«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛДАРЫБЫҘҘАҒЫ ИҢ КӘРӘКЛЕ КЕШЕЛӘР УЛАР
+  - 

"Донъяның төҙөклөгө лә, боҙоҡлоғо ла - ҡатындарҙан", тигән әйтеме бар беҙҙең халыҡтың. Был һүҙҙәр бөтөн яуаплылыҡты тик гүзәл заттар иңенә һалып, уңышһыҙлыҡ өсөн дә уларҙы ғәйепләп, ауыр тормош шарттарының сәбәптәрен дә уларҙан эҙләргә тигәнде аңлатмай әле. Ул ғаилә усағының йылыһын һаҡлаусы, киләсәк быуынды тәрбиәләүсе, ил тотҡаһы - ирҙәрҙең иң терәр таянысы булған ҡатын-ҡыҙҙың әхлаҡ, тәртип, рух төшөнсәләрен үҙ эсенә индергән сифаттарҙы балаларының аңына һеңдереп үҫтереүенә, йәмғиәтте сиктәрҙән сығармай тотоуға ҡағылышлы әйтелгәндер. Донъялағы бөтөн ғауға, ғәҙелһеҙлек, буталсыҡтар өйҙә тәрбиә күрмәгән, инә һөтө менән күңеленә шәфҡәтлек инмәгән бәндәләр арҡаһында килеп сыға түгелме? Борон ата-бабаларыбыҙ нәҡ шуны уйлап та ҡатын-ҡыҙҙарҙы донъя тотҡаһына тиңләгәндер, тигән фекергә киленде ошо көндәрҙә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының Әбйәлил районында үткәрелгән республика кимәлендәге йыйынында.

Йолаһыҙ ил булмаҫ

Замана артынан ҡыуып, көнсығыш илдәренә оҡшарға тырышып, балаларыбыҙҙы үҙ асылынан ситләштереп тәрбиәләүҙең әсе емештәрен татып йәшәлгән көндәр бөгөн. Ата-бабаларыбыҙҙың изге мираҫ итеп быуындан-быуынға күсерелә килгән йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, рухи тәрбиәһен иҫкелек ҡалдығы тип һанап, унан йөҙ бороуҙың һөҙөмтәһен күреп, терһәктәрҙе тешләр хәлгә еткәнбеҙ кеүек. Эскелек, әхлаҡһыҙлыҡ, тәрбиәһеҙлек, рухи көсһөҙлөк кеүек донъя афәттәренә дусар ителгән балаларыбыҙҙы күргәс кенә ниндәй аяныслы хәлгә ҡалыуыбыҙ тураһында уйлана башланыҡ. Башҡортҡа аҡыл һуң төшә, һуң төшһә лә мул төшә, тиҙәр бит әле. Ниһәйәт, ауылдарыбыҙҙағы рухи төшөнкөлөккә, эскелеккә ҡаршы көрәшеүҙе, тәрбиә мәсьәләләрен хәл итеүҙе бөгөн ағинәйҙәребеҙ үҙ ҡулдарына алды.
Тормошобоҙҙо яҡшыртыу, киләсәгебеҙҙе хәстәрләү буйынса өҫтән төшөрөлгән күрһәтмәләрҙе, ҡарарҙарҙы ғына көтөп ятыуҙың файҙаһы булмауын аңлаған, иң мөһиме, битараф булмаған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары үҙ йолаларыбыҙҙы тергеҙеү, йәштәрҙе милли ғөрөф-ғәҙәттәргә ярашлы тәрбиәләү, ауылдарҙағы башҡа төр социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса эш башланы. Ике йыл эсендә матур башланғысты республикабыҙҙың 14 районы ҡатын-ҡыҙҙары дәррәү күтәреп алды, быйыл улар башҡарған эштәренә һығымта яһап, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу ниәтендә Әбйәлил районында ҡор йыйҙы.
Майҙан хужалары әбйәлилдәр әхирәттәрен ҡунаҡ итеп ҡаршыланы. Алыҫ араларҙы яҡынайтып килеүен килгәс, боронғо бер шөғөлөбөҙҙө күрһәтәйек, тип, Амангилде ауылы ағинәйҙәре башҡа төбәктәрҙә онотола төшкән тула баҫыу йолаһын хәтергә төшөрҙө. Баҡтиһәң, борон башҡорт ир-егеттәренең эш кейеме туланан - һарыҡ йөнөнән һуғып, баҫылған туҡыманан тегелгән икән. Был туҡыманы эшләү серен Амангилде ауылында йәшәүсе Ғәшүрә Әүбәкирова белә, ул боронғо шөғөлдө йөҙйәшәр әсәһенән отоп ҡалған. "Элек башҡорт ир-егеттәре кейеҙ кейем кеймәгән, уларҙың эш кейеме бына ошо туланан тегелгән сәкмән, сарыҡ, ойоҡ, башлыҡ булған. "Сәкмән кейгән ир-егеттең йортонда кәтмән була", тип юҡҡа ғына таҡмаҡ әйтелмәгән, мал табыусының өҫ кейеме булған ул тула сәкмән. Халыҡтың бер шөғөлө онотолмаһын тип, бөгөн бөтөн республика ағинәйҙәрен эштең айышына төшөндөрөп, күрһәтеп ҡалырға булдыҡ", - ти Ғәшүрә Зәйнулла ҡыҙы. Уның өйрәтеүенсә, тула баҫыу өсөн һарыҡтың көҙгө йөнөн ян ярҙамында иләп, уны сиратып, балаҫ һуғыу станогында иңен 25-30 см яҫылыҡта һуғырға кәрәк, оҙонлоғо күпме булһа ла ярай. Шуны ҡайнап торған һыуға биш минутҡа һалып алып, кейеҙ кеүек таяҡҡа урап тигеҙләп баҫырға кәрәк. Оҫтабикә әйтеүенсә, ҡара тирең сыҡҡансы баҫһаң, туланы бесеп кейем теккәндә ул һүтелмәй ҙә, тарҡалмай ҙа. Баҫып бөткәс, туланы тигеҙ итеп элеп, осона ауырлыҡ һалып киптерергә. Кипкән туланы элеүле торған көйө йөнө ҡалҡһын өсөн туҡмарға кәрәк. Әҙерлеге еткән тула туҡыманан йылы ла, тәнде тын алдырырлыҡ та, эшкә кейерлек кейеҙ кеүек туҙмаҫ кейем-һалым тегеп алырға ғына ҡала.
Халыҡ күңелендә йыр-таҡмаҡтарҙа ғына һаҡланып ҡалған тула баҫыу шөғөлөн ҡарап, ата-бабаларыбыҙҙың ни тиклем егәрле, дәртле булыуын аңлайһың. Бер сәкмәнде тегеү өсөн генә лә ҡатындарҙың әллә күпме күҙ нурын һалып, ҡул көсөн түгеп, шул тиклем ҡатмарлы эште башҡарып ултырыуы талап ителгән. Ә шулай ҙа уйынлы-ысынлы таҡмаҡ һүҙҙәрендә эштең ҡыйынлығы тураһында бер һүҙ әйтелмәй, зарланыу ҙа юҡ: "Тула, тула, тула, тула, Туланан сәкмән була, Өҫтөң бөтөн, тамағың туҡ, Әйҙә тула ла тула", - тип, йырлана ул. Шөкөр, тигән көнө булған шул ата-бабаларыбыҙҙың. Ана шул башҡорттарҙы борон-борондан үҙҙәре йәшәгән ерҙең тәбиғәтенә, ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарына, Хоҙай биргән башҡа төр етешлектәргә һаҡсыл ҡарашлы иткәндер ҙә. Бөгөн беҙ йолаларыбыҙ менән бергә ошо сифатыбыҙҙы ла юғалттыҡ кеүек. Әммә ил йолаһыҙ булмай, халыҡ хәтерһеҙ булырға тейеш түгел. Ағинәйҙәрҙең тырышлығы, матур башланғысы киләсәктә үҙ һөҙөмтәләрен бирер, моғайын.

Аҡыл төбө - тәжрибә

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева кәңәш ҡорон асып, ағинәйҙәр хәрәкәте бурыстарына бер аҙ байҡау яһаны: "Ауылдарға ябырылған заман касафаттары бихисап булып китте. Улар сылбырҙай теҙелеп, бер-бер артлы кире һөҙөмтәләр теҙмәһен хасил итә тора: эшһеҙлек арҡаһында йәштәрҙең - ҡалаларға, хеҙмәт йәшендәге ир-егеттәрҙең Себер тарафтарына юлланыуы тыуым кәмеүгә, шунан мәктәптәр ябылыуға булышлыҡ итә, битарафлыҡ, нәҫ баҫа, рухи көрсөк алҡымдан алып бара. Ошондай сәбәптәр бөлдөрә бөгөн ауылдарыбыҙҙы. Кем ҡотҡарыр? Әлбиттә, ошо ауылда йәшәгәндәр үҙҙәре генә эшләй ала быны. Шуға ла Бөтөн донъя башҡорттары ошондай бурыс ҡуя ла инде: территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары ойоштороп, ауылда хужа булырға! Ә бындай үҙидаралыҡты ойоштороу иң тәүҙә ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар иңендә. Улар донъяларыбыҙҙың алға бармауын нығыраҡ тоя, уны төҙәтер өсөн ең һыҙғанырға, ни ҙә булһа эшләргә әҙер тора, тип уйланылды. Хәҙер Рәсәй Президенты ауыҙынан да гражданлыҡ йәмғиәте, гражданлыҡ институы тигән һүҙ бик йыш яңғырай бит. Ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ҡорҙары, урындарҙағы башҡорттар ҡоролтайҙары - шул уҡ гражданлыҡ йәмғиәте бит инде ул. Был ойошмалар башҡа йәмәғәт ойошмалары кеүек, кәрәк саҡта ғына йыйылып, ниндәйҙер бер сара үткәреп алыу өсөн тәғәйенләнмәгән. Был ойошмалар - асылда йәмғиәт ул. Был ошо ерҙә үҙен хужа итеп тойған, бер нәмәгә лә битараф булмаған халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше. Бына шул хужа булыу тойғоһон уятыу эшенә егелгән дә инде беҙҙең "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы".
Ошо йүнәлештә әүҙем эшләүсе Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Учалы, Йылайыр, Хәйбулла райондары, Сибай ҡалаһы ағинәйҙәр хәрәкәтен билдәләп үтте Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы һәм уларҙы ошо ҡорҙа үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашырға саҡырҙы. Иң тәүҙә Әбйәлил ағинәйҙәре телмәр тотто. "Баш ағинәй итеп тәғәйенләнгәс тә райондағы бөтөн ауыл биләмәләрен йөрөп сығып, урындарҙа ағинәйҙәр ойошмаһында эшләрлек ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашып, һөйләшеп сыҡтым. Бөгөн беҙ бөтә йәмәғәт ойошмалары кеүек, үҙебеҙҙең план, рәсми эш ҡағыҙҙарына таянып, башҡарған эштәр буйынса отчеттар яҙып барабыҙ. Төп бурысыбыҙ - йәштәрҙе тәрбиәләү. Шуға күрә, балалар баҡсаһына, мәктәптәргә барып, тәрбиәүи лекциялар һөйләйбеҙ, балалар өсөн төрлө саралар үткәреп торабыҙ. Донъя афәтенә әйләнгән эскелектән ауылдаштарҙы арындырыу буйынса ла ағинәйҙәр әүҙем эшләй", - тип һөйләп китте Әбйәлил районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Роза Таһирова. Билдәләнеүенсә, Әбйәлил ағинәйҙәре ауылдарҙағы бихисап проблемаларҙың һәр береһенә иғтибар биреп, эштәрҙе үҙ-ара бүлеп алып башҡара. Ауылда эшһеҙлектән ялҡып, тормош һынауҙарын күтәрә алмай, хәмер ҡолона әүерелеп киткән ғаиләләр менән өс төрлө эш алып баралар: эскән ғаилә, эскән ҡатын, эскән ир - һәр кемгә индивидуаль ҡараш. Ағинәйҙәрҙең күҙ уңынан бер генә мәсьәлә лә ситтә ятып ҡалмай, хатта мөхәббәт эшендә лә улар кәңәш-төңәш итә. Оло йәшкә тиклем өйләнмәй, буйҙаҡ йөрөгән ир-егеттәрҙе башлы-күҙле итеүҙе лә үҙ ҡулдарына алғандар. Ошо ярты йыл эсендә бер Таштимер ауыл биләмәһендә генә өс буйҙаҡҡа хәләл ефет табып бирергә өлгөргән улар. Амангилде ауылы ағинәйҙәре эшен халыҡ күңеленә иман нуры сәсеүҙән, ауылдаштарҙы мәсеткә йыйыуҙан башлаған.
Әбйәлилдең ҡайһы ауыл биләмәһенән генә килмәһен, бөтөн ағинәйҙәр ҙә ауыл хакимиәте етәкселәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырып, урында үҙҙәренең йыйылыштарын үткәрергә бүлмәләр һорап, "штаб-квартира" эшләп алыуҙары тураһында һөйләне. Хатта Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһы ябылғас, уҡыу йортоноң ҙур бинаһын да ағинәйҙәр үҙҙәренеке иткән; үҙ көстәре менән уны йүнәтеп, матурлап, бөгөн төрлө сараларҙы ошонда үткәрәләр.
Байым ауылы биләмәһенең баш ағинәйе Мәүлидә Сөнәғәтова әйтеүенсә, йәштәргә өгөт-нәсихәт һөйләп кенә тура юлға баҫтырыуы икеле, шуға улар эшһеҙ йөрөгәндәрҙе эшкә урынлаштырып, контролдә тота икән. Сәләмәт тормош, милли матбуғатҡа яҙылыу, ауылдарҙа төрлө өмәләр, мәҙәни саралар үткәреү, урындағы халыҡтың социаль проблемаларын хәл итеү һәм башҡа бихисап эштәргә йән-фарман сабып йөрөгән ағинәйҙәр урындағы социаль проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеүҙе төп бурыстары итеп күреүҙәрен, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуҙарын, үҙҙәре өсөн бер нәмә лә талап итмәүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Йыйынға килгән Баймаҡ ағинәйҙәре лә үҙ тәжрибәләре тураһында ихлас һөйләне. Тәжрибә уртаҡлашыуҙан тыш, сарала ҡатнашыусы Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваға үҙ тәҡдимдәрен дә еткерҙе улар: "Бөгөн илебеҙҙе ялмап алған ҙур афәт - эскелек. Шуға күрә, һуңғы йылдарҙа айнытҡыстарҙың, ЛТП-ларҙың ябылыуы ҙур проблема тыуҙырҙы. Эшләмәй, эсеп йөрөгәндәрҙе элекке замандарҙағы кеүек мәжбүри рәүештә ЛТП-ларҙа дауаларға кәрәк". Шулай уҡ Баймаҡ ағинәйҙәре арҡа терәр кешеләре, таяныстары, кәңәшселәре - ир-егеттәрһеҙ тулап, тәртә емереп булмай икәнен аңғартып, һәр башланғыстарын күтәрмәләп торған көслө заттарға рәхмәт һүҙе әйтергә лә онотманылар.
"Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының эштәре тураһында һүҙ барғанда, Белорет районының Шығай, Үткәл, Хөсәйен ауылы ҡатын-ҡыҙҙарын телгә алмай булмай. "Ислам диненең традицион йүнәлешенән ситләшеп, экстремистик идеяларға бирелеп китеүҙән йәштәрҙе лә, ололарҙы ла иҫкәртеү буйынса бик күп саралар үткәрәбеҙ. Халҡыбыҙҙың ил-йортона, тыуған тәбиғәтенә битараф ҡарашын иҫкә алып, "Кеше өсөн түгел, үҙебеҙ өсөн йәшәйек!" тигән лозунг аҫтында тирә-яҡты һаҡлау буйынса эш башланыҡ, кесе йәштән балаларҙа тыуған төйәгенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү тәү маҡсат итеп ҡуйылды. Мәктәптәрҙә класс сәғәттәренә ағинәйҙәрҙе саҡыралар, төрлө экологик өмәләр ойошторабыҙ. Тағы ла тарихи шәхестәрҙе, арҙаҡлы кешеләрҙе барлау, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау йүнәлешендә лә эшләйбеҙ. Яҡлаусыһыҙ ҡалған һуғыш һәм тыл ветерандарына, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтәбеҙ, халыҡ ижадын йыйыу, боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙеү буйынса дәүләт структуралары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ", - тип, үҙ эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты улар.
Сибай ҡалаһы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Асия Ғәйнуллина фекеренсә, был ойошма бары тик халыҡ араһында абруй ҡаҙанған, үҙе өлгө күрһәтерлек ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына төҙөлөргә тейеш. Шулай уҡ уларҙың ағинәйҙәр эргәһендә "Һылыуҡай" студияһы ойоштороп, йәш быуындың һәр саҡ йәнәшәләрендә булыуына өлгәшеүе тураһындағы тәжрибәһе лә иғтибарға лайыҡ.
Ике сәғәттән ашыу барған фекер алышыу ваҡытында зал тулы сағыу-сағыу башҡорт милли кейемендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы ситтән күҙәтеп, тарихи китаптарҙа уҡыған бер осорға барып эләккәндәй булып, онотолоп, ауыҙ асып тыңлап торғанда, ҡапыл иҫкә бер мәҡәл килеп төштө: ҡырҡ йыл ямғыр яуһа ла, шыма ташҡа һыу үтмәй, тиҙәр бит әле. Киләсәктә "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ниндәй генә шарттарҙа ла халҡыбыҙҙы "ел-ямғырҙан" һаҡлап торор ҡалҡан булып формалашып етер, тигән өмөт бар.

Ағинәйҙәрҙе ситтән ҡарап

"Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының республика кимәлендә үткәрелгән йыйынында мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Улар ағинәйҙәр хәрәкәтенең эше менән яҡынданыраҡ танышыу, уның асылына төшөнөү ниәте менән килгәйне бында. Сара тамамланғас та фекерҙәрен ишетеү ниәтендә уларға мөрәжәғәт иттек.
Сәлиә Мырҙабаева, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты: Минең өсөн иң ҡыуаныслыһы - дәүләт кимәлендә хәл ителергә тейеш төрлө мәсьәләләргә ҡарата халҡыбыҙҙың битараф ҡалмауын күреү. Йәмәғәт ойошмаһы булдырып, үҙҙәренең энтузиазмы менән етди социаль мәсьәләләр буйынса ла, башҡорт халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалыу, үҫтереү буйынса ла дәртләнеп эшләп йөрөгән был ағинәйҙәргә мин һоҡланып бөтә алмайым. Уларға хәҙер башҡа йүнәлештәрҙә лә бергәләп эшләргә кәрәк, сөнки 5 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан "РФ ғаилә сәйәсәте концепцияһы" тигән ҙур күләмле документ ҡабул ителде, уға ярашлы беҙ ғаиләгә ҡағылышлы закондарҙы яңыртасаҡбыҙ, был өлкәләге проблемаларҙы хәл итеүгә иғтибар артасаҡ, финанслау талап иткән төрлө программаларға аҡса бүленәсәк. Депутат булараҡ, бөгөн шуны әйтә алам: үҫеше буйынса алға киткән бүтән илдәр тәжрибәһенән сығып, бөгөн беҙҙең илдең власть органдары ла ошо "Ағинәй" кеүек йәмәғәт ойошмаларына матди яҡтан ярҙам күрһәтеп һәм уңайлы шарттар тыуҙырып, йәмғиәттең төрлө проблемаларын хәл итеүгә ылыҡтырырға, уларҙы төп таянысы һәм ярҙамсыһы итеп алырға тейеш. Шул саҡта хөкүмәт алдында ниндәй генә атҡарып сыҡҡыһыҙ бурыс торғанда ла, ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеүе ауыр булмаясаҡ. Әлегә был ойошмалар төрлө өлкәләр өсөн бүленгән гранттарға дәғүә итә, конкурстарҙа ҡатнашып, матди мөмкинлектәрен яҡшырта ала.
Гүзәл Ситдиҡова, яҙыусы: Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙың әүҙемлеген, рух ныҡлығын, ихтыяр көсөн, милләтте һаҡларға тырышыуын, киләсәк быуынды ҡурсып тороуын күрҙем бөгөн. Ысынлап та, инәһе көслөнөң - иләүе көслө шул. Ағинәйҙәрҙең сығыштарын тыңлап ултырғанда, шундай күренеш иҫкә килеп төштө. Быйыл ҡыш көнө күп балалы ғаиләләрҙе Мәскәүгә саҡырып, хөкүмәт бүләктәр тапшырҙы. Тантаналы сарала Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән килеүселәр араһында Кавказдан килгән ғаиләләр ҙә бар ине. Нимәгә иғтибар иттем: Кавказдан килгән ғаиләләрҙә һүҙҙе аталары тотто, башҡа төбәктәрҙән килгәндәргә һүҙ бирелә башлағайны, хәҙер әсәләре һөйләй инде, тип уйлап та өлгөрмәнем, шулай килеп тә сыҡты. Был беҙҙең ирҙәрҙең бөтөнләй ҡаҡшап бөтөүеме, әллә яуаплылыҡты иңдәренән төшөрөүеме, әҙергә-бәҙерлек тураһында һөйләйме? Бөгөнгө ағинәйҙәр ҡоронда ла, ирҙәрҙе күтәрәйек, тигән һүҙ булды. Ирҙәрҙе күтәрергә кәрәкмәй, улар үҙҙәре күтәрелергә, бөтөн ауырлыҡтарҙы, һынауҙарҙы иңдәренә һалырға тейеш, беҙ улар иңенә һыйынып, үҙебеҙҙе яҡлаулы итеп тойорлоҡ булһын өсөн. Һаманға тиклем ҡатын-ҡыҙҙар нимәлер эшләүен көтөп ятҡансы, бар яуаплылыҡты аңлап, үҙҙәре халыҡты саҡырып йөрөргә, ҡыйыу булырға бурыслы бит улар. Арҡа терәрлек таянысты, көстө ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттә эҙләргә тейеш, ә киреһенсә түгел.
Зөһрә Фәйзуллина, шағирә, композитор: Ағинәйҙәрҙең ойошоп, төрлө эштәр башҡарып йөрөүе ниндәйҙер кимәлдә ауылдарҙағы мәҙәни усаҡтарҙың, клубтарҙың, китапханаларҙың эшен күтәреп алған кеүек күреп, ҡыуанып ултырам бөгөн. Бәлки, улар халыҡтың тотоноп ҡалыр һуңғы һаламылыр. Моғайын, ағинәйҙәрҙең эш һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәҫ, ауылда бер аҙ үҙгәрештәр булыр, тип уйлайым. Сөнки был төптән күреп, киләсәкте ҡайғыртып эш иткән ойошмаға оҡшаған. Ағинәйҙәргә ҡарап, беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙың шундай аҡыллы, шәп кешеләр булыуына тағы бер ҡат инандым. Донъяларында әллә күпме эштәре тулып ятһа ла, маҡсат ҡуйһалар, шуға барыбер өлгәшә торған зат улар. Донъя тотҡаһын улар тотоп тора.

Шулай итеп...
"Быға тиклем ағинәйҙәр хәрәкәтенең йәмғиәтебеҙ өсөн ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуына төшөнөп етмәй инем, - тине ҡорҙағы һөйләшеүҙе йомғаҡлап Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты Румил Аҙнабаев. - Бөгөнгө ҡорҙа ҡатнашып, ағинәйҙәрҙең эшенән дә мөһимерәк эш булмауын аңланым. Уларҙың үҙ-ара ихлас тәжрибә уртаҡлашыуын, ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә ни тиклем мөһим эштәр башҡарып өлгөрөүен күреп, һоҡланып ултырҙым. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ил халҡына Мөрәжәғәтнамәһендә нәҡ ошондай йәмәғәт ойошмалары булдырырға, улар башҡарған эштәр үтәлергә тейеш, тигән фекер беренсе урында тора. Минең өсөн ағинәйҙәрҙең төп бурысы - киләсәк быуынды рухлы, илһөйәр итеп тәрбиәләү. Ҡыҙҙарыбыҙҙы ысын ҡатын-ҡыҙ, малайҙарыбыҙҙы ысын ир-егет итеп үҫтереү ҙә мөһим бурыс. Ир балаларҙы әсәһенең итәгенә йәбештереп йөрөтмәйек, юғиһә ул бер ваҡытта ла ышаныслы, һүҙен һүҙ итерлек уҙаман булып буй етмәйәсәк. Башҡорт балаһы тәпәй баҫҡандан алып атҡа атланған, ҡолап төшкәндә лә иламаған, үҙ аллы булған. Шуға ла халҡыбыҙ бөгөнгәсә үҙен айырым милләт итеп һаҡлап ҡалған, рухиәтен юғалтмаған, ата-бабаларҙан ҡалған йолаларын онотмаған. Ағинәйҙәр ҙә милләтебеҙҙең киләсәге булған балаларыбыҙҙы һынмаҫ рухлы, тамырлы итеп үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүлер, тип ышанам."

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.14 | Ҡаралған: 1827

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru