ысынбарлыҡтағы тормош киңлегендә юғалып ҡала. Берәүҙәре мәңгелеккә "һаҙлыҡҡа" батһа, икенселәре хаталары аша яңынан йәшәргә өйрәнә. Шуға ла ҡайһы бер сығарылыш уҡыусыларынан шундай үпкә һүҙҙәрен ишетергә лә тура килә: "Һеҙ беҙгә белем бирҙегеҙ, дөрөҫ йәшәргә өйрәттегеҙ, ә нисек йәшәргә өйрәтмәнегеҙ". Ысынлап та шулай икән, мин быға үҙем саҡ төшөнә башланым, "Ә нисек йәшәргә кәрәк?" тигән һорауға, бәлки, әле лә дөрөҫ яуап бирә алмаҫмын. Иң үкенеслеһе шул: күптәр шуны аңламайынса китә бит был донъянан. Мин уҡытыусыларҙы ғына түгел, ә башҡа кешеләрҙе лә, мәҫәлән, ата-әсәләрҙе лә күҙ уңында тотам.

Ваҡиғаларҙы ашыҡтырабыҙ

Балаларының бәхетле, сәләмәт, белемле, уңған булыуын теләмәгән ата-әсә бик һирәк. Шуға ла улар балалар баҡсаһында уҡ балаларынан аҡыллы бала үҫтерергә тырыша. Ике әсә бер-береһе менән маһайышып гәп ҡора:
- Минең улым биш йәштә, уҡый ҙа, яҙа ла белә, бөгөндән мәктәпкә алып барып ултырт инде!
- Минең улым дүрт йәштә үк уҡырға, яҙырға өйрәндесе.
- Ә һинең улың нисә түңәрәккә йөрөй? Беҙ өсәүгә яҙылдыҡ. Ирем күп итеп китаптар алып ҡайтҡан, өйҙә шулар менән шөғөлләнәбеҙ…
Ҡайһы бер ата-әсәләр балалары менән бөтөнләй шөғөлләнмәгән, уларҙың киләсәген ҡайғыртмаған ваҡытта, мин был ата-әсәләргә "Афарин!" тип әйтер инем, әммә, халыҡ әйтмешләй, таяҡтың ике осо була. Балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, логикаһын, физик һәләтен үҫтереүгә, хәтерен яҡшыртыуға ҡоролған күнекмәләр менән шөғөлләнеү, уйындар уйнау, түңәрәктәргә йөрөү кәрәк, тик сама менән. Ә бына яҙырға, уҡырға өйрәтергә ярамай. Ни өсөн? Сөнки бала беренсе класҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән, ниндәйҙер яңылыҡ алырға килә. Уҡый-яҙа белгән баланың яйлап ҡыҙыҡһыныуы юғала һәм ул үҫештән туҡтап, мәктәпкә шаярыу, уйнау өсөн генә килә башлай. Үҫә бара уның уҡыуға, белем алыуға теләге бөтөнләй юғала.
Үҙемдең йәшлек хаталары менән уртаҡлашып киткем килә. Беҙ тормош иптәшем менән ике ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ. Тәүге хатабыҙ нимәлә булды: оло ҡыҙыбыҙҙы төрлө яҡлап үҫешкән бала итеп күргебеҙ килде. Мәктәпкә йәше еткәс, үҙем эшләгән гимназияға уҡырға алып килдем. Гимназияның беренсе класына уҡырға инер өсөн тест үтергә кәрәк. Бер йыл буйына ҡыҙыбыҙҙы ошо тест программаһына әҙерләнек: алфавит ятлатабыҙ, һанарға, яҙырға өйрәтәбеҙ һәм башҡалар. Бала тырыша, ләкин нимәлер килеп сыҡмай, әйҙә әрләп киренән өйрәтә башлайбыҙ. Ҡыҙыбыҙ өйрәнде, әммә ҡыҙыҡһынып, теләк менән түгел - беҙ ҡушҡанға йәки теләгәнгә генә. Беренсе класта уҡығанда шашка түңәрәгенә алып килдем - ул теләгәнгә түгел, ә мин шулай яҡшыраҡ булыр, баланың уйлау, күреү һәләте, аңы үҫешер, тип уйлағанға. Шашка түңәрәгенә биреү яҡшы йәки насар булды, тип әйтә алмайым, сөнки уның ыңғай һәм кире яҡтары ла етерлек, һәр нәмәнең үҙ самаһы була. Төп хата шунда: мин балала тәүҙә ҡыҙыҡһыныу тойғоһо (мотивация) булдырырға тейеш инем.
Икенсе ҡыҙыбыҙҙы мәктәпкә бер йыл алдан бирҙек. Беренсе класҡа килгәндә ул яҙа ла, уҡый ҙа белмәй ине. Класында шундай берҙән-бер уҡыусы булды. Башланғыс кластар уҡытыусыһы осраған һайын миңә ҡыҙыбыҙ менән шөғөлләнергә кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды. Беҙҙең ваҡыт юҡ. Ярты йыл үткәс, ҡышҡы каникулдар ваҡытында, ҡыҙыбыҙҙың ҡурсаҡтарын, уйынсыҡтарын теҙеп ултыртып, уларға китап уҡығанына шаһит булдыҡ. Нимәлер менән мәшғүл булғас, беҙ уға артыҡ иғтибар итмәйбеҙ, үҙ алдына һөйләнәлер, тип уйлайбыҙ. Каникулдар тамамланып, уҡырға барғас, уҡытыусыһы аптырап һорай: "Һеҙ шулай тиҙ генә ҡыҙығыҙҙы нисек уҡырға, яҙырға өйрәттегеҙ ул?" Каникул ваҡытында ул, ысынлап та, ҡурсаҡтарына китап уҡып ултырған булып сыҡты. Беренсе класты тамамлаған саҡта беҙҙең ҡыҙыбыҙ класында башҡорт һәм урыҫ теленән тиҙлеккә иң күп һүҙ уҡый ине. Шулай уҡ беренсе класта уҡығанда, үҙебеҙ эштә булғас, уны оҙайтылған көн төркөмөнә йөрөтөргә уйланыҡ, әммә ҡыҙыбыҙҙың бер ҙә унда ҡалырға уйы юҡ. Апаһы шашка түңәрәгенә йөрөгәс, уның менән эйәртеп ебәрәбеҙ. Шулай ул да шашка менән шөғөлләнә башланы. Бер нисә айҙан шашка буйынса Башҡортостан беренселеге үтте. Апаһы был ярышта өсөнсө урын алып, грамота һәм миҙал менән бүләкләнде. Икенсе ҡыҙыбыҙ урынһыҙ ҡалды. Өйгә ҡайтҡас: "Минең дә грамота менән миҙал алғым килә", - тип ярһып илай. "Бына шашка менән нығыраҡ шөғөлләнһәң, һин дә миҙал алырһың", тип йыуатабыҙ. Ошонан башлап, уның бер генә ярыштан да урынһыҙ, миҙалһыҙ ҡайтҡаны булманы. Ҡайһы саҡта түбәнерәк урын алһа, ғәрләнә башлай. Миңә оят, мин еңергә тейешмен, барыбер еңәсәкмен, тип тағы ла нығыраҡ шөғөлләнә. Шуға ла ул апаһына ҡарағанда тиҙерәк уңыштарға өлгәште: шашка буйынса күп тапҡырҙар Башҡортостан, Рәсәй, ике тапҡыр Европа һәм Донъя чемпионы титулдарын яуланы. Уның һәр ваҡытта ла уҡыуға, шашка менән шөғөлләнеүгә ҡыҙыҡһыныуы кәме-мәне, сөнки беҙ өҫтән көсләп таҡманыҡ, ә дәртләндереп кенә торҙоҡ. Оло ҡыҙыбыҙҙы һәр саҡ контролдә тотоу, нимәлер килеп сыҡмаһа - әрләү уның үҙенә булған ышанысын кәметте, күңелендә ҡурҡыу тойғоһо уянды.
Ата-әсәләрҙең төп хатаһы шунда, улар тиҙерәк үҙ балаларын бөйөк кеше итеп күргеләре килә. Ләкин был берҙән-бер хата түгел, уның икенселәре, тағы ла үкенеслерәктәре бар.

Ата-әсәне баһа ғына ҡыҙыҡтыра

Дәрес тамамланыр-тамамланмаҫтан, уҡыусылар көндәлектәрен тотоп, эргәгә йүгереп килеп етәләр ҙә баһа ҡуйыуымды үтенәләр, әгәр ул баһа "4"-ле йәки "5"-ле булһа инде. Дәрес ваҡытында яуап бирһәләр, шунда уҡ үҙҙәренең ниндәй билдә алыуын һорай башлайҙар. "3"-лө тиһәң, ауыҙҙарын бәлшәйтеп: "Ә ниңә?" - тип һорайҙар, "Улай булғас, ярай, "5" ҡуйырмын", - тиһәм, ауыҙҙары йырылып китә. Шунда класҡа һорау бирәм: "Һеҙ мәктәпкә ни өсөн йөрөйһөгөҙ?" Бөтәһе лә бер тауыштан: "Уҡырға, белем алырға!"- тип ҡысҡырып яуап бирәләр. "Ә баһа һиңә нимәгә кәрәк?"- тип һораһаң, әсәйем көндәлекте тикшерә йә әсәйемә күрһәтәм, тип яуаплайҙар.
Төптән уйлаһаң, ата-әсәләр баланың белеме менән түгел, ә ниндәй баһа алыуы менән ҡыҙыҡһына. Әйтерһең дә, көндәлектәге йә журналдағы баһа баланың ысынбарлыҡтағы белеме менән тап килә. Уҡытыусыларҙың уҡыусыларҙың белем кимәлен баһалаған билдәләр - ул шкала ғына. Баланың уҡыуға ҡыҙыҡһыныуын арттырыусы (мотивация булдырыусы) шкала. Үкенескә күрә, беҙгә белем, уҡыуҙың сифаты кәрәкмәй, ә ошо шкала кәрәк. Ошо шкалаға ҡарап, ниндәйҙер уҡыу сифаты тураһында һүҙ йөрөтәләр.
Былтырғы уҡыу йылында беҙҙең гимназияға икенсе бер райондан бер ҡыҙ бала уҡырға килде. Уҡыу кимәле уртаса. Күренеп тора: баланың ҡыҙыҡһыныу тойғоһо бар, ул өйрәнергә әҙер, әммә белем нигеҙе әлегә түбәнерәк. Уҡыу йылының беренсе сиреге тамамланғас, әсәһе уны кире алып ҡайтып киткән. Ни өсөн? "Мин баламды "3"-лөгә уҡытырға алып килмәнем", - тип әйткән әсә, сөнки уның бер фәндән "3"-лө билдәһе сыҡҡан. Тимәк, әсә кешегә балаһының белеме түгел, ә ниндәй билдә алыуы мөһимерәк. Аҙаҡ, 11-се класты тамамлағанда БДИ һөҙөмтәләре түбән булһа, "Ә ниңә улай булды һуң, ул бит яҡшы уҡыны?" тип баштарын тотоп аптырайҙар.
Был ата-әсәләрҙең икенсе хатаһы. Шуға ла балаларҙың көндәлектәге, журналдағы баһаларына ҡарап ҡына уның уҡыуы тураһында тулы фекер йөрөтөргә ярамай. Нимәлер килеп сыҡмай икән, психологтар, тәжрибәле уҡытыусылар менән кәңәшләшеп, баланы нисек үҫтереү юлдарын эҙләп табырға кәрәк. Был эште ни тиклем иртәрәк башлайһың, шул тиклем яҡшыраҡ буласаҡ.

Ҡурҡыу тойғоһо көслө

Киләһе хата алдағы билдәләп үткән хаталар һөҙөмтәһендә килеп сыға. Ниңәлер күп кенә балалар дәрес ваҡытында оялып, ҡыйыуһыҙ ғына яуап бирәләр йәки бөтөнләй ҡатнашмайҙар, һораһың да яуап бирмәйҙәр, ә бит улар белемһеҙ, фекер йөрөтә белмәгән бала түгел. Класҡа һорау бирһәң, башта, әйләнеп, бер-береһенә ҡарайҙар. Ә ниңә шулай килеп сыға? Мин быны уҡыусыларҙың үҙҙәренән һораным. Улар былай тип яуап бирҙе:
- Мин оялам;
- Белмәйем;
- Башҡалар ҡул күтәрмәй бит;
- Дөрөҫ яуап бирмәҫмен һәм "2"-ле алырмын, тип ҡурҡам.
Һуңғы яуап күберәк яңғыраны. Тимәк, балаларҙа ҡурҡыу, үҙенең көсөнә, белеменә ышанып етмәү тойғоһо көслө. Ә ул тойғо ҡайҙан килә? Әлбиттә, беҙҙән, ололарҙан. Бер яҡтан - "ҡулына ҡамсы тотҡан" ата-әсәләр, икенсе яҡтан - һәр көн уҡыу талап иткән, "2"-ле менән ҡурҡытҡан уҡытыусылар. Һине йүгереп килеп ҡосаҡлаған, үҙҙәренең эс серҙәрен рәхәтләнеп һөйләгән беренсе класс уҡыусыһы менән үҙ-үҙҙәренә йомолған, нимәнәндер һәр саҡ ҡурҡҡан, урыны менән тупаҫлығын күрһәткән ун беренсе класс уҡыусыларын сағыштырып ҡарағыҙ. Был беҙҙең, ололарҙың, тәрбиә емеше. Етмәһә, беҙҙең илдә шундай әйтемде ҡабатларға яраталар, ҡурҡа - тимәк, хөрмәт итә.
Ысынлап та, ҡурҡыу тойғоһо бик көслө. Мин шундай миҫал килтерәм: һеҙ күп тапҡырҙар йығылып, аяҡ-ҡулдарҙы һыҙырып, велосипедты ватып, шунан ғына унда йөрөргә өйрәндегеҙ, сөнки теләгегеҙ ҙур ине һәм ҡурҡыу тойғоһо булманы. Ә әле нимәнән ҡурҡабыҙ, аяҡ-ҡулдар һыҙырылмай, бер нәмә лә емерелмәй бит. Эйе, хаталанырбыҙ, әммә хаталар ғына беҙҙе белем алырға, дөрөҫ йәшәргә өйрәтә.

Уҡыуың мәктәп өсөн, белемең үҙең өсөн

Төрлө кимәлдә үткән олимпиадаларҙа, ғилми-эҙләнеү эштәрендә лә бер үк уҡыусылар ҡатнаша. Күптәрҙе көсләп тә ҡатнаштырып булмай. Әйтерһең, ул уҡытыусыға ғына кәрәк. Ҡайһылары инәлтергә ярата. Уҡыусылар олимпиада менән ғилми-тикшеренеү эштәренең ни тиклем кәрәклеген, ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуын баштарына ла индереп сығармай. Был ике ғәмәл һине үҙ аллы белем алырға, эҙләнергә, һөйләргә, уйларға өйрәтә, зиһенеңде, талапсанлығыңды арттыра, башҡаларҙан бер башҡа өҫтөн ҡуя.
Ата-әсәләрҙән шундай һорау ишетергә тура килгәне бар: "Минең балам мәктәп данын арттырып йөрөй, ә конкурстарға барғанда, юлға аҡса ла түләмәйҙәр" йәки "Минең балама кәрәкме ни ул, ана, уҡытыусыға кәрәк, әйҙә, ул түләһен" һ.б. Ҡайһы саҡта аптырап ҡуяһың беҙҙең ата-әсәләргә. Уҡытыусылар (уларҙың да бит өйҙәрендә ғаиләһе көтөп тора) кискә тиклем ҡалып, уларҙың балалары менән шөғөлләнә, бушҡа белем бирә, ә улар барыбер ҡәнәғәт түгел. Шундай мәҡәл бар: "Эшләгәнең кеше өсөн булһа ла, өйрәнгәнең үҙең өсөн". Был мәҡәлде икенсерәк итеп әйтер инем: "Уҡыуың мәктәп өсөн булһа ла, белемең үҙең өсөн". Быны яҡшы аңлаған ата-әсәләр ҙә бар, әлбиттә. Улар менән аралашыу беҙҙең дә күңелде үҫтерә.
Ата-әсә - ул инвестор, балаһының төрлө яҡлап үҫеүен инвестициялай, аҙаҡ үҙе лә бәхетле, етеш ҡартлыҡта йәшәү өсөн.

Ваҡытында төҙәтәйек!

Мин үрҙә балалар тәрбиәләгәндә ебәрелгән ҡайһы бер хаталарҙы телгә алып үттем, ә һанай китһәң, улар иҫ китмәле күп, әйтәйек, артыҡ иркәләү, бала нимә һораһа, шуны алырға тырышыу, яҡшы баһа өсөн бүләкләү һәм башҡалар. Тағы ла бер, минеңсә, ҙур хатаны күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай: беҙ балалар менән һөйләшмәйбеҙ. Һөйләшмәйбеҙ, тигәндә, мәктәптә нисек уҡының, ниндәй баһалар алдың, тигәндәрҙе иҫәпкә алмайым. "Балам, һин бөгөн нимә белдең, уҡытыусы һине нимәгә өйрәтте, ниндәй фән һине ҡыҙыҡһындыра?" йәки "Балам, ә һинең кем булғың килә, һин нисегерәк йәшәргә теләйһең?" кеүегерәк темаларға һөйләшкәнегеҙ бармы?
Мәктәптә уҡыған йылдарында балалар киләсәкте яҡты бер мираж һымаҡ ҡабул итә. Әйтерһең, 11 йыллыҡ "туннелдең" теге осонда уларҙы бәхет үҙе ҡолас йәйеп көтөп тора. Уҡыусылар реаль тормошто күҙ алдына баҫтырырға теләмәй, бөгөнгө көн менән генә йәшәй. "Әле мәктәптә уҡыйым, атай-әсәй ашата, кейендерә, аҙаҡ юғары уҡыу йортона уҡырға инәм, яҡшы һөнәр алам, шунан аҡсалы эшкә урынлашып, күп аҡса эшләйем дә фатир, машина һатып алам…" тип еңел генә уйлап, хыялланып йөрөй улар. Ә бына ошо хыялдарҙың барыһына ла өлгәшер өсөн көн дә тырышып белем алыуҙы, фән тауына үрләргә кәрәклекте онотоп ебәрәләр. Шуға ла уҡыусыларҙың күпселеге мәктәп йылдарын парта артында тыныс ҡына ултырып үткәрә: арлы-бирле төрлө сараларҙа ҡатнашалар, бер нисә тапҡыр конкурстарҙа сығыш яһайҙар. Дөйөм алғанда, иҫтә ҡалдырырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Уларҙың башында бер генә уй: нисек тә 11-ҙе тамамлармын, атай-әсәйем берәй нисек уҡырға индерер әле. 11-се класҡа еткән уҡыусыларҙың ҡайһы берҙәре ниндәй һөнәр һайлауҙарын, ҡайҙа уҡырға инергә, киләсәктә кем булырға теләүҙәрен дә ул тиклем күҙ алдына килтермәй. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырам да, шунан ҡарармын әле, тип яуаплайҙар. Шундайыраҡ яуаптарҙы ишетергә тура килә:
- Әллә, белмәйем;
- Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырғас ҡарармын;
- Уйларға ваҡыт бар әле.
Уҡыусыларҙың бик аҙы ғына үҙҙәренең ниндәй һөнәр һайлауҙары һәм ни өсөн ошо һөнәр кешеһе булырға теләүҙәре тураһында һөйләп бирә ала. Ҡайһы берәүҙәр хатта 11-се класта бер профилдән икенсеһенә күсеп, һайлаған һөнәрҙәрен алмаштыра башлай. Шундай уҡ һорауҙы 5-се һәм 7-8-се класс уҡыусыларына бирҙем. 7-8-селәр араһында бер нисә уҡыусы ғына киләсәктә үҙенең кем булырын әйтеп бирҙе, ҡалғандары яурын һелкетте. Ә бына 5-селәрҙең фантазияһы киңерәк булып сыҡты: программист, табип, конструктор, уҡытыусы, тәрбиәсе һәм башҡалар. Аҙаҡ беленеүенсә, уларҙың ата-әсәләре шул һөнәр эйәләре икән, йә дуҫтары шул һөнәрҙе һайлаған. Тимәк, шундай һығымта яһарға тура килә: күп уҡыусылар ҙурая килә үҙҙәрен бик тә аҡыллыға һанап, балалыҡ фекерҙәрен, теләктәрен алмаштыра башлай, тотороҡлоҡ юғала. Бында, әлбиттә, мәктәптең һәм ата-әсәләрҙең ғәйебе лә ҙур. Профессия тураһында һөйләшеүҙәр бик һуңлап, юғары кластарҙа ғына башлана. Баҙар иҡтисады шарттарында илебеҙгә ниндәй һөнәр кешеләре талап ителеүе тураһындағы һөйләшеүҙе 7-се кластан да һуңламай башларға кәрәк. Ата-әсәләр балаларына "Һин киләсәктә кем булырға хыялланаһың?" тигән һорауҙы йыш бирәләрме икән? Урта класс уҡыусыларының 80 проценты "Юҡ!" тип яуап бирҙе. Тик 20 процент ата-әсәләр генә балаларына ниндәйҙер һөнәр һайларға кәңәш бирә. Балаларҙың йыл да төрлө түңәрәктәрҙе алмаштырыуы быға асыҡ миҫал булып тора. Ололарға барыбер, иң мөһиме, балалары урам буйлап йөрөгәнсе, ҡайҙалыр шөғөлләнһен. Ә бәләкәйҙән уларға дөрөҫ йүнәлеш бирергә, характерҙарын сыныҡтырырға, рух көсөн тәрбиәләргә онотабыҙ. Шуғалыр ҙа юғары уҡыу йортон тамамлаған талиптарҙың 70 проценты уҡып сыҡҡан һөнәрҙәре буйынса эшләмәй.

Үҙем иһә…

Үҙебеҙгә килгәндә, оло ҡыҙым техник уҡыу йортон һайланы, Өфө нефть техник университетында геолог һөнәрен үҙләштерә. Үҙе һайланы, беҙ көсләп таҡманыҡ. Геолог, тигәндәй, мин мәктәпте тамамлағанда геолог булырға хыяллана инем. Математика уҡытыусыһы Абдрахманов Салауат Гәрәй улы мине Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға барырға өгөтләне, әммә минең уҡытыусы булырға теләк юҡ ине. Шулай булһа ла, Башҡорт дәүләт университетының "Башҡорт филологияһы һәм журналистика" факультетына уҡырға инергә насип булды. Бишенсе курсты тамамлағанда факультет деканы Ҡунафин Ғиниәт Сәфиулла улы мине университетта уҡытырға ҡалырға тәҡдим итте. Уҡытыусы булғым килмәй, тип ризалашманым. Яҙмыш үҙе мәктәпкә алып килде.
Яңыраҡ бер ваҡиға ҡылт итеп иҫкә төштө. 4-се класта уҡығанда уҡытыусы беҙҙән "Киләсәктә кем булырға хыялланаһығыҙ?" тигән темаға инша яҙҙыртты. "Мин киләсәктә уҡытыусы буласаҡмын, сөнки минең өләсәйем уҡытыусы булған", - тип яҙып биргәйнем. Бәлки, бала саҡта теләгән теләгем мине ғүмер буйы үҙе артынан йөрөтәлер, кем белә. Шуға балаларҙың күңелендә бәләкәй генә хыялдарға ла урын ҡалдырырға кәрәк.
Дөйөм алғанда, шуны әйтке килә: беҙ был донъяла күп хаталар ебәрәбеҙ, аҙаҡ төҙәтәбеҙ, тик ҡайһы бер хаталарҙы төҙәтеүҙә бик һуңлап китмәһен ине, бигерәк тә балаларға ҡағылғанын.

Рифат ӘЙҮПОВ,
Ишембайҙағы Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.09.14 | Ҡаралған: 2005

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru