«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТА-ӘСӘ ҺӘМ МӘКТӘП
+  - 

Баш ҡалала үткән "Балалар өсөн бергәләп" V Бөтөн Рәсәй күргәҙмә-форумына илебеҙҙең 62 өлкәһенән делегаттар йыйылды. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, балалар хоҡуғын яҡлау, ауыр тормош шарттарында йәшәүсе балаларға ярҙам итеү буйынса төрлө яңы технологиялар, проекттар күргәҙмәһенән тыш, форум сиктәрендә "Уҡытыу-тәрбиә эштәрен ойоштороуҙа ата-әсәләр йәмәғәтселегенең роле" тип аталған түңәрәк ҡор ҙа уҙҙы.

Түңәрәк ҡорҙа белем биреү учреждениелары эшенә ата-әсәләрҙе йәлеп итеү мәсьәләһе, уҡытыусыларҙың абруйын күтәреү, өлгөлө ғаиләләр тәжрибәһен пропагандалау, ҡарарҙарҙы коллектив рәүештә ҡабул итеүҙең мөһимлеге тураһында һүҙ барҙы. Баш ҡаланың төрлө белем биреү учреждениеларының ата-әсәләр комитеты рәйестәре был өлкәләге тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Рөстәм Ибәтуллин барыһына ла Өфө ҡалаһының 39-сы гимназияһында "Утыҙ туғыҙынсы параллель" тип исемләнгән йәмәғәт хәйриә фонды ойоштороуҙары, уның эшендә гимназияла уҡыған һәр баланың ата-әсәһе әүҙем ҡатнашыуы тураһында һөйләне. Шулай уҡ, был гиманазияла ата-әсәләр комитеты эше лә яйға һалынған, гимназиялағы һәр етди үҙгәрештәр буйынса һорауҙар уртаға һалып хәл ителә, бер кемдең дә фекере иғтибарһыҙ ҡалдырылмай.
Сарала "Ғаиләгә социаль ярҙам күрһәтеү һәм ғаилә ҡиммәттәрен яҡлаусы ата-әсәләрҙең милли берекмәһе" Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының яуаплы сәркәтибе Алексей Гусев та ҡатнашты. Битараф булмаған кешеләрҙе йәлеп итеп, ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеү, ата-әсәләр һәм балаларҙың мәнфәғәтен яҡлау, йәмәғәт һәм дәүләт структуралары араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу, Рәсәйҙең гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү йүнәлешендә эшләүсе ойошманың вәкиле Ҡала һәм республика ата-әсәләр комитеты рәйесе Анатолий Горячев һәм Өфө ҡала округы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазованың сығыштарын тыңлағандан һуң, үҙ фекерҙәре менән бүлеште:
- Элек педагогиканан алыҫ торған ябай кешеләр ҙә тәрбиә мәсьәләләренә арналған баҫмалар, китаптарҙағы кәңәштәрҙе файҙаланып, балаларын лайыҡлы итеп үҫтерә ине. СССР заманын күпме тәнҡитләһәк тә, бөгөн яңы Рәсәй мәктәптәрендә баланың психологик тәрбәһе өлкәһендә эш тейешенсә яйға һалынып бөтмәгән. Ғаиләләр бик йыш тарҡала, балалар ҡарауһыҙ ҡала, әхлаҡ тәрбиәһе етмәй, балалар баҡсаһы һәм мәктәп етәкселәре менән ата-әсәләр араһындағы мөнәсәбәттәр ҡырҡыулашып китә. Быларға хатта ябай ғына ғаилә мөнәсәбәттәре мәҙәниәтенең булмауы, кешеләрҙең бер-береһен аңларға тырышмауы, һәр кем үҙе һәм яҡындары алдында яуаплылыҡ тоймауы сәбәпсе, - тип һөйләне Алексей Владимирович әсенеп. Бөгөнгө көндә ата-әсәләр белем биреү учреждениеларының эшендә әүҙем ҡатнаша, уҡыу пландарын төҙөгәндә лә, дәрестәр теҙмәһен эшләгәндә лә, мәҙәни-спорт сараларынан да ситтә ҡалмай. Әммә түңәрәк ҡорҙа сығыш яһаусылар фекеренсә, был ғына етмәй, ата-әсәләр мәктәп етәкселеге дөйөм уҡыу йылына йомғаҡтар яһағанда ла үҙ һүҙен, үҙ кәңәшен әйтергә тейеш. Был белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренең дә, ата-әсәләрҙең дә яуаплылығын арттырасаҡ, уҡытыу-тәрбиә эшен һөҙөмтәлерәк итәсәк, ти улар.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.09.14 | Ҡаралған: 1637

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru