«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ПАРАЛЛЕЛЬ ДОНЪЯ УЙҘЫРМА ТҮГЕЛ"
+  - 

Район үҙәгендә егерме йыллап элек "Һаулыҡ" төркөмө ойошторолғас, мин дә ул төркөмгә тәүгеләрҙән булып ҡушылып киттем. Иллеләгән ағзаһы булған был төркөмдө әлеге лә баяғы халыҡ һаулығы өсөн янып-көйөп йөрөгән Марат ағай Ишмөхәмәтов ойошторғайны. Тора-бара төркөмөбөҙ менән Ислам динен өйрәнеүгә күсеп киттек. Намаҙ уҡыйбыҙ, бер-беребеҙгә өйрәтәбеҙ, ураҙалар тотабыҙ, күмәкләп ауыҙ асыу мәжлестәренә йыйылышабыҙ, Ҡөрьән аяттарын ятлайбыҙ. Төркөмдәштәремдең күбеһе Ҡөрьәнде ғәрәпсә уҡырға өйрәнеп алды. Мин транскрипцияһын ғына уҡыйым. Дин дәрестәренә йөрөргә форсат теймәнеме, ғәрәпсә уҡырға өйрәнә алманым. Үҙаллы өйрәнеп ҡарарға булып, ғәрәп теле әлифбаһын асып ҡарайым да, бормалы-йоморсалы хәрефтәрҙән, хәреф баштарындағы өтөр-һыҙыҡтарҙан күҙем ҡамашып: "Ҡуй, минән булмаҫ, ваҡыт әрәм итеп ултырмайым әле, булмағанды..." тип, Әлифбамды ябып, ситкә һалып ҡуям. Бындай хикмәтле хәрефтәрҙе уҡырға бик башлы кешеләр генә өйрәнә алалыр ул, тип уйлайым. Шулай ҙа берәй ваҡыт Ҡөрьәнде һөйөклө бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең телендә уҡырға өйрәнеремә шул тиклем өмөтөм ҙур. Транскрипция Ҡөрьән теленең матурлығын, өндәрҙең нескәлектәрен бирә алмай бит инде ул. Ҡөрьән тәжүид менән уҡылғанда уның ауазы тулҡын булып тәндең һәр күҙәнәгенә үтеп инә лә, бөтә тәнде ток үткәндәй зымбырлатып, уны әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хәлгә килтерә, күңелгә шундай рәхәт булып китә. Белер-белмәҫ уҡылған Ҡөрьәндән мин ундай тулҡынланыу хисе кисергәнем юҡ. Беҙҙең Таһир мулла Ҡөрьәнде шул тиклем матур итеп, үҙенсәлекле бер моң менән көйләп, еренә еткереп уҡый, уның уҡығанын һәр саҡ бөтә ғәм мөкиббән китеп, донъяһын онотоп, ихлас тыңлай. Уны тыңлаһаң, ҡайғыларың тарала, үҙеңде икенсе бер донъяға барып эләккән кеүек хис итәһең. Башҡаларға нисектер, миңә шулай тойола. Минең дә Таһир мулла кеүек матур итеп, шартына килтереп, Ҡөрьән уҡырға өйрәнеп алғым килә ине...
Бер-нисә йыл элек Ҡөрьәнде дөрөҫ итеп уҡыуҙың кеше организмына ғына түгел, параллель донъяға ла нисек тәьҫир итеүенә бәйле бер ҡыҙыҡ хәлгә шаһит булдым. Шуны бәйән итмәксемен.
Халыҡ беҙҙә ихлас йөрөй мәсеткә. Был юлы ла кеше һәүетемсә йыйылғайны. Мәсеттең ирҙәр яғы ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡынан селтәр тюль менән генә айырылған, шуға ла ул яҡ үтә күренеп тора. Бына аҙан әйтелеп, барса халыҡ намаҙға баҫты. Сөннәт намаҙ уҡылып бөткәс, имам баҫып тороп хөтбә уҡый башланы. Имамыбыҙ оло кеше. Дини белеме булһа ла, доғаларҙы ауырлыҡ менән уҡый, һүҙҙәрҙе әйтеп еткермәй, туҡтап-туҡтап ала. Бер ваҡыт шәйләйем: мәсеттең урман яҡ стенаһы яғында эреле-ваҡлы ниндәйҙер шәүләләр ҡыбырлаша башланы. Кешеләр араһынан намаҙлыҡтарҙы тапап, үрле-ҡырлы күсеп йөрөй былар. Бер шәүлә хатта мөнбәргә менеп ултырып алды. Имам хөтбә уҡый, ә мин шул шәүләләрҙе күҙәтәм. Бер ваҡыт бер шәүләнең туҡтап, минең яҡҡа төбәлеп ҡатҡанын һиҙеп ҡалдым. Шул арала ошо шәүләнең утлы күҙҙәре пәйҙә булды. Икәүләп бер-беребеҙгә текләгәнбеҙ, күренеп тора, ул ҡурҡмай, мин дә ҡурҡмаҫҡа тырышам, һыр бирмәйем тегегә. Шәүләләр менән мәсет тулып китте. Мәсеттә лә ошондай ят есемдәр була икән дә ул, тип аптырап ултырам. Мәсетте тау аҫтына, йылға ярына һалырға ярамай, тигәндәрен ишеткәнем бар ине. Унда ултырған мәсеттәргә йыйылған бысраҡтан арыныуы ауырыраҡ була икән. Шуның өсөн дә элек-электән мәсеттәрҙе тау баштарына, тау битләүҙәренә, асығыраҡ урындарға һалғандар. Бындай урындарҙа мәсеттәр һәр төрлө бысраҡтан тиҙерәк таҙарынған. Ошо мәсет урынлашҡан тау битләүендә йә еләк, йә бәшмәк эҙләп йыш ҡына йөрөргә тура килә. Хикмәтле һәм бер төрлө шомло тау ул. Бер яғы Алағуянға, икенсе яғы Ағиҙелгә топ-тоҡан төшкән нәҙек-оҙон был тауҙа көпә-көндөҙ ҡайһы яҡҡа китергә белмәй аҙашып йөрөгәнем дә бар минең...
...Бына бер ваҡыт мөнбәрҙә ирәйеп китеп ултырған шәүлә ҡапыл тертләне, хатта тороп уҡ баҫты. Башҡа ваҡ шәүләләр ҙә намаҙлыҡ тапап йөрөүҙән туҡтап ҡалдылар. Ул арала хөтбә лә, вәғәз уҡыуҙар ҙа тамамланды. Бар халыҡ йома намаҙының фарызына баҫырға әҙерләнде. Ҡапыл ишек асылып китте лә, мәсеткә Таһир мулла килеп инде. Алға уҡ сығып, фарыз намаҙына ҡәмәт әйтә башланы. Ошо мәлдә мәсеттә нимә башланғанын күрһәгеҙ, иҫегеҙ китер ине! Таһир мулланың ауаздары ишетелеү менән теге шәүләләр стеналарға һырлығып, юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Ниһәйәт, мәсет "ят есемдәр" шәүләләренән арынды. Шул саҡ мәсет эсенә ниндәйҙер бер илаһи нур төштө, тирә-яҡ яҡтырып китте. Ауыр йоҡонан арынғандай, кешеләр берәм-һәрәм намаҙға тора башланы. "Фәрештәләр төштө", тип уйлап ҡуйҙым мин ҡыуанып. Таһир мулла алҡынып-алҡынып намаҙ уҡый, беҙ уға ойоп намаҙ атҡарабыҙ. Күңелдә шундай һиллек, еңеллек! Бына шунда аңланым да инде мин Ҡөрьәнде дөрөҫ итеп, тәжүид менән уҡыуҙың ниндәй көскә эйә булғанын. Таһир мулланан ҡайһылай ҡоттары осоп тора шайтандарҙың. Хатта әллә ҡайҙан килгәнен белеп-танып торалар. Шул саҡта үҙемә мотлаҡ ғәрәпсә уҡырға өйрәнергә, тәжүид фәнен үҙләштерергә һүҙ бирҙем, сөнки минең Ҡөрьәнде транскрипция хәлендә уҡыуым, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтә белмәүем диндә нулгә тиң булғанын ошо ваҡиғанан һуң яҡшы аңланым.
Бер-нисә йыл элек ауылыбыҙға ғәрәп илдәренең береһендә белем алып йөрөгән Рәсүл атлы егет эшкә килде. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, шундай аҡыллы, белемле, ниндәй генә һорау килеп тыуһа ла, уға аныҡ һәм аңлайышлы итеп яуап бирә. Ҡарайым да, аптырайым: собханаллаһ машаллаһ, әллә йәшәп тыуған был бала! Белмәгән нәмәһе юҡ. Тыныс холҡло, белемле, ихлас егетте район халҡы бик тә яратып ҡабул итте. Эш башлау менән мәсеттә дин дәрестәре ойоштороп ебәрҙе. Әлеге лә баяғы, көҙгө дәрестәргә ваҡыт тапмамыш булып, алыҫ тип йөрөй алманым. Яҙ еткәс, Рәсүл хәҙрәт тағы дәрестәр ойоштора икән тип ишетһәм дә, инде ике аҙна самаһы ваҡыт үтеп китһә лә, һаман да бара алмай йөрөйөм. Мөҙҙәте етмәгәндер инде...
...Бер көн иртәнсәк йөрәгем дарҫлап тибеп уяндым. Уйымда тик бер генә нәмә: бөгөн үк мин ғәрәпсә өйрәнергә тейеш! Ашағым да килмәй, эскем дә. Бер кем менән һөйләшкем дә килмәй. Нисек итеп ғәрәпсә өйрәнергә, тип уйлап тик йөрөйөм. Эшкә киттем. Төшкә ҡайтҡан саҡта урамда таныш апайҙы осраттым. Ул ваҡытында ғәрәпсә уҡырға өйрәнеп алып, хәҙер инде Ҡөрьәнде шартлатып ғәрәпсә уҡый. Уға ялбарам: "Зинһар өсөн генә, - тим, - мине ғәрәпсә уҡырға өйрәтегеҙ әле". Аптырап китте: "Мин уҡыта алмаҫмын ул, Рәсүл хәҙрәт уҡыуҙар ойоштороп ята бит, шунда бар", - тип кәңәш бирҙе. "Ярар", - тинем дә, үҙем уйлайым: "Әлепте таяҡ тип тә белмәйенсә, шул тиклем халыҡ араһына барып ултырыуы оят бит әле ул. Былтыр көҙ бер курс уҡып алғас, ундағылар шартлатып уҡыйҙыр инде. Юҡ, улар менән бергә уҡып булмаҫ. Яңы төркөм асылғас йөрөрмөн әле".
Ул көндө киске сменала эшләй инем. Китапханала кеше әҙ. Һәр саҡ эш өҫтәлемдә ятҡан Әлифбамды алып, үҙаллы өйрәнә алмаҫмынмы икән, тип уйлап, китап асып ҡараштырырға булдым. Уҡып ҡарайым тиһәм, әстағәфирулла тәүбә, ултырғысымдан ҡолап төшә яҙҙым хатта - Әлифбалағы ғәрәп хәрефтәре таныш, өңдәре лә үҙенән-үҙе ауыҙымдан сығып тора, биттәрен аса барам, уҡый барам. Эшем бөтөүгә (шул арауыҡта китапханаға бер әҙәм дә инеп сыҡманы) мин Әлифбамды тулыһынса уҡып сыҡҡайным инде. Эй ҡыуандым, эй ҡыуандым! Күңелем йырлай! Осоп тигәндәй ҡайтып еттем дә, сәй ҙә эсеп тормай, Ҡөрьән уҡырға ултырҙым. Ниндәй хәрефте нисек итеп уҡырға берәү күңелемә һалып ҡына торғандай. "Фәтиха" сүрәһен ғәрәпсә уҡып сыҡтым, "Бәҡара" сүрәһенә күстем. Төнө буйы Аллаһы Тәғәләмә рәхмәттәр әйтә-әйтә, Ҡөрьән уҡыным. Арыу-талыу ҙа юҡ. Шатлығым эсемә һыймай, кемгә һөйләргә лә белмәйем. Шулай ҙа өндәшмәй торорға булдым, йә синегеп ҡуйыр. Икенсе көн кис етеүҙе саҡ еткерҙем. Мәсеткә уҡырға барам бит бөгөн! Икенсе курста уҡыған уҡыусылар менән бергә ултырып уҡырға хоҡуғым бар хәҙер! Мин ниндәй бәхетле! Бына бит, һәр нәмәнең үҙенең мөҙҙәте була икән, минең дә ғәрәп телен өйрәнеү мөҙҙәтем еткән. Әлдә генә шул ваҡытты үткәреп ебәрмәй, белмәһәм дә, Әлифбамды тотоп асып ултырғанмын, тип үҙемде маҡтап алам. Шулай булмаһа, мөҙҙәт тигәндең ҡойроғон да тотоп булмаҫ, үтер ҙә китер ине.
Кисен мәсеткә ашыҡтым. Унлап кеше йөрөй икән дәрескә. Йәштәр ҙә, ололар ҙа бар. Башҡалар менән бергә һәүетемсә генә уҡып алып киттем. Икенсе курста булһалар ҙа, ҡайһы бер нәмәләрҙе минән һораған булалар, мин инде белемсе булып, уларға өйрәтеп ебәрәм. Хәрефте танып белеү генә түгел, өндәрҙе дөрөҫ итеп сығара ла белергә кәрәк. Хәрефтәре әҙ булһа ла, бик ҡатмарлы тел ул ғәрәп теле. Әммә шуныһы һәйбәт, ундағы бар хәрефтәр ҙә тиерлек башҡорт телендә бар. Бына шулай, мәсеттә булған хикмәтле бер ваҡиға күп нәмәләргә минең күҙемде асып, Ҡөрьәнде ғәрәп телендә уҡырға өйрәнеүемә этәргес көс бирҙе. Бер һүҙ сыҡҡанда Таһир муллаға шул ваҡиға тураһында һөйләп бирҙем. "Ҡасан булды был хәл?" тип һораны ла, йылын әйткәс: "Ул ваҡытта булһа булғандыр", - тип яуап бирҙе. Ул саҡта мин көслө инем шул, тип әйтергә теләгәндәй, үҙе көрһөнөп ҡуйҙы.
Хикмәттәр күп инде ул. 2013 йылдың ҡышында бер төркөм кешеләр менән урманда ҡала күрергә насип булды. Уны "мираж" тип атап, халыҡ берғауым геү килеп алды. БСТ-нан, Мәскәүҙәге РЕН ТВ-нан килеп төшөрөп алып киттеләр, үҙебеҙ ҙә "Телеүҙәк"кә барып, күргәндәребеҙ хаҡында һөйләп ҡайттыҡ. Параллель донъя бар инде ул. Ҡөрьәндә лә әйтелә бит, Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе һәм ендәрҙе яралтҡан, тип. Ысынлап та улар бар һәм беҙҙең менән бергә йәшәй, тик беҙ уларҙы күрмәйбеҙ генә. Ендәр кешеләр араһында күпселек кешеләр ҡиәфәтендә йөрөй, тиҙәр. Шуға ла уларҙы танып-белеү, күреү ябай кешенең көсөнән килмәй. Ә шайтандар ҡиәфәттәрен үҙгәртә алмай, улар кешеләргә ҡарағанда көсһөҙ заттар. Улар араҡы эскән, тәмәке тартҡан, кәрт уйнаған, бысраҡ урындарҙы ярата. Шайтандарҙан һаҡланам тиһәң, баяғы урындарҙан алыҫ торорға, йорт-ҡураңды таҙалыҡта тоторға, доға уҡып торорға, гонаһ уйҙар уйламаҫҡа, гонаһ эштәр ҡылмаҫҡа кәрәк инде. Берәй төймәләй генә нәмә урланыңмы, берәйһе тураһында насар уй уйланыңмы, көйҙөң йә шашындыңмы - шайтан яныңа килеп тә етә, яҙыҡ эштәреңде артабан дауам итергә ҡоторта башлай. Бер эйәләтһәң, ул шайтандан тиҙ генә ҡотолормон тимә. Үҙ-үҙең өҫтөндә эшләргә, юҡ-барға көймәҫкә, сетерекле хәлдәрҙе көймәй-талашмай ғына үткәрә белергә өйрәнергә кәрәк. Шайтандарҙың кешеләрҙе көйгән, эскән, артыҡ шашынып ҡыуанған сағында аңдып, артынан ҡалмай йөрөгәнен күргәнем бар. Өйөңдө һәр ваҡыт таҙа тотоу, әленән-әле аҙан ҡысҡыртып, Ҡөрьән уҡыу мәжлестәрен ойоштороп, ваҡыт-ваҡыты менән артыш менән ыҫлап тороу өйҙө таҙартһа, намаҙҙа булыу, һәр ваҡыт доғалы, матур уйҙа йөрөү, кешеләрҙе, үҙең йәшәгән ерҙе, тәбиғәтте яратыу кешенең үҙен таҙарта. Ундай өйҙәрҙе, кешеләрҙе фәрештәһе һаҡлай, тормошо ыңғай, йорто ҡотло, үҙе һөймәлекле була. Шайтан бар ерҙә фәрештәләр булмай. Беҙҙең эргәбеҙҙә фәрештәләрме, әллә шайтандармы - тик үҙебеҙҙән генә тора, дуҫтар.

Фәриҙә АЙЫТБАЕВА.
Бөрйән районы.
(Аҙағы. Башы 36, 37-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.14 | Ҡаралған: 1931

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru