«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Рәсәй ҡалалары араһында үткәрелгән рейтингта Өфө иң оптимистик ҡала тип табылған. Һеҙ был баһа мен
+  - 

Ваҡифа ХӘЙРУЛЛИНА, философия фәндәре докторы, профессор, иҡтисад фәндәре кандидаты: Был һорауға бер төрлө генә яуап биреүе ҡыйыныраҡ, әлбиттә, сөнки әлеге рейтингтың кем тарафынан һәм ниндәй масштабтарҙа, ниндәй алымдар һәм маҡсаттарҙа үткәрелеүе беҙгә ҡараңғы. Әйтеүегеҙсә, белгестәр ҡала халҡының бәхет кимәлен биш төрлө күрһәткес буйынса баһалаған. Иң беренсе уларҙы кешеләрҙең эш урынында үҙен ышаныслы тойоуы һәм улар эшләгән предприятие, ойошманың үҫеш перспективаһы ҡыҙыҡһындырған. Был йәһәттән респонденттарҙың 77 проценты ыңғай яуап биргән. Әгәр беҙ, ысынлап та, тотороҡло һәм ҙур предприятиелағы татыу коллективта эшләһәк, етәкселәребеҙҙең халыҡ мәнфәғәтендә тырышып тороуын күрһәк, власть етәкселәре үткәргән сәйәсәткә ышаныс белдереп, уларға етәксе булараҡ ҡына түгел, шәхес булараҡ та (кешелек сифаттарына) ихтирам менән ҡараһаҡ, тормошобоҙҙоң алға барыуын күрһәк, әлбиттә, үҙебеҙҙе оптимист тип әйтә алабыҙ. Икенсе критерий - кешенең иртәгәһе көнгә ышаныс кимәлен асыҡлау. Был әлеге лә баяғы тәүге мәсьәлә менән ауаздаш: иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарау өсөн тотороҡло эшең булыу мотлаҡ. Рейтингта ҡатнашыусыларҙың 68 проценты киләсәгенә ышаныс менән ҡарай. Әйткәндәй, Өфө халҡы һуңғы йылдарҙа эшһеҙлектән әллә ни яфа сикмәй, быныһы яҡшы, сөнки мәшғүллек - баяғы биш күрһәткестең береһе. Рейтинг авторҙары артабан бәхет билдәһе тип халыҡтың килем кимәлен асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Был йәһәттән Өфөлә генә түгел, ә тотош Башҡортостанда хәлде әллә ни оптимистик тип әйтеп булмай, әлбиттә. Килем кимәле буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы буйынса иң аҙаҡҡы урындарҙың береһен биләй. Рейтинг иһә баш ҡала халҡының 11 процентының яңы автомобиль һатып алыуға булған мөмкинлеген башҡа ҡалалар менән сағыштырғанда бик яҡшы күрһәткес, тип баһалай. Бәлки, шулайҙыр ҙа, ләкин бәхет, яҡты киләсәккә ышаныс, оптимизм тойғоһо кешенең матди тәьминәт кимәленә генә түгел, ә билдәле бер рухи ҡиммәттәргә лә бәйле булыуын хәтерҙән сығарырға ярамайҙыр. Тикшеренеүселәр баш ҡалабыҙҙы иң оптимистик ҡалалар иҫәбенә (Ҡаҙан менән Төмәндән ҡала) индергән икән, мин шатланам ғына, әлбиттә. Рейтинг һөҙөмтәләре, моғайын да, объектив һәм етди нигеҙләүҙәргә таянғандыр, тип ышанам. Өфөбөҙ бындай баһаға бик тә лайыҡ: йылдан-йыл үҫә, матурлана һәм төҙөкләнә; урамдары иркен, таҙа, яҡты. Географик яҡтан да урыны бик отошло, климат һәйбәт. Юҡҡамы ни, башҡа яҡтарҙан килеп тулдылар беҙгә - күрәһең, улар ҙа һиҙеп ҡалды Өфөнөң уңайлы яҡтарын.

Заһир ИШКИНИН, эшҡыуар: Өфөлә тыуып үҫкән йәш быуын вәкиле булараҡ, мин уға илдә иң оптимистик ҡалаларҙың береһе тигән баһа биреү менән килешәм, сөнки баш ҡалабыҙ ай үҫәһен көн үҫә, тигәндәй, йылдам үҙгәрә бара, яңынан-яңы сауҙа-хеҙмәтләндереү комплекстары һәм офис биналары ғына түгел, ҙур-ҙур торлаҡ йорттар ҙа ҡалҡып сыға. Тимәк, был йорттарға яңы ғаиләләр күсеп киләсәк. Әйткәндәй, ҡаланың киләсәге уның инфраструктура йәһәтенән генә түгел, ә демографик яҡтан да үҫеш кимәле менән билдәләнә. Ә Өфөлә һуңғы йылдарҙа, статистик мәғлүмәттәр буйынса, ыңғай демографик хәл күҙәтелә: быйылғы йылдың тәүге яртыһында 481 сабый донъяға килгән. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 6,7 процентҡа күберәк. Хәйер, был бер тапҡыр Өфө урамдары буйлап йәйәү үткәндә лә күҙгә ташлана: коляска һөйрәп, балалар етәкләп саф һауаға сыҡҡан йәш ғаиләләр, йә булмаһа бәхетле өләсәй-ҡартатайҙар аҙым һайын осрап ҡына тора. Тиҙҙән әсә булырға йыйынған йөклө ҡатын-ҡыҙ ҙа элеккесә һирәк күренеш түгел хәҙер. Белгестәр фаразлауынса, яҡындағы 7 йыл эсендә мәктәп йәшендәге балалар һанының артыуы көтөлә, сөнки быйыл 2007 йылғы балалар мәктәпкә аяҡ баҫты, ә улар былтырғы беренселәрҙән 700-гә күберәк. Ғөмүмән, баш ҡалабыҙ халыҡ һанының тәбиғи артым күрһәткестәре буйынса беренсе урында килә. Тәүге ярты йыллыҡта был күрһәткес 2109 кеше тәшкил итте. Балалы йортта ҡот бар, тигәндәй, әлеге рейтинг һығымталары менән килешеп кенә ҡалмай, тикшеренеүселәр нишләптер иҫәпкә алмаған, ләкин өмөтлө ҡала күрһәткесе булырҙай тағы бер мөһим факторға иғтибарығыҙҙы йүнәлткем килгәйне.

Рәсимә УРАҠСИНА, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шағирә: Бәләкәй генә йәштән, бынан иллеләп йыл элек, интернатҡа уҡырға килеп, унан ғүмер буйы ошонда йәшәп, баш ҡалабыҙҙың күҙ алдында иҫ киткес заманса үҙгәрештәр кисереүенә шаһитмын һәм бик шатмын. Образлы итеп әйткәндә, баш ҡалабыҙ менән бергә үҫтек, бергә үҙгәрҙек. Ул күктәргә үрләһә, беҙ ҙә, уның балалары, ярышлап юғарыға, белемгә ынтылдыҡ. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында ҡалала нигеҙҙә биш ҡатлы йорттар ғына булып, Черниковка биҫтәһендәге һигеҙ ҡатлы йортто күрергә класыбыҙ менән экскурсияға барып йөрөгән саҡтарҙы хәтерләһәң, Өфөбөҙҙөң бөгөнгө йөҙө мөһабәт мегаполистарҙан бер ни менән дә айырылмауын күреп, тағы бер һоҡланаһың. Йорттар хәҙер күктәргә олғашырҙай бейек, архитектура йәһәтенән дә улар бер-береһен ҡабатламай.
Мин үҙем йәшәгән йорттоң ун икенсе ҡатынан ус төбөндәгеләй күренеп ятҡан Өфөмдө күҙәтергә яратам. Тәбиғәттең, тәүлектең һәр миҙгелендә лә матур, ҡарап туйғыһыҙ гүзәл ул. Бер нисә тиҫтә йыл эсендә генә лә танығыһыҙ үҙгәрештәр кисереп, көн һайын прогресҡа үрләүҙән туҡтамаған баш ҡалабыҙҙа, әлбиттә, оптимистик рух өҫтөнлөк итә! Был ҡаланың үҫешендә генә түгел, көн һайын урамда осраған кешеләрҙең йөҙҙәренән дә, үҙ-ара мөнәсәбәттәренән һәм холоҡ-ҡылыҡтарынан да, кейгән кейемдәренән дә һәм хатта атлап йөрөүҙәренән дә асыҡ күренеп тора. Гәрсә нурлы Ҡаҙанға етә алмаһаҡ та (әйткәндәй, Татарстандың күпселек өлкәләрендә һәр дайым үҙ иленең, үҙ еренең ысын хужалары - урындағы мәнфәғәттәргә битараф булмаған илһөйәр кадрҙар етәкселек итә), бик ҡалышып та бармайбыҙ. Ә бына был йәһәттән Ҡаҙанда нисектер, әммә беҙҙә ситтән килеүселәргә ҡалабыҙ ҡапҡалары ғына түгел, күңелдәребеҙ ҙә шар асыҡ. Был яҡшымы, насармы - уныһы икенсе мәсьәлә, мәгәр оптимистик рух булмаған ҡалала хатта сит-ят ҡәүемдәр ҙә үҙҙәрен хужаларса ышаныслы тотоп, ныҡ баҫып йөрөй алмайҙыр ул, минеңсә...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.09.14 | Ҡаралған: 1529

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru