«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КРЕДИТ ҺИНЕ ҺЫНАҒАНДА ҺИН КИЛЕМ ҺАНА...
+  - 

Кредиттар тураһындағы һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ. Бөгөн автокредит һәм ипотека тураһында һүҙ алып барырбыҙ. Алдағы һандарҙың береһендә Башҡортостан Республикаһының Суд приставтары федераль хеҙмәте начальнигы Зариф Байғусҡаров, Башҡортостанда "кредитомания" күренешенең сәскә атыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, "поручитель" булыуҙан тыйылырға кәңәш иткәйне. Тағы бер һөйләшеү барышында эшҡыуарҙар Фәнис Әлмөхәмәтов менән Даян Мөхәмәҙин да ошо темаға бәхәсләште. Кредит алыу-алмау мәсьәләһенә ҡағылышлы фекерҙәр йыйыуҙы дауам итәбеҙ. Заман талаптарынан сығып ҡарағанда, кредит алыу отошломо, юҡмы? Ошо һорау менән ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ҡадир Барый улы МӘҒӘФҮРОВҠА мөрәжәғәт иттек. Һүҙ - ҡунағыбыҙға:

Нимә ул кредит? Был һорауға ҡыҫҡа ғына итеп: кредит ул - банктың "кредит" тигән тауар етештереп, ҡулланыусыға һатыуы, тип яуап бирергә була. Быны һис кенә лә үтескә аҡса биреү, тип аңларға ярамай. Сөнки, үтестә - алған аҡсаны бер арттырыуһыҙ кире ҡайтарһалар, кредитта - алған сумманан күпкә артығыраҡ түләйҙәр. Әммә, нисек кенә булмаһын, кредиттан ҡурҡырға кәрәкмәй. Беҙҙән алдағы быуын ғүмере буйы аҡса йыйҙы: эш хаҡының бер өлөшөн тотона, бер өлөшөн, машина алырға тип, һандыҡ төбөнә һалып ҡуя ине улар. Илдә тауарҙарға ҡытлыҡ булыуы арҡаһында хәләл аҡсаһына машина алыусылар артыҡ күп тә булманы: күпселек ул аҡсаны тотона алмай, балаларына ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте. Атайыбыҙ мәрхүм дә беҙгә, балаларына, 5 мең тәңкә ҡалдырған. Ә хәҙер кемдең ғүмере буйы аҡса йыйып, ҡартайғас ҡына автомобиль алғыһы килһен? Йәштәргә, мәҫәлән, автомобиль 20-30 йылдан һуң түгел, тап бөгөн кәрәк. Торлаҡ тураһында әйтеп тә тормайым: элек ҡала ерендә эш урыныңдан торлаҡ бирерҙәренә ышанырға мөмкин булһа, бөгөн - үҙеңә генә ышанырға ҡала. Өйлө, "тимер атлы" булыу мөмкинлеген йәштәргә бөгөн фәҡәт кредит системаһы ғына бирә ала. Шуға ла бөтөн донъя кредитҡа йәшәй.
Совет осоронда илдә тауарҙар ҙа, инфляция ла булманы, аҡса ла үҙ ҡиммәтен юғалтмай ине. Бөгөн, ысынында, инфляция 15-20 процент (инфляция рәсми сығанаҡтарҙа ғына 7-8 процент тип күрһәтелә) булғанға күрә, аҡса йыйып барыуҙың файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк. Әйтәйек, һин 500 меңлек берәй машина алырға теләп, аҡса йыйырға булдың, ти. Ниәт - бер, ә ғәмәл икенсе нәмә: уйлап, һанап, ул-был итеп, аҡса йыя башлаған көнөңдә үк теге тауарыңдың хаҡы күтәреләсәк. Һөҙөмтәлә һин ул машинаның хаҡын ҡыуып та етә алмауың бар. Шуға, теләйһеңме, юҡмы, кредит системаһына инеп китергә мәжбүр булаһың инде.
Әлегә Рәсәйҙәге кредит системаһын камил, тип әйтеп булмай. Сит илдә ул яҡшыраҡ эшләй. Унда йәш кеше кредитҡа хатта юғары белем дә алырға мөмкин. Йүнле эшкә урынлашҡас, ул уҡыуы өсөн дә түләп бөтә, өҫтәүенә, машина, фатир ҙа алып ебәрә. Алға киткән илдәрҙә кредит түләүе беҙҙең илдәгегә ҡарағанда нимәһе менән еңел? Мәҫәлән, Америкала 10 процентҡа ипотека, уҡыу өсөн кредит, автокредит алып була. Ә Рәсәй кешеһе Рәсәйҙә кредитты уртаса 13 процентҡа ғына ала. Һөҙөмтәлә, ул банктан алған аҡсаны банкҡа 3 тапҡырға арттырып түләй. Шулай ҙа был сумманы 30 йылға һалғанда, өҫтәүенә, шул утыҙ йыл буйына торлаҡлы йәшәүеңде лә иҫәпкә алғанда, ул тиклем ҡурҡыныс та түгел һымаҡ. Банктарға килгәндә, беҙҙең илдә бер-нисә генә ышаныслы банк бар. Ҡалғандары, сама менән әйткәндә, "йәш" әле. Шуға кредит алғанда мотлаҡ шул Рәсәйҙәге иң эре, иң оҙаҡ эшләүсе банкҡа ғына мөрәжәғәт итеү яҡшыраҡтыр, ҡалғандар менән кредит килешеүе төҙөрҙән алда ныҡлап уйларға кәрәктер, тип уйлайым. Мин үҙем, мәҫәлән, "Сбербанк" менән "Уралсиб"ты ышаныслы һанайым. Әммә шуны ла билдәләргә кәрәк: был ойошмаларҙан кредит алыу, һайлап алыу талаптары юғары булғанғалыр, ҡыйынға төшә. Шулай ҙа, "автокредит" алғанда автомобиль залогка һалынғанға күрә, кредиттың был төрөн алыу күпкә еңел. Автомобилдең закладта ятыуы арҡаһында проценттар ҙа, ипотекаға ҡарағанда бер аҙ кәмей. "Автокредит" алғанда страховкаға ныҡ иғтибар итергә кәңәш бирер инем. Ни өсөн тигәндә, банктар автокредит биргән саҡта "КАСКО" страховкаһы ярҙамында аҡса эшләргә тырыша. Ошо хәйләгә эләкмәҫ өсөн бер генә кә-ңәште иҫтә тотоу ҙа етә: страховканы бары тик кредиттың суммаһына ғына яҙҙырырға мөмкин. Ул сағында машинаның хаҡына ҡушылған үҙеңдең аҡсаң өсөн страховка түләнмәй. Мәҫәлән, 500 меңлек "тимер ат" алыр өсөн үҙегеҙҙең 200 меңегеҙгә ҡушып, 300 меңлек "автокредит" йүнләһәгеҙ, 300 меңенә генә "КАСКО" яһағыҙ ҙа, вәссәләм. Мин үҙем ике тапҡыр автокредитҡа машина алдым. Ике осраҡта ла отолманым. Беренсенән, инфляция ярҙам итте. 13 процентлыҡ кредитты йылына 15-20 процентлыҡ инфляция "ашаны". Икенсенән, банкта минең 200 меңлек, 12 процентлыҡ депозитым (кешенең кредит биреүсе учреждениеға процент иҫәбенә килем алыу өсөн ниндәйҙер күләмдә аҡса һалыуы) бар ине. Ул йылына 12 процентҡа артҡас, миңә 1 процентын ғына түләргә ҡала. Инфляцияны ҡушһаң, миңә бөтөнләй уңайлы, хатта килемле эш килеп сыҡты.
Нисек кенә сәйер тойолмаһын, кредит биреү банкҡа ла килемле. Кредит алыуыма йыл ярым тирәһе ваҡыт үткәс, банк хеҙмәткәрҙәре ипләп кенә миңә теге кредитымды ваҡытынан алдараҡ түләргә мөмкин икәнен әйтеп һалды. "Һеҙ мине иҫәр тип беләһегеҙме?" тип көләм. Теге хеҙмәткәр ҙә көлөп ҡуйҙы. Мин кредитты өс йыл буйына яйлап, "тәмләп кенә" түләнем.
Бөгөнгө йәштәргә бигерәк уңайлы заман килде: биш йылға кредит алһаң, сумманы түләп бөтөп барғанда ул сумма бик аҙ ғына һымаҡ тойоласаҡ. Сөнки, әлеге лә баяғы, инфляция күренеше арҡаһында, эш хаҡының суммаһы ла арта. Шулай булғас, кредиттың күпселек өлөшөн тиҙләтеп ҡайтарырға тырышырға ла кәрәкмәй.
Урамда: "Кредит малому бизнесу! Первые три месяца разрешается не возвращать основной долг" тип яҙып ҡуйылған реклама баннерын күргәнегеҙ бармы? "О, ҡайһылай игелекле банк икән!" тип уйлайһың был яҙыуҙы күргәс. Ә һанап ҡараһаң, нимә килеп сыға? Кредит алдың, ти, проценты ҡалған өлөшкә һалына. Һин бер йылға 120 мең һум кредит алдың икән, ти, тәүге айҙа - 120 меңгә процент түләйһең, икенсеһендә - 110 меңгә, өсөнсө айҙа - 100 меңгә, ун икенсе айҙа - 10 меңгә генә түләйһең. Шулай итеп, теге банк тәүге өс айҙа һиңә бурысыңды ҡайтармай торорға рөхсәт бирә. Банк һиңә өс ай буйына йөҙ егерме меңгә процент түләтә, тигән һүҙ. Бына һиңә - "игелек"! Хатта шуға тиклем барып етә (кредит ала башлаған кеше уны шундуҡ күрә): бурысты тәүге алты айҙа тулыһынса ҡайтарыуҙы тыялар, йәғни, мараторий һалалар. Тимәк, ундай килешеү буйынса һин сумманы ҡайтарып бирһәң, ҙур күләмдә штраф түләйһең. Кемгәлер аҡса бирһәң, һин көн-төн: "Был кеше аҡсаны килтереп кенә бирһен инде", - тип уйлайһың. Ә теге банк: "Һинең тәүге алты ай эсендә сумманы ҡайтарып бирергә хоҡуғың юҡ", - ти. Ни өсөн? Һин алдың да, килтереп тә бирҙең - тегеләр аҡса эшләп өлгөрмәне...
Хәҙерге олигархтар ҙа инфляция арҡаһында байыны. 1989-1990 йылдарҙа улар, үҙ бизнесын асыу маҡсаты менән унар меңдән миллионға тиклем кредит алды. Ябай халыҡ ашығып барманы: "100 меңде ҡасан түләп бөтөрмөн?" тип ҡурҡты. Ә кредитты алыусылар артабан ни булырын белгән, күрәһең. Оҙаҡламай гиперинфляция китте. Бер мәл эш хаҡы алғараҡ сыҡһа, иртәгеһенә - тауарҙарға хаҡтар "күккә осто". Шулай итеп, хаҡтар менән эш хаҡы ҡыуыша-ҡыуыша, 1993 йылда ябай хеҙмәткәрҙең уртаса эш хаҡы миллион һум булды ла ҡуйҙы. Йәғни, ҡасандыр бер кеше алған йөҙ меңлек кредит ябай хеҙмәткәрҙең айлыҡ эш хаҡының ундан бер өлөшө генә булып ҡалды. Бөгөн дә шулай "шытып сығырға" кәрәк, милләттәштәр!

Шулай итеп...
Ошо материалды ҡағыҙға теркәгән саҡта бүлмәгә бер түгел, биш эреле-ваҡлы кредит түләүсе шәп бер ағай килеп инде. Яҙманың башын күрҙе лә: "Дә-ә-ә, кредит алғанда ҡыуанаһың, аҙаҡ - тирләп-бешеп йүгерәһең инде", - тип, көлөмһөрәп ҡуйҙы... Ҡадир Барый улы Мәғәфүровтың тос фекерҙәренә ҡушылып, бары шуны ғына өҫтәге килә: бар ерҙә лә сама кәрәктер, моғайын. Кредит алғанда ҡыуанған һымаҡ, уны "тәмләп", матурлап ҡайтарыу сараһын күреү хәйерлерәк.

Илгизәр БУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.09.14 | Ҡаралған: 1679

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru