«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘӘК АРХИВ БОРОНҒОЛОҠ ҺАҒЫНДА
+  - 

Архивариус итеп "айыҡ аҡыллы, бер ниндәй шик тыуҙырмаған, үҙен насар яҡтан күрһәтмәгән" кешеләрҙе тәғәйенләргә бойороҡ бирә ошо вазифаны индереүсе Рәсәй императоры Петр I. Документтарҙы, рәсми ҡағыҙҙарҙы һаҡлау яуаплы эш, уны һәр кем үтәй алмай, тип иҫәпләй ул. Шуға күрә лә, архив эшенә лә, был эште алып барыусыға ла талаптар ҡаты була. Ысынлап та, архивтар - тарихты өйрәнеүгә ярҙамсы булған төп сығанаҡ булып тора. Улар тарихтың яҙма йәки матди сағылышын беҙгә, киләсәк быуындарға еткерә. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Үҙәк тарих архивы иһә, беҙҙең ерлеккә, халҡыбыҙға бәйле баһалап бөткөһөҙ хазинаны үҙенең бинаһы диуарҙары эсендә һаҡлай. Республиканың төп тарих һаҡсыһы август айында үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо уңай менән архив хеҙмәткәре Зөфәр Ғәбит улы ҒӘТИӘТУЛЛИН ойошманың тарихы, әһәмиәте, бөгөнгө көндәге эшмәкәрлеге менән таныштырып китәсәк.

Байҡау

Документтар эшен алып барыу Башҡортостан Рус дәүләтенә ҡушылған дәүерҙә үк башлана. Ул рәсми властар тарафынан башҡарыла, был ролде урындағы хөкүмәт үтәй. Тәүҙә документтар туплау "Уфимская приказная изба"ның вәкәләттәрендә булһа, һуңынан был эште "Уфимская провинциальная канцелярия" алып бара. Был ике ойошмаға ҡараған документтар барыһы ла үткән быуаттың 50-се йылдарына тиклем Өфөлә һаҡлана. Ләкин 1950 йылда бөтөн боронғо документтарҙы Мәскәүгә күсереү буйынса ҡарар ҡабул ителә һәм ошо ике боронғо фонд Мәскәүгә ебәрелә. Әлеге ваҡытта ул тотошлай Мәскәүҙә һаҡлана, шуға күрә лә беҙҙә булған иң тәүге документтар 1740 йыл менән даталана. Улар бер нисә берәмек кенә, булғандары ла рәсми ҡағыҙҙар, сенаттың, хөкүмәттең указдары.
Революцияға тиклем Башҡортостанда үҙәкләштерелгән архив системаһы булмай. Һәр бер ойошма документтарҙы, рәсми ҡағыҙҙарҙы үҙҙәрендә һаҡлай. 1917 йылдағы революциянан һуң Ленин үҙәкләштерелгән архив системаһы төҙөү буйынса декретҡа ҡул ҡуя. Ләкин быны тиҙ генә тормошҡа ашырып булмай. Илдә барған граждандар һуғышы архивтарҙы бер үҙәккә тупларға мөмкинселек бирмәй. Һуғыштың үҙәге булған Өфө ҡалаһы бер-бер артлы йә аҡтар, йә ҡыҙылдар ҡулына күсә. Бары 1919 йылдың сентябрендә генә декрет ҡарарын үтәргә форсат тыуа. Августа Мәскәүҙә Өфө ҡалаһында архив төҙөү буйынса кәңәшмә үткәрелә һәм был эште тормошҡа ашырыу өсөн Гинзбург-Кольцов исемле кеше ебәрелә. Архивты туплау тәүге осорҙа бик ауыр бара, хатта архивты тупларлыҡ бүлмә лә булмай. Был эш өсөн шәхси фатир бүленә, Гинзбург-Кольцов губернаторҙың канцелярияһында секретарь булып эшләгән Еникеев менән бергәләп документтарҙы йыйыу, туплау эшен башлап ебәрә. Төнгө ҡарауылсыны ла һанағанда, 6 кеше архив штатында иҫәптә тора. Эштең күләме күп, ә эшсе ҡулдар етешмәүенә ҡарамаҫтан, улар Өфө буйлап йөрөй, ойошмаларҙың архивтарын асыҡлай, иҫәпләй, ундағы документтар юғалмаһын өсөн уларҙы бикләп ҡуя. Шулай уҡ улар бер юлы картотека тултырыу эшен дә алып баралар.
Ҡыйынлыҡтар күп була. Үрҙә телгә алынғандарынан тыш, тағы ла шуныһы эште ҡатмарлаштыра: ул ваҡытта Өфөлә бөгөнгө көндәге кеүек йылытыу системаһы булмай. Яғыулыҡ урынына башлыса утын ҡулланыла. Ләкин һуғыш шарттарында утын менән тәьмин итеү бик насар ҡуйыла. Шуға күрә лә янған бар материалдар яғыуға китә. Ябай халыҡ ҡайҙалыр ҡағыҙ бар икәнен белһә, уны үҙләштерергә ашыға. Баҙарҙа ла ҡағыҙға ҙур һорау була. Ә төрлө ойошмаларҙың архивтарында был "яғыулыҡ" етерлек була. Шуға күрә, ойошмаларҙағы архивтарҙың бер өлөшө ошо арҡала юҡҡа сыға.
Архивтарҙың эҙһеҙ юғалыуының тағы бер ҙур сәбәбе булып Колчактың эшмәкәрлеге тора. Аҡ ғәскәр командиры Өфөнән сигенгән ваҡытта һалдаттарына ҡайһы бер ойошмаларҙың архивтарын алып сығырға бойороҡ бирә. Тарихсылар фаразы буйынса, 48 ойошманың архивы аҡтар менән китә. Һуңынан уларҙың бер өлөшө кире ҡайтарыла. Шулай ҙа 25 ойошманың архивы тулыһынса юғала. Өфө губернаһы тарихына бәйле ҡайһы бер факттар беҙгә бөтөнләй билдәле булмауының сәбәбе ошо. Мәҫәлән, Дворяндар собраниеһының документтары юҡ. Шулай уҡ аҡтар Дәүләт банкының документтарын махсус вагонға тейәп, бер нисә хеҙмәткәрҙе ошо вагондарға бикләп, пломба һалып, Себергә оҙата. Шулай итеп Дәүләт банкы архивы ла юғала. Ләкин күп кенә архивтар юғалыуына ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә беҙҙә бик ҡиммәтле тарихи сығанаҡтар, баһалап бөткөһөҙ документтар һаҡланып ҡалған.
Архивты туплау тәүге осорҙа ныҡ ҡыйынға төшә, һуңынан эш яйға һалына, штат арта, 1922 йылда архивҡа әлеге Карл Маркс урамында урынлашҡан элекке Земствоның бер бинаһы бирелә. 50-се йылдарҙа архивҡа ҡушып тағы бер бина төҙөлә. 90-сы йылдарҙа күпләп ойошмалар ябыла башлағас, йәнә урын етмәй башлай һәм Черниковкала урынлашҡан "Башпотребсоюз"дың складтарның бер өлөшө архивҡа өҫтәп бирелә.

Архивтың әһәмиәте

Архивтарҙың әһәмиәте, һис шикһеҙ, ҙур. Боронғоно белмәй тороп, алға барып булмай, тип, халыҡ бушҡа әйтмәгән бит. Беҙҙә ана шул боронғоноң комментарийҙар яҙылмаған тура сығанаҡтары ята. Етмәһә, архив кешегә ғибрәт алыу өсөн бик яҡшы урын булып тора. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Рәсәйҙә федерализм ҡағыҙҙа ғына тороп ҡалды, ил ҡабаттан власть вертикален нығытып, ышаныслы рәүештә унитаризмға атлай. Ә бит архив документтарында сағылыш тапҡан тарих бындай хәлдең насар тамамланыуын бәйән итә. Илебеҙ ошондай уҡ юлды 1917 йылға тиклем үтә. Һуңынан Советтар Союзының тарҡалыуы нигеҙендә лә ошо сәбәптәр ята. СССР ҡағыҙҙа ғына федератив булып, ысынында унитар ҡоролошло дәүләт була. Ни өсөн шундай революция булғанын, дәүләт ҡоролошо, дәүләт тарҡалыуын өйрәнеп, бөгөнгө власть етәкселәре ошонан һабаҡ алырға тейеш, минеңсә.
Шулай уҡ халҡыбыҙ өсөн дә һабаҡ алырлыҡ мәғлүмәт бихисап архивта. Мәҫәлән, башҡорттар революцияға тиклем Рәсәйҙә аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлап ҡалған берҙән-бер халыҡ була. Ләкин революциянан һуң ерҙәр тулыһынса тартып алына. Ә ер башҡорттарҙы тотоп тороусы төп фактор, терәк була. Шуға күрә лә ергә бәйлелек бөтөү менән бергә, тел, хатта милләт тә онотола башлай. Ассимиляция, маңҡортлоҡ көсәйә.

Башҡорттарға бәйле сығанаҡтар

Башҡорт халҡына бәйле документтар архивтың бөтөн фондтарында ла осрай. Бигерәк тә ер мәсьәләһе менән бәйле документтар күп. Ниндәйерәк йүнәлештә һуң улар? Башҡорттар йәшәгән ерҙәргә башҡа милләттәр күсеп, күсерелеп килә башлай. Улар башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен йә һатып, йә арендаға, йә тартып алалар. Ошо сәбәпле башҡорттар үҙ ерҙәрен ҡабаттан ҡайтарыу өсөн бәхәсләшергә, судлашырға мәжбүр була. Йыш ҡына ҡуртымға бирелгән ерҙәр буйынса судтар үтеүен күрергә була. Был, ғәҙәттә, килешеүгә ҡул ҡуйған ике яҡтың берәүһенең алдан ярашылған шарттарҙы боҙоуы арҡаһында килеп сыға.
Шулай уҡ хәрби хеҙмәткә ҡағылышлы документтар күп. 1798-1865 йылдарҙа кантон системаһы ҡоролошо булған, башҡорттарҙың бөтә ир халҡы хәрби хеҙмәткә барырға тейеш, тип иҫәпләнгән. Башҡорттар йыл һайын Ырымбур линияһын һаҡларға команда ебәрә, ул командалар даими алышынып тора. Хәрби кешеләр һәр ваҡыт кәрәк булғанға күрә, халыҡтың һәр береһе иҫәптә тора. Беҙҙең көнгә ошо командаларҙың, кемдең ҡасан, ҡайҙа хеҙмәт иткәнен, нимә менән наградланғанын күрһәткән формуляр исемлектәр һаҡланған. Офицерҙар хаҡында исемлек тулыраҡ бирелгән, уларҙың ғаилә хәле лә күрһәтелә. Рядовойҙар исемлеге уларҙың исем-шәрифен телгә алыу менән генә сикләнә.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ яҙып алды.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.09.14 | Ҡаралған: 1476

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru