«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2022

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16  |  17 
Май
   18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һабантуйҙар ысынлап та бөтә халыҡ теләгәнсә үттеме? Был көтөп алған байрамыбыҙҙа нимәләр оҡшаны һәм нимәләр оҡшаманы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"АЛТЫН ЯМҒЫР" КЕМГӘ ЯУА ЙӘКИ ИМПОРТ ТАУАРҺЫҘ ЙӘШӘЙ АЛАБЫҘМЫ?
+  - 

Бөгөн магазин кәштәләре ризыҡтан һығылып тора, йәнең нимә теләй - бөтәһен дә табырға була унда. Араларында ер аяғы ер башынан килтерелгәндәре лә байтаҡ. Ташкент томаттары, Польша, Голландия алмаһы, Аргентина ите, Норвегия балығы, хатта Израиль әнисе менән Ҡытай һарымһағына тиклем бар. Элегерәк төшкә лә инмәгән емеш-еләктең иҫәбе-хисабы юҡ. Кемдер бындай ризыҡтарҙы яратып ашаһа, икенселәр тәмләп ҡарар өсөн генә аҡсаһын сығара. Сит ерҙең һауаһы ла, һыуы ла икенсе, иҫкән еле лә башҡа төрлө була. Ғалимдар ҙа, үҙ ерендә, үҙ тәбиғәт шарттарында үҫкән ризыҡтың ғына кеше өсөн шифалы, файҙалы булыуын күптән иҫбат иткән. Башлыса ауыл хужалығы менән көн күргән республикала йәшәп тә, магазин кәштәләрен сит ил аҙығы менән тултырыу нимәнән килә һуң?

Һатып алыу отошлораҡмы?

Үткән быуаттың 90-сы йылдарында илдең агросәнәғәт өлкәһе ҙур зыян күрҙе. Ошо сәбәпле, аҙыҡ-түлек баҙарын сит ил фирмаларының импорт тауарҙары баҫып алды һәм ул сифатһыҙ, генетик модификацияланған аҙыҡ менән тулды. Илдә социаль-иҡтисади тотороҡлолоҡ булдырыуҙа ауыл хужалығының ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын сәйәсмәндәрҙең, иҡтисадсыларҙың, ғөмүмән, бөтөн йәмғиәттең ваҡытында аңламауы сәбәпле, был өлкә етди һынылыш кисерҙе: ауыл халҡы демографик көрсөккә терәлде, матди-техник база туҙҙырылды, тупраҡтың уңдырышлылығы кәмене, орлоҡсолоҡ, тоҡомсолоҡ системаһы юҡҡа сыҡты. Рәсәйҙә бөгөн 41 млн гектар ерҙең сәселмәй буш ятыуының сәбәптәре лә нәҡ ошоға килеп төртөлә лә инде. Был, үҙ сиратында, илдең иҡтисади тотороҡлолоғон ҡаҡшатты.
Бөгөн илебеҙ 40-70 процент тауарҙы ситтән индерә. РФ Ауыл хужалығы министры Николай Федоров белдереүенсә, игендең - 1,2, картуфтың - 3, йәшелсәнең - 12, шәкәрҙең - 4,6, үҫемлек майының - 25, һөттөң - 21, емеш-еләктең 60 проценты ситтән һатып алына. Ауыл хужалығы өлкәһендәге иҡтисади көрсөк халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә ҙур проблемалар тыуҙырҙы. Рәсәй ауылдары яҙмышына бер ҡасан да битараф булмаған, хәҙер инде мәрхүм яҙыусы Александр Арцибашев "Столетие" интернет-гәзитенә биргән интервьюһында ошондай миҫалдар килтергәйне: "Элек колхоз, совхоздарыбыҙҙа 17 млн һыйыр булһа, әле ни бары 3 млн. Тоҡомсолоҡ бөтөрөлөп, һөтлөрәк тоҡом тигән ниәттән голштин һыйырҙарына өҫтөнлөк бирелде. Әммә был ниәттәр аҡланманы. Быны элек етештерелгән 60 млн тонна һөт менән бөгөнгө 30 млн тонна һөт күләме асыҡ күрһәтә. Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереү программаһына ярашлы, һөтсөлөктө үҫтереүгә генә 13 млрд һум аҡса бүленгән. Шуға ҡарамаҫтан, һауым, мал һаны йылдан-йыл кәмей. Картуфсылыҡ буйынса ла хәлдәр шәптән түгел. 90-сы йылдарҙа 2 млн гектар ергә картуф сәселһә, бөгөн был һан ун тапҡырға аҙыраҡ. Шуға ла 5 млн тонна картуфты ситтән - Израилдән, Польшанан, Белоруссиянан, Мысырҙан алырға мәжбүрбеҙ. Совет заманында ауыл хужалығы өсөн дәүләт бюджетынан 20 процент аҡса бүленһә, бөгөн был һандың ни бары 1 процент ҡына булыуы ла күп нәмәне аңлата". Килтерелгән миҫалдан ауыл хужалығының ниндәй ҙур юғалтыу кисереүен яҡшы самаларға була. Нәҡ шул арҡала илебеҙ ҡош, сусҡа һәм һыйыр итен ситтән һатып алыу буйынса донъяла беренсе, икенсе, өсөнсө урында тора. Ә инде контрабанда юлы менән индерелгән 300 мең тонналай ит был иҫәпкә бөтөнләй инмәй. Һүҙ ҙә юҡ, итте анһат ҡына етештереп булмай. Уны ризыҡ иткәнсе әллә күпме көс, тырышлыҡ һәм, әлбиттә, сығымдар һалырға кәрәк. Үҙ халҡын туйындырыу, сит илдән импорт продукт һатып алмау өсөн Рәсәй бер кешегә бер тонна иген етештерергә тейеш. Йәғни, элекке кеүек, 100 млн тонна түгел, 140 млн тонна иген талап ителә. Шуға күрә барыһын да сит илдән һатып алыу отошлораҡ, тиеүселәр ҙә бар.

Үҙебеҙҙе үҙебеҙ туйҙыра алабыҙмы?

Һуңғы 5-6 йылда ил Президенты импорт бәйлелегенән ҡотолоуҙы талап итһә лә, быны тормошҡа ашырыу юлдары әлегә аныҡ билдәле түгел. Дәүләт бөгөн аграр өлкәне нисек тергеҙергә, тип баш вата. "Ауыл хужалығын үҫтереү" кеүек проекттар, төрлө маҡсатлы программалар ҡабул итә. Дөрөҫ, ҡапыл ғына үҙебеҙҙекен етештерә башлау ҙа мөмкин түгел. Тәү сиратта, кәрәкле өлкәләрҙең емереклеге ҙур кәртә буласаҡ, ти сәйәсмәндәр. "Бөгөн төп мәсьәләләрҙең береһе - үҙебеҙҙә үҫтерелгән продукцияны нисек һәм ниндәй хаҡҡа һатыу, осһоҙло импорт тауарға конкуренция булдырыу. Республикабыҙҙа унар йыллыҡ тәжрибә һөҙөмтәһендә үҫтерелгән яҡшы сортлы алмаларыбыҙ, груша, сливаларыбыҙ була тороп, импорт алмаһын һатыуыбыҙ, Бүздәк консерва заводын ситтән килтерелгән сеймал менән тәьмин итеүебеҙ ҙә насар. Республика баҙарҙары, магазиндары үҙебеҙҙең продукция менән генә тулы булырға тейеш", - тип белдергәйне Башҡортостан Президенты Рөстәм Зәки улы ла.
Былтырғы йыл һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, беҙ икмәк ризыҡтары етештереү буйынса Рәсәйҙә - 14-се, һөт һауыу буйынса 2-се урында торһаҡ, һөт продукттары етештереү буйынса ни бары 10-сы урында ғына киләбеҙ. Был иһә үҙ продукциябыҙ менән эш итә белмәүебеҙҙе күрһәтә. Илгә индерелгән аҙыҡ-түлекте таможнянан үткәреү, уны ил сигенән магазин кәштәһенә тиклем еткереү, пошлина түләү өсөн дә күп сығым китә. Үҙебеҙ үҫтергән йәшелсә-емеш эргәлә генә, баҙарға сығар ҙа һат, тәү ҡарамаҡҡа артыҡ сығымдар ҙа юҡ кеүек… Шулай ҙа өҫтөнлөк сит ил етештереүселәрендә ҡала. Роспотребнадзор ситтән индерелгән продукцияны йыш ҡына бракка сығарып торһа ла, импорт тауарға бәйлелек йылдан-йыл арта бара. Аграр баҙар институты мәғлүмәттәре буйынса, 1990 йылдарҙа импорт кимәле 15 процент булһа, бөгөн ул 4 тапҡырға үҫкән. Әле илебеҙгә сама менән аҙыҡ-түлектең 65 проценты ситтән индерелә. Был һан Рәсәйҙең Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһына инеүенән һуң тағы ла үҫә төштө, ти сәйәсмәндәр. Төрлө тикшереүҙәргә сыҙамай, бөтөн илдәр ҙә беҙгә тауар сығарыуҙан баш тартһа, нимә булыр ине? Ҡайһы бер аҙыҡтар буйынса "импорт энәһендә" ултырыуыбыҙҙы иҫәпкә алһаҡ, Рәсәйҙең үҙ халҡын ашатырға хәленән килерме?
"Импорт тауарға мохтажлыҡ кисереү - гонаһ. Әлегә емеш-еләге, бәшмәге булған урмандарыбыҙ, буш ятҡан ерҙәребеҙ, әҙме-күпме малыбыҙ, эсәр һыу запасыбыҙ, көрәк менән эшләп булһа ла үҙен туйындырған хужалыҡтарыбыҙ бар. Эйе, күп тауарҙы ситтән алабыҙ, шулай ҙа уның өстән ике өлөшө - үҙебеҙҙеке. Шуға күрә, сит ил беҙгә импорт сығарыуҙан баш тартҡан осраҡта ла хәүеф юҡ. Бынан улар үҙҙәре генә зыян күрәсәк. Беҙгә бөтә иғтибарҙы ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтеү генә кәрәк", - ти белгестәр.

Тауыҡ боттары "алтын ямғыр" яуҙыра

Рәсәй кәштәләрендә сит ил продукцияһының күбәйеүендә сауҙа селтәрҙәренең дә өлөшө ҙур. "Финэкспертиза" ойошмаһының генераль директоры Агван Микаэлян билдәләүенсә, илебеҙҙәге ваҡлап һатыу сауҙаһының яртыһы тиерлек улар ҡулында. "Был селтәрҙәр тауар менән тәьмин итеүсе тотороҡло эре компаниялар менән генә эшләүҙе хуп күрә. Рәсәйҙә уларҙың бармаҡ менән генә һанарлыҡ булыуынан бөтә юлдар ҙа көнбайыш брендтарына барып төртөлә. Шуға күрә, ваҡ етештереүселәр менән эшләүҙе талап итеп, ниндәй генә саралар күрһәк тә, был объектив фактор", - тип һанай А. Микаэлян. Уның белдереүенсә, ауыл хужалығын тейешенсә үҫтерә алмау ҙа импортҡа мохтажлыҡ тыуҙыра. "Аграрийҙарҙы үҫтереү өсөн кредит проценттарының юғарылығы, кадрҙарҙың, дәүләт ярҙамының етешмәүе, етештереү ҡеүәтенең, хеҙмәт етештереүсәнлегенең түбән булыуы ҙур кәртә булып тора. Беҙ заманса агротехнологияларҙы шул тиклем насар файҙаланабыҙ, хатта көнбайыштыҡынан күпкә осһоҙ булған ресурстарыбыҙ ҙа илдә етештерелгән тауарҙың конкуренцияға һәләтен булдыра алмай", - ти "Финэкспертиза" етәксеһе.
Аграр маркетинг институтының генераль директоры Елена Тюрина иһә был хәлде шулайыраҡ аңлата: "Хаҡтарҙың ҡиммәтлегенә иң беренсе климат шарттары сәбәпсе. Бразилиялағы кеүек, беҙҙең һыйырҙар йыл әйләнәһенә ҡояш аҫтында йөрөмәй. Ниндәйҙер файҙа алыу өсөн уларҙы ашатырға, йылы урында тоторға кәрәк. Был иһә өҫтәмә сығымдар талап итә. Урындағы етештереүселәр, эшҡыуарҙар был финанс сығымдарын дәүләт ярҙамынан тыш, үҙе генә күтәрә алмай. Аграр яҡтан үҫешкән илдәрҙә хәл бөтөнләй башҡаса. Дәүләт фермерҙарҙың коммуналь хеҙмәттәрен түләй, уларға субсидия, дотация бүлә, кредит ставкаларын түбән ҡуя. Сит илдә фермерҙарҙың техник базаһы ла күпкә яҡшы, бер нәмә лә беҙҙәге кеүек ҡул көсө менән эшләнмәй, экспорт тауар өсөн фермерҙарға аҡсалата ярҙам да күрһәтелә. Эшҡыуарҙар уны бизнесын артабан үҫтереүгә һала һәм тауарын күпкә осһоҙ хаҡ менән ситкә сығарыу мөмкинлегенә эйә була".
Бына ни өсөн АҠШ фермерҙары үҙҙәрендә бөтөнләй үтемһеҙ булған тауыҡ боттарын ҡыуана-ҡыуана беҙгә ебәрә. Беҙҙә уны ҙур теләк менән һатып алалар, сөнки хаҡы үҙебеҙҙең сифатлы иттән күпкә осһоҙораҡ. Нәҡ ошоноң арҡаһында сит ил фермерҙарына "алтын ямғыр" яуҙырып, үҙебеҙҙекеләрҙе көрсөккө килтереп терәйбеҙ ҙә инде. Был хәл импорт тауар артынан хаҡ төшөрә алмаған урындағы етештереүселәргә лә ҙур конкурентлыҡ тыуҙыра.

Яңы проект нисек эшләр?

Сит ил тауарына йәбешеп ятыуыбыҙҙы күреп, Европа һәм Америкалағы "дуҫтарыбыҙ" беҙгә гуманитар ярҙам итеп, түбән сортлы, үтмәй ятҡан тауарын да ебәреп маташа. Миҫал өсөн бер нисә йыл элек тикшерелгән мәғлүмәттәргә күҙ һалһаң, шундай факттарға тап булаһың. Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Икмәк дәүләт инспекцияһы АҠШ-тан гуманитар ярҙам итеп индерелгән 2,5 мең тонна аҙыҡ-түлекте ҡулланыуҙан тыйған. Тикшерелгән 2000 тонна ондоң ни бары 390 тоннаһы ғына ашарға яраҡлы булған. Ҡалғанында металломагнит ҡушылмаларының күп булыуы асыҡланған. Шулай уҡ 1000 тоннанан ашыу фасоль да бракка сығарылған. Ветеринар хеҙмәте тикшереүенән уны хатта сусҡаларға ла ашатырға ярамағанлығы билдәле булған. Әлбиттә, дәүләт үҙ халҡын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә хәүефһеҙлек сараларын күрергә тырыша һәм бының өсөн төрлө ҡарарҙар ҡабул итә. Тик йыш ҡына ситтән ингән аҙыҡ-түлек менән ағыуланыу осраҡтарын, унан-бынан ишетелеп ҡалған шау-шыуҙарҙы иҫәпкә алһаҡ, был ҡарарҙарҙың ғына гарантия була алмауы яҡшы аңлашыла.
Урындағы етештереүселәрҙең продукцияһын алға сығарыу - республикала бөгөн актуаль проблема. Ошо йәһәттән, ҡулланыусылар иғтибарын урындағы продукцияға йәлеп итеү, үҙебеҙҙең продукцияны эске һәм тышҡы баҙарҙа киң йәйелдереү маҡсатынан БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты "Башҡортостан продукты" проектын булдырҙы. Проект башҡорт продукцияһын урындағы баҙарҙа киң файҙаланыуға, импорт тауарға конкурентлыҡ тыуҙырыуға, уға сифатлы алмаш булдырыуға йүнәлтелгән. Проектта ҡатнашыусыларҙың продукцияһына "Башҡортостан продукты" тигән махсус тамға һуғылыуы уның беҙҙең республикала етештерелеүе, юғары сифатҡа эйә булыуы хаҡында белдерә. Бынан тыш, проектта ҡатнашыусыларға белгестәр тарафынан мәғлүмәт һәм консультация ярҙамы күрһәтелә, бушлай тренингтар үткәрелә, уларҙың тауары өсөн магазин кәштәләренән айырым урын бүленә. Әлеге ваҡытта проект йөҙҙән ашыу етештереүсене берләштерә һәм йыл аҙағына тиклем уларҙың иҫәбен ике йөҙгә еткереүҙе планлаштыра. Әгәр был проект уңышлы эшләп китһә, халыҡты сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итеүгә ышаныс арта. Үткән быуаттың 80-се йылдарынан бирле Латин Америкаһының хәрби складтарында ятып, иҫәптән сығарылған иҫке иттәрҙең дә беҙгә индерелеүе тураһында хәбәрҙәр йөрөгәндә, яңы проект ҡабул итеү ҡыуандыра.

Импорттан баш тартһаҡ…

Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге доктринаһы хәбәр итеүенсә, 2020 йылға үҙебеҙҙә етештерелгән тауар өлөшө импортты күпкә уҙып китергә тейеш. Түбәндәге һандарға иғтибар итһәң, иҡтисады әллә ни маҡтанырлыҡ булмаған илебеҙҙең был программаны ниндәйерәк юлдар менән тормошҡа ашырыуын әлегә күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Былтыр Рәсәйгә ситтән 40 млн долларға - 25 000 тонна тауыҡ ите, 227 млн долларға - 57 000 тонна һыйыр һәм сусҡа ите, 163 млн долларға - 61 000 тонна балыҡ, 43 млн долларға - 11 000 тонна аҡ май, 20 млн долларлыҡ - ҡуйыртылған һөт, 29 млн долларға - 58 000 тонна эшкәртелмәгән шәкәр, 1,7 млн долларға 2 800 тонна шәкәр, 9 100 тонна ҡәһүә, 14 000 тонна сәй һәм башҡалар индерелгән. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2012-2013 йылдарҙа ситтән 47 мең тонна алма, 304 мең тонна груша, 44 мең тонна йөҙөм килтерелгән. Был һандарға ҡарап, 5 йылға һуҙылған ғәрәсәтле һуғыш йылдарында ла гөрләп торған баҫыуҙарыбыҙ иҫкә төшә. СССР ваҡытындағы меңәрләгән колхоз-совхоздың юҡҡа сығыуы ла үҙ эшен эшләмәй ҡалманы. Шуға ла импорт тауарына күҙ төбәп тороуыбыҙҙың да ҡасандыр уйланмай яһалған аҙым һөҙөмтәһе булыуы менән күптәр килешер. Бөгөн буш ваҡыты күберәк булған ҡала халҡы ғына түгел, хатта ауыл кешеләренең дә виртуаль уйындарҙағы фермерлыҡ, баҡсасылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнеүе тағы ла ҡыҙғанысыраҡ.

Шулай итеп…
Сифаты, файҙаһы булмаһа, ризыҡтың күп булыуында ғына эш тормай. Ни тиһәк тә, туҡланыу - кеше тормошоноң мөһим бер өлөшө. Нимә һәм нисек ашауына ҡарап, халыҡтың йәшәйеше, холоҡ-ҡылығы һәм ғөрөф-ғәҙәте беленә, сөнки һәр милли кухняның үҙенә генә хас булған аҙыҡ-түлеге, уларҙы эшкәртеү юлдары була. Ғөмүмән, туҡланыу мәҙәниәте айырым бер халыҡтың бөтөн тарихын, матди һәм рухи донъяһын да асыҡ сағылдыра. Әлбиттә, быға тәбиғәт шарттары, социаль-иҡтисади хәлдәр ҙә үҙ өлөшөн индерә. Уға шул илдең географик хәле, тәбиғәте, иҡтисады һәм дини ғәҙәттәре лә ныҡлы бәйләнгән. Шуға күрә лә үҙенсәлекле тәбиғәт шарттарында йәшәгән беҙҙең халыҡ көньяҡтыҡылар кеүек емеш-еләк менән генә туҡлана алмай, уға мотлаҡ үҙебеҙҙең ерҙә етештерелгән аҙыҡ - мал һәм ҡош ите, һөт аҙыҡтары кәрәк. Сәләмәт быуын үҫтереү, милләтебеҙ киләсәге хаҡында уйлаһаҡ, нимә ашап, нимә эсеүебеҙгә лә ҙур иғтибар бүлергә тейешбеҙҙер.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.09.14 | Ҡаралған: 1414

Киске Өфө
 

Шарап үҙен эсеүселәргә дүрт сифат бирә: тәүҙә кеше павлин кеүек ғорур итеп күкрәген кирә, хәрәкәттәре бөйөк, мөһабәт. Һуңынан ул маймылға оҡшап, шаяра, көлә башлай. Шунан арыҫландай ғорур, үҙ-үҙенә ышанған булып китә. Ләкин иң һуңында ул сусҡаға әйләнеп, бысраҡта туҙырап ята.

(Абу-ль-Фарадж).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2022 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru