«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИБАЙ СӘСӘН ҮҘ ИЛЕНӘ ҠАЙТТЫ...
+  - 

Быйыл Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының үҙәк урамында Шәйәхмәт Сибаевҡа - Сибай сәсәнгә обелиск асылды. Сәсәндең таш һынын тыуған еренә ҡайтарыуға күп көс һалған уҙамандар: БДУ-ның Сибай институты директоры, техник фәндәр докторы Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов, Сибай ауыл хакимиәте башлығы Илдус Сәфәрғәле улы Бикбаев, ветерандар советы рәйесе Сабит Сәмиғулла улы Утарбаев һәм башҡаларҙың ҡулдарын ихлас ҡыҫып, оло рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Изге ғәмәлдәрегеҙ мең сауаптар менән кире ҡайтһын үҙегеҙгә, хөрмәтле ил ағалары!

Күгәрсен районының боронғо (XVII-XVIII быуаттарҙағы) Биктимер (бөгөнгө Санъяп) ауылынан, урыҫ алпауыты И.Л. Тимашев ерҙәрен һатып алып, тыуған төйәгенән ҡыуылған кешеләр Ирәндек буйҙарына юллана һәм Атайсал ауылына нигеҙ һала. Баймаҡ районының бөгөнгө Иҫке Сибай ауылы эргәһендәге Эттотҡан тип йөрөтөлгән туғайҙа урынлаша ауыл. Нимәһе оҡшамағандыр, күпмелер йәшәгәс, атайсалдар яңы урынға күсеп ултыра. Сибай Тәнәкәев менән ауыл муллаһы Айсыуаҡ Мотаев яҡындағы тауға менеп һайлай яңы урынды. Боролоп-боролоп аҡҡан, ярҙары ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар, ерек-талдар менән ҡапланған Ҡарағайлы йылғаһының тау итәгенә терәлеп торған хозур туғайын үҙ итә улар. Оҙаҡламай ошо урында яңы ауыл хасил була, уға Сибай исемен бирәләр. Ике уҙаман баҫып торған исемһеҙ тау артабан Айсыуаҡ тип атала башлай. Бөгөн түбәһе ослайып, болоттарға ашып торған Айсыуаҡ тауы Иҫке Сибай ауылының ғорурлығы булып, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Шулай итеп, ҡасандыр Атайсал булған ауыл артабан Сибай, йылдар үтеү менән үҙенән тағы ла бер Яңы Сибай ауылын (бөгөнгө Сибай ҡалаһы) хасил итеп, Иҫке Сибай исеме менән тарихҡа инә. Алты уллы Сибай Тәнәкәевтың дүртенсе улы Утарбайҙан тыуған малай ул Шәйәхмәт Сибаев. Атаһы Рәсәй батшаһының хәрби-феодаль ҡыҫымы менән бәйле Себергә һөрөлөп, мәңгелеккә китеп юғалғас, Шәйәхмәт бәләкәйҙән ҡара эшкә егелеп үҫә. Шулай ҙа тыумыштан зирәк малай ауыл мәҙрәсәһендә әлепте таяҡтан айырырға өйрәнә һәм үҙен тырыш шәкерт итеп таныта. Малайҙың отҡорлоғон күргән ауыл уҙамандары 1838 йылдың ғинуарында Шәйәхмәтте Ҡыҙыл станицаһында асылған башланғыс гарнизон мәктәбенә эш ҡағыҙҙары менән шөғөлләнеүселәр (писарҙәр) төркөмөнә уҡырға ебәрә. Ике йыл уҡып ҡайтҡандан һуң, ул ауыл старшинаһының писаре булып эшләй башлай һәм өс йыл ярайһы ғына тәжрибә туплай. 1843 йылдың июлендә Шәйәхмәт Сибаевты 7-се кантон писаре итеп тәғәйенләйҙәр.
1846 йылда үҙәге бөгөнгө Ғәле ауылында урынлашҡан 7-се кантон башлығы итеп Ҡотләхмәт Ғәле улы Биксурин тәғәйенләнә. Ҡотләхмәттең ике ҡатынынан ике улы, һигеҙ ҡыҙы тыуа. Шәйәхмәтте мөхәббәт утына һалған ҡыҙы Фатимаға был осорҙа ни бары ун бер йәш тирәһе була. 1843 йылдың көҙөндә Шәйәхмәт Сибаев зауряд-есаул ҡаҙаҡ Үлмәҫбай Юлдыбаевтың ҡыҙы Ҡәмбәрәгә өйләнә, әммә ҡатынлы булыуы уға йәш ҡыҙға ғашиҡ булыуға ҡамасауламай. Писаренең ҡыҙы менән сыуалыуын өнәмәгән Ҡотләхмәт кантон унан нисек тә булһа ҡотолоу юлдарын эҙләй һәм уны ситкә ебәрергә тырыша. Ҡыҙын "каторжан" улына икенсе ҡатынлыҡҡа биреүҙән ҡырҡа баш тарта кантон. Шулай итеп, 1852 йылдың йәйендә Шәйәхмәт Иҫке Сибай ауылына 12-се йорт старшинаһы булараҡ тәғәйенләнә. Ләкин ир менән йәш ҡыҙ араһында бәйләнеш өҙөлмәй. Быны һиҙгән Ҡотләхмәт кантон, асыуынан шартлар сиккә етеп, Шәйәхмәтте йорт старшинаһы вазифаһынан бушатыуға һәм Аҡмәсет операцияһына ебәртеүгә өлгәшә. Шул сәбәпле 1853 йылдың майында Шәйәхмәт Сибаев, тыуған ерҙәренән, һөйгәненән айырылып, Һырдарья тарафтарына юллана.
Өлгөлө хеҙмәте өсөн 1857 йылдың яҙында Шәйәхмәткә зауряд-сотник хәрби дәрәжәһе бирелә һәм шул уҡ йылдың көҙөндә ул Перовский фортынан (Аҡмәсеттән) тыуған ауылына ҡайтып төшә. Ағай-энеләре, ауылдаштары оҙайлы яу юлынан ҡайтҡан улдарын оло хөрмәт менән ҡаршы ала, уларҙың имен-аман ҡайтыуҙарын хуплап, мәжлестәр ойоштора. Тик тыуған ерендә ирәүәнләп йәшәргә форсаты булмай уның - ике ай самаһы үтеүгә, Иҫке Сибайға ҡыңғыраулы пар ат егелгән сапҡынсы килә. Кантон үҙәге булыуҙан туҡтағандан алып бындай ҡупшы тарантаслы губерна вәкилен күрмәгән ауыл халҡы был ваҡиғаны оҙаҡ, бик оҙаҡ хәтерендә һаҡлай. Сапҡынсы Шәйәхмәттең Тамъян-Ҡатай иленә - шул ваҡыттағы 6-сы кантонға башлыҡ итеп тәғәйенләнеүе тураһында хәбәр алып килгән була. Атайсалын, ғаиләһен, Фатимаһын һағынып ҡайтҡан Шәйәхмәт юғары түрәлеккә тәғәйенләнеү хәбәренә әллә ни шатланмай. Китер алдынан Шәйәхмәтте оҙатыу хөрмәтенә ҙур мәжлес ойошторола. Шунда халыҡ һорауы буйынса Шәйәхмәт яуҙаш дуҫы Байтүрә ҡурайсы менән бергә сығарған көйгә йыр йырлай:
Билемдәге ебәк билбауымды
Сискеләрем килмәй билемдән.
Ҡатай илкәйенә кантон булып
Киткеләрем килмәй илемдән.

Иртәгеһенә ауыл халҡы Шәйәхмәтте ҡышҡы юлға оҙатырға сыға һәм бер ни ҡәҙәр уға эйәреп бара. Бөгөн Сибай биләне тип йөрөтөлгән ергә барып еткәс, Шәйәхмәт ауылдаштары менән йәнә йыр аша хушлаша:

Кантон башы булып, ай, мин киттем
Тамъян менән Ҡатай иленә.
Аҡ ҡорбандар салып, нәҙер әйтеп,
Ҡайтһам ине тыуған илемә.

Йәшел генә сана, зыңғыр дуға,
Ектерһәнә, Фатимам, туратҡа.
Атайсалға ҡайтып, кантон булһам,
Ирешер инем, Фатимам, моратҡа...

Әлбиттә, һуңғы куплетын ул халыҡ алдында йырламай, ә бер ни тиклем ваҡыттан һуң Фатимаһына яҙып ебәрә.
Архив документтарынан күренеүенсә, Шәйәхмәт Сибаев 1858 йылдың 26 ғинуарынан хәҙерге Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында 6-сы кантон башлығы булып эш башлай. "Сибай" йырының һүҙҙәре лә нәҡ ошонда тыуа. Оҙаҡ йылдар сит ерҙәрҙә йөрөп ҡайтып, тыуған төйәгендә танһығы ла ҡанмаған сәсән Атайсалын, Фатимаһын һағыныу һағыштарын йырға ҡушып йырлай:

Һандуғастар һайрар, һай, ер түгел,
Һайраһа ла туғайы киң түгел.
Илама ла, Фатимам, ай, илама,
Йүгереп кенә ҡайтыр ер түгел.

Ебәк кенә баулы күк ҡарсыға
Талпына ла микән ҡош күреп.
Киң түшәккәйҙәрен тарҙар йәйеп,
Йоҡлай микән Фатимам төш күреп...

Һарыға һабышҡан Шәйәхмәт хат аша аралашыу менән генә хушһынмай, Фатимаһын ҡасырып, үҙ янына ала. Артабан ул ике ҡатын менән йәшәй.
Атайһыҙ үҫеп, күп ауырлыҡ күргән Шәйәхмәт Сибаев түрә булыуы дәүерендә лә кешелеклелеге, кеселеклелеге менән халыҡ ихтирамын яулай. Үҙенә йөкмәтелгән вазифаны ул халыҡты баҫып тотоуға түгел, ә урында йәшәүселәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртыуға йәлеп итә, дауахана, мәктәп астырыуға өлгәшә. Уның кантон аҡсаһын малайҙарҙы уҡытыуға, дауаханаларҙа ашауҙы яҡшыртыуға, уҡытыусыларға премия биреүгә тотоноуы тураһында архив материалдары ла раҫлай. Генерал-лейтенант Тетеревников яҙған түбәндәге юлдар ҙа быға асыҡ миҫал: "...При обозрении мною 6-го кантона я от всех башкир, которые имели случай видеть, слышал самые лестные отзывы об их кантонном начальнике, зауряд-сотника Сибаеве и ни одной жалобы на него не поступило. Заслужить общую любовь подчиненных - есть лучшая рекомендация начальнику. А потому считаю обязанностью благодарить зауряд-сотника Сибаева и объявляю об этом войску".
1863 йылда кантон идаралығы бөтөрөлгәс, Шәйәхмәт Сибаев Верхнеуральск ҡалаһының атаманы итеп тәғәйенләнә. Ләкин яңы вазифаһында оҙаҡ эшләй алмай - ауырыу сәбәпле вафат була. Уның ҡәбере Учалы районының Миндәк ҡасабаһы тирәһендә булырға тейеш, тип фаразлана. Данлы йырының һуңғы куплеттарын ул ауырыған сағында яҙғандыр, тип уйларға сәбәп бар:

Йәшел генә ҡапҡа, буй-буй таҡта,
Асыла ла ябыла ел саҡта.
Бирегеҙсе ҡәләм, яҙайым сәләм,
Япраҡ кеүек һарғайған саҡта.

Ебәк кенә билбау, осо ла уҡа
Килешә бит минең билемә.
Бәхил генә булһын ағай-энем,
Ҡайталманым тыуған илемә.

Ире вафат булғас, беренсе ҡатыны Ҡәмбәрә Иҫке Сибайға, үҙ өйҙәренә ҡайта. Ә Фатима иһә, имеш-мимеш хәбәрҙәр дөрөҫ була торған булһа, Сибай кантондың вафатынан һуң Йәнекәй ауылы муллаһына тормошҡа сыға, уларҙың ике балаһы була. Дөрөҫ, Фатиманың яҙмышына бәйле икенсе фараздар ҙа бар, әммә береһе лә документтар нигеҙендә раҫланмаған...
Йор һүҙле, шиғри күңелле кантонды халыҡ Сибай сәсән тип ололаған һәм әле лә ул беҙҙең өсөн тәү сиратта сәсән булараҡ билдәле.
Байрамға килгәндә инде, унда Сибаевтар, Утарбаевтар, Һунаршиндар, Рустановтар, Ишбирҙиндар, Янбаевтар, Хәмитовтар, Рафиҡовтар, Уранбаевтар, Әбүбәкировтар һәм башҡалар ҙур теләк менән ҡатнашты. Мәҫәлән, Хәмитовтар үҙҙәрен алтын ҡуллы оҫталар итеп таныта алһа, Ишбирҙиндар ҡурайсылары менән ал бирмәне. Ә эташамаҫтар араһы вәкилдәре, үҙҙәренең ара тарихын сәхнәләштереп, уйынсыллыҡтары менән алдырҙы. Тирмәләр ҡоролған йәйләүҙәр буйлап йөрөгәндә теге йәки был ара вәкилдәренең ҡылыҡ-фиғелен, үҙҙәренә генә хас айырым билдәләрен сырамытырға була ине. Әйтәйек, өтәсәктәр араһы етеҙлектәре, бар яҡлап өтөлөп-ҡырылып тороуҙары менән иғтибарҙы йәлеп итте.
Байрамда ҡуйылған маҡсатҡа ярашлы, ауылдың төп халҡы һәр төрлө номинацияларҙа билдәләп үтелде. Мәҫәлән, ауылдың иң оло аҡһаҡалы булып Фәрит Харис улы Янбаев, иң оло ағинәйе булып Мәреүәр Фазулла ҡыҙы Айсыуаҡова билдәләнһә, байрам алдынан ғына донъяға килгән сабыйҙар Марат Хәмзин һәм Вилиә Рәхмәтуллиналар Иҫке Сибайҙарҙың иң йәш граждандары булараҡ тәбрикләнде. Кинйәбикә Шәйәхмәтова, Лилиә Мәмбәтназарова, Рәйлә Сибаева, Миңһылыу Сәғитова һәм Зөбәйлә Фәйзуллиналар ун һәм унан да күберәк балаға ғүмер бүләк итеп, "Герой әсә" исемен ғорур йөрөтә. Эльвира һәм Әсҡәт Рәхмәтуллиндар, Нәзирә һәм Вилүр Йәнъегетовтар, Гөлназ һәм Рәфҡәт Хәмзиндәр, Көнһылыу һәм Илнур Билгебаевтар, Сөмбөл һәм Раян Мәхмүтовтар, Дилүзә һәм Бүләк Ишемғоловтар, Эльвира һәм Артур Хәмитовтар, Гөлнара һәм Фәйез Иҙрисовтар, Резедә һәм Сибай Утарбаевтар, Зилә һәм Вәсил Бикҡоловтар, Рәмзиә һәм Ирек Иҙрисовтар, Рәйфә һәм Рәүил Айытҡоловтар, Фәриҙә һәм Сәлих Рафиҡовтар ауылда татыу ғаилә иштәре булараҡ танылыу алғандар. Оҙаҡ йылдар бергә-бергә ғүмер кисергән татыу ҡәйнә менән килендәр Рабиға апай менән Әлфиә Рөстәновалар, Айһылыу апай менән Резедә Мансуровалар, Маһинур апай менән Рәзилә Ғәбитовалар, Ғәмбәр апай менән Фәниә Дәүләтбаевалар, шулай уҡ йорт-ҡураһын, ихатаһын ҡараулы, матур тотҡан ғаиләләр, оҙаҡ йылдар башҡаларға өлгө булырлыҡ итеп йәшәгән иштәр, уңған хужабикәләр, ауыл активистары ла бүләкһеҙ ҡалманы байрамда...
- Тыуған ауылымда шундай матур байрам ойоштороуҙарына һәм унда шәхсән үҙемдең дә ҡатнашыуыма шатланып бөтә алмайым. Рәхмәт ауылдаштарыма - матур һәм иркен йәшәйҙәр, борондан килгән йолаларыбыҙҙы онотмай, олоно - оло, кесене кесе итә беләләр! Байрамдар ҡабатланып торһон, ил-көнөбөҙ тыныс булһын! - Себер яҡтарынан ҡунаҡҡа ҡайтҡан Дилбәр апай Ишбирҙинаның был һүҙҙәренә өҫтәп нимә әйтәһең инде? Амин, тиергә генә ҡала...

Мотал РӘМОВ.
Баймаҡ районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.09.14 | Ҡаралған: 1989

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru