«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ЙӘШТӘРЕ ЛӘ ЗАМАН ҠУЛАСАҺЫНЫҢ УРТАҺЫНА ИНҺЕН ИНЕ
+  - 

Бер йәнһүрәттә йәнлектәр, самолеттары боҙолоп, утрауға ултырырға мәжбүр була. Самолет менән идара итеүсе пингвиндар башлығы барыһына ла эш ҡушырға тотона. "Кем һине командир итеп ҡуйҙы әле?" тип, йәш арыҫлан пингвиндың бойороғон үтәүҙән баш тарта. Ә командир, иҫе китмәй генә: "Улайһа, әйҙә һин командир бул - самолетты йүнәтеүҙе үҙең ойоштор", - ти. Арыҫлан баҙап ҡала...
Был өҙөк ирекһеҙҙән тормошта йыш ҡабатланған бер күренеште - лидерҙар һәм уларҙың дәғүәселәре араһындағы көрәште хәтерләтте. Бөгөнгө һөйләшеү ҙә тап ошо темаға арналған. Башҡорт йәштәре араһында бөгөнгө заман бабичтары, вәлидиҙәре, салауаттары бармы? Йәштәрҙе берләштерер лидер ниндәй сифаттарға, ниндәй белемгә эйә булырға тейеш? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында редакциябыҙға әле күптән түгел Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы уҙғарған "Йәштәр йыйыны - 2014" төбәк-ара лидерҙар форумында ҡатнашыу бәхетенә эйә булған шағир, "Ҡош юлы", "Минең Рәми" кеүек проекттарҙы ойоштороусыларҙың береһе, "Ватандаш" журналының баш мөхәррире Азамат ЮЛДАШБАЕВты, "Башҡорт асыҡ КВН лигаһы" төбәк-ара йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Алина ИМАНҒОЛОВАны һәм "Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында белем алыусы башҡорт студенттары һәм аспиранттары берлеге" рәйесе урынбаҫары, Мәскәү дәүләт юғары иҡтисад мәктәбе фәнни-тикшеренеүҙәр университетының 4-се курсын тамамлаусы Фатима ЯНБАЕВАны ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ.


Тәүге һорау Азамат Рәмил улына тәғәйенләнә. Һеҙгә, урта быуын вәкиленә, йәштәр менән бер тулҡында йөҙөү күңелһеҙ түгелме? Ни тиһәң дә, йәштәрҙе урта быуын да, олораҡ быуын да һәр саҡ тәнҡит утына тота бит?

Азамат ЮЛДАШБАЕВ А. ЮЛДАШБАЕВ: Мин "быуынһыҙ" быуын вәкиле - заман тап беҙҙең быуындың "умыртҡаһы" тапҡырынан һынды. Яҙмышымдың бер этабында, анығыраҡ әйткәндә, Яҙыусылар Союзы менән бәйле ваҡиғаларҙан һуң, ниндәйҙер ғиллә мине йәштәр араһына алып инеп бырғаны. Һәм… Мин уларҙы үҙем өсөн бөтөнләй башҡа йәһәттән астым. Иң мөһиме, күп мәсьәләләр буйынса улар менән бер "тулҡында" булыуымды аңланым. Беләһегеҙме, бөгөнгө йәштәр бөтөнләй башҡаса: улар беҙҙең кеүек "ике яҡлы стандарт"тар заманында, урынына-ваҡытына ҡарап йәтешле һүҙҙәр һөйләргә яраҡлашып үҫмәгән. Йәштәрҙә тар күңеллелек юҡ. Улар шул тиклем ихлас: арҡаға "бысаҡ ҡаҙамай", һине артыңдан яманлап, һүҙ һөйләп йөрөмәй, уйлағандарын күҙгә ҡарап, тура әйтә ала, бер-береһендә конкурент күрмәй. Күбеһе сәләмәт тормош яҡлы, бөтә саралар ҙа айныҡ форматта үткәрелә. Йәштәрҙең аңлы булыуына, әүҙемлегенә, дәртенә лә һоҡланам. Мин үҙемдең эргәмдәге йәштәр тураһында ғына әйтмәйем, райондарҙа, ҡалаларҙа ундайҙар хәҙер бик күп. Әле бына Силәбелә үткән йыйында барыһының да бөгөнгө көн талаптарына ярашлы асыҡтан-асыҡ эшлекле һөйләшеүгә, ҡыйыу аралашырға, танышырға тырышыуына, рәхәтләнеп ял итеүенә тамаша ҡылғанда ошо төркөмдә беҙҙең быуын кешеләренең, минең дуҫтарымдың булмауына үкенеп ҡуйҙым. Һәм, ғөмүмән, бөгөнгө көндә беҙҙең милли ижтимағи хәрәкәттә бындай шарттарҙа, сиктәрҙә конструктив һөйләшеүҙәр бик-бик һирәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әйткәнем дә бар: беҙ, ғәҙәттә, нимәгә генә тотонһаҡ та, һабантуй килә лә сыға - йыр-бейеү, уйын-көлкө, спорт ярыштары һ.б. Икенсе яҡтан, бындай осрашыуҙар һәр кемгә асылырға, үҫергә, тәүәккәлләргә ярҙам итә. Мәҫәлән, оялсан ғына бер ҡыҙҙың, барлыҡҡа килгән күтәренке рух мөхитендә ҡыйыуланып, түңәрәк эсенә инеп, бейеп китеүен күреп тә йыуандым. Ана шул һылыу һымаҡ, башҡорт йәштәре лә заман ҡуласаһының уртаһына инһен, тип теләп торҙом. Бөгөн беҙ донъяны үҙгәртә алмайбыҙ. Шуға күрә үҙебеҙҙе донъяуи талаптарға яраҡлаштырырға тейешбеҙ. Япондар, ҡытайҙар, ғәрәптәр кеүек - рухи тамырҙарыбыҙға балта сапмай ғына. Бөгөн йәштәргә тап шундай өмөттәр менән бағам мин.

Йәштәрҙең төрлө йәмәғәт ойошмаларына берләшеүе ни өсөн кәрәк, тип уйлайһығыҙ? Һуңғы ваҡытта барлыҡҡа килгән ойошмаларҙың төп маҡсаты нимәлә булырға тейеш? Башҡорт йәштәре берләшеүенең төп асылы нимәгә ҡайтып ҡала?

Фатима ЯНБАЕВА Ф. ЯНБАЕВА: Һәр кемдең, айырыуса йәш кешенең, үҙе йәшәгән заманға ниндәй булһа ла яңылыҡ, үҙе килешмәгән теге йәки был хәл-күренешкә үҙгәреш индергеһе килә. Йәштәр араһында ҡайһы берәүҙәр аҡса таба белә, икенсе берәүҙәр милли, дөйөм мәнфәғәттәрҙе алға ҡуйып, йәмәғәт ойошмаларына берләшеп, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күмәк көс менән хәл итеп, рухи ҡәнәғәтлек кисерә. Өсөнсө төркөм дә бар - улар ҙа нимәнелер үҙгәртергә теләй, әммә яңғыҙ булыуҙары арҡаһында, был эшкә тотоноп китә алмай, тотонһа ла, ҡаршылыҡтарҙы йырып сыға алмай аҙаплана. Ундайҙар һәләтле лә, көслө лә булыуы мөмкин, ләкин система, әйләнә-тирәләге кешеләр йоғонтоһо арҡаһында мөмкинлектәре сикләнә. Йәмәғәт ойошмаһында иһә һәр кем үҙ һәләтен үҫтереү мөмкинлеге алалыр, тип уйлайым. Сөнки кемдер бер эште башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ башҡара һәм көстәрҙең берләшеүе һөҙөмтәһендә күп нәмәгә өлгәшергә мөмкин. Әммә һәр ойошманың һәләтле лидеры булырға тейеш.
Лидер, тимәк, бер туҡтауһыҙ идеялар тыуҙырыусы. Ул - башҡаларҙы илһамландыра белгән шәхес. Башҡорт йәштәренең берләшеүенең төп маҡсаты булып, берҙәмләшеп, файҙалы эштәр атҡарырға ынтылыу торалыр. Силәбелә үткән "Йәштәр йыйыны"нда ла был турала һүҙ булды. Беҙ хәҙер эшмәкәрлегебеҙҙе "Нимәне үҙгәртергә тейешбеҙ?" тип түгел, "Нимәне эшләй алабыҙ?" тигән ҡараштан сығып ойошторорға бурыслы. Йәғни, бөгөнгө йәштәр ойошмаларында һөҙөмтәле эштәр эшләү принцибы алғы планға сығырға тейештер.
А. ЮЛДАШБАЕВ: Бында, тәү сиратта, милли-ижтимағи аңдың үҙгәреүе, дөрөҫөрәге, үҙгәртеү фарызлығы тураһында һүҙ алып барыу кәрәктер. Сөнки бөгөн майҙанға үҙаллылыҡ осоронда тыуып, яңыса белем алған, һуңғы егерме йыл эсендә формалашҡан йәштәр килде. Улар беҙҙең быуындан, минән олораҡтарҙан "тимер ҡоршауҙар" һәм сикләүҙәр араһында ҡыҫылып үҫмәгәнлеге менән айырыла. Бөгөнгө йәштәргә белем алыу, туған телендә һөйләшеү, милли рухты тәрәнерәк өйрәнеп, күңеленә һеңдереү, уны таратыу мөмкинлеге күберәк бирелде. Әлбиттә, уларға яңы заман технологиялары ла ярҙам итә. Оло быуынға ҡарағанда, улар уны үҙ эшендә файҙалана белә. Әгәр ҙә беҙ бөгөн уларҙың тормошонан виртуаль мөмкинлектәрҙе: интернетты, социаль селтәрҙәрҙе, телефон һәм башҡаларҙы алып ташлаһаҡ, йәштәрҙең яҙмышы икенсе төрлөрәк булыр ине, моғайын. Шулай ҙа бөгөнгө йәштәрҙең берләшергә ынтылыуының иң төп сәбәбе - уларҙың донъяға ҡараштарҙы үҙгәртеп, икенсел ролдән беренсел ролгә дәғүә итеүҙәре. Улар тәүҙәрәк, ағай-апайҙар халҡыбыҙ яҙмышын, рухыбыҙҙы үҙгәртер һәм милләтте яңы кимәлгә алып сығыр, тип көттө. Һуңғы 20 йыл эсендә булып үткән йыйындарҙа - өс Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында һәм улар араһында ойошторолған башҡа күп кенә сараларҙа, телевидениела, радиола һөйләнелгәндәрҙе тыңлап, гәзит-журналдарҙа яҙылғандарҙы уҡып ҡарағандан һуң, йәштәр олораҡ зыялыларҙың түңәрәк буйлап йөрөүен, һүҙҙән эшкә күсә алмай аптыраныуын аңланы. Әгәр үҙебеҙ тотонмаһаҡ, милләттең яҙмышын бер кем дә хәл итмәйәсәк, тигән ысынбарлыҡҡа төшөндө.
Милләттең яҙмышында һынылышлы осорҙа уртаға һәр саҡ йәштәр сыҡҡан. Салауат Юлаевтың, Зәки Вәлидиҙең, Бабичтың йәшен ҡарағыҙ! Сөнки аңды үҙгәртеүгә һәм үҙгәреүсән тормошҡа яуап биреүгә бары тик йәштәр генә һәләтле. Ә өлкәндәрҙең, беренсенән, фекере ҡалыплашҡан, икенсенән, уларҙың эш урындары, ғаиләһе, йорто - юғалтыр әйберҙәре бар һәм улар ниндәйҙер революцион фекергә һәләттәрен юғалтҡан була. Икенсе яҡтан, шул уҡ Рәшит Шәкүр, Марат Ҡолшәрипов, Мәрйәм Бураҡаевалар 60-сы йылдарҙа Рәми Ғарипов етәкселегендә бер тапҡыр аң революцияһын эшләгәндәр бит инде, 90-сы йылда - уны икенсе тапҡыр ҡабатланылар. Хәҙер уларҙан өсөнсө революция талап итергәме ни? Дүртенсенән, донъяуи тенденцияны ла иҫәпкә алырға кәрәк. Бөгөн бөтөн донъяла йәштәрҙең әүҙемлеге күҙәтелә. Сәйәсмәндәрҙең дөрөҫ һүҙ һөйләмәүенән, донъя менән аҡса идара итеүенән туйған йәштәр үҙҙәренең яңы талабын тәҡдим итергә теләй. Беҙҙең республикала ла яңы лидерҙар барлыҡҡа килә башланы. Улар бөтөн йәштәрҙе ойоштороуға һәләтле түгел, әммә локаль кимәлдә йәштәрҙе туплай ала. Бөгөн, минең аңлауымса, тиҫтәләгән милли-ижтимағи ойошмалар бар. "Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында уҡыусы башҡорт студенттары һәм аспиранттары берлеге", "Башлига", "Башлидер", "Беҙ - Башҡортостандың киләсәге", "Күк бүре", әле яңы барлыҡҡа килгән "Башҡорт" ойошмаһы, "Ҡош юлы" ойошмалары, БДПУ-ла, БДУ-ның Сибай институтында әлегә бер исем аҫтында берләшмәгән әүҙем йәштәр бар. Бындай хәрәкәттәрҙең бер-береһе менән юлдары киҫешә, улар бер-береһе үткәргән проекттар менән таныша, хуплай. Иң мөһиме, шуны әйтергә кәрәк - бөгөн уларҙың береһе лә әле сәйәсиләштерелмәгән ойошмалар. Шуға күрә, кемдеңдер ниндәйҙер сәйәси юҫыҡ эҙләүе, сәйәси мәғәнә табырға тырышыуы урынһыҙ. Улар ижад, мәғариф һәм мәҙәниәт юҫығында берләшкән.
Ф. ЯНБАЕВА: Йәштәр сәйәсәткә ҡыҫылмай, тип дөрөҫ әйтелде. Йәштәр революцияның бер нөктәгә йүнәлтелгән, һөҙөмтәһе тиҙ арала бөтә торған ысул булыуын яҡшы аңлай. Беҙгә хәҙер икенсе төрлө эшмәкәрлек алып барыу зарур. Тамсы тама-тама ташты тишә, ти, йәштәрҙе берләштереү эшен ипләп кенә, әммә системалы алып барғанда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Шуныһы ҡыуаныслы, бөгөнгө лидерҙар быны бик яҡшы аңлай.
Алина ИМАНҒОЛОВА А. ИМАНҒОЛОВА: Йәмәғәт ойошмалары барлыҡҡа килеүҙең ике юлын: ойошмаларҙың халыҡ тарафынан һәм юғарыла ултырғандар теләгенән, тәҡдименән сығып ойошторолоуын төҫмөрләп була. Тәүгеһен халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусылар төркөмө йәки бер лидер булдыра. Икенсеһе, ғәҙәттә, сәйәсиләштерелгән була, унда властағы етәкселәр бер лидерҙы таба ла, уның аша эш итә. Әлеге көндә башҡорт йәмәғәтселегендә был төркөмдәрҙең ике төрө лә бар.
А. ЮЛДАШБАЕВ: Инглиз яҙыусыһы Дизраэлиҙың: "Әгәр яҡшы китап уҡығым килһә, мин уны үҙем яҙам...", - тигән ҡанатлы һүҙе бар. Бында ла шулай: кемдер йәмғиәттә берәй эшләнеп бөтөлмәгән урын күреп ҡала ла, уны тултырырға тырыша.
А. ИМАНҒОЛОВА: Йәштәр йәмәғәт ойошмаларының барлыҡҡа килеү маҡсаты һәм эшмәкәрлек диапазоны киң булыуы мөмкин: кемдер башҡорт халҡына файҙа килтерергә теләй, кемдер, мәҫәлән, тарыраҡ мәсьәләне хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Сиктәре билдәләнмәгән бер маҡсатты тормошҡа ашырыуға ҡарағанда, бер йүнәлеш булараҡ билдәләнгәнен тормошҡа ашырыуы күпкә еңелерәк, минеңсә. 5-10 кешенән торған төркөм тотош халыҡ өсөн уйларға, халыҡ исеменән эш эшләргә теләһә, әлбиттә, был эш улар өсөн бик ауыр буласаҡ. Фатима, беҙҙең лидерҙар системалы эш итә, тиһә лә, мин бының киреһен күрәм. Минеңсә, системалылыҡ төшөнсәһе бөгөнгө башҡорт йәштә-ренең йәмәғәт ойошмаларына бик үк хас түгел. Система, планлаштырыу, концепциялы эш кеүек төшөнсәләрҙе ҡулланып эшләүсе ойошмалар бик аҙ. Ул ойошмалар ағзалары үҙҙәренең нимә эшләргә тейеш икәнлеген дә белмәй. Был - барлыҡ йәмәғәт ойошмаларының етешһеҙлеге.
А. ЮЛДАШБАЕВ: Шәхес булараҡ формалашҡан, үҫкән осорҙа был күренеште барыһы ла үтә. Бер осорҙа - бер, икенсе осорҙа икенсе йәмәғәт ойошмаһына күсеп йөрөгән йәштәрҙе генә алайыҡ. Улар үҙҙәрен теге йәки был ойошмала эҙләй-эҙләй, ахыр сиктә, йә таба, йә тапмай. Тағы, бөгөн башҡорт йәштәре араһында йәмәғәт ойошмалары бар, тип әйтеү урынһыҙ булыр ине. Уларҙы мин "ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса төҙөлгән клубтар" форматында ҡарар инем. Беҙ үҙебеҙҙе нисек кенә йыуатһаҡ та, ысынбарлыҡта беҙ - клубтар кимәлендә генә эш итеүсе ойошмалар. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа алға китеш һиҙелә.

Силәбелә үткән быйылғы "Йәштәр йыйыны" былтырғыһы менән сағыштырғанда һөҙөмтәлерәк эшләне, быйыл ҡатнашҡан ойошмаларҙың әҙерлеге яҡшыраҡ булды, тип әйтеп буламы?

А. ЮЛДАШБАЕВ: Былтырғы йыйында ҡатнашҡан көслө-көслө ойошмаларҙың ҡайһылары быйыл ни өсөндөр килмәне. Бөтөн башҡорт йәштәрен берләштереү маҡсаты менән янған ойошмалар вәкилдәренең әйтер һүҙе юҡ икән, миңә ҡалһа, улар ошо форумға килеп, йәштәрҙең нисек "тын алғанын" булһа ла тыңлап ҡайтырға тейеш ине. "Йәштәр йыйыны"ның киләһе аҙымы аныҡлаштырылған, яҡшыраҡ уйланылған, ерлекле булырға тейеш. Был юҫыҡта һәр форумға айырым бер тема билдәләп, шул тема буйынса белгестәрҙе йәлеп итергә тәҡдим итәм. Мәҫәлән, эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре, гранттар, телде һаҡлау буйынса айырым форумдар ойошторорға мөмкин.
Бөгөнгө башҡорт йәштәре йәмәғәт ойошмалары һәм уларҙың лидерҙары ниндәйҙер милли идеяны, милли концепцияны барлыҡҡа килтерә алмай әле. Ике йыл буйы үткәрелгән сараны "ойоштороу кәңәшмәһе" тип кенә атап була. Ойоштороу тағы ике йылға һуҙылыр әле. Төп иғтибарҙы шуға йүнәлтергә кәрәк: йәштәр бөгөн осрашырға, һөйләшергә, иң мөһиме, бер-береһен тыңларға һәм ишетергә өйрәнә. Мин был сараға килә алмаған делегациялар етәкселәренә: "Барығыҙ, ҡатнашығыҙ, йәштәрҙе күберәк алып килегеҙ", - тип әйтергә теләйем. Ә кемдәр ҡатнашҡан - уларға һәр йыл яңы ҡатнашыусылар алып килергә кәңәш итер инем. Йәштәргә биш ай буйы һеңдерергә тырышҡан аҡылды был йыйында биш сәғәттә лә атҡарып була.

Бөгөнгө башҡорт йәштәренең йәмәғәт ойошмалары рәйестәре шәхси мәнфәғәттән тыш, халыҡ мәнфәғәтен дә ҡайғырта, тип ныҡлы әйтеп буламы?

А. ЮЛДАШБАЕВ: Ниндәй генә байрам, сара ойоштормаһындар, күп йәштәр ул сараны иң тәүҙә килем сығанағы булараҡ ҡына ҡабул итә. Уйын-көлкөгә ҡоролған саралар үткәрер алдынан бик аҙҙар ғына башҡорт халҡының мәнфәғәтен ҡайғыртҡан һорауҙар менән ҡыҙыҡһына. Шундай бер конкурстан һуң телевидениелағы һөйләшеү барышында: "Беҙ, беренсенән, аҙ һанлыбыҙ, икенсенән, башҡорттар бөгөн шундай шарт алдына ҡуйылған - ябай ғына, күңел асыуға ғына йүнәлтелгән шоуҙар үткәрергә хаҡыбыҙ юҡ", - тип әйткәйнем дә ине. Бөгөн был фекерҙе тағы ҡабатлайым. Беҙ "Дом-2", йә булмаһа, Масляковтың КВН-ы һымаҡ шоуҙар үткәрә алмайбыҙ. Шуға, теләйбеҙме-теләмәйбеҙме, ойошторолған ҡайһы ғына сараны алып ҡарама - уның эсендә милли идея сатҡылары бар. Башҡортса тапҡырҙар һәм отҡорҙар бәйгеләре - быға асыҡ миҫал. Башҡорт телендә "Шаянимум" һәм "Шаян уйын" үткәрелә башлау менән Өфөлә башҡорт теленең ҡулланылыу даирәһе күҙгә күренеп артты. Башҡорт телендә көлөү, һөйләшеү һәм шаярыу бөгөн модаға инде. "Кеше алдында ҡысҡырып башҡортса һүҙ һөйләргә ярамай", тигән тыйыу менән тәрбиәләнгән милләт өсөн "КВН" мәктәбе ҙур әһәмиәткә эйә. "Мәскәүҙәр" ("Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында уҡыусы башҡорт студенттары һәм аспиранттары берлеге") тураһында әйтәйек. Тәүҙәрәк уларҙы тыуған республиканы һағыныу берләштергәндер. Бөгөн уларҙың хәрәкәтендә ҡасандыр 100 йыл элек Сафуан Яҡшығолов менән Мәжит Ғафури әйтеп ҡалдырған идеялар ята: "Аҡыл һәм аң иң төп капитал булған ваҡытта мәғрифәтселекте беренсе урынға күсереп ҡалмаһаҡ, беҙҙең киләсәгебеҙ юҡ". Егерме йыл буйы бейеүселәрҙе, йырсыларҙы, филологтарҙы, уҡытыусыларҙы шул тиклем күп әҙерләгәнбеҙ, улар киләһе 50 йылға ла етәсәк. Хәҙер беҙ заманса белем алырға тейешбеҙ. Был йәһәттән мәскәүҙәрҙең алып барған эштәре иң төп йүнәлештәрҙең береһе. Улар ҙа ҡыҙыҡһыныуҙар клубылыр, әммә уларҙың асылында милли хәрәкәт ята. Мәскәү шарттарында башҡа милләттәр менән конкуренция шарттарында йәшәргә, уҡырға хоҡуҡ яулау бөгөнгө глобалләшеү шарттарында, ғөмүмән, милләттең йәшәргә хоҡуғы һымаҡ килеп сығасаҡ. Был беҙгә тағы бер пастулатты раҫлай, йәғни "Беҙ башҡорт булғаныбыҙ өсөн беҙгә ниндәйҙер шарттар, мөмкинлектәр тыуҙырылырға тейеш", тигән лозунгты тамам юҡҡа сығара. Бөгөнгө глобалләшеү, федералләшеү һәм дөйөм асыҡ иҡтисади, сәйәси мөхит шарттарында беҙҙең милләт, башҡа милләттәр кеүек үк, көрәшеп, ҡояш аҫтында үҙ урынын табырға, яңы иҡтисади шарттарҙа үҙенә үҙе юл ярырға тейеш. Шул йәһәттән мәскәүҙәрҙең дә, "Башҡорт асыҡ КВН Лигаһы"ның да әүҙемлеге хуплауға лайыҡ. Ғөмүмән, ниндәй генә милли хәрәкәтте алма, әгәр ул яман ғәҙәттәрҙән, ниндәйҙер сит йоғонтоларҙан азат һәм үҙе артынан эйәргәндәрҙе лә ошо юлға баҫтыра икән, был да бик мөһим.
Ф. ЯНБАЕВА: Йәмәғәт ойошмаларының үҙ алдына ҡуйған маҡсаттары үҙгәрмәгән тиерлек. Тик бөгөн улар шул маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙың яңыса, заманса хәл итеү ысулдарын ғына эҙләй. Мәҫәлән, "Башҡорт асыҡ КВН Лигаһы" башҡорт телендә шаяртыуҙарҙы алға ҡуя һәм шуның менән башҡорт телен һаҡлау, уны ҡулланыу даирәһен киңәйтеү маҡсатын алға һөрә. Бындай сараларҙы ойошторғанда, әлбиттә, йәштәр үҫһен, тигән изге уй ҙа һәр саҡ булған. Башҡорт йәштәрен үҫтереү инструменты булараҡ, тапҡырҙар һәм отҡорҙар бәйгеләре бик уңышлы һайланған, минеңсә. Унда ҡатнашҡан йәштәр башҡорт теленең нескәлектәренә төшөнә, үҙенсәлекле башҡорт юморын үҙләштерә, шул уҡ ваҡытта лидер сифаттары ла төҫмөрләнә. Был бик һөҙөмтәле ысул. Йәштәрҙе Рәсәйҙең ҙур ҡалаларына ебәреп уҡытыуҙы ойоштороу ҙа заман талап иткән яңы ысулдарҙың береһе булып сыға инде.
А. ЮЛДАШБАЕВ: Берҙәм дәүләт имтихандарын нисек кенә яманламаһындар, уға тиклем беҙҙең уҡыусыларҙың Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларындағы уҡыу йорттарына уҡырға инеү мөмкинлеге бик түбән кимәлдә, бының өсөн иҡтисади мөмкинлектәр ҙә юҡ ине. Әле быға юл асылған икән, файҙаланырға кәрәк. Күптәр быны аңлай, әммә аңламаған кешеләр ҙә бар, үкенескә күрә.
А. ИМАНҒОЛОВА: Фатима дөрөҫ әйтә, йәмәғәт ойошмаларының төп маҡсаты - милләтте берләштереү. Шулай уҡ "Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында уҡыусы башҡорт студенттары һәм аспиранттары берлеге"нең маҡсаты, берләшеүҙән тыш, йәштәребеҙҙең белемен арттырыу нигеҙендә хеҙмәт баҙарында үҙ урынын табыуға, конкурентлылыҡ шарттарында өҫкә күтәрелеүгә өйрәнеү бит.
А. ЮЛДАШБАЕВ: Бөгөн бер проблема бар - лидерҙар мәктәбе юҡ. Комсомол системаһы бөттө, һуңғы егерме йыл эсендә бер ни ҙә булдырылманы. Тәбиғәттә "тәбиғи һайлап алыу" булған һымаҡ уҡ, йәмғиәттә лә яңы лидерҙар барлыҡҡа килә башланы. Ойошмалар күп һәм улар төрлө-төрлө, тиһәләр ҙә, улар барыбер бер-береһен, алдағы ойошмаларҙың эшмәкәрлеген ҡабатлай. Әлеге көндә бөтөн башҡорт йәштәрен бер идея ярҙамында тупларлыҡ лидерыбыҙ юҡ.

Йәмәғәт ойошмалары бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итеү юлдарын дөрөҫ билдәләйме?

Ф. ЯНБАЕВА: Мин әлеге һөйләшеүҙә билдәләнгәнсә, бөтөн башҡорт йәштәренең йәмәғәт ойошмалары ла клубтар кимәлендә генә, тигән фекер менән бик үк килешеп етмәйем. Эйе, ундайҙар ҙа бар, улар әлегә формалашып килә. Әммә ойошмалар араһында үҙҙәренең яйға һалынған эштәре менән айырылып торғандары ла юҡ түгел. Әгәр һәр ойошма үҙенең идеяларын тормошҡа ашырыр инструменттарға эйә булһа, улар бер-береһе менән тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итер ине, әлбиттә. Бер ойошма системалы эшләй икән, формалашыу осорон кисергән ойошма был системаның бер өлөшөнә әүерелә алмай. Башҡалар менән бергә эшләр алдынан һәр ойошма иң тәүҙә үҙенең эске мәсьәләләрен хәл итергә, үҙ маҡсаттарын билдәләргә тейеш.
А. ИМАНҒОЛОВА: Һәр йәмәғәт ойошмаһы эште үҙенән, үҙенең башлығынан башларға тейеш. Әгәр башлыҡ маҡсаттарҙы, бурыстарҙы аныҡ итеп билдәләй икән, ойошмалағы бар кешеләр ҙә шул маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн көс һала.
А. ЮЛДАШБАЕВ: Әгәр ағзалар үҙҙәренең маҡсатын билдәләһә, улар үҙҙәре үк башлыҡҡа: "Ә ниңә беҙ ошо маҡсатты алға һөрмәйбеҙ?" - тип әйтә ала. Рәйес үҙенең бурыстарын атҡара алмаһа, уны икенсе кандидат менән алыштыралар. Тағы өҫтәп шуны әйтке килә: коллектив бәхет булмай. Мин быны электән әйтә киләм. Ғаиләлә лә барыһы ла бер юлы бәхетле була алмай: һәр кем үҙенсә бәхетле булыуы ғына мөмкин. Ойошмаларҙың бергә хеҙмәттәшлегендә лә шулай: уларҙы бер ҡалпаҡ аҫтына йыйыу бик үк дөрөҫ түгелдер ул. Улар айырым эшләргә, ваҡыты-ваҡыты менән йыйылып, уртаҡ проблемаларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләргә, тәжрибә уртаҡлашырға тейеш. Беҙҙе бәйләгән берҙән-бер еп - халҡыбыҙ икәнен, берҙән-бер мәнфәғәт - милләт мәнфәғәте онотмайыҡ. Киләһе быуат тупһаһы аша атлап үтеүсе милләттәр араһында башҡорт тигән милләт булырмы, әллә ошо халыҡ тарихҡа тороп ҡалырмы - бына ошо һорауға бары тик бөгөнгө йәштәр генә яуап бирә ала. Мин дә, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире лә, Президент та, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы ла түгел, бөгөнгө көндә мәктәптә, юғары уҡыу йортонда уҡып, һуңғы биш йыл эсендә эш башлап йөрөүсе йәштәр һәм бары тик улар ғына… Бына әле ҡаршымда ултырыусы Алина, Фатима, Илгиз - һеҙ генә!

Шулай итеп...
Төп темаға һығымта шул: башҡорт йәштәрен етәкләүсе лидерҙар бөгөн дә бар һәм уларҙың һәр береһе үҙ һуҡмағынан алға бара. Ул һуҡмаҡтар ҡайҙалыр бер-береһе менән киҫешә, ҡайҙалыр тоташа, ҡайҙалыр бер-береһенән алыҫая икән - был тәбиғи. Иң мөһиме - аҙашмаһындар.

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.09.14 | Ҡаралған: 2093

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru