«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛ СПОРТЫН ҮҪТЕРЕҮ ТОРМОШҠА АШМАҪ ХЫЯЛ ТҮГЕЛ
+  - 

Яңыраҡ редакциябыҙға ир уртаһына етһә лә, йәштәрсә етеҙлеген юғалтмаған бер ағай килеп инде. Стәрлебаш районы Елембәт ауылы мәктәбендә оҙаҡ йылдар физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән Һиҙиәт ИСМӘҒИЛЕВ атлы уҙаман икән. Һиҙиәт Кәлимулла улы фекер ебен төрлө темалар, донъябыҙҙағы хәл-ваҡиғалар, йәмғиәттә йөрөгән ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр менән бәйләп, кинәйәләп тә, тураһын да ярып һалып, беҙгә бына нимәләр тураһында һөйләне:

Ынтылыш булһын ине

Ҡыш көнө ауылыбыҙ эргәһенән ағып ятҡан йылға янынан үтеп барышлай бала саҡ эҙҙәремде һағынып ҡарап торғайным. Элек, беҙ бала саҡта, боҙҙо тап-таҡыр итеп ялтыратып, сай-сой килешеп, сәкән һуҡһаҡ, хәҙер боҙҙа уйнаусы, саңғыла йөрөүсе балалар күренмәй. Ниңә шулай һуң? Ниңә балалар спорт менән шөғөлләнеүҙән туҡтаны? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һорауға бер төрлө генә яуап биреүе лә ауыр. Ошо турала йыш ҡына уйланам. Ғүмер юлым күҙ алдымдан үтеп киткәндәй була. Беҙ ни ғиллә менәндер, сәләмәт булырға тырыша инек, ә хәҙер уландар ауырыуҙарҙы кибеттән "һатып" ала - замана афәтенә әйләнгән әлеге лә баяғы тәмәке, һыра, тағы әллә нимәләр менән мауыға. Ауыл-ҡалаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу - етәкселәргә, спорт өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә, уларҙың дәртенә, дарманына туранан-тура бәйле түгелме ни? Ниңә ҡайһы бер етәкселәр ошо яуаплылыҡты иңдәренән төшөрҙө? Улай тиһәң, элек бит спортты үҫтереү теләге райком секретарынан түгел, ә "түбәндән" - халыҡтан сыға ине. Шул уҡ беҙҙең Фәрит Булатов, Риф Жданов, Табылды ауылынан Тәлғәт Исмәғилев кеүек физкультура уҡытыусылары спортты үҫтереүгә күп көс һалды.
Спортты ғүмерлек юлдаш иткән беҙҙең тренерҙар - ирле-ҡатынлы Шпиньковтар 90 йәштә лә шәптәр. Әллә бөгөн улар һымаҡ мөкиббән китеп эшләүсе тренерҙар юҡмы? Уйҙарҙан уйылып китерлек, йәмәғәт!
Ошондай тренерҙар ҡанаты аҫтында шөғөлләнгән ваҡытта беҙгә әллә ни ҙур финанс ярҙам да булманы, ә беҙ барыбер уңышҡа өлгәшә инек. Мәҫәлән, йәйге лагерҙа ял иткәндә колхоздан ит алыр өсөн күмәкләшеп бесән саба инек, ләкин "беҙҙе эшкә егәләр" тип, бер кем дә зарланып йөрөмәне. Йыл һайын 35-40 кеше палаткаларҙа йәшәп, шулай сәләмәтлегебеҙҙе нығыттыҡ. Совет осоронда балаларҙы хеҙмәт ярҙамында тәрбиәләү үҙ емештәрен биргән, бәлки, хәҙер ҙә ошо ысулды файҙалана башларға кәрәктер? Хеҙмәт тә, спорт та тырышлыҡ талап итә, бала саҡтан эшләргә өйрәнгән кеше үҫкәс тә тырыш була, шулай булғас, алға бара. Минең Ғәлимулла ағайҙы ғына алайыҡ - биш йәшенән бесән сабырға өйрәнгән. Әйҙәгеҙ, ағайым тураһында ентекләберәк һөйләп үтәйем, булмаһа.

Ололарҙан ҡалышмай бесән сапҡан

Фәриҙә еңгә хәтерләүенсә, бер-нисә кеше, әрҙеүән арбаға ултырып, бесән сабырға китеп бара икән. Ҡапыл араларынан береһе: "Туҡтағыҙ әле, берегеҙҙең салғыһы ҡалмағанмы? Ана, бер малай салғы күтәреп, беҙҙең арттан йүгереп килә", - тигән. Атты туҡтатҡандар ҙа, теге малайҙы көтөп алғандар. Дүрт-биш йәштәр тирәһендәге теге малай минең Ғәлимулла ағайым булған. Килеп етеү менән унан: "Ғәлимулла, ҡайҙа бараһың?" - тип һорағандар. Ә йәш салғысы ыжламай ҙа: "Атайым салғы яһап бирҙе, һеҙҙең менән бесән сабырға ебәрҙе", - тигән. Ултыртып алғандар. Сабынлыҡта бәләкәй Ғәлимулла ла өлкәндәрҙән ҡалышмай бесән сапҡан була ти. Фәриҙә еңгәм: "Туҡтап тор, аҙыраҡ ял ит, арырһың", - тиһә лә, "Юҡ, миңә атайым яҡшы итеп сабырға өйрәнеп ҡайтырға ҡушты", - тип яуаплай ҙа, ары сабыуын белә, ти...
Бала саҡтан эш күреп үҫкәнгәме, ағайым ныҡ теремек, етеҙ булды. Һигеҙенсе синыфтан һуң Күмертау физкультура техникумына имтихандар тапшырҙы. Ул имтихан биргәндә бер урынға егерме кеше дәғүә иткән, тиҙәр. Ағай Күмертауҙа Башҡортостанда тәүге дзюдо мәктәбен барлыҡҡа килтергән Антиньян менән бергә уҡыған. Еңел атлетика буйынса Башҡортостан командаһы өсөн ярышҡан. Алдараҡ телгә алған саңғы буйынса тренер Геннадий Иванович Шпиньков, ағайҙың мөмкинлектәрен күреп алып, уны үҙ күнекмәләренә ҡоҙалай башлаған. Ағай ни сәбәптәндер саңғыны түгел, ә еңел атлетиканы һайлаған, икенсе тренерға барып яҙылған. Уның ҡарауы, йүгереү буйынса ла уңыш ҡаҙанған (уның рекордтары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе Күмертауҙағы ҡайһы бер тренерҙар дәлилләй ала). Шулай итеп, дүрт уҡыу йылы үтеп тә киткән. Сығарылыш кисәһендә Геннадий Иванович: "Эх, Ғәлимулла туған, минең секцияға йөрөгән булһаң, мин бит һинән саңғы буйынса донъя чемпионы яһаған булыр инем!" - тип әйтеп һалған, тиҙәр. Шпиньковтар мәктәбенә - Күмертау физкультура техникумына - мин ағайымдан күреп уҡырға индем. Ғүмерем буйы Ғәлимулла ағай эҙенән барҙым, тиһәм дә була.

Спорт - ҡомарлы уйын

Физкультура техникумын тамамлағас, 1975-1976 йылдарҙа Стәрлебаш районы Ҡалҡаш мәктәбендә мәктәп директоры - Ишбулды Ғилман улы Хәсәнов етәкселегендә уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Радик Үзбәк улы Байназаров (аҙаҡ "Башҡортостан" гәзитендә эшләне), Марс Барый улы Туҡаев ("Ленин юлы" гәзитенең баш мөхәррире булып китте), Нурфәйез Муса улы Баһауетдинов (аҙаҡ РОНО мөдире булды) кеүек аҫыл егеттәр, ағайҙар менән бергә эшләнем. Улар бик шәп саңғысы булды. Үҙем, йәш булыуыма ҡарамаҫтан, ошо ағайҙарҙы үҙ-ара ярыштырып, улар менән бер ҡаҙанда ҡайнап йөрөгән була торғайным. Шул осорҙа бер көн мәктәп директоры Ишбулды Ғилман улы уҡытыусылар кәңәшмәһендә: "Һиҙиәтулла Кәлимулла улы спортты ҡомарлы уйынға әйләндереп бара шикелле ул", - тине. Ҡапылғара аңламай, директор миңә ғәйеп ташлай, тип уйланым һәм "Ниңә?" тип урынымдан һикереп торҙом. Директор артабан: "Ул уҡыусылар менән эшләгәндән һуң ауыл йәштәре менән дә төнгө ун-ун икегә тиклем спортзалдан ҡайтмай", - тип маҡтағас, тынысландым. Ишбулды Ғилман улының был һүҙҙәре үҙ эшемә яҡшы баһа икәнен шул мәл генә аңланым.
Мәктәптәге эшемде ваҡытлыса ҡалдырып торҙом: 1976 йылда әрме сафына алындым, ике йыл Ҡаҙағстандың Ҡыҙылурҙа өлкәһе Ленинск ҡалаһында спорт ротаһында хеҙмәт иттем. Унда миңә еңел атлетика һәм футбол спорты менән шөғөлләнергә тура килде. Беҙҙең "Орбита" командаһында күберәк офицерҙар уйнай ине. Офицерҙар менән бер командала уйнап, улар менән аралашып, хәрбиҙәр тормошон нығыраҡ аңларға тырыштым. Хәйер, лейтенанттарыбыҙ беҙҙән бер-ике йәшкә генә олораҡ егеттәр ине. Бер мәл физик әҙерлек начальнигы майор Тимчук футбол майҙанына һоҡланып ҡарап торҙо ла: "Эх, Исмәғилев, хәрби хеҙмәттән ҡайтырға тура килһә, ауылымдағы стадионды Лужникиҙан яҡшыраҡ эшләр инем", - тип әйтеп ҡуйҙы. Майорҙың ныҡ ҡайтҡыһы килә ине. Хәрбиҙәр - улар ғүмерҙәре буйы ситтә йәшәй, ғүмерҙәре буйы үҙ ерҙәрен һағына. Ә беҙ, хәрби хеҙмәткә ике йылға ғына алынған егеттәр, шундай мәлдәрҙә үҙебеҙҙе күпкә бәхетлерәк тоя инек. 1978 йылда ауылға ҡайттым, ун көн дә үтмәне, мине "К коммунизму" колхозына комсомол секретары һәм спорт буйынса инструктор итеп ҡуйҙылар.

Ауыл командаһы иң шәбе булды
Тап ошо осорҙа Елембәт ауылында йәштәр һәм ололар өсөн аръяҡта - ике, бирьяҡта бер футбол майҙаны эшләнек. Өс командаға ла күнекмәләр үткәреү урыны булдырылды. Беҙҙең майҙан, майорыбыҙ Тимчук хыялланғанса, Лужники кеүек булды. Техникумдағы "Спорт ҡоролмалары" тип исемләнгән дисциплина һабаҡтары бик ярап ҡалды - стадионыбыҙ халыҡ-ара стандарттар буйынса эшләнде. Шул майҙанға көн һайын иртән һәм кис сығып, егеттәр менән күнекмәләр үттек.
Хәйер, беҙҙә генә түгел, ул осорҙа күрше 40 йорттан торған Ҡалмаҡ ауылында - бер, Һарайҫала ике (беҙ унда ла торбаларҙан ҡапҡалар эшләттек) футбол майҙаны, хатта 20 йорттан торған Бүләк ауылында ла волейбол һәм футбол майҙансығы бар ине. Ә беҙҙең 130 йорттан торған ауылыбыҙҙа футбол, волейбол, еңел атлетика, саңғы, көрәш, ат ярышы, велоспорт, мотоуҙышыу яҡшы үҫешкәйне. Бөтөн төрҙәр буйынса ла районда алдынғылар рәтендә булдыҡ.
Беҙҙең футбол командаһы 17 тапҡыр район чемпионы булды. Республика ярыштарында ҡатнаштыҡ. Миәкә, Федоровка райондары, Мәләүез ҡалаһы һабантуйҙарын йөрөп сыға инек. 1985 йылда "Содовик" командаһы менән тигеҙ иҫәпкә (3:3) уйнаныҡ. Уларҙың Пименов исемле һаҡсыһы: "Ауылда ла шундай көслө футболсылар тәрбиәләп була икән", - тип, аптырауын йәшермәне.
Тәү ҡарашҡа, беҙҙең ауылда спорттың үҫеүендә спортсылар ғына "ғәйепле" һымаҡ. Кемдер, Елембәттә халыҡ үҙе шәп, тип әйтер. Халҡыбыҙ шәплеккә шәп, һүҙ ҙә юҡ, тик халҡыбыҙҙы ойоштороусы, уны кәрәк саҡта илһамландырып тороусы етәкселәрҙең оҫталығы ла иғтибарға лайыҡ. Беҙ, мәҫәлән, колхоз рәйесе Урал Шамил улы Үләевтан уңдыҡ, тип әйтә алабыҙ. Ул үҙе лә "туп йәнле" кеше булды - футбол да, волейбол да уйнай ине. Беҙгә ярҙамы күп тейҙе. Уның ярҙамы менән командаға формалар тектерҙек. Бер тапҡыр Мәләүезгә һабантуйға барғайныҡ, беҙҙең формаларҙы күргәс, урындағы егеттәр беҙгә ҡаршы уйнауҙан баш тартты ла ҡуйҙы. Былар бик етди команда, уйнап, оятҡа ҡалмайыҡ, тигәндәрҙер. Эстәлекте яҡшыртыр өсөн формаға ла етди иғтибар биреү кәрәк шул.

Мәскәүҙәге Йәйге олимпиадаға барыуым

Беҙҙең колхоз хужалыҡ яғынан һәм спорттан районда алдынғылар рәтендә булды, тип әйтә биреп ҡуйғайным инде. Шуға ла 1980 йылда Мәскәүҙә үтәсәк Бөтә донъя Йәйге олимпиадаға путевка тап миңә, колхоздың комсоргы һәм физкультура буйынса инструкторына эләкте лә инде. Икенсе путевка Ғәлимулла ағайыма бирелде. Башҡортостандан өс төркөм менән юлға сыҡтыҡ. Мәскәүҙә оло сара башланыр алдынан беҙҙе, төрлө төбәктәрҙән йыйылған көйәрмәндәрҙе һәм тамашасыларҙы, бер саҡрым араға йүгертеп ярыштырҙылар. Шул ярышта миңә беренсе урын яуларға насип булды. Шунан инде 35 градуслыҡ эҫелә Олимпия уйындарын ҡараныҡ.
Әйткәндәй, былтырғы Сочиҙа үткән Ҡышҡы Олимпия уйындары алдынан Өфөгә "Хоккей көнө"нә ейәндәрем менән килгәнемдә телевидениеға интервью бирергә тура килде. "Рәсәй командаһы нисек сығыш яһар?" тигән һорауға: "Беҙҙекеләр шорт-тректа, фигуралы шыуыуҙа, хоккейҙа көслөләр. Һәр кеше бер мәлдә үҙен иң юғары формаға килтереп еткерә ала. Был ярышта йәш кенә бала ла, Бьерндален кеүек 40 йәшлек спортсы ла еңә ала", - тип яуап биргәйнем. Ысынлап та, әйтеүем раҫ сыҡты - ун биш йәшлек беҙҙең фигурист ҡыҙ Юлия Липницкая ла, Норвегия спортсыһы 40 йәшлек биатлонсы Уле Эйнар Бьерндален да еңеүсе булып танылды.
Ни өсөн уларҙың еңерен алдан белдем? Сөнки мин тренерҙарҙың мөмкинлектәрен дә, кешенең мөмкинлектәрен дә яҡынса самаланым. Һәләтле тренер тәрбиәләнеүсеһенең физик әҙерлеген ниндәйҙер ваҡытҡа яҡшырта ала. Спортсыларҙың физик торошо һәр саҡ үҙгәреп тороусан: бер мәл ул түбән кимәлдә, ә бер мәл - юғары. Ана шул юғары кимәлгә етеү ваҡытын контролгә ала белһә, тренер спортсыһын еңеүсе итә ала. Әлбиттә, уңыш - ул 99 процент тырышлыҡ һәм 1 процент һәләт. Әйтәйек, Бьерндален Сочиға килер алдынан климат буйынса тап килгән Австралияла күнекмәләр үткән, тинеләр. Беҙ ни күрҙек - әҙерлеге яҡшы булғас, ул бер-нисә еңеү яуланы. Йәки, Франция биатлонсыһы, ике тапҡыр олимпия чемпионы Мартен Фуркад, эшлеклелеге, сыныҡҡан булыуы менән аптыратты. Күптәр фиништан һуң көс-хәл менән килеп йығылһа, был егет саңғыһын ысҡындыра ла, йүгерә лә китә ине бит.
Норвегия спортсыһы Бьерндален булһа кәрәк, бер интервьюһында: "Беҙҙең халыҡта һәр кемдең гаражында тимер аты һәм бер пар саңғыһы торорға тейеш, тип ҡарала", - тине. Уйланырға урын бар.

Шулай итеп...
Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ Һиҙиәт Кәлимулла улы ауылдарҙа күмәк спортты үҫтереү механизмына бер аҙ ишара яһаны. Һәр хәлдә, ул һөйләгәндәрҙән спортты үҫтереү өсөн маҡсатлы рәүештә шөғөлләнгән физкультура уҡытыусылары ғына ла әллә ниндәй ҙур эштәр атҡара алыуы тураһында белдек. Республикабыҙ райондарында Һиҙиәт Исмәғилев, уның ағаһы Ғәлимулла Исмәғилевтар һымаҡ физкультура уҡытыусылары бар икәненә иманыбыҙ камил. Уларҙы ла ошо темаға әңгәмәләшергә саҡырабыҙ.

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.14 | Ҡаралған: 1624

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru