«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР АЛДАҠ ТАРИХЫ
+  - 

Тарихыбыҙҙы беләбеҙме? Хәҡиҡәтте кемдер үҙенең мәнфәғәттәрендә үҙгәртеүен һәр саҡ күҙ уңында тотабыҙмы? Бөгөн илебеҙҙә йөҙҙәрсә мең кешенең яҙмышын ҡыйратҡан һәм әле лә ошо эшен дауам иткән, халҡыбыҙҙы үлемгә этәргән "йәшел йылан" алдағын фашларға көсөбөҙ етәсәкме? "Беҙ быны булдыра аласаҡбыҙ!" ти бөгөн ошо "йәшел йылан" афәтенә ҡаршы көрәшеүсе "Айыҡ Башҡортостан" төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары. Тап улар "Айыҡ ауыл - 2014" республика конкурсында ҡатнашыусы ауылдар вәкилдәре йыйылған семинарҙа күрһәтте ошо "Бер алдаҡ тарихы" тигән документаль фильмды. Ә беҙ ул фильмдың йөкмәткеһен аҡ ҡағыҙ битенә күсерҙек.

Һыуҙың араҡыға әйләнгәне

Тарихтан күренеүенсә, рустарға эскелек хас түгел. "Рус араҡыһы"н бөтөнләй рустар уйлап сығармаған. Борондан Рәсәйҙә "водка" тип шифалы үләндәрҙең һыуҙағы төнәтмәһен атағандар. Тап һыу (вода) һүҙенән "водка" атамаһы таралған. Сит ил сауҙагәрҙәре йөҙөм спиртын һатыу өсөн ошо атаманы файҙаланған. XVI быуатта Генуя сауҙагәрҙәре беренсе тапҡыр Рәсәйгә йөҙөм спирты килтерә. Рустарҙың, сит ерҙән килгән эсемлекте ҡулланыу мөмкин түгел, тигәненә уларҙың аптырауының сиге булмай. Әммә сауҙагәрҙәр айыҡ илдә үҙ тауарын нисек тә һатыу өсөн уны, шифалы төнәтмә, тип тәҡдим итә башлайҙар. Ул саҡта Рәсәйҙә, Европанан айырмалы, айыҡ тормош рәүеше алып баралар, ҡатылығы 2-3 проценттан артмаған бал йәки кеүәҫ кенә ҡулланалар, уларҙы ла бик һирәк эсәләр. Ул ваҡыттағы Рәсәй хаҡында сәйәхәтсе Самуэль Маскевич бына нимә ти: "Москвитяндар бөйөк айыҡлыҡҡа эйә һәм быны вельможаларҙан да, халыҡтан да ҡәтғи талап итәләр. Бер ҡайҙа ла шарап та, һыра ла һатып алыу мөмкин түгел. Ҡайһы берәүҙәр шарап мискәһен мейескә оҫта итеп йәшереп маташа, әммә ғәйеплеләрҙе тиҙ табалар. Иҫеректе шунда уҡ махсус улар өсөн эшләнгән "бал төрмәһе"нә ("бражная тюрьма") ябалар; бары тик бер-нисә көндән, кемдеңдер юлламаһы буйынса ғына азат итәләр. Икенсе тапҡыр эсеп тотолоусыларҙы төрмәгә оҙаҡҡа бикләйҙәр, һуңынан урам буйлап йөрөтөп, эскелек ерәнеү тойғоһо тыуҙырғанғаса ҡамсы менән һуҡтыралар".
XVIII быуат башына тиклем ябай халыҡҡа алкоголде ҡалала берәү генә булған ҡабаҡтарҙа һаталар. Халыҡ араһында эскелек оят тип һанала. XVIII быуаттан башлап яйлап ҡына эскелек урындары арта бара һәм XIX быуат уртаһына йән башына алкоголь ҡулланыу күләме 4 литрға етә. Алкоголь ил өсөн хәүеф тыуҙыра. Халыҡты эсереүгә ҡаршы сығыштар фетнәгә әүерелә. 1858 йылда Рәсәйҙең 32 губернаһында алкоголгә ҡаршы сығыштар башланып, уларҙа ҡатнашыусылар эскелек ойошторған урындарҙы ҡыйрата. Ауыл һәм ҡала халҡы, эсмәҫкә, тип ант итә һәм эске сауҙаһын ябыуҙы даулай. Быға яуап рәүешендә сауҙагәрҙәр алкоголгә хаҡты төшөрә, хатта бушлай араҡы тарата башлай. Әммә сыуалыштар йышая. Хөкүмәт баш күтәреүселәрҙе баҫтырырға ғәскәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен ебәрергә мәжбүр була. Һөҙөмтәлә 11 меңдән ашыу крәҫтиән төрмәгә ябыла.

Айыҡлыҡ хәрәкәте

Александр Икенсе спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләргә ҡарар итә. Һөҙөмтәлә алкоголь ҡулланыу йылына йән башына ике литрға тиклем кәмей. Рәсәйҙе 1885 йылда айыҡлыҡ хәрәкәтенең яңы тулҡыны ҡаплап ала. Беренсе айыҡлыҡ йәмғиәттәре төҙөлә. Уларҙың иң билдәлеһен бөйөк рус яҙыусыһы, айыҡлыҡҡа инаныусы Лев Николаевич Толстой етәкләй. Илдә спиртлы эсемлектәр ҡулланыу тураһында ул бына нимә тип яҙа: "Йоғошло сир кешеләрҙе үҙенә көндән-көн күберәк йәлеп итә: хәҙер инде ҡатын-ҡыҙҙар, йәш ҡыҙҙар, балалар эсә. Байҙарға ла, ярлыларға ла иҫерек йәки ҡыҙмаса булмайынса, күңел күтәрелмәгәндәй, үҙеңдең ҡайғыңды йәки ҡыуанысыңды аҡылыңды юйып, кеше сифаттарын юғалтып, хайуан дәрәжәһенә төшөп кенә бөтөрөп булғандай тойола..."
Шуныһы ҡыҙыҡ: ошондай хәлдәр күҙәтелеүгә ҡарамаҫтан, Рәсәй Европа илдәре араһында иң айығы булып ҡала. XIX быуат һуңында ғалимдар миҫал өсөн Европаның һәм АҠШ-тың иң ҙур илдәрен алып, йән башына тура килгән алкоголь күләме буйынса сағыштырыу үткәрә. Рәсәй, Францияны, Англияны, Германияны, АҠШ-ты һ.б. күпкә алға үткәреп, иң һуңғы урынды ала. 18 йәшкә тиклемге йәштәрҙең - 95, ҡатын-ҡыҙҙарҙың - 90 һәм ир-егеттәрҙең 47 проценты бөтөнләй алкоголь ҡулланмай, йәғни абсолют айыҡ була.

"Иҫерек" бюджет

Яйлап алкоголләштереү күтәрелә бара. 1913 йылға йән башына тура килгән алкоголь күләме 5 литрға етә. Матбуғатта һәм Дәүләт Думаһында бюджетты асыҡтан-асыҡ "иҫерек" тип атайҙар, ә власты халыҡты маҡсатлы рәүештә эсереүҙә ғәйепләйҙәр. Эскелек милләт сәләмәтлегенә хәүеф менән янай башлай. Был осорҙа илдә тағы ла спиртлы эсемлектәрҙе һатыуға ҡәтғи сикләү индереүҙе талап иткән алкоголгә ҡаршы хәрәкәт киң ҡолас ала. Ил буйынса айыҡлыҡ йәмғиәттәре барлыҡҡа килә. Уларға шул ваҡыттың арҙаҡлы кешеләре: академиктар Павлов, Бехтерев, ғилми һәм ижади зыялылар вәкилдәре, крәҫтиәндәр һәм эшселәр инә. Әммә был хәрәкәттәргә ҡеүәтле көстәр ҡаршы сыға. 1911 йылда уҡ эре сәнәғәтсе барон Гинзбург асыҡтан-асыҡ: "Алкоголь һатыуҙан һәм ҡаҙнаның шарап кибеттәренән, спирт етештереү сәнәғәтенән мин үҙемдең алтын приискыларымдың барыһынан бергә алған тиклем килем алам. Шуға күрә эсемлектәрҙе ҡаҙна һатыуын нисек булһа ла һаҡларға һәм йәмәғәтселек фекере алдында аҡларға кәрәк", - тип белдерә.
Шарап эшләүселәр хатта, алкоголь ҡулланыу, көнөнә бер стакан, йәғни 250 грамм араҡы эсеү зыянлы түгел, тип раҫларға тейеш булған тикшеренеүҙәр өсөн күп аҡса бүлеп, уны фәнни нигеҙләп ҡуйырға тырыша. Әммә ошо юл менән тикшеренеүҙәргә етди ғалимдарҙы йәлеп итеү уңышһыҙлыҡҡа дусар була. Академик Иван Павловҡа шундай тәҡдим килгәс, ул уға асыҡ хат менән яуап бирә: "Үҙ алдына алкоголь ҡулланыуҙың зыяны юҡлығын раҫлауҙы мәжбүри маҡсат итеп ҡуйыусы институттың "ғилми" тип аталырға хаҡы юҡ... Шуға күрә, кемгә дәүләт средстволары, халыҡ сәләмәтлеге, рус фәненең дәрәжәһе ҡәҙерле, улар ошо атамалы институттарға ҡаршы үҙ һүҙен әйтергә тейеш..."

Николай Икенсенең "ҡоро" законы

Һөҙөмтәлә, Николай Икенсенең указы буйынса, 1914 йылда урындағы властар спиртлы эсемлектәрҙе етештереү һәм һатыуҙы тыйыу хоҡуғына эйә була. "Мин Рәсәйҙә мәңгелеккә дәүләт араҡыһын һатыуҙы көнэлгәре хәл итәм", - ти ул. Ошо указдан һуң йән башына ҡулланыу нулгә төшә - 0,2 литр булып ҡала. Ил өсөн был көтөлмәгән һөҙөмтә була. Бер йыл эсендә күҙәтелгән үҙгәрештәр хаҡында рус табибы Веденский былай тип яҙа: "Петроградта августа енәйәтселек - 20, Мәскәүҙә - 47, Тулала - 75, Костромала хатта 95 процентҡа кәмене. Үлтереш, имгәтеү кеүек енәйәтселек 60 процент самаһына ҡыҫҡарҙы. Сәнәғәттең барлыҡ тармаҡтарында, эреләрендә лә, бәләкәйҙәрендә лә, хеҙмәт етештереүсәнлеге 30 проценттан 60 процентҡаса күтәрелде".
1917 йылғы Октябрь инҡилабынан һуң "ҡоро" закон оҙайтыла. Әммә ялҡынлы революционер, Троцкий айыҡ кешенең донъя революцияһын яһамаясағын, ә ғаиләһе менән булышасағын, донъяһын рәтләүен яҡшы аңлай. Ғәмәлдә шулай була ла. Халыҡ яңы иҡтисади сәйәсәтте ҡыуанып ҡаршы ала һәм хужалыҡ менән шөғөләнә башлай. Шуға күрә, Лениндың үлеменән һуң, троцкистар ныҡышмалы рәүештә ҡоро законды бөтөрөргә тырыша башлай. 1925 йылдың 5 октябрендә Рыков шарап-араҡы һатыуҙы тергеҙеү тураһында указға ҡул ҡуя. Һәм һуғышҡа тиклем араҡы "Рыковка" тип аталып йөрөтөлә.

Эскән кешенең аҡылы юйыла

Алкоголь ҡанға эләгеп, эритроциттарҙың - ҡыҙыл ҡан күҙәнәктәренең өҫтөн майһыҙландыра һәм улар тамырҙар буйлап берәмләп түгел, ә уҡмашып аға. Иң нескә тамырҙар - капиллярҙар баш мейеһенең күҙәнәктәрен - нейрондарҙы туҡландыра. Ә уҡмашҡан эритроциттар баш мейеһенең айырым тамырҙарына килеп еткәс, тамырҙар тығыла һәм ҡан артабан аҡмай, туҡтап ҡала. Кислород асығыуы кисергән мейе күҙәнәктәре үлә башлай. Кешенең иҫереү торошо тап ошо мейенең айырым микроучасткаларының үлеүен раҫлай ҙа инде. Мейе күҙәнәктәре хатта ҡыҙмаса ғына булғанда ла үлә. Мәҫәлән, ике шешә һыра эскәндә 6,5 мең самаһы нейрон һәләк була һәм уларҙы ҡабат тергеҙеү мөмкин түгел. Шуға күрә, кешенең аҡылын юйҙыртыуҙа алкоголь - ҡеүәтле ҡорал. Санкт-Петербург Психо-невралгия институтына нигеҙ һалыусы бөйөк рус медигы, физиолог Владимир Михайлович Бехтерев: "Хатта аҙ күләмдәге алкоголдең дә аҡыл һәләтен кәметеүе раҫланған", - ти. Һуғыш алды йылдарында алкоголь ҡулланыу күләме йән башына ике литрға етә. Ә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул ҡабаттан бер литрҙан да кәмерәк була. Рәсәйҙәге ҡоро закондың тиҫтә йылы киләһе быуындар өсөн үҙенең бөйөк эшен башҡарып өлгөрә. Һуғыш йылдарында совет һалдаттары көс еткеһеҙ ауырлыҡтарҙы һәм күтәрә алмаҫ юғалтыуҙарҙы кисерә һәм дошмандарына ҡарағанда сәләмәтерәк, ныҡлыраҡ була. Совет һалдаттарын "фронтовой 100 грамм" менән ҡандарын ҡыҙҙырып һөжүмгә күтәреү тураһындағы миф халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығын һәм фиҙаҡәрлеген түбәнәйтеп күрһәтеү өсөн сит илдә уйлап сығарыла. Һуғышта айыҡ Рәсәйҙә тыуған сәләмәт быуын еңеү яуланы. Был хаҡта Советтар Союзы Геройы, армия генералы Николай Григорьевич Лященко бына нимә тип яҙа: "Илһамланған шағирҙар ошо һатлыҡ 100 грамды "хәрби" тип яҙҙы. Бынан да ҙурыраҡ мыҫҡыл итеүҙең булыуы ла мөмкин түгел. Сөнки араҡы Ҡыҙыл Армияның хәрби һәләтен ғәмәлдә кәметә ине".
50-се йылдарҙа Рәсәй элекке кеүек үк Европаның иң айыҡ илдәренең береһе булып ҡала. Йән башына иҫәпләгәндә Совет кешеһе саф спиртты инглизгә ҡарағанда - өс, американға ҡарағанда - ете, французға ҡарағанда 10 тапҡырға кәмерәк эсә.

Эскелек нисек барлыҡҡа килгән?

1964 йылда КПСС Үҙәк Комитетының генераль секретары вазифаһына Леонид Ильич Брежнев ултыра. Ул үҙе менән Ҡаҙағстанда һынау үткән бюджетты алкоголь һатыуҙан килгән "иҫерек" аҡсалар менән тултырыу ысулын да алып килә. Алкоголь етештереү планлы рәүештә үҫешә. Яңы шарап-араҡы заводтары төҙөлә. Илдә араҡы етештереү күләме 700 процентҡа арта. "Беҙ иҡтисади ҡеүәтте ике таҡырға арттырҙыҡ", - тип маҡтана Л. И. Брежнев.
Илдә алкоголде аҙлап ҡулланыу, икенсе төрлө әйткәндә, мәҙәни эсеү концепцияһын пропагандалау киң ҡолас ала. Кешеләрҙе, был яҡшы, тип инандырып, спиртлы эсемлектәрҙе эсергә мәжбүр итергә кәрәк була. Яйға һалынған совет пропагандаһы кинофильмдарҙы алкоголь ҡулланған күренештәр менән тултыра, граждандарҙың башына яңы тәртип образы һеңдерә башлай. Бөтөн ил буйынса махсус әҙерләнгән лекторҙар нисек итеп спиртлы эсемлектәрҙе мәҙәни ҡулланыу тураһында мәғрифәтселек эше алып бара, йәғни ялған һайлау алдына ҡуя. Ялған һайлау - кеше менән идара итеүҙең психологияла яҡшы билдәле бер ысулы. Мәҫәлән, һеҙгә балағыҙҙың өйҙө йәки фатирҙы йыйыштырыуы кәрәк. Уның алдына йыйыштырыу йәки баш тартыу һайлауын ҡуймайһығыҙ. Ә ялған һайлау тәҡдим итәһегеҙ: туҙанды һөртөргә йәки һурҙырырға, сүп-сарҙы сығарып түгергә йәки иҙән йыуырға. Уға өй таҙалауҙан баш тартыу вариантын бөтөнләй тәҡдим итмәйһегеҙ. Алкоголь менән дә шул уҡ хәл. Система түбәндәгесә ҡорола: беҙгә бала саҡтан уҡ алкоголде өлкәндәргә ҡулланырға ярай, тип һеңдерәләр. Һәм баланың күҙ алдында алкоголь ҡулланыу бары тик өлкәндәргә генә мөмкин булған өҫтөнлөк булып тора. Ә бала үҫеп еткәс, уға йә эскесе һәм алкоголик, йәиһә аҙлап мәҙәни эсеүсе булырға тәҡдим ителә. Беҙҙең өсөн кемдер хәл иткән дә инде. Барыһы ла аҙлап мәҙәни эсеүсе булырға теләй. Шул уҡ ваҡытта өсөнсө вариант та бар - тәбиғи айыҡлыҡ. Мәҙәни эсеүҙе аңға һеңдереү һөҙөмтәһендә 1980 йылға йән башына алкоголь ҡулланыу күләме 11 литрға етә. Йәғни бәләкәй балаларҙы ла индереп, һәр совет кешеһенә йылына 55 шешә араҡы тура килә. Дәүләттең бюджетына килем инә. Бер шешә араҡы етештереү 15-20 тин булһа, ул 3 һум 62 тингә һатыла. 80-се йылдар башында алкоголь һатыуҙан бюджетҡа йылына 56 миллиард һум аҡса керә.
Әммә килем артынан ҡыуып, иҫерек енәйәтселектең, үлемдең һәм сирҙәрҙең, алкоголик ата-әсәләрҙән тартып алынған балалар һаны артыуын, хеҙмәт етештереүсәнлегенең түбәнәйеүен күрмәйҙәр. Иҡтисадсылар иҫәпләүенсә, алкоголләштереү эҙемтәләренең тура һәм ситләтелгән сығымдары килемде кәм тигәндә өс тапҡырға арттыра. Бюджетҡа бер һум инһә, өс һум юғалтыла. 80-се йылдарға һәр бишенсе совет гражданы йә эскесегә әйләнә, йә алкаш була. Яҡынса үлтерештәрҙең - 65, урлашыуҙарҙың, талауҙарҙың - 75, юл ваҡиғаларының 40 проценты эскән килеш яһала. Шунда уҡ барлыҡ балаларҙың 3,5 процентының аҡыл һәм физик үҫешендә - ауыр, 13 процентының аҡыл кимәле тотҡарланыуында уртаса тайпылыштар булыуы асыҡлана. Йәғни һәр алтынсы бала нормаль түгел. Аныҡ һандар сер итеп тотола һәм дәүләт сере булып тора. СССР-ҙың төрлө төбәктәрендә аҡыл йәһәтенән тайпылышы булған балалар өсөн нисә мәктәп булыуын ҡарайыҡ. Омск өлкәһендә 60-сы йылда ике шундай мәктәп булһа, 1980 йылда 19 иҫәпләнә. Донецк өлкәһендә 60-сы йылдарҙа 4 мәктәп булһа, 80-се йылда был һан 38-гә етә. Латвияла 60-сы йылдарҙа 12 мәктәп булһа, 80-се йылда - 56. Хакасия Республикаһында бер генә мәктәп булһа, туғыҙға әйләнә. Нисек кенә үкенесле булмаһын, беҙ аҡылһыҙ илгә әүерелә барабыҙ.

Спирт һәм сәләмәтлек

Спиртлы эсемлектәр буласаҡ балаларҙың сәләмәтлегенә нисек тәьҫир итә? Алкоголь, мутация барлыҡҡа килтереүсе башҡа канцерогендар кеүек үк, тәү сиратта бүленеүсе күҙәнәктәргә йоғонто яһай. Ир-ат организмында иң тиҙ бүленеүсе туҡыма - мәней эпителийы. Алкоголь, геномдарын боҙоп, сперматозоидтарҙы зарарлай. Яңы күҙәнәктәр бүленеү, булғандарын ҡабатлау аша барлыҡҡа килгәнлектән, ваҡыт үтеү менән ДНК-һы зарарланған мәней күләме арта. Ҡатын-ҡыҙ түллегендә енси күҙәнәктәрҙең һаны сикле. Түл күҙәнәге ҡыҙ тыуғанға тиклем һәм тыуғандан һуң тәүге өс йылда формалаша. Түл тышы ошо күҙәнәктәрҙе теләһә ниндәй зарарлы йоғонтонан һаҡлай, әммә этил спиртынан ғына һаҡлай алмай. Этил спирты, яҡшы иретеүсе булараҡ, түл эсенә үтеп инә һәм күҙәнәктең бер өлөшөн зарарлай. Ә был күҙәнәк яңы кешегә ғүмер биреүе мөмкин. Алкоголдең һәр бокалы менән зарарланған күҙәнәктәр күләме арта. Һәм бер нисә йылдан һуң тап ошо Яңы йылда эскән бер бокал шампан шарабынан зарарланған күҙәнәк аталаныуы мөмкин. Был бокал аҡыл һәм физик йәһәттән етди тайпылышы булған ауырыу балаға ғүмер биреүе ихтимал. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын Рәсәйҙә 100 мең самаһы бала үҫешендә аномаль тайпылыштар менән тыуа. Уларҙың яҡынса һәр бишенсеһе ғүмеренең беренсе аҙнаһында уҡ вафат була.
Борон был хаҡта яҡшы хәбәрҙар булғандар. Мәҫәлән, Рустә аҡ алкоголле сурицаны бары тик 9-ҙан да кәм булмаған балалы ир-ат ҡына эсә алған. Ҡатын-ҡыҙ бөтөнләй эсмәгән. Римда Ромул ҡануны буйынса, 35 йәшкә тиклемге ир-атҡа - шарап, ҡатын-ҡыҙға алкоголь эсеү бөтөнләй тыйылған. Боронғо Һиндостанда ла ҡатын-ҡыҙға шундай тыйыу йәшәгән. Ә ошо ҡанунды аша атлаусыларға иһә, ҡыҙған тимер менән маңлайына шешә формаһында мөһөр баҫҡандар. Был ир-ат өсөн махсус билдә булып торған - был ҡыҙҙы ҡатын итеп алырға ярамай, тоҡомоңа хәүеф янай!
Эсеү мәҙәниәте таралыу процесында алкоголгә мөнәсәбәттең нисек үҙгәреүен күҙәтеү ҙә ҡыҙыҡлы. Теләһә ниндәй алкоголь эсемлегенең нигеҙен, ҡиммәтлеме, түгелме ул, мөһим түгел, этил спирты - этанол тәшкил итә. Уның химик формулаһы С5Р5ОН. Быға беҙҙе мәктәптә уҡыталар. Әммә алкоголдең үлемесле наркотик ағыу икәнлеге тураһында бер ҡайҙа ла иҫкәртмәйҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, 1972 йылда ҡабул ителгән ГОСТ "Этил спирты - тиҙ яныусы, төҫһөҙ, үҙенсәлекле еҫле шыйыҡса, көслө тәьҫирле наркотиктарға ҡарай, тәүҙә ҡуҙғыу, һуңынан нервылар системаһының фалижына килтерә", тип билдәләй. Әммә алкоголь ҡулланыуҙы пропагандалау киң ҡолас алыуға бәйле, ГОСТ бер-нисә тапҡыр үҙгәртелеп яҙыла. 1982 йылда уға шундай үҙгәреш индерелә: "Этил спирты - тиҙ яныусы, төҫһөҙ, үҙенсәлекле еҫле шыйыҡса, көслө наркотиктарға ҡарай". Ә1993 йылда иһә: "Этил спирты, тиҙ ҡабыныусы, төҫһөҙ, үҙенсәлекле еҫле шыйыҡса". Күреүебеҙсә, 20 йыл эсендә тәүге билдәләмәнән уның "көслө наркотиктарға ҡарай, тәүҙә көслө ҡуҙғыу, һуңынан нервылар системаһының фалижына килтерә" тигән һүҙҙәр бөтөнләй алып ташлана.

Сираттағы "ҡоро" закон

1985 йылдың 17 майында илдең барлыҡ үҙәк баҫмаларында һәм телевидение, радио аша партия Үҙәк комитетының алкоголизм һәм эскелеккә ҡаршы тороу буйынса саралар тураһында ҡарары иғлан ителә. Халыҡта был закондарҙы "ҡоро" закон тип нарыҡланылар. Бер йыл үткәс, алкоголь ҡулланыу йән башына 4 литрғаса кәмей. Был шунда уҡ демографик күрһәткестәргә лә йоғонто яһай.
Суррогат ҡулланыу һәм сәмәй ҡайнатыу күләме артыуға ҡарамаҫтан, алкоголдән ағыуланып үлеү - 50, бәхетһеҙлек осраҡтары һәм көс ҡулланыу һөҙөмтәһенән үлеү 36 процентҡа, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар һаны 41 процентҡа кәмей. Алкоголгә ҡаршы ҡарар ярты миллион самаһы үлемгә кәртә ҡуя. Ошо осорҙа тыуым бығаса булмағанса арта. 85-88-се йылдарҙа илдә алдағы йылдарға ҡарағанда миллион ярымға күберәк бала тыуа. Был 40 йыллыҡ осор өсөн абсолют рекорд була.
Сит ил аналитиктары совет етәкселегенең яңы аҙымдары менән ҡыҙыҡһына башлай. Америка иҡтисадсылары Рональд Рейгандың өҫтәленә, Советтар Союзының иҡтисады ҡоралланыу артынан ҡыуыу һөҙөмтәһендә һәм нефткә хаҡтарға бәйле бик наҡыҫайған, тигән донесение һала. Хәрби аналитиктар, СССР Афғанстандан сыға алмай, тип доклад яһай. АҠШ Сәғүд Ғәрәбстанын заманса ҡоралға алмашҡа нефть сығарыу күләмен арттырырға һәм уның хаҡын төшөртөргә күндерә.
Ай эсендә, 1986 йылдың яҙына "ҡара алтын"дың хаҡы барреленә 30 долларҙан 12 долларғаса төшә. Үҙенең бюджетын нефткә юғары хаҡ күҙлегенән сығып планлаштырған СССР етди проблемаларға осрай. Илдә тауар ҡытлығы башлана. Иҡтисади үҫеш буйынса хөкүмәт ағзалары алтын запасының кәмеүе хаҡында рапорт бирә. Социологтар халыҡтың ҡәнәғәтһеҙлеге үҫеүе хаҡында белдерә. Горбачевҡа буш кәштәләр менән ҡәнәғәт булмаған халыҡты тынысландырырға һәм бюджетты өлөшләтә тултырырға тейешле тәҡдим яһала. 1988 йылда хөкүмәт ағзалары ҡабаттан бюджетты үҙ халҡын эсереү юлы менән тулыландырырға ҡарар итә. "Мин үҙемдең СССР-ҙың Президенты вазифаһында эшмәкәрлегемде туҡтатам, - тип белдереү яһай М. Горбачев. - Был ҡарарҙы принципиаль инанысым буйынса ҡабул итәм".

Мәҙәни эсеү һөҙөмтәһе...

Сит илдең махсус хеҙмәттәренең Советтар Союзын емереү буйынса планы тормошҡа аша: власҡа Ельцин килеү менән иҫерек халыҡтың танау аҫтынан мут хосусилаштырыу схемалары буйынса төп дәүләт активтары тартып алына. Дәүләттең алкоголь предприятиелары ла шәхси ҡулдарға күсә. Алкоголь яңы көс менән магазин кәштәләренә, кибеттәргә, үҙәк телевидениеға менеп ҡунаҡлай. Алкоголь ҡулланыу күренештәре менән тулы рекламалар, фильмдар, сериалдар граждандар аңына традиция һәм тормош нормаһы итеп һеңдерелә. 1996 йылда йән башына спиртлы эсемлектәр ҡулланыу рәсми статистика күрһәткестәре буйынса 16 литрға етә. Илдә урам балалары, алкоголик ата-әсәләренән ҡасып сығып киткән һәм ҡарауһыҙ балалар һаны тағы ла күбәйә. Эскегә бирелгән ата-әсәлә бала тәрбиәләү ҡайғыһы булмай.
Ир-аттың уртаса йәш кимәле 57-гә тиклем кәмей. 90 процент осраҡта улар алкоголь ҡулланыуҙан вафат була. Статистика буйынса 90-сы йылдар һуңында 7 миллион ҡатын-ҡыҙға ир-ат булмай, улар яңғыҙаҡ тормошҡа дусар ителә. Һөҙөмтәлә илдә тыуым кәмей. 90-сы йылдар башынан үлем тыуымдан артып китә. 1992 йылда үлеүселәр һаны тыуымға ҡарағанда 300 мең кешегә, 1993 йылда 700 мең кешегә күберәк була. Артабан инде был һан йылына бер миллионға етә. Рәсәйҙә алкоголь афәте ҡағылмаған бер генә ғаиләне лә табып булмай.
Бына РФ Хөкүмәтенә хат-мөрәжәғәттәрҙең береһе: "Беҙҙең илдә эскелектән башҡа барлыҡ проблемалар менән шөғөлләнәләр. Кешеләр һуғышта вафат булғанға ҡарағанда ла күберәк үлә, ғәрипләнә, балалар етем ҡала. Балалар, ололар эскән, асыулы кешеләр ҡулына ҡарап ҡалды һәм улар һуғыш ваҡытындағыға ҡарағанда ла насарыраҡ йәшәй. Төпкөл ауылдарҙың барыһында ла спиртлы эсемлектәрҙе бурысҡа бирәләр. Һатыусылар, шулай итмәгәндә, бөтөнләй килем булмауы менән аҡлана. Һатыу тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Бер табындан һуң 6-12 кеше үлә. Күршеләребеҙ ике 20 йәшлек улдарын юғалтып, ҡарт көндәрендә күҙ йәштәренә мансылып ҡалды. Ай эсендә тотош ғаиләләр юҡҡа сыға. Бер ғаилә икенсе сабыйҙарын көтә ине, уның донъяға килеренә ике аҙна ғына ваҡыт ҡалғайны. Кискеһен ир кеше эсергә аҡса һораған, ҡатыны бирмәгән. Ир ҡатынын ҡурҡытырға була ҡулына мылтыҡ алып, ҡатынының маңлайына төҙәгән дә, тәтегә баҫҡан. Ошо бөтөн күренеш ике йәшлек улдарының күҙ алдында булған.
Ҡалаларҙа, бәлки, спиртлы эсемлектәрҙе аҡсаға һәм бары тик киске сәғәт һигеҙгә тиклем генә һаталарҙыр, ә ауылда барыһы ла яҙмыш ҡосағына ташланған. Ошо тиҫтә йыл эсендә генә күпме кеше эсеп үлде, күпме бала етем ҡалды, күпме кеше ғәрипләнде. Бер генә һуғышта ла шунсама яҙмыш ҡыйралмағандыр. Ошондай хаттан - балаларҙың, әсәләрҙең, ҡарттарҙың үтенесенән һуң да бер нәмә лә үҙгәрмәҫме икән ни?
Карамова Татьяна.
Төнгөр ауылы, Алтай Республикаһы".


Айыҡлыҡ - йәшәү рәүеше

Телевизорҙан һаман да ҡош киҙеүе йәки атипик пневмонияның шикле хәүефе хаҡында һөйләүҙе дауам итәләр. Ә өҫ тиҫтә йыл дауамында көн һайын меңдәрсә кешенең ғүмерен өҙгән хәүеф хаҡында шым ҡалыуҙы хуп күрәләр. Шулай уҡ донъяның 41 илендә ҡоро закон ҡабул ителеүе, ә 80-ендә айыҡлыҡтың йәшәү рәүеше булыуын йәшереп ҡалдырырға маташалар. Был илдәрҙә эскән кешегә яртаҡыл тип ҡарайҙар. Һиндостанда һәм Ҡытайҙа бер кешегә йылына ни бары 50 грамм спирт тура килә. Мосолман донъяһы бөтөнләй эсмәй тиерлек. Тап ошо төбәктәр бөгөн иҡтисадта ла, тыуым буйынса ла лидерҙар рәтендә бара.
Беҙҙең илебеҙ ҙә цивилизация үҫеше өсөн күп эшләне. Ул донъяға бөйөк ғалимдарҙы: Ломоносовты, Менделеевты, космонавтикаға нигеҙ һалған Циолковскийҙы бирҙе; беҙ бөйөк полководецтар: Нахимов, Кутузов, ғүмерендә бер тапҡыр ҙа еңелмәгән Суворов менән хаҡлы ғорурланабыҙ; Рәсәйҙә бөйөк табиптар: Пирогов, Павлов, быуаттан ашыу йәшәгән һәм донъяла берҙән-бер оло йәштәге эшләп йөрөүсе хирург булараҡ Гиннестарҙың рекордтар китабына индерелеүсе Углов йәшәгән һәм эшләгән; беҙҙең билдәле рәссамдарыбыҙ Репин, Айвазовский, Левитандың картиналары иң яҡшы музейҙарҙа һәм галереяларҙа урынлашҡан; бөйөк рус яҙыусылары Достоевскийҙың, Тургеневтың, Толстойҙың әҫәрҙәре донъя әҙәбиәтенең алтын фондына индерелгән һәм донъяның барлыҡ телдәренә тигәндәй тәржемә ителгән. Тотош кешелектең мираҫына әйләнгән асыштар һәм уйлап табыуҙар беҙҙең ысын тарихыбыҙҙы һәм ысын традицияларыбыҙҙы тәшкил итә. Рәсәйҙә һәр саҡ эскәндәр, тип мәҙәни эсеүҙе яһалма рәүештә һеңдерергә тырышыуҙан айырмалы, беҙ халыҡты эсереүҙең юлға һалынған системаһына етди һөжүм яһай алабыҙ. Айыҡлыҡ менән сәләмәтлегебеҙҙе һәм яҙмышыбыҙҙы ҡыйратыусы, балаларыбыҙҙың именлеген ҡаҡшатыусы ошо алкоголь конвейерына аҡса килеүҙе туҡтатабыҙ. Беҙҙең был мөмкинлегебеҙ ғәмәлдә йылы мөнәсәбәттәр, хәстәрлек, дуҫлыҡ һәм ысын мөхәббәт менән һуғарылған лайыҡлы тормош юлы үтеүҙең үҫеп килеүсе быуынға дөрөҫ өлгөһө булып торасаҡ.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.14 | Ҡаралған: 1731

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru